Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшы тренер
Иң яҡшы тренерБынан ҡырҡ йыл элек Сермән ауылында Нәзифә менән Риф Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә төпсөк малай булып донъяға килә Ғәҙел. Яҙ миҙгелендә тыуғанғамы, ул алсаҡ, ярҙамсыл, кеселекле булып буй еткерә.

Ул мәктәп йылдарында уҡ спорт менән дуҫ була. Саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй. Шуға күрә лә 1995 йылда Белорет районының Сермән мәктә­бендә XI класты тамамлағас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта. Студент сағында уҡ йәйге ялында “Ағиҙел” турбазаһында спорт буйынса өлкән инструктор булып эшләгән егетте Боғанаҡ мәктәбендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Физкультура дәрестәре менән бер рәттән IX кластың класс етәксеһе итеп тә тәғәйенләйҙәр.
Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба, кис мәктәп ихатаһында волейбол, баскетбол уйнауҙар уларҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра. Боғанаҡта Ғәҙелгә оҙаҡ эшләргә тура килмәй: 1997 йылда уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышта, һуңынан Белогорскиҙа зенит-ракета полкында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын рядовой, алты айҙан һуң кесе сержант, сержант, өлкән сержант булып үтә. Армиянан старшина званиеһында ҡайта. Өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк знактары менән наградлана.
Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында тикшереү изоляторында кесе инспектор-корпус бүлеге начальнигы булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, һайлаған һөнәренә өҫтөнлөк биреп, Сермән мәктәбенә эшкә ҡайта. 2002 йылдан бөгөнгә тиклем физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Хеҙмәт осоронда ул үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.
Ғәҙел Риф улының көндәлек күнекмәләре арҡаһында Сермән мәктәбе спортсылары йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәй. Шығайҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә үткәрелгән эстафеталарҙа ла Ғәҙелдең уҡыусылары һәр ваҡыт алдынғы сафта. Ул уҡыусыларын спорт менән бергә көслө, ныҡышмал булырға, Тыуған илде яратырға өйрәтә.
Әлеге ваҡытта Ғәҙел Риф улы Аҙнабаев — юғары категориялы уҡытыусы, уҡытыусыларҙы аттестациялау буйынса эксперт комиссияһы ағзаһы, физкультура уҡытыусы­ларының методик берекмәһе етәксеһе. Үткән йылдың октябрендә “Башҡортос­тан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тынғыһыҙ хеҙмәте Баскетбол федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары, мәғариф идаралығының “Иң яҡшы тренер” исеме менән баһаланды.
Ғәҙел Риф улы һәр яҡтан да уңған. 2006 йылда Айһылыу Әсҡәтулла ҡыҙы менән гөрләтеп туй үткәреп, үҙаллы тормош юлын башлайҙар. Искәндәр, Ирназар, Рамзан исемле өс егеткә ғүмер бүләк иткәндәр. Искәндәр V класта “5”ле билдәләренә генә өлгәшә, уҡыуҙан тыш музыка мәктәбендә баян класында шөғөлләнә. Баскетболға, еңел атлетикаға ла йөрөп өлгөрә. Ирназар ҙа ағаһынан ҡалышмай, II класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, еңел атлетика секцияһына, баян түңәрәгенә лә йөрөй, инде өс йыл бокс менән шөғөлләнә.
– Ике улым да мәктәптә Мостафа Харисов етәкселегендәге “Омон” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнә, – ти ғорурлыҡ менән Ғәҙел Риф улы. – Кистәрен бөтәбеҙ ҙә һөйөклө ҡатыным Айһылыу әҙерләгән табынға йыйылабыҙ. Йәйгеһен ғаиләм менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Талҡаҫ күлендә, Мораҙым, Шүлгәнташ, Асҡын мәмерйәләрендә булдыҡ. Бигерәк тә ҡатынымдың тыуған яғы — Архангел районы Инйәр йылғаһы буйы яратҡан ял урынына әйләнде.
Йәйгеһен улар малайҙары менән велосипедта йөрөй, ҡыш саңғыға баҫа, ә кистәрен шашка, шахмат уйнап, китап-журналдар уҡып үткәрә. Бына шундай матур ғаилә йәшәй Сермән ауылында. Буласаҡ Ватан һаҡсыларын, үҙҙәренә алмаш үҫтерә Айһылыу менән Ғәҙел Аҙнабаевтар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521