Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышты улар үҙҙәре һайлаған
Яҙмышты улар үҙҙәре һайлаған“Учалылар — Афғанстанда. Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы…” китабын әҙерләгәндә Рәмил һәм уның ҡустыһы Йәмил Жәбир улы Мостафиндар менән танышып аралаштым. Фекер алышҡанда уларҙың кесе ҡустылары Камилдың да, училищены тамамлап, яҙмышын хәрби тормош менән бәйләүен белдем.


Рәмил дә, улы Шамил да — подполковниктар, Йәмил Жәбир улы — милиция подполковнигы, уның улы Илдар ҙа хәрби училище тамамлаған, Камил — майор. Бер ғаиләнән юғары дәрәжәле биш офицер. Уларға бөтәһенә лә хәрби тормош ҡаны ҡайҙан килгән икән, тигән уй килде күңелгә. Бәлки, был тәрбиә биргән ата-әсәһенәндер? Бындай ғаиләләр бик һирәк осрай.
Уларҙың атаһы Жәбир Мостафин (1921 йылғы) алдынғы ҡарашлы, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған, тура һүҙле, уҡыусыларының яратҡан уҡытыусыһы була. Һуғыш ветераны. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан төплө фекерле ир-уҙаман. Ҡатыны Хәйриә ханым да тәүҙә уҡытыусы, һуңынан һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Жәбир Мостафин 1941 йылдың март айында Украинаға армия хеҙмәтенә алына. Һуғыш башланыу менән уларҙың отряды тәүгеләрҙән булып фашистарҙың һөжүмен ҡабул итә, һөҙөмтәлә күбеһе һәләк була. Бер нисә иптәше менән ҡотолоп, үҙебеҙҙең ғәскәрҙәребеҙгә ҡушылырға тигән фарман алып, ҡамауҙан сыҡҡан саҡта әсирлеккә эләгәләр. Әммә ауыр ғазаптарҙы үҙ елкәһендә татыған Жәбир ағай бирешмәй. Иле алдында биргән антына тоғро ҡалып, 1945 йылда әсирлектән ҡотолғас та, хәрби хеҙмәтен Ҡыҙыл Армия сафында 1947 йылдың майына тиклем дауам итә. Һуғыш тамамланғас, үҙ ауылына ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.
1951 йылда колхоздарҙы берләштереү кампанияһы башлана. “Ҡыҙыл башаҡ”, “Иманғол”, “Урал” колхоздарын берләштерергә Рәсүл ауылына район етәкселәре килә. Үҙ хужалығын юғалтыуҙан ҡурҡҡан колхозсылар йыйылып, Жәбир ағайға килә.
– Беҙҙең берләшергә теләмәгәнлекте белдереп йыйылышта сығыш яһа инде, — тип үтенә улар. Жәбир Мостафа улы үҙе лә был турала байтаҡ уйланған булһа кәрәк. Йыйылышта колхозсыларҙың фекерен, төрлө дәлилдәр килтереп, түрәләргә аңлатырға тырыша. “Һин совет власына ҡаршы һөйләйһең”, – тип райком, прокуратура буйлап йөрөтәләр. Уның үткәнен һәм хәҙерге тормошон тикшерә башлайҙар. Һуғыш ваҡытында фашист тотҡонлоғонан әйләнеп ҡайтыуын һәм Себергә һөрөлгән кулак нәҫеленән икәнлеген асыҡлап шатланалар. Әммә ул аҡланған – бәйләнер урын юҡ!
Ә нәҫеле Әбделкәрим улы зауряд-хорунжий Яруллаға барып тоташа. Шулай ҙа уның өҫтөнән компромат йыялар, һорау алыу артынан һорау алыу ойошторалар. Эшһеҙ ҡалған Жәбир Мостафин Сермән педагогия техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алып ҡайтҡан белгесте район мәғариф бүлеге Оҙонкүл ауылына уҡытыусы итеп ебәрә.
Ҡатыны Хәйриә апайҙың яҙмышы ла үтә ауыр башлана. Әсәһе уға ғүмер биргән ваҡытта баҡыйлыҡҡа күсә. Атаһы Ғәбделхәй олатай – уҡытыусы. Улар сығыштары менән Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ҡаҙбай ауылынан.
1930 йылда алдынғы ҡарашлы етәкселәр, уҡытыусылар, үрнәк алырлыҡ шәхестәр золом ҡорбандары була. Репрессия еле ул саҡтағы Йылайыр кантонында мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Ғәбделхәй Ғүмәр улы Бутасовҡа ла ҡағылмай ҡалмай. Ә бит Ғәбделхәй олатайҙың нәҫеле Азамат кантонға барып тоташа. Шымсыларҙың нахаҡ ялыуынан һуң ул ҡулға алына. Үкһеҙ етем ҡалған Хәйриә ағай-энеләренең ҡулында үҫә.
1933 йылда биш йылға хөкөм ителгән атаһы аҡлана. Ғәбделхәй Ғүмәр улы, үҙен рәнйеткән ауылдаштарын ғәфү итә алмау сәбәпле, унда инеп тә тормай, Белорет районының Сермән ауылына килеп урынлаша һәм уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Ҡыҙын: “Балам, эшкә өйрән, ялҡау булма”, – тип тәрбиәләй. Һуңынан ул Учалы районының Малай Муйнаҡ ауылына уҡытырға китә. Һуғыш башланғас, ошо ауылдан фронтҡа алына һәм 1944 йылдың июнендә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килә.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған Мостафа улы Жәбир менән Ғәбделхәй ҡыҙы Хәйриә татыу ғаилә ҡора. Ғаиләлә дүрт малай һәм бер ҡыҙ донъяға килә.
– Дамир ағайыбыҙ беҙгә һәр саҡ үрнәк булып торҙо, – ти унан өс йәшкә бәләкәй ҡустыһы Рәмил. – Ул ауылда иң беренселәрҙән Өфө автотранспорт техникумына уҡырға инде. Һәр саҡ спорт менән шөғөлләнергә, яҡшы уҡырға, үҙеңде армия хеҙмәтенә әҙерләргә кәрәк, тип өйрәтте. Үҙе Германияла хәрби-ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Алтмыш йәше тулыуға ҡарамаҫтан, йәштәр менән бер рәттән институт бөтөрөп, инженер дипломын алып, әле Төмән ҡалаһында эшләй. Бөгөн дә кәрәкле белгес, иң ауыр урындарға уны саҡыралар.
Рәмил – ғаиләлә икенсе бала, Оҙонкүлдә тыуған. Ул саҡта Жәбир ағай башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры ине. Рәмилгә ике йәш тулыуға, атаһы ғаиләһен үҙенең тыуған ауылы Ҡоҙашҡа күсереп килтерә. Оҙонкүл ауылы халҡының Жәбир ағайға ихтирамы үтә лә ҙур була. Уны ауылдан китмәһен тип өгөтләп кенә ҡалмайҙар, әйҙә, үҙебеҙ өй төҙөп бирәбеҙ, тиҙәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар Ҡоҙашҡа ҡайта. Рәмил башланғыс кластарҙы – Ҡоҙашта, бишенсе-һигеҙенсене – Рәсүлдә, урта белемде Иманғол мәктәбендә ала.
Туғыҙынсыны бөтөүгә атаһы Жәбир ағай мәңгелеккә яҡты донъянан китә. Был ваҡытта Дамир ағаһы армия хеҙмәтендә, туғандары береһенән-береһе бәләкәй була. Ләлә һеңлеһенә – ун дүрт, Камилға – ун бер, Йәмилгә ни бары һигеҙ йәш. Етмәһә, өй төҙөлөп бөтмәгән, бура мүккә генә күтәрелгән. Рәмилдең уҡырға теләге көслө булһа ла, әсәһенә ярҙам итеү ниәтенән унынсы кластан һуң ситтән тороп Миәс ҡалаһындағы геология-разведка техникумына уҡырға инә һәм колхозға эшкә төшә. Комбайнсы ярҙамсыһы була, малсылыҡта ла эшләй. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөп бөтмәгән өйҙө лә эшләргә кәрәк була, ярай әле, ауылдаштары, ағай-энеһе ярҙам итә.
Рәмил Жәбир улы 1972 йылдың ноябрендә Совет Армияһы хеҙмәтенә саҡырыла. Ул сик һаҡсыһы булып китә. Армия йылдары хозур тәбиғәтле Ҡырымда үтә. 1973 йылда уға хәрби училищеға уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Хеҙмәтен яратып, тырышып намыҫ менән башҡарған егет Алма-Аталағы Дәүләт именлеген һаҡлау комитетына ҡараған Ф.Э. Дзержинский исемендәге сик буйы ғәскәрҙәренең юғары команда училищеһына уҡырға инә. 1977 йылда лейтенант хәрби званиеһы алған Рәмил Мостафинды Курил теҙмәһендәге Матуа утрауында урынлашҡан сик буйына хеҙмәткә ебәрәләр.
– Шуныһы ғәжәп: бында япондарҙың хәрби базаһы булһа ла, бер ниндәй ҙә хәрби техника юҡ ине, әйтерһең дә, ер упҡан. Шулай ҙа беҙ байтаҡ ҡына трофей осраттыҡ, – ти Рәмил Жәбир улы. – Сарычев вулканының уяныуы ғүмеребеҙгә ҡурҡыныс менән янаны. Ер һелкенеп торҙо. Шул вулкан эргәһендә дозорҙа торҙоҡ. Лаваның океанға ағып төшөүе генә заставаны ҡотҡарҙы. Йәй караптар килһә, ҡышын беҙгә тәғәйенләнгән посылкаларҙы самолеттан ғына ырғыталар ине. Посылкалар емерелһә, хаттарҙы һәм күстәнәстәрҙе ҡарға бата-сума йыйнай инек. Ике йөҙгә яҡын кеше бергә йәшәнек, татыу, берҙәм булдыҡ.
– Был утрауҙың эйәһе бар, тип гел генә беҙгә киҫәтә килделәр. Ысынлап та булғандыр, сөнки бер бәләкәй генә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен һаҡламаһаҡ та, бер-бер хәл килеп сыға ине, – ти ул, ошо йылдарҙы хәтерләп. – Бәләкәйерәк ҡалҡыулыҡта бер сопка бар. Ул утрауҙа булғандарҙың олоһоноң да, кесеһенең дә күңелен үҙенә арбай торғайны. Ике һалдат, “ябыҡ зона” тип тыйыуға ҡарамаҫтан, барып ҡарарға китәләр ҙә әйләнеп ҡайтмайҙар.
Улар өсөн иң ауыр осор ҡыш була. Күҙ асҡыһыҙ ҡар бураны юлдарҙы ҡаплай, аҙашмаҫ өсөн һуҙылған канаттарға тотоноп йөрөйҙәр. Һаҡта торған һалдат бинанан нисә кеше сыҡҡанын яҙып иҫәпләп кенә тора. Ҡайҙа юлланғандарын әйтеп йөрөйҙәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, метеопунктта эшләгән ҡыҙ канатһыҙ сығып аҙаша, уның мәйетен яҙ ҡар ирегәс кенә табалар.
Матуа утрауында хеҙмәт иткән йылдарыңа нисек ҡарайһың, тигән һорауыма Рәмилдән шундай яуап ишеттем: “Унда хеҙмәт иткән ике йылымды, йәшлегемде һағынам. Беҙҙе шомло океан уратып алһа ла, һәр саҡ бер-беребеҙгә яҡшы мөғәмәләлә булдыҡ, ауыр саҡтарҙа ярҙамлашырға әҙер торҙоҡ. Йәйге тәбиғәт иҫ китмәле матур. Утрау көртмәлегә, емеш-еләккә үтә лә бай булды, ә көҙ миләштең сағыу ҡыҙыллығынан күҙ ҡамаша ине”.
Был ваҡытта һөйгән ҡыҙы, класташы Әнисә Талха ҡыҙы Өфө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Йәштәр өйләнешә, ғаиләләренә йәм биреп улдары Шамил тыуа. Рәмил Жәбир улын Камчаткалағы Коряк милли округына застава начальнигы итеп күсерәләр.
Тиҙҙән хәрби академияла уҡырға тәҡдим итәләр. 1985 йылда Мәскәүҙәге М.В. Фрунзе исемендәге академияны өс йылда уңышлы тамамлай. Хәрби кешенең тормошо ҡайҙа ебәрәләр, шунда дауам итә. Был юлы көнбайышта — Совет-Румыния сик буйында Тисса йылғаһы ярҙарында хеҙмәтен дауам итә, 1988 йылдың июненә тиклем төрлө командир вазифаларын башҡара.
Байтаҡ тәжрибә туплаған ир-уҙаманға Афғанстанда хеҙмәт итергә тәҡдим яһайҙар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, риза була. 1988 йылдың 15 майында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен СССР-ға сығара башлаһалар ҙа, әле күп урында мөжәһиттәрҙең һуғышы туҡтамай. Әле унда, әле бында шомло, хафалы хәлдәр булып ҡына тора. Рәмил Мостафинды мотоманевр төркөмө командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Мазари-Шәрәфиҙән ун һигеҙ саҡрым алыҫлығында тауҙар араһында урынлашҡан Мармоль ҡышлағы эргәһендәге төркөмгә ебәрәләр. Ул хеҙмәтен башлаған көндә, 13 майҙа, булған үлемесле фажиғә тураһында ишетеп тетрәнә һәм ныҡ уйлана…
Беренсе мотоманевр төркөмө колоннаһы 1534-се бейеклеккә күскәндә дошман засадаһына эләгә. Алдан юлды миналарҙан таҙартып, тикшереп барған һигеҙ саперҙың алтыһы һәләк була, икәүһе иҫән ҡала. Шул икәүҙең береһе Николай Концов хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ул бер аҙ ғына арттараҡ килгән була һәм шуға ла мөжәһиттәрҙең һөжүменә ҡаршы тороп, икеһен юҡ итеп өлгөрә, ә икенсеһе Лебединский ҡаты яраланған килеш упҡынға ташлана һәм шул арҡала ғына ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Упҡындан көскә сығып, үҙебеҙҙекеләргә хәбәр итеп өлгөрә. Егеттәрҙең икеһе лә ордендар менән наградлана.
Һәр һалдаттың ғүмерен һаҡлау, йәғни уларҙы ата-әсәһенә, тыуып үҫкән яҡтарына иҫән-һау ҡайтарыу өсөн яуаплылыҡтың, командир булараҡ, нәҡ үҙенең иңенә төшкәнен Рәмил Жәбир улы яҡшы аңлай. Ҡышлаҡ халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу, ярҙам итеү маҡсаты ла алға ҡуйылған. Күп уйланған Рәмил Мостафин күңеле һәм бар булмышы менән дошмандың 13 майҙа ойошторған операцияларын яңынан ҡабатлаясағын аңлай. Шуға ла ул, үҙенең егеттәре менән засаданың ҡайһы тирәлә булыу ихтималлығын тоҫмаллап, һәр тарлауыҡты, ҡаяны өйрәнә. Үҙенең ярҙамсыларына һәм офицерҙарына ҙур талаптар ҡуя. Мөжәһиттәрҙең теге ваҡыт засада ойошторған урынын ентекләп тентеп сыға һәм, дошмандар нәҡ ошо урында ҡасан да булһа үҙ яуызлығын яңынан ҡабатлаясаҡ, тигән фекергә килә, сөнки был тирә географик хәле менән мөжәһиттәргә бик тә уңайлы була.
Рәмил Жәбир улының уйы дөрөҫкә сыға. 16 июлдә хәрби колонна 1534-се бейеклеккә барырға сыға. Бейек ҡаяларҙа урынлашҡан беҙҙең күҙәтеүселәр рациянан: “Шундай квадратта, шундай урында хәрәкәт һиҙелә, унда һеҙҙекеләрме?” — тип һорай. Беҙҙекеләр сигнал ракеталары менән үҙҙәренең ҡайҙалығын белдерә, ә теге шикле урындан яуап килмәй. Мөжәһиттәр, үҙҙәренең фашланғанын аңлап ҡалып, ҡаршы ут аса һәм тау араларына сигенә башлай.
Был ҡаты бәрелеш барышында дошмандар күп юғалтыу кисереп кенә ҡалмай, тулыһынса юҡҡа сығарыла һәм мәкерле пландары өҙөлә. Был уңыш егеттәрҙә үҙҙәрендә ныҡлы ышаныс һәм өмөт уята. Үкенескә ҡаршы, һуғышҡа яңы ғына ингән беҙҙең бер һалдат үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһында һәләк була.
Әле алда байтаҡ ҡына ҡан ҡойош була. Ошо ваҡиғаларҙың береһе тураһында 1990 йылда “Комсомольская правда” гәзитендә мәҡәлә баҫыла. Унда “…Афғанстанда һуңғы яраланған һалдат майор Мостафиндың подразделениеһынан…” тип яҙылған юлдар бар.
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың икенсе этабы 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана. Артабан Рәмил Мос­тафин хеҙмәтен сик буйы штабы начальнигы, командирҙың беренсе урынбаҫары дәрәжәһендә Үзбәкстан — Афғанстан сигендә дауам итә. Бында ул 1993 йылдың сентябрь аҙағына тиклем хеҙмәт итә. 1989 йылда Афғанстанда һуғыш тамамланһа ла, сик буйында дошмандар менән хәрби бәрелештәр әленән-әле булып тора. Был турала “Огонек” журналының 1990 йылғы 3-сө һанында үҙ хәбәрсе Вадим Летовтың “Слева по борту – война” тигән мәҡәләһендә асыҡ яҙылған: “...Те окопы рыли ребята маневренной группы Рамиля Мустафина... Позже в память о павших на Афгане сослуживцах Мустафин посадит в ряду прочих и свою сосенку...”
Һуңынан подполковник Рәмил Жәбир улы 1993 йылдың октябренән 1997 йылдың декабренә тиклем, йәғни отставкаға киткәнсе, Нуриман районында хәрби комиссар булып хеҙмәт итә. Уның фиҙакәр һәм тырыш хеҙмәте Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Дәүләт сик буйын һаҡлауҙа күрһәткән батырлығы өсөн”, юбилей миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Йәмәғәте Әнисә Талха ҡыҙы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Шамил атаһы юлын – хәрби хеҙмәтте һайлай, подполковник дәрәжәһендә хеҙмәтен дауам итә. Йәшләй генә хәрби наградаларға лайыҡ була. Ҡыҙҙары Өфөлә университетта сит телдәрҙән уҡыта, фән кандидаты.
Улар утыҙ ете йылдан ашыу татыу, бәхетле ғүмер кисерә. Ауыр хәрби хеҙмәт йылдарын һәм юлдарын бер-береһенә терәк булып, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтәләр. Иҫкә алырлыҡ, онотолмаҫлыҡ, шатлыҡлы минуттары ла етәрлек.
Әммә тормошта яҙылмаған ҡағиҙә бар: тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмайһың. Рәмил Жәбир улын, балаларын, ағай-энеһен, ҡара ҡайғыға һалып, оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң, Әнисә Талха ҡыҙының йәшләй генә ғүмере өҙөлә.
Рәмил әлеге ваҡытта сағыу иҫтәлектәргә бай, матур йәшлеге уҙған Иманғол ауылында бал ҡорттары үрсетеп, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Шулай ҙа ул йыш ҡына уйҙары менән йәшлегенә, хеҙмәт иткән көндәренә ҡайтып: ”Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәм дә, мин үҙем менән бергә булған һалдаттар, сержанттар, офицерҙарҙан, командирҙарҙан уңдым. Улар тураһында күңелемдә иң яҡшы хәтирәләр генә һаҡлайым Тыуған илеңдең тыныслығын, азатлығын һаҡлау — ул оло ғорурлыҡ һәм һәр ир-егеттең изге бурысы”, — ти. Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында атай-бабайҙарыбыҙ күргән фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәй, илебеҙҙең тыныслығын һаҡларға әҙер булырға тейешбеҙ, тип тәрбиәләй ул ейәндәрен.
Жәбир ағайҙың Камил улы ла хәрби тормошто һайлай. Ул 1959 йылдың 25 июлендә Ҡоҙаш ауылында тыуа. Башланғыс кластарҙы тамамлағас, артабан Рәсүл, Иманғол ауылдарында уҡый. Камил бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдат тураһында ишетһә, бала-саға менән йыйылып, уларға килер була. Әгәр ҙә унан берәй значок эләкһә, йә фуражкаһын кейҙереп, бер аҙ йөрөргә рөхсәт итһә, был улар өсөн оло байрам була.
Дамир ағаһы Өфөлә уҡыған сағында йыш ҡына “Огонек”, “Техника молодежи” журналдарын алып ҡайта. Ҡустылары уларҙы, бер битен дә ҡалдырмай өйрәнеп, уҡып сыға. Камил “Техника молодежи” журналында Суворов училищеһында уҡыған малайҙың фоторәсемен күреп ҡала һәм, мин дә шул малай кеүек хәрби училищеға уҡырға китәм, тип хыял ҡора. Ата-әсәһенә, ағайҙарына ла был уйын еткерә. Улар: “Һиңә тырышып уҡырға кәрәк”, — ти. Үҫмергә был һүҙҙәрҙән һуң, әйтерһең дә, ҡанат үҫә: ул “өслө” билдәләрен бөтөрөп, “бишле”ләр генә алып ҡайта башлай. Хәрби училищеға һигеҙенсене бөткәс кенә уҡырға алыуҙарын атаһынан һорашып белә.
Төштәрендә үҙен суворовсылар формаһында күреп уянған малайҙың, үкенескә ҡаршы, хыялы тормошҡа ашмай. Дүртенсене бөтөүгә, атайҙары Жәбир ағай вафат булып ҡала. Әммә Камилдың хәрби хеҙмәткә ынтылышы һүрелмәй. Нисек кенә булмаһын, үҙенең яҙмышын Хәрби-диңгеҙ флоты йә хәрби авиацияға бағышларға ныҡлап ҡарар итә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, тағы ла суворовсылар училищеһына барырға документ әҙерләй, ләкин медицина комиссияһы, күҙҙәре насарайыу сәбәпле, уҡырға юллама бирмәй. Был мәлдә лә егеттең күңеле төшмәй: “Мин барыбер хәрби кеше буласаҡмын”, — ти. Туғыҙынсы класҡа Иманғол мәктәбенә уҡырға килә. Ҡулына урта белем тураһында аттестат алғас та, хәрби училищеға уҡырға бара алмай әле, сөнки рус телен насар беләм, тип уйлай.
Ул бында ла үҙенсә дөрөҫ ҡарар сығара: Магнитогорскиҙа һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Һәләтле егет, һөнәр менән бер рәттән, яҡшы итеп русса белем эстәй, һөйләшергә лә өйрәнә. 1978 йылда Камил Мостафинды әрме хеҙмәтенә алалар. Ярты йыл үтеүгә, бала саҡ хыялы тормошҡа аша: ул – Ачинскиҙағы юғары хәрби диңгеҙ авиация-техник училищеһы курсанты. 1981 йылда лейтенант дәрәжәһендә училищены тамамлай, уға тантаналы рәүештә диңгеҙ кортигы тапшырыла. Артабан уны Ҡыҙыл Байраҡлы Тымыҡ океан флотына ҡараған айырым карап-штурм авиация полкына палуба авиацияһына хеҙмәт итергә ебәрәләр.
Ул “Минск” крейсерында вертикаль күтәрелгән һәм төшкән “Як-38” самолеттарын хеҙмәтләндерә. Карап палубаһынан самолеттар йыл әйләнәһенә осоуын туҡтатмай. Ул хеҙмәте осоронда “Техника молодежи” журналынан ҡарап, һыҙмаларҙы өйрәнеп, планер, йәғни моторһыҙ оса торған аппарат эшләүен хәтерләй. Бының өсөн простынянан ҡанаттар тегеп, саңғыла тауҙан төшкәндә осоу тураһында хыялланған була ул. Әммә үҫмергә осорға насип булмай, тәжрибә етмәгәндер, ахыры. Нимәнелер эшләп еткермәү сәбәпле, ҡолап ҡул-аяғын ауырттырыуҙан уҙмай. Ракета хәрби ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағаһы ярҙамында “ракеталар” эшләүҙәре, уларҙың ҡайһы саҡта уңышлы ғына оса, әммә осоп китә алмай эргәләрендә генә шартлау осраҡтары ла була.
Хәтирәләр, хәтирәләр… Уларҙың осо-ҡырыйы бармы икән?! Уға Вьетнам Социалистик Республикаһының Камрань портында, Йәмәндә Аден портында, Сокотра утрауында, Һиндостанда (Бомбей) булырға тура килә. Уларҙың бында ҡайһы саҡта өсәр айға туҡталып торған саҡтары ла була. 1983 — 1984 йылдарҙа ауыр авианосец “Новороссийск”та Ҡара диңгеҙ флотынан Тымыҡ океан флотына күсәләр. Был ваҡытта улар Мозамбикка, Анголаға, (Руанда портына), Һиндостанға (Мадрас портына) һәм башҡа урындарға инәләр. Хеҙмәт иткән осорҙа бер нисә тапҡыр экватор аша үтергә насип була. Һуңынан Хабаровск крайына күсәләр. Бында улар кәмәләргә ҡаршы “Ту-142” самолеттарын хәрби осоштарға әҙерләй, шулай уҡ сит ил атом һыу аҫты кәмәләрен эҙләү менән шөғөлләнә. Әлбиттә, төрлө сетерекле хәлдәргә лә осрайҙар.
1987 йылда Вьетнамда СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флоты базаһы урынлашҡан Камрань ярымутрауына ебәрәләр. Бында ла сикте боҙған сит ил һыу аҫты кәмәләрен һәм һыу өҫтөндәге караптарҙы эҙләү менән мәшғүл булалар.
1995 йылда Вьетнамдан хәрби ғәскәрҙәрҙе сығара башлағас, Камил Мостафин үҙ хеҙмәтен Камчаткала дауам итә. 1995 йылда майор дәрәжәһендә отставкаға китә. Әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Ул I һәм II дәрәжә “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Рәсәй флотына — 300 йыл”, Вьетнамдың “Дуҫлыҡ миҙалы” һәм башҡа юбилей наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәләл ефете Айһылыу Шәмсун ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр: Айвар ҙа, Руслан да өйләнгән, икеһе лә юғары белемле, эшләп йөрөй. Камил Жәбир улының күргәндәре, башынан үткәндәре үҙе бер китап яҙырлыҡ.
Мостафиндарҙың кесе улы Йәмил дә Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй. Ул 1962 йылдың 26 февралендә Ҡоҙаш ауылында тыуған. Ҡоҙаш башланғыс, Рәсүл һигеҙ йыллыҡ, Иманғол урта мәктәптәрен уңышлы тамамлай. Ҡулына урта белем тураһында аттестат алғас та, Магнитогорск ҡалаһының 104-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ошо дәүерҙә ныҡлап спорт менән шөғөлләнә, парашют менән һикереү секцияһына йөрөй.
1980 йылдың майында уны әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Тәүҙә Копейск ҡалаһына, һуңынан Костромаға киләләр. Йәмил хеҙмәтен Тула дивизияһында хәрби-һауа десант ғәскәре часында башлай. Афғанстанға китер алдынан ойошторолған йыйылма батальонда хәрби әҙерлек үтә. Уларҙы ныҡлап һуғышҡа әҙерләйҙәр. Талап бик көслө була. Был әҙерлектәрҙән һуң, 1981 йылдың сентябрь аҙаҡтарында, уларҙы һуғыш кәрәк-ярағы менән тәьмин итеп, Рязандән Ҡабулға килтерәләр һәм Витебск дивизияһының 350-се парашют-десант полкына билдәләйҙәр. Полк Ҡабул аэродромы эргәһендәге яланда тора.
Һуғыштың тәүге йылдары... Һалдаттарҙың көнкүреш шарттары ҡот осмалы хәлдә: эҫелә лә, һыуыҡта ла 30 – 40-лап кеше хәрби палаткаларҙа йәшәй. Частары Ҡабул эргәһендә булһа ла, улар Афғанстанды арҡыры-буйға йөрөй.
Йәмил Мостафин байтаҡ хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Улар үлемһеҙ, ҡан ҡойошһоҙ үтмәй. Йыш ҡына һыуһыҙ, ҡоро паек менән генә тәғәмләнергә тура килә. Баш күтәрмәҫлек ут аҫтында ҡалған саҡтарын да оноторлоҡ түгел.
Нисек кенә булмаһын, Йәмил Мостафин үҙенең интернациональ бурысын намыҫ менән үтәй. Сит ерҙә, бигерәк тә, һуғыш барған илдә үҙеңдең яҡташтарың менән осрашыуҙың ниндәй оло бәхет икәнлеген Афғанстанда хеҙмәт иткәндәр яҡшы аңлай. Уға Ахун ауылы егете Әҙһәм Зәйнуллин, Учалы ҡалаһынан Константин Ковалевский, Ринат Хәбиров, Юрий Кулаков (мәрхүм), Аҡҡужанан Данил Әхмәтовтар (мәрхүм) менән бер полкта хеҙмәт итергә насип итә. Һәр осрашыу бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ хисе тыуҙыра һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандай булалар. Хеҙмәт иткән полктарынан 1981 йылдың 2 декабрендә Яңауыл районының Максим ауылы егете Диләр Кашаповтың батырҙарса һәләк булыуы яугирҙәрҙе тетрәндерә. Уның тураһында Афғанстанда хеҙмәт итеүселәр барыһы ла ишетә. Ҡаһарманлығы хаҡында хәрби листовка сығарыла. Ҡабул эргәһендәге часта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Уның һәләк булыуын Ахун ауылы егете, элемтәсе Әҙһәм Зәйнуллин үҙ күҙҙәре менән күрә. Ул да Диләрҙең ротаһында хеҙмәт иткән була.
Йәмил Мостафин тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Татарстандың Алабуға ҡалаһында опер-хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән махсус милиция мәктәбен тамамлай. Бында мөхәббәте Диләне осрата. Ул – уҡытыусы-логопед. Улдары Илдар, хәрби училище бөтөп, Волгоградта эшләп йөрөй, ҡыҙҙары Светлана Өфөлә йәшәй, юрист.
Йәмил Жәбир улы белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында юридик институт тамамлай. Учалы ҡалаһы эске эштәр бүлегендә оперуполномоченный булып эшләй. 1995 йылдан милицияның криминаль бүлеге начальнигы урынбаҫары була. Афғанстанда хәрби сынығыу уның киләсәк тормошонда, эшендә ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә. Был дәүерҙә ул Учалы районында урынлашҡан алтын сығарыу объекттарын хеҙмәтләндерә. Уның төп бурысы ҡиммәтле металл урлау осраҡтарын фашлауға һәм ундай хәлдәрҙә табылған сәнәғәт алтынын һаҡлауҙы ойоштороуға ҡайтып ҡала. Әлбиттә, уға һәм иптәштәренә енәйәттәрҙе асыу өсөн ойошторолған оператив һәм иҫкәртеү сараларында һаулыҡтарына, ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янаған сетерекле хәлдәр ҙә була. Бындай саҡта уға үҙ эшенең нескәлектәрен белеүе һәр саҡ ярҙам итә. 90-сы йылдарҙа милицияның криминаль хеҙмәтенең башында торған ир-уҙаманға үтә лә ауыр енәйәт эштәрен асырға насип була. Был йәһәттән уның егерме йылдан ашыу эш стажы бар. 2003 йылда подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға һәм район судына эшкә күсә. Әле ул — район суды администраторы.
Йәмил Жәбир улы “Яугир-интернационалсыға — рәхмәтле афған халҡынан”, “Яугир-интернационалсыға”, “СССР Хәрби көстәренә 70 йыл”, “Афғанстандан СССР-ҙың хәрби ғәскәрҙәрен сығарыуға — 25 йыл”, “Һуғыш хәрәкәттәре ветераны” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлыҡтарының рәхмәт хаттарына, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.

Учалы районы,
Сәфәр ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523