Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азатлыҡ өсөн көрәш
Азатлыҡ өсөн көрәшСовет власының Башҡорт автономияһын юридик яҡтан таныуы башҡорт халҡы тарафынан ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителә. Был, ысынлап та, башҡорттар тормошонда ғәйәт ҙур ваҡиға була. Социаль-иҡтисади юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү, милли мәҙәниәтте күтәреү, башҡорттарҙы берләштереү, туплау өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.


Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Совет дәүләтенең Башҡортостан автономияһын таныуы халыҡ-ара билдәлелек ала. Быны 1920 йылдың март айында БАССР-ҙың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа билдәле Һиндостан мосолман йәмәғәт эшмәкәрҙәре – Көнсығыш халыҡтарын Көнбайыш илдәрҙең колониаль иҙеүенән азат итеү идеяһы менән янып йөрөүсе Мәүләүи Бәрәкәтулла менән Ғәбделбәрҙең килеүе раҫлай. Ошо хаҡта Ә. Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”ендә телгә алып үтә. “Һинд ҡунаҡтары Урал тауҙары араһында ислам дәүләте төҙөлөүгә ҡыуанды. Улар “Башҡортостан бар Төркөстан территорияһындағы мосолман дәүләтенең үҙәге буласаҡ” тип ышана ине. Ошо күҙлектән сығып, коммунистар менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙерҙәр ине” тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди. Ул һинд ҡунаҡтарына “Ҡөрьән менән коммунизмды бәйләү үҙе үк гонаһ һәм Советтар менән һөйләшеүҙәр алып барғанда динде ҡыҫтырмаҫҡа кәрәк” тигән кәңәш бирә. Шулай уҡ ҡаҙаҡ яҙыусыһы һәм ҡаҙаҡ милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы Мөхтәр Әүәзов та Башҡорт автономияһының барлыҡҡа килеүенә ҙур баһа бирә: “Дөм ҡараңғылыҡ осоронда Башҡортостан беҙгә төньяҡ йондоҙ булып күренде...” – ти ул. Шулай итеп, мил­ли хәрәкәтте Октябрь революцияһына тиклем үк етәкләгән һәм марксистик идеологиянан йыраҡ булған башҡорт эшмәкәрҙәре Башҡортостан автономияһын иғлан итеүгә өлгәшә. Аңлашылыуынса, Үҙәк Совет власына, шул иҫәптән В. Ленинға башҡорт хәрәкәтенең лидерҙары оҡшап етмәй. Большевиктар уларҙы “буржуаз эшмәкәрҙәр”, милләтселәр тип иҫәпләй һәм килешеүҙе лә ваҡытлы күренеш итеп кенә ҡарай.
Рәсәй составындағы Башҡортостан­дың милли дәүләтселек төҙөлөшөнөң хоҡуҡи нигеҙҙәре 1917 йылдың 15 ноябре менән даталанған 2-се фарманда, 1920 йылдың 20 мартындағы Башҡорт хөкүмәте менән Совет власы араһындағы Килешеүҙә һәм БАССР-ҙың 1925 йылдағы Конституцияһында һалына. Был документтар һынылышлы революцион осорҙа беҙҙең төбәктәге халыҡтарҙың демократик үҫеш өсөн көрәше генә түгел, шулай уҡ милли мәсьәләне цивилизациялы юл менән хәл итергә тырышыуы өлгөһө лә.
Улар (был документтар) федерализ­м­дың бер нисә положениеһын нығыта. Унан һуң үрҙә телгә алынған документта автономия лидерҙарының сепаратизм хәлен тыуҙырмаҫҡа тырышыуҙары ла асыҡ аңлашыла. Киреһенсә, Башҡорт хөкүмәте ағзалары автономия һәм Үҙәк власть араһында тарихи, иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙең тығыҙ булыуын күрә һәм уларҙы өҙөргә теләмәй. Шулай итеп, Башҡорт­остандың милли дәүләтселеге статусына рәсмиләштерелгәндә үк федерализм элементтары һалына. Улар (федерализм элементтары), совет дәүләтенең конституцион үҫеш тарихы күрһәтеүенсә, үҙҙәрен аҡлай, легитим була һәм конституционализм принциптарына ҡаршы килмәй. Шуға күрә лә федерализм, күп милләтле дәүләттең демократик үҫеш моделе булараҡ, бөгөнгө Рәсәйҙең Төп законының беренсе статьяһында нығытылған.
Башҡорт халҡы үҙ милли дәүләт­селеген – Башҡортостан автономияһын төҙөүгә оҙайлы азатлыҡ көрәше һөҙөмтәһендә өлгәшә. Был башҡорттар һәм урыҫ булмаған башҡа халыҡтар өсөн мөһим тарихи ваҡиға була.
Бөтөн үҙәк һәм урындағы баҫмалар Килешеү хаҡындағы актты баҫтырып сығара. Митингтарҙа һәм йыйылыш­тарҙа, ауыл сходтарында һәм кәңәшмәләрҙә был актты яҡлаған резолюциялар һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Совет Башҡортостанының иғлан ителеүе автономиянан ситтә йәшәгән, бигерәк тә Өфө губернаһында тороп ҡалған башҡорттар араһында ҙур теләктәшлек таба. Билдәле инглиз педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре Вильям Гуд менән әңгәмәһендә Ленин: “Большевиктарҙың һәм совет власының принциптарының береһе – бәләкәй халыҡтарҙың үҙаллылығын таныу ул”, – тип белдерә. Миҫал итеп Башҡорт республикаһын таныуҙарын килтерә.
1917 йылда төҙөлгән Башҡорт шураһы Октябрь революцияһынан һуң большевиктар менән элекке властың бәрелешкә инәсәген, “Башҡорт­остандың хаҡһыҙ рәүештә дошман­лашҡан яҡтарҙың хәрби хәрәкәттәре театрына әйләнеүе ихтимал” икәнен аңлай. Ошо сәбәпле, “Башҡорттар бер-береһенә ҡаршы һуғышырға тейешме?” тигән һорау биреп, Шура ағзалары үҙҙәре үк: “Юҡ, улай булырға тейеш түгел, сөнки беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел. Беҙ – башҡорттар. Беҙ кемдәр яғында булырға тейешбеҙ? Бер кем яғында ла түгел. Беҙ – үҙ яғыбыҙҙа. Был бәхәсле мәсьәләләргә беҙҙең бер ҡыҫылышыбыҙ юҡ”, – тип яуап бирәләр. “Һәр милләт үҙен һаҡларға тейеш, иң яҡшы сара – башҡорт халҡының власты үҙ ҡулына алыуы, халыҡтың үҙ яҙмышын үҙе хәстәрләүе, йәнде, ҡанды үҙ көстәре менән һаҡлауы”, – тигән һығымта яһала Фарманда.
Идея-сәйәси яҡтан башҡорттар үҙбилдәләнеш хоҡуғы өсөн көрәшә. Был хоҡуҡ бөгөнгө көндә донъя йәмәғәтселеге тарафынан рәсми рәүештә танылған халыҡ-ара норма булып тора. Үҙбилдәләнеш хоҡуғы, башҡорт милли хәрәкәте үткәргән съездарҙан күренеүенсә, Башҡорт­остандың Рәсәйҙән айырылыуын аңлатмай. Киреһенсә, башҡорттар өсөн үҙбилдәләнеш Рәсәй составында, автономия формаһында ғына мөмкин булыуы билдәләнә. Шуны ла әйтергә кәрәк: һуңынан башҡа милли автономиялар Башҡортостан өлгөһөндә төҙөлә.
Шулай итеп, Башҡорт милли хәрәкәте үҙбилдәләнеш өсөн көрәштә Ҡаҙағстан һәм Урта Азия халыҡтарына юл күрһәтеүсе йондоҙ була. Әлбиттә, бөгөнгө көндә был ваҡиғаның, был датаның әһәмиәте баһаланып етмәй. Асылында, федерализм (СССР ысынбарлыҡта унитар дәүләт булыуға ҡарамаҫтан) 90-сы йылдарҙа дәүләт тарҡалғанда ҙур ҡан ҡойоштар башланмауына (1917 йылдағы унитар империалистик Рәсәйҙән айырмалы рәүештә), ә РСФСР-ға ҡараған милли территориаль берәмектәрҙе низағһыҙ һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.


Автор: С. Нәзиров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 731

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 736

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 876

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 029

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 866

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 831

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 848

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 112

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 150

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 264

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 242

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 218