Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кредит түләр өсөн кредит алһаҡ...
Йыш күҙәтергә тура килә: банктан кредит алып күпмелер ваҡыт уҙғас, ошо уҡ бурысты түбәнерәк процент менән бирә башлауҙары асыҡлана. Һәм, әлбиттә, яңынан кредит алып тегеһен – ҡыйбатырағын – түләп ҡуйыу һәм артабан арзаныраҡ бурыс менән йәшәү теләге уяна. Мөмкинме был? Отошломо?


Былтыр ипотека баҙарында кредит шарттарын үҙгәртеүҙе, йәғни ҡыйбат кредитты осһоҙорағына алмаштырыу мөмкинлеге күп рекламаланды. Ипотекалы торлаҡты кредитлау агентлығы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, әле ғәмәлдә булған килешеүҙәр 12-14 процент нигеҙендә төҙөлгән, былтырғы йыл аҙағында иһә был күрһәткес 9,5 процентҡа төшөрөлдө. Ошо уҡ Агентлыҡ күҙаллауынса, быйыл ипотека кредиттарының кәмендә биштән бер өлөшө рефинанслау кисерәсәк, йәғни кредит өсөн проценты түбәнәйтеләсәк. Ә алдағы өс йылда банктарҙың ипотека “портфеле” тулыһынса рефи­нансланасаҡ йәки ваҡытынан алда түләп бөтөрөләсәк.
Тимәк, ипотека хаҡы уртаса баҙар кимәленән бер нисә процентҡа юғары булғанда, рефинанслау һорап мөрәжәғәт итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Шул Агентлыҡ иҫәпләп күрһәтеүенсә, кредит хаҡы өс-дүрт пунктҡа түбәнәйгәндә, уның өсөн уртаса түләү кимәле лә 20-25 процентҡа аҙаясаҡ. Әйтәйек, кредит суммаһы 1 миллион 700 мең һум тәшкил иткәндә һәм ставка 13 проценттан 9,25 процентҡа төшкән осраҡта аннуитет түләүе (бөтә кредитлау осоро буйынса ай һайын бер үк сумма түләнеп барыуы) 21 мең 500 һумдан 17 мең 800 һумға төшә. Ғаилә ҡаҙнаһы өсөн ярайһы уҡ ҙур экономия, әлбиттә. “Иҫәп-хисап раҫлауынса, хатта процент кимәле 0,5 процентҡа ғына кәметелгән хәлдә лә рефинанслау ысулы отошло, – тип ышандыра Агентлыҡ. – Ул ике шарттан ғибәрәт: беренсенән, айлыҡ аннуитет түләү аҙая, икенсенән, кредит өсөн дөйөм өҫтәмә сумма кәмей”.
Дөрөҫ, кредитты түләп бөтөрөү аҙағына яҡын­лашҡан икән, рефинанслауҙың отошо юҡ, сөнки был ваҡытта кредиттың ҡалған өлөшөн төп бурыс ҡына тәшкил итә, йәғни процент ҡалмаған һәм уны үҙгәртеүҙең дә фәтүәһе юҡ. Бурыстың яртыһы йәки унан да ашыуырағы әле түләнмәгән икән, тимәк, рефинанслау аша уны кәметеп ҡалырға була. Бының өсөн әле ипотека түләгән банкка барып процентты үҙгәртеүҙе һорарға кәрәк. Әгәр ҙә банк риза икән, ғәмәлдәге килешеүгә ярашлы рефинанслау яһарға мөмкин йәки яңы килешеү (ғәмәлдәге кредитты ҡаплау өсөн яңыһын алыу) төҙөргә була.
Шулай ҙа, эксперттар раҫлауынса, иң ҡулайлы­һы – түбәнерәк процентлы яңы кредитты икенсе банк бүлексәһенә барып алыу, был осраҡта бөгөн­гө банктың ризалығы талап ителмәй. Бында шуныһы ла бар: яңы кредит өсөн ҡабаттан документтар йыйырға кәрәк. Уныһы өсөн 10-15 мең һум самаһы түләргә тура киләсәк. Әммә белгестәр шулай тип ышандыра: был өҫтәмә сығым ярты йыл самаһы ваҡыт эсендә үҙен аҡлаясаҡ. Элекке банк ҡалған бурыстың суммаһы тураһындағы белешмәне һәм иҫәптең реквизитын бушлай бирергә тейеш.
Рефинанслауҙан баш тартыуҙары мөмкинме? Был шарт ипотека кредитын беренсе тапҡыр алғандағы кеүек: быға саҡлы булған кредит тарихы “бысранған”, йәғни бурысты түләүҙе йыш ҡына тотҡарлағанһығыҙ икән, банк һеҙҙең һорауҙы кире ҡағасаҡ. Әле түләнеп килгән кредитта өҙөклөккә юл ҡуймағанһығыҙ икән, баш тартырға ла сәбәп юҡ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә