Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Банктың аҡсаһы иҫәпһеҙ була икән
Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы 31 йәшлек ҡатынға ҡарата асылған енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Банк хеҙмәткәре айырыуса ҙур күләмдә аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә.

Ҡатын 2015 йылдан 2017 йылға тиклем “Социнвестбанк” акционерҙар йәмғиәтенең банк операцияларын оҙатыу бүлеге белгесе булып эшләй. Ул клиенттарҙың аҡсаһын күсергәндә түләүҙәргә һалынған банк комиссияһы күләмен электрон документта кәметеп, үҙенә лә өлөш сығарған. Үҙләштергән аҡсаны туғандарының иҫәбенә күсереп барған. Хеҙмәткәрҙең законһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында, банкка дүрт миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән.
Ҡатын үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм 280 мең һумды кире ҡайтара. Тик хәҙер терһәген тешләргә әҙер булһа ла, һуң инде, был енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Бөтмәҫ “финанс
пирамидалары”


Египет пирамидалары һоҡланыу тыуҙырһа, үҙебеҙҙә әленән-әле барлыҡҡа килгән “финанс пирамидалары” бер ҡатлыларҙы, тиҙ байырға теләгәндәрҙе тишек күреккә ултыртҡан яуызлыҡ сығанағы булып һынлана.

Осона сығырлыҡ түгел шул уларҙың, ямғырҙан һуң үҫеп сыҡҡан бәшмәк кеүектәр. Яңыраҡ республика прокуратураһының алдаҡ юл менән халыҡты талаған өс кешегә ҡағылышлы сираттағы енәйәт эшен судҡа тапшырыуы ошоно раҫлай. Өфө һәм Күмертау ҡалаларынан 29–40 йәштәрҙәге өс әҙәм айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа, енәйәт юл менән алынған килемде законлаштырыуҙа ғәйепләнәләр.
Тикшереүселәр фаразы буйынса, улар 2013 йылда “РостКапитал” кредит ҡулланыусылар кооперативы булдыра. Клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн республиканың ете ҡалаһының үҙәгендә ҡуртымға офистар алып, реклама эшен йәйелдерәләр. Әшнәләр, аҡсаһын һаҡлауға һалғандарға 18-36 процентҡа тиклем килем вәғәҙә итеп, граждандар менән килешеү төҙөй. Ҙур килем килтергән бизнесҡа инвестициялар һалып, килем алырға вәғәҙә итәләр. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре бер ниндәй ҙә эшмәкәрлек алып бармай.
Ғәмәлдә иһә ойошма “финанс пирамидаһы” буйынса эшләй: яңы клиенттарҙан килгән аҡсанан граждандарға проценттар түләйҙәр. Ойошманан аҡсаны сығарыуҙы еңеләйтеү һәм күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатында “Башстрой” торлаҡ-төҙөлөш кооперативын ойошторалар. Бизнестары бик уңышлы бара, өс йыл ваҡыт эсендә улар 204 граждандың 32 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлай. Уларҙың бер өлөшөн Өфө һәм ҡала янында ер алыу, торлаҡ йорттары төҙөү һәм һатыу килешеүҙәре аша законлаштыра.
Ниһайәт, тәртип һаҡлау органдары уларҙың эҙенә төшөп, енәйәт эшен судҡа тапшырыуға өлгәште. Зыян күреүселәргә юғалтыуҙарҙы ҡайтарыу маҡсатында, мутлашыусыларҙың 22 миллион һумлыҡ мөлкәтенә – автомобиль һәм башҡа милектәренә арест һалынған.

Тәбиғәт парктарын
кадастр иҫәбенә ҡуйырға


Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ҡануниәт үтәлешен тикшереп, “Ҡандракүл”, “Асылыкүл”, “Ирәмәл”, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт парктарының һәм 27 дәүләт тәбиғәт заказниктарының сиге Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерелмәүен асыҡлай.

Сиктәргә дәүләт иҫәбе алып бармау айырыуса һаҡланған биләмәләрҙе маҡсатһыҙ файҙаланыуға, шулай уҡ һаҡлау тәртибен боҙоуға килтереүе бар. Ошонан сығып, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы яуаплы ведомстволарҙан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе, 12 айҙа тәбиғәт ҡомартҡыларының сиктәрен кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә. Суд иһә күҙәтеү органы талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән.

Тарифтарҙы
ауыҙлыҡларға була


Бөрө район-ара прокуратураһы урында йәшәгән ҡатындың ялыуы буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, белдерелгән ризаһыҙлыҡтың нигеҙле булыуын асыҡлай.

“Башкоммунводоканал” йәмғиәтенең бүлексәһе былтырғы йылдың авгусынан ҡалаға һыу биреү һәм халыҡты һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү буйынса эш башлай. Был хеҙмәттәр өсөн хаҡты үҙаллы билдәләй. Етмәһә, ҡануниәтте боҙоп, ставканы Башҡортостан Республика­һының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән килешмәйенсә ҡуя.
Район-ара прокуратура был факт буйынса ойошмаға һәм уның етәксеһенә административ эш ҡуҙғата. Законды һанға һуҡмау улар өсөн ҡиммәткә төшкән – 100 мең һум күләмендә штраф һалғандар. Прокуратура эшмәкәрлегенән һуң ойошма тарифтарҙы ҡануниәткә ярашлы раҫлай.

Барыбер тотоласаҡһың бит

Енәйәт яуаплылығынан ҡасып буламы икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, ә мин “юҡ” тип әйтер инем. Бәлки, кемдер ошо һығымтаны йылмайыу аша ла ҡабул итәлер. Әммә тормоштағы ваҡиғалар кешенең ҡасан да булһа ҡылған эштәре өсөн яуап биргәнен раҫлай. Түбәндәге хәл – ошоға ябай бер миҫал.

Хәҙер яңы автомобилде кредитҡа алыу анһат: барҙың, алдың һәм машиналы булдың. Әлбиттә, еңел фекер йөрөткәндәр өсөн генә ул еңел. Ә бына ай һайын кредит түләү, ваҡытында ҡайтармаһаң, банктарҙың, суд приставтарының һәм башҡаларҙың эҙәрлекләүенә тарыуың ихтималлығы тураһында уйлаһаң, күңелһеҙ күренеш күҙ алдына баҫа.
Сығышы менән Сибай ҡалаһынан булған 28 йәшлек ир ҙә әшнәләре менән таныш ҡатындан үҙ исеменә кредитҡа автомобиль алыуға күндергәндә һәм аҙаҡ алдап ҡасҡанда ошо кире яҡтар тураһында онотҡандыр, күрәһең.
Был хеҙмәт өсөн ҡатынға 180 мең һум аҡса бирергә һәм банк менән дә эште көйләргә вәғәҙә итәләр. Әммә 334 мең һумлыҡ “Lada Priora” автомобилен ҡулға төшөргәс, уларҙан ел иҫә. Банк та ҙур зыян күрә. Етмәһә, мутлашыу­сылар транспорт сараһын сит кешегә һата.
2013 йылдан егет тикшереү органдарынан йәшенә һәм ҡасып йөрөй. Ир: “Бәлки, оноторҙар...” – тип уйлағандыр. Шулай булмаһа, Мәскәүҙән Өфөгә самолетта ҡайтып төшөр инеме ни? Ә тәртип һаҡлау органдары уны онотмаған, аэропортта ҡаршы алғандар.
Әле енәйәт эше тамамланған, прокуратура ғәйепләүҙе раҫлаған. Егет айырыуса ҙур күләмдә уғрылыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519