Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуығайҙа, йөҙ йыл элек Рәсәй. Ғинуар. Ваҡиғалар
Һыуығайҙа, йөҙ йыл элек Рәсәй. Ғинуар. ВаҡиғаларҺәр нәмә ваҡыты менән ҡыҙыҡ, тиҙәрме әле? Ысындан да, ил, йәмғиәт, айырым шәхестәр өсөн ҙур ҙа, ғәйәт мөһим булып күренгән бәғзе бер хәл-ваҡиғалар аҙ ғына ваҡыт үтеүгә онотола, үҙенең әһәмиәтен юғалта. Йә, киреһенсә, бөгөн күҙгә эленмәгән нәмә, ҡолаҡҡа салынмай ҙа үткән хәбәр, ҡалын тупраҡты ярып сыҡҡан үҫенте һымаҡ, йылдар ҡатламын аҡтарып йәнә ҡалҡа, йылдар төпкөлөнән ҡаҡлыҡҡан шаңдауға оҡшап, яңы яңғыраш, яңыртылған мәғәнә ала. Ғөмүмән, Ватаныбыҙ тарихының һәр мәле, ниндәй генә булһа ла ғәмәле бөгөн ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә. Шуға күрә, йыбанмаһағыҙ, Рәсәй-илебеҙҙең быуат элгәре, айырым алғанда, ғинуар айында, кисергәндәренә бер барып әйләнәйек.

1918 йылдың башы, һыуығайға тап килһә лә, ярһыулы, сәйәси буталсыҡтар менән тулы булған. Былтырғы февраль инҡилабы ҡуҙғытып ебәргән ҙур ил һис тынысланаһы түгел, сөнки Петроградта, Мәскәүҙә, Киевта, бүтән ҙур ҡалаларҙа төрлө сәйәси көстәр дәртләндереп торған болалар, законлы хөкүмәттең булдыҡһыҙ­лығынан, хакимлыҡҡа ынтылыусы әтрә­гәләмдәрҙең баймабашлығынан дарман алып, Рәсәй дәүләтселеген емереүгә һис ҡурҡыу белмәй тотонған. Тәртип тә, закон да онотолған. Ғинуар башында Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе ултырған автомашина һөжүмгә дусар була. Унда Швейцария социаль-демократы Фриц Платтен йәрәхәтләнә.
Октябрь инҡилабынан аҙаҡ һәм уға тиклем дә большевиктар оҙайлы ғына ваҡыт Учредителдәр йыйылышын саҡы­рыу яғында булып һәм, бер үк ваҡытта “Бөтөн власть — Советтарға!” тигән лозунгты алға ҡуйып, һайлауҙар уларға күпселекте тәьмин итер һәм законлы ошо юл менән власты Советтар ҡулына тап­шырырға мөмкин булыр, тип өмөтләнгән. Һайлауҙар һөҙөмтәһендә Учредителдәр йыйылышы депутаттарының 17 процентын буржуаз фирҡәләр, 24-ен большевиктар, ауыл халҡының мәнфәғәттәрен, йәнәһе, яҡлаусы меньшевиктар 40 проценттан күберәк тауыш йыйып, еңеп сыға һәм улар, социалистар менән берләшеп, Учредилкала етәкселекте яулай һәм хатта Хөкүмәт төҙөү хоҡуғын ала.
Советтар менән Учредителдәр йыйылышы араһындағы бәрелештең ҡотолғоһоҙ булыуын һәр кем аңлай. Беренсе йыйылышта 715 депутаттың 410-ы ҡатнаша һәм унда, Бөтөн Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) исеменән Яков Свердлов сығыш яһай һәм Учредителдәр йыйылышына Совнарком ҡабул иткән декреттарҙы күтәрмәләргә саҡыра. Эсер-меньшевик­тарҙан торған күпселек әлеге мәсьәлә­ләрҙе ҡарауҙан баш тартҡас, большевиктар менән һул эсерҙар ултырыштар залынан сығып китә.
Ҡалған депутаттар фекер алышыуҙы туҡтатмай, Рәсәйҙе “Рәсәй Демократик Федератив Республикаһы” тип иғлан итеү тураһында ҡарар сығарыла, ер хаҡында закон раҫлана, ләкин шул саҡ Таврический һарайы коменданты, Балтик флоты матросы, большевиктар яғына сыҡҡан анархист Анатолий Железняктың: “Залды хәҙер үк бушатыуығыҙ һорала. Ҡарауыл арыны!” тигән тарихҡа инеп ҡалған һүҙҙәре яңғы­рай. Әйтеүҙәренсә, ошоноң менән рус демок­ратияһы үлтерелә. Йыйылыш ҡыуып таратыла.
Ҡыҙыл әләмдәр тотоп, Учредителдәр йыйылышын ғәмәлдә тарҡатыуға ризаһыҙ­лыҡ белдерергә сыҡҡан эшселәр демонс­трацияһы Ҡыҙыл гвардия тарафынан атыла. Максим Горький үҙенең “Новое время” гәзитендә уны 1905 йылдың 9 ғинуары менән тиңләй. Ә теге дан алған Железняк-матрос 1919 йылда Граждандар һуғышында башын һала.
Парламентты пыран-заран килтергән­дең икенсе көнөнә, 7 ғинуарҙа, профсоюз­дарҙың I съезы асыла. Бында инде төрлө һөнәри берекмәләрҙә теркәлгән 2,6 миллиондан күберәк эшсе һәм хеҙмәткәр­ҙәрҙең вәкилдәре йыйыла, хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 416 делегаттың 273-ө большевиктарҙан була. Съезда профсоюздарҙың бурыстары, көндәлек эштәре һәм ойошторолоу рәүеше йәһә­тенән ҡыҙыу бәхәстәр ҡуба. Большевиктар “профсоюздарҙы дәүләт ҡарамағына ҡалдырыу”, йәғни дәүләт структураларына буйһондороу лозунгыһын күтәрә. Һул эсерҙар иһә профсоюздарҙы Советтарға буйһондорорға тәҡдим итә. Меньшевиктар менән анархо-синдикалистар, профсоюздар пролетариаттың синфи көрәшендә “ирекле һәм мөстәҡил берекмәләр булып ҡалырға тейеш” тип иҫәпләй. Съезда большевиктарҙың профсоюздар эшмәкәр­легенә ҡарата дәүләт сәйәсәтенең башлан­ғыс төп йүнәлештәре билдәләнә. Был аҙағыраҡ уларҙың башкөллө дәүләт власы органдарының буйһоноуына килтерә.
Ғинуар, ысындан да, ошондай мөһим йыйындарға бай булған икән. 10-18 ғин­уарҙа Петроградта эшселәр һәм һалдат депутаттарҙың 3-сө Бөтә Рәсәй съезы үтә. Яков Свердлов менән Владимир Лениндың отчеттарынан һуң съезд Хеҙмәтсәндәр һәм иҙелгән халыҡтар хоҡуҡтары тураһында декларация ҡабул итә. Был документ менән Рәсәй эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары Советы Республикаһы тип иғлан ителә. Үҙәктә һәм урындарҙа көллө власть Советтар ҡулына бирелә. Рәсәй Совет Республика­һы азат милләттәрҙең ирекле союзы нигеҙендә милли совет республикала­ры­ның федерацияһы итеп булдырыла. Съезд шулай уҡ ВЦИК-ҡа РСФСР Конституция­һының төп положениеларын әҙерләүҙе йөкмәтә. Ул, мәғлүм булыуынса, ошо уҡ йылдың 10 июлендә, йәғни Советтарҙың 5-се Бөтә Рәсәй съезында раҫлана.
1917 йылдың декабрендә башланған Брест – Литовск солохо тураһындағы һөйлә­шеүҙәр ғинуарҙа ла дауам итә һәм, Гер­манияның самаһыҙ һәм ҡаты талаптары арҡаһында, улар өҙөлә, немецтар һуғышты ҡабаттан башлай һәм Рәсәй Республикаһы ғәҙел булмаған килешеүҙе имзалауға мәжбүр ителә.
Ғинуарҙа йөҙ йыл элек бойомға ашы­рылған ғәмәлдәрҙән сиркәү тураһында декретты, Ҡыҙыл Армияны булдырыу, хосуси банктарҙы конфискациялау һәм сауҙа флотын национализациялауға ҡағылышлы документтарҙы айырып күрһәтергә мөм­киндер. Ҡыҫҡаһы, йәшәргә, үҫергә, нығы­нырға тырышҡан дәүләт, ялдарын онотоп, байрамдарын ситкә ҡуйып, бар булмышын эшкә егә. Йөҙ йыл әүәлге сәйәси һәм иҡтисади хәлдәр, әлбиттә, хәҙерге менән сағыштырыла алмай, әммә, төпкөл асылда, йыйнаҡлыҡ, кәйеф-сафала сама белеү, яуаплылыҡ төшөнсәләре үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш булыуы шик тыуҙырмай.

Рубриканы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519