Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һауаларға уҡ сойорғоттом...
Һауаларға уҡ сойорғоттом...Тәбиғәтенең төрлөлөгө Башҡортостанды бүтәндәрҙән ныҡ ҡына айырып тора, хатта өҫтөн итә. Мәҫәлән, шаулап торған ҡарурман менән маҡтана алабыҙ, теләйбеҙ икән, түбәһе болоттарға тейгән мәғрур тауҙарҙы күрһәтәбеҙ, күҙ күреме етмәҫлек ялан-ҡырҙар ҙа – ғорурлығыбыҙ. Улай ғына ла түгел, тәбиғәт күркен тойор өсөн бер һауаһын һулау етә, тигән шикелле, ошо күркәмлектә рәхәт сигеү маҡсатында республикабыҙға сит тарафтарҙан күп ағылалар, шулай уҡ унда төрлө саралар даими үтә, миҙгелдең ниндәйе булыуға ҡарамаҫтан. Миҙгел тигәндән, нәҡ керәшен һыуыҡтары тамамланғанда хозур тәбиғәт ҡосағында үҙенсәлекле байрам уҙасаҡ. Дөрөҫөрәге, Бөрйән районының Һарғая ауылы 27 ғинуар (шәмбе) ҡунаҡтарҙы “Урал батыр” байрамына саҡыра. Ойоштороусылары – “Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы” федераль дәүләт учреждениеһы, Бөрйән районы хакимиәте, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, “Мәргән уҡсы” ойошмаһы. Ошо турала мәғлүмәт алыу өсөн “Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы” учреждениеһы директорының фән һәм экология-ағартыу эштәре буйынса урынбаҫары Марс НӘБИУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– Бер тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, әлеге байрам танылыу яулап та өлгөрҙө, уның тура­һында йыш һорашалар. Нин­дәй ҙә сараға кешеләрҙе күп йәлеп итеү өсөн уға яңылыҡ өҫтәү зарур. Килешәһегеҙме ошо фекер менән?
– Беренсенән, тәүҙә ул беҙҙең район эсендә генә уҙғарылһа, сираттағыһына иһә дәртле Баймаҡ һәм Әбйәлил кеүек күрше райондар вәкилдәре лә са­ҡырылды. Икенсенән, төрлөлөктән кем туйған тигәндәй, баймаҡтар сәмле ылаҡ уйынын сәхнәләштерәсәк. Шағир һәм батыр Салауат Юлаевтың шиғы­рында, һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом, тип яҙғанса, мәргәндәрҙе уҡ атыу урыны берләштерер. Бәйгелә ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа айырым көс һынашасаҡ, жюри шулай уңай тип тапты. Башҡорттоң борон-борондан ғәйрәтлектә алдынғылыҡты бирмәүен күҙҙә тотоп, суҡмар (ауырлығы 16 килограмға тиң) ырғытыуҙы индерҙек. Күңелле ары тартыш-бире тартыш та халыҡты йыйыр тип уйлайбыҙ. Халыҡ телендә был уйын килен-ҡәйнә тартышы тип тә атала. Һәр кем үҙенең яғына, тимәк, ҡәйнә лә, килен дә икәү, тартасаҡ. Шулай уҡ таяҡ тартыш конкурсы ла бар, ике кеше ҡапма-ҡаршы ултырып таһыллығын күрһәтә. Ә инде көрәш һәм ат сабышы тураһында телгә алыу артыҡ. Төрлө уйындар ҡыҙыу барған мәлдә “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлаусы йәки уҡыусыларҙы сәхнәлә көтәләр...
– Улай булғас, ҡышҡы уйынды йыл һайын “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына әҙерлек тип ҡарау дөрөҫмө? Бәлки, үҙенә күрә бәләкәй һабантуйҙыр. Ни тиһәң дә, көрәш, ат сабышы программаны байыта...
– Тәүгеһенән бигерәк, ысынлап та, икенсеһе әҙме-күпме һабантуйҙы хәтерләтә. Уйлап ҡараһаң, әллә күпме халыҡты йыйған милли көрәш ҡайҙа бара? Әлбиттә, йомшаҡ урында. Был осраҡта ҡар өйөмө келәмде алмаштыра. Шул уҡ ваҡытта ата-бабала­рыбыҙ атты ҡасан өйрәткән? Һүҙ ҙә юҡ, ҡыш уртаһында, көрттә. Таҡыр юлда тай әллә ҡайҙа алып ҡасыр йәки өҫтөнән быраҡтырыр шунда уҡ.
– Марс Ишдәүләт улы, спорт ярыштары белемгә әйҙәү, фольк­лорҙы өйрәнеү, мәҙәниәткә ылыҡ­тырыу, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы һәм сувенирҙарҙы пропагандалау кеүек тәрбиә алымдары менән үрелеп бара. Был иғтибарҙы төрлө яҡҡа йүнәлтеүгә килтермәйме?
– Һис кенә лә улай түгел, киреһенсә, бер-береһен байыта улар. Халыҡҡа тамаша ҡылыу һәм ялын файҙалы шөғөлдәргә бағышлау өсөн һайлау мөмкинлеге ҙур. Өфөнән филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева саҡырылған, мәшһүр әҫәребеҙҙе яттан һөйләү буйынса ғалимәнән оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ йәше лә, ҡарты ла. Әйткәндәй, ҡышҡы байрамда 16 йәштән өлкәндәр ҡат­наша. Өҫтәүенә Бөрйәндән билдәле ҡумыҙсы Рәмил Вәлиев тә ҡумыҙҙа уйнау серҙәре менән бүлешәсәк. Сувенирҙар һатыу ҙа ҡаралған.
Һарғаялар иһә бишбармаҡ, ҡаҙылыҡ, ҡорот, ҡымыҙ ише милли аш-һыу тәҡдим итәсәк ҡунаҡтарға. Самауырҙан сәй эсергә кем баш тартһын! Ҡыҫҡаһы, бар уңайлыҡтар ҙа хәстәрләнгән. Иркен майҙандың уртаһына яғылған усаҡ һәр кемде һәр йәһәттән дә йылытырына тамсы ла шигем юҡ. Хәйер, кемдеңдер өшөп тороуын күҙ алдына килтерә алмайым, һәммәһе лә ни менәндер мәшғүл буласаҡ. Килегеҙ байрамға, Бөрйән ҡапҡаһы һәр кемгә асыҡ.


Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523