Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухиәтебеҙ өсөн әһәмиәтле
Рухиәтебеҙ өсөн әһәмиәтлеНефтекама ҡалаһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына һәм Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәли­диҙең тыуыуына 127 йыл тулыуға ар­налған төбәк ғилми-ғәмәли семинар үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төньяҡ төбәк-ара берләшмәһе рәйесе Рәйес Исмәғилев белдереүенсә, күренекле шәхестәрҙе ололау үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн бигерәк тә кәрәк.
Сарала журналист, дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов, “Башҡортостан дәүләт Китап палатаһы” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Азат Ярмуллин, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйет­батталов, шулай уҡ Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Ҡаланың 12-се, 13-сө мәктәптәрендә, башҡорт гимназияһында “Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы” темаһына асыҡ дәрестәр (уҡытыусылар – Эльза Хәсәнова, Надежда Ирдуганова, Зөлфиә Ғәзизуллина, Александр Пономарев, Гөлназ Ғарипова) үтте, 12-се мәктәптә – “Тыуған Башҡортостаным” (уҡытыусы – Әл­фирә Әхмәтшина), 13-сө мәктәптә – “Баш­ҡорт­остан – дуҫлыҡ һәм татыулыҡ иле” (уҡы­тыусылар – Рита Ямаева, Ләйлә Кәлимуллина), башҡорт гимназияһында “Халҡымдың затлы улы” (уҡытыусы – Гөлсәсәк Яҡшығолова) тип аталған кластан тыш сараларҙа ла ҡатнашты ҡунаҡтар.
Уҡыусыларҙың әүҙемлеге иғтибарҙы тартты. Был иһә, үҙ сиратында, уларҙың тыуған төйәгенең тарихын тәрән белеүен, уның менән ҡыҙыҡһыныуын, телен ихтирам итеүен, милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереүен иҫбатлай. Йәш быуындың рухи ҡиммәттәребеҙгә битараф булмауы ҡыуаныслы.
Пленар өлөштә З. Тимербулатов – Баш­ҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихы, И. Сәйетбатталов – Әхмәтзәки Вәли­диҙең эшмәкәрлеге, тарихта, фән донъяһында тотҡан урыны, А. Ярмуллин иһә башҡорт автономияһы өсөн көрәштә ҙур өлөш индергән, тик әлегә исемдәре халыҡҡа киң билдәле булмаған шәхестәр тураһында һөйләне.
Тарихсы-ғалимдарыбыҙ менән бер рәттән Нефтекама ҡалаһы 11-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Фәниә Әйүпова һәм 15-се мәктәптән Мөнир Ахунов та телмәр тотто. Улар гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын формалаштырыу темаларын беренсе урынға ҡуйҙы.
– 65 милләтте берләштергән Нефтекамала һәр ваҡыт дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм бер-береңә хөрмәт менән ҡарау күптән килә, – тине Рәйес Абдрахман улы, сараны йомғаҡлап. – Милли һәм мәҙәни үҙәктәр, белем биреү учреждениелары халҡыбыҙҙың, тыуған илебеҙҙең рухиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Ғөмүмән, бындай саралар мәктәп уҡыусы­лары, уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә бөтә йәмәғәтселекте йәлеп итеп, республикабыҙ һәм күрше төбәктәр буйлап дәррәү үткәрелергә тейеш, сөнки уның ҡарты-йәше өсөн дә әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур.

Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә