Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мөғәллим Яҙмышты кеше үҙе һайлай, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, билдәләнгән тәҡдирме, тормошта үҙең һайлаған юлмы – иңдәреңдәге йөгөңдө һынмай, намыҫ менән күтәреп барыуың шарт. Бигерәк тә өлөшөңә йәш быуын, киләсәк өсөн яуаплылыҡ яҙған икән.

Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенә биш тиҫтә йылға яҡын фиҙакәр хеҙмәт иткән атайым, Рәсәй Федерацияһының мә­ғариф алдынғыһы Харис Иҙрис улы Фәтҡуллин хаҡында һүҙем. Бө­гөн ғүмер үрҙәренән ҡарап уҡытыусылыҡ уның яҙ­мышына яҙылған булғандыр, тим. Атай бер ва­ҡытта ла мөғәллимлеккә һөнәр генә итеп ҡараманы, уны намыҫ һәм йөрәк эше, ә мәктәпте изге урын тип ҡабул итте, уға бөтә булмышын бағышланы.
Харис Иҙрис улы Ишембай районы Ҡолғона ауылында 1947 йылдың 25 ноябрендә тыуған. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары Ҡалыу-Айры ауылында үтә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Өләсә­йебеҙ Гөлниса Ҡасим ҡыҙы Хәйҙәрова ике улын – Яхъя менән Харисты – үҫтереп кеше итеү өсөн тормош һынауҙарын ла­йыҡ­лы күтәрә. Ул ғүмер буйы атайға, ғаи­ләбеҙгә терәк булып бергә йәшәне, беҙҙе, ейәнсәрҙәрен, үҫтереште. Районда халыҡ табибәһе булып танылып, оло хөрмәт ҡаҙанды. Әйткәндәй, өләсәйҙең тыуыуына күптән түгел 100 йыл тулды.
Уҡытыусы булыу теләге атайҙа баш­лан­ғыс кластарҙа уҡығанда уҡ уяна. Туған Ҡалыуайры мәктәбендә данлыҡлы мөғәл­лим ағаһы Ибраһим Талип улы Суфыев­тың дәрестәрен тыңлағанда, биш-алты йәш­лек малай: “Мин дә ағайым кеүек уҡытыусы буласаҡмын, уға алмаш булып, ауылға уҡытыусы булып ҡайтасаҡмын”, – тип ихлас уйлағандыр. Ысынлап та, Ибраһим бабайҙың һа­баҡтары атайҙың һөнәри йүнәлешен билдәләй. Математика серҙәрен тәрәнерәк асыу, баланың ижади һәләтен үҫтереү, Ҡалыу арҡаһы яҡтарына өсәр километрға экскурсияға алып сығып, кеше һәм тәбиғәт араһындағы мәңгелек бәйләнеште күҙ менән күреп, күңел менән тойорға өйрәтеү – беренсе уҡытыусы­һы­ның атайҙың булмышына сәскән орлоҡ­тары ошо.
Урта кластарҙа Харис Иҙрис улы Ҡол­ғона мәктәбендә уҡый. Ғариф Ҡолбаев, Өммөкамал Мырҙаҡаева, буласаҡ халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, уның һөйөк­лө ҡатыны Фәймә апай һәм башҡа уҡытыу­сыларҙың үҫмергә белем һәм тәрбиә биреүҙә әһәмиәте ҙур була. Артабан уҡыу, урта мәктәпте тамамлау теләге атайҙы Маҡар мәктәбенә алып килә.
“1960 йыл, август аҙағы. Маҡарға әсәй менән икәүләп килдек. Бөгөнгөләй хәте­ремдә, ул саҡта мәктәп аҡ ине. Директор Фәрүр Шәрифулла улы Зөлҡәрнәев доку­менттарҙы ҡабул итеп алып, уңыш­тар теләне. VIII – X кластарҙа интернатта йә­шә­­нем. Гөрләп тора ине мәктәп. Беҙҙең класта ғына Маҡар, Ташбүкән, Ғүмәр, Иҫәкәй, Ибрай, Һәргәй, Ҡолғона, Әрмет-Рәхим егеттәре һәм ҡыҙ­ҙары уҡыны. Унынсыны егерме дүрт кеше тамамланыҡ”, – тип хәтерләй атай уҡыған йылдарын. Ун биш йәш ярымда ғына тамамлай ул урта мәктәпте. Математика серҙәрен уҡы­тыу­сы­һы Флүрә Фәйзуллина асҡан, физиканан – Мө­хәр­рәм Ҡотлоев, урыҫ теленән – Орҡоя Айҙа­ғо­лова, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Фәрүр Зөлҡәрнәев уҡытҡан. Бөгөн сәстәренә сал төшкән атайҙың, Маҡар мәктәбенең әллә ҡасанғы сы­ға­ры­лыш уҡыусыһының, күңелендә остазда­ры­ның һәр дәресе йәшәй, үҙе мөғәллим булып балалар алдына баҫҡанда, әйтер­һең, улар һүҙе ҡабат уяна.
Әлбиттә, ул саҡта, документтарын Өфө дәүләт нефть техник университетына тапшырған 1963 йылдың йәйендә, атай үҙенең ете йылдан Маҡарға ҡабат әйләнеп ҡайтырын, бөтә ғүмере ошо мәктәп менән бәйле булырын күҙ алдына ла килтермә­гәндер. Яҙмыштыр: Өфө юғары уҡыу йорто уны, ун биш йәшлек егетте, иртәрәк тип ҡабул итмәй. Бер йыл урман хужалығында эш­ләгәндән һуң, Харис Иҙрис улы документтарын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына тапшыра – уҡытыусы булырға ҡарар итә. Йәшлек. Студенттар ятағы. Та­лап­сан уҡытыусылар. Гөрләп торған аудиториялар. Әсәһенең тәмле аштарын татыр, уның менән бер генә кис ултырып һөйлә­шер өсөн атһыҙ-юлһыҙ ваҡытта үтелгән 86 саҡ­рымлыҡ Стәрле – Ҡалыу араһы... Хеҙмәт тәр­биә­һен дә, йәшәү сы­ғанағын да биргән төҙөлөш отрядтары. Ярты йылға һуҙылған, студенттың уҡы­тыусыға әйләнеүен талап иткән Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы педагогик практика. Диплом эше... Атайҙың 1964 – 1969 йыл­дарҙағы студент тормошо биттәренән был. Ә һалдат бурысын ул юғары уҡыу йортонан һуң Һамар, Ҡазан ҡалаларында үтәй.
1970 йылда Харис Иҙрис улы Фәтҡул­лин Маҡар урта мәктәбенә физика уҡы­тыусыһы итеп тә­ғә­йен­ләнә. Теүәл ун йыл элек мәктәп директоры булараҡ уны һигеҙенсе класҡа уҡырға ҡабул ит­кән Ф.Ш. Зөлҡәрнәев армиянан ҡайтып, Яңы Әп­тектә эш башлап торған егетте туған мәктәбенә йүнәлтә.
“Тәүге йылдарҙа физика уҡытыусыһы, военрук булып эшләнем. Ике йылдан ра­йондың физика уҡытыусылары берек­мә­һен етәкләүҙе йөкмәт­те­ләр. Һынатмаҫҡа, Са­ла­уат ҡалаһына күскән уҡы­тыу­сым Мөхәррәм Абдрахман улы Ҡотлоевтың эшен лайыҡлы дауам итергә тырыштым. Уҡыу­сыларым район олимпиадаһында тәүге урындар алып, республикала көсөн һы­наны. Уҡытыусылар коллективы, эшемде хуплап, терәк булды. Йәш белгес була­раҡ, хөрмәтле, тәжрибәле уҡытыу­сылар Абдулла Абдуллин, Биктимер Аҡҡолов, Орҡоя Айҙағолова, Рәғиб Зәннәтовтың кәңәш­тәренә таяндым”, – атайҙың хәтирә­ләрендә Маҡар мәктәбенең 70-се йылдар­ҙағы тарихы ла сағыла.
1977 йылдың декабрендә Харис Иҙрис улы Маҡар урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Был ауыр һәм яуаплы йөктө ул 27 йыл буйы, 2004 йылға тиклем тартты. Ишембай районы мә­ға­риф тарихында иң оҙайлы стажлы мәктәп ди­ректорҙарының береһе – атай. Ә бит был вазифаға тә­ғәйен­ләнгәндә уға бары 30 йәш бул­ған. Әгәр ҙә ул ваҡытта мәктәптә биш йөҙгә яҡын уҡыусы булғанын, дүртәр сығарылыш кластарында Маҡар, Ташбүкән, Ғүмәр, Иҫә­кәй, Ибрай, Һәргәйҙән 116 егет һәм ҡыҙ уҡығанын иҫәпкә алһаң, йәш етәксегә район мәғариф бүлеге һәм мәктәп хаки­миәте тарафынан белдерелгән ышаныс­тың ниндәй ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлай­һың.
“Көслө рухлы бул, улым”, – тип ҡабат­лар бул­ған өләсәй атайға. Ниндәй генә заман һынауҙары булмаһын, Харис Иҙрис улы Маҡар мәктәбенең данлыҡлы традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, уҡыу-уҡы­тыуҙың кимәлен һәр саҡ юғары тотоу ха­ҡына эшләне. Үҙем студент булған йыл­дар­ҙан әйтә алам: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында Маҡар мәктәбен тамамлап килгән уҡыу­сы – һәр саҡ көслө студент, тигән фекер ны­ғынғайны. Ә бит баланың үҫешендә, уның кескәй генә уңыш-асыштарында уҡытыусының күпме аҡыл һәм йөрәк көсө, ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй эшләгән фиҙакәр хеҙмәте бар. Һәр уҡыу­сыға айырым ҡараш, уның ижади башлан­ғыс­та­рын танып, шәхес булараҡ үҫтереү, ошо маҡсатта үҙеңдең белемеңде даими камиллаштырыу, ғаилә-мәктәп бәйләнешен һаҡлау – директор булараҡ Харис Иҙрис улының уҡытыусылар коллективына ҡуйған талаптары.
Баланы тәбиғәткә яҡынайтып, уның күңелендә матурлыҡ, илһөйәрлек тойғо­ларын тәрбиәләү – Х.И. Фәтҡуллиндың эш йүнәлештәренең береһе. Һәр ағасты, һәр ҡырмыҫҡа иләүен ҡәҙерләргә өйрәткән “йәшел дәрес”тәр, экскурсиялар, походтар ошо маҡсатта ярашлы. 1979 йылдан башлап “Мәктәп урман хужалыҡтары һәм тәбиғәттең йәш дуҫтары” республика слетын уҙғарыу ҙа ҙур көс талап итә.
Бөгөнгөләй хәтеремдә, унынсыла уҡығанда атай беҙҙең класты Һәүәҙе тауына алып барҙы. Музыка уҡытыусыһы Өлфәт ағай Ҡотлобаев гитара ҡылдарын сиртә, атай әҫәрләнеп шиғыр уҡый, ә беҙ көҙгө урман һуҡмағынан бейек тауға Есенин, Высоцкийҙар менән “етәкләшеп” артылабыҙ...
Маҡар мәктәбе, тарихы буйынса байҡа­һаң, үҫешкә ынтылыусан, яңылыҡ­тарҙы ҡыйыу ҡул­лан­ған. Бөгөнгө күҙлектән ҡараһаң, 80 – 90-сы йыл­дарҙа белем усағы күтәреп алған баш­лан­ғыс­тар етәксенең һәм уҡытыусылар коллек­тив­ының алдан күреп эш итә белеүен дә билдәләй бит. Маҡар мәктәбе юғары уҡыу йорттары менән ты­ғыҙ бәйләнештә эшләй, Т.Х. Аслаев, С.Ғ. Сө­ләй­мәнова, Л.Ғ. Сәйәхова һәм башҡа ғалимдарға тәжрибә майҙан­сыҡтарын булдырырға мөмкинлек бирә. 1982 йылдан алты йәштән уҡытыу инде­релә. 1993 – 1998 йылдарҙа инновациялы уҡытыуҙы ойоштороп, лицей клас­тары бул­дырыла. Мин үҙем дә, лицей класы уҡыусыһы булараҡ, хәтер­ләйем: белем сифатына тәрән иғтибар, педагогика һәм психология буйынса дәрестәр, балалар баҡ­саһында практика үтеүҙәр, юғары уҡыу йорто – мәктәп бәйләнешен тормошҡа ашырып, юғары кластарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында лекциялар тыңлау лицей кластарының төп үҙенсәлеге ине. Район олимпиадаларында Маҡар уҡыусылары алдын­ғылыҡты бирмәне, мәктәп Рәсәйҙең иң яҡшы 300 мәктәбе исемлегенә инде.
Харис Иҙрис улының Маҡар тарихына яҙған иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – ябай ауыл шарт­тарында республикала киң билдәле шашка спорт мәктәбен ойоштороуы. Был интеллектуаль спорт мәктә­бендә урыҫ шашкаһы буйынса ун ете спорт мастерлығына кандидат үҫте, өс тапҡыр Башҡортостан чемпиондары, Бөтә Рәсәй ярыштары призерҙары тәрбиәләнде. Мин үҙем дә уҡыусы сағымда республика данын Санкт-Петербург, Мәскәү, Һамар, Ырымбур һәм башҡа ҡа­лаларҙа үткән Рәсәй чемпионаттарында яҡ­ла­ным. Әйтергә теләгән һүҙем шул: атай асҡан шашка донъяһы беҙгә, ябай ауыл мәктәбе уҡыу­сыларына, ил гиҙергә, зиһен һәм күңел офоҡ­тарын киңәйтергә, тормоштоң шашка таҡта­һын­дағыса көрәш икәнен аңларға ярҙам итте.
Маҡар мәктәбе ғаиләбеҙгә шуныһы менән дә ҡәҙерле: ул беҙҙең әсәй менән атайҙы осраш­тырған, табыштырған. Әсәйебеҙ Тәнзилә Абдрахман ҡыҙы 1976 йылда шул уҡ Стәрлетамаҡ педагогия инсти­ту­тының физика-математика факультетын тамамлап, ошонда эшкә килгән. Бөгөн атай менән әсәйҙең Маҡар мәктәбенә фиҙакәр хеҙмәт иткән ваҡытын бергә ҡуш­һаң, 87 йыл булып китә икән. Улар беҙҙе, ике ҡыҙын, тәрбиәләп үҫтерҙе, уҡы­тып, ҙур тормош юлына сығарҙы. Оло рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле кешеләребеҙ.
Бала саҡ күренештәрен күҙ алдына килтерәм. Атай менән әсәй дәрескә әҙер­ләнә. Бәхәсләшә-бәхәсләшә ниндәй­ҙер мәсьәлә сиселә. Йәки клуб сәхнәһенә сы­ғасаҡ спектаклдән өҙөк йәнләнә. Бик йыш ҡына “Харис ағай, Тәнзилә апай!” тип кисәге уҡыусылары һағынып хәл белергә килеп инә. Хәҙер аңлайым: үҙ балаһылай яҡын күреп, белем-тәрбиә биреп үҫтер­гән­гә, бәләкәй генә саҡ­тарында яҙмыш ҙур һынауҙар ҡуйғанда, уларҙың иңдәренә таянып һынмай ҡалғанға, кәңәштәрен тотоп, тормошта үҙ юлын таба ал­ғанына оло йөрәкле уҡытыусыларын ҡәҙерләп килә бер нисә быуын шәкерттәре.
Уҡыусыларының “Нимә ул бәхет?” тигән һо­рауына Харис Иҙрис улы әле утыҙ йәшлек кенә сағында: “Бәхет – ул үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһен күреү”, – тип яуап биргән. Бөгөн үҙенең 70 йәшенә аяҡ баҫ­ҡан, сәстәренә сал ҡунған мөғәл­лим, уҙған юлына йылдар һынауы аша бағып, бә­­хет­те, ысынлап та, таный. Меңәрләгән уҡыу­сы­лары яҙмышында, киләсәккә ба­ғышланған хеҙ­мәтендә балҡый ул бәхет осҡоно.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521