Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Минең еремдә иҫ киткес кешеләр йәшәй!”
“Минең еремдә иҫ киткес кешеләр йәшәй!”Шүлкә ауылына барыу еңелдән түгел: берҙән, ул район үҙәгенән йыраҡ, икенсенән, юлдары ташлы, бормалы. Халҡы менән яҡындан танышырға теләк белдергәс, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Азаматова ихлас ризалашып, беҙҙе ҙур теләк менән оҙатып йөрөнө.
Ауыл иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан. Уны урталай бүлеп Шүлкә йылғаһы аға, эргә-тирәләй теҙелгән ғорур ҡарағайҙар, төпкөлгә ҡеүәт өҫтәгәндәй, бар донъяға “бында беҙ һаҡсы”лар тип төпкөлдөң тыныслығын күҙәткәндәй ултыра. Ауыл төҙөк, урамдары иркен, ҡапҡа-рәшәткәләре сағыу төҫтәргә буялған. Һәр йорт янында, ихатаһына урын етмәгәндәй, ниндәйҙер техниканың ултырыуы кешеләрҙең етеш йәшәүен күрһәтә. Матур тәбиғәтле, күркәм холоҡло, дәртле һәм уңған Шүлкә халҡы хаҡында күптән хәбәрҙар булыуыма ҡарамаҫтан, бында тәүгә килеүем. Командировкаға юлланыуҙың да үҙ сәбәбе бар: имам-хатип Юламан Раевтың һәр саҡ саҡырып, ауыл проблемаларын хәл итеүгә ярҙам һорауына ла күп ваҡыт үтеп китте. Нисектер юл да төшмәне, форсат та сыҡманы.


Алыҫта ятҡан утар

Илдәге коллективлаштырыу тулҡыны райондың иң төпкөлөндә ятҡан Ямаш, Шүлкә, Ҡушкүпер, Шырмай утарына ла һуғылмайынса үтмәй. Ошонда йәшәгән халыҡ тиҙ арала күмәк хужалыҡ эш­мә­кәрлеген башлап ебәрә. 1931 йылда улар “Пионер” колхозына берләшә. Уның тәүге рәйесе булып Ил­һам Фәйзуллин һайлана. Артабан колхоз аҡрынлап нығына, 1939 йылда уны “Коммунар” тип үҙгәртәләр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һау-сәләмәт ир-ат Тыуған илде һаҡларға китә, ҡалғандары Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда тир түгә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарын халыҡ онотмай. Шүлкәнең иң ҡалҡыу урынында һәйкәл ҡуйылған, унда бөтә яугир-яҡташтарҙың исеме уйып яҙылған.
1949 йылда “Коммунар” колхозы бө­төрөлә, Шүлкә утарындағы халыҡ һаны кәмей төшә, күптәре Беренсе Этҡолға һәм Буранбайға күсә. Ауылда ни бары һигеҙ өй тороп ҡала, унда йәшәгәндәр ҙә эшкә яраҡлы түгел – оло йәштәгеләр ҙә, балалар ғына була. Сабит Бикиев менән Әхмәтғәле Ҡор­машев тигән иң оло ҡарттар ауылдаштарын тыуған нигеҙҙе ташлап китмәҫкә өндәй, һуғыш осорондағы ауыр­лыҡтарға бирешмәгәнде, түҙәйек, нисек тә тереклек итербеҙ тип йыуата. Тап уларҙың тырыш­лығы менән Шүлкә ауылы һаҡлап ҡалына, ә бына яҡындағы Ямаш утары юҡҡа сыға, унда йәшәгән кешеләрҙе Шүлкәгә күсерәләр. Шулай уҡ артелдең кәнсәһен, мәктәп, магазинды ла тиҙ арала һүтеп, яңынан төҙөп ҡуялар. Артабан халыҡ ағас ҡырҡыу, бура бурау, утын әҙерләү кеүек кәсепкә тотона, ҡайтанан “Коммунар” артеле барлыҡҡа килә.
Генератор ҡуйып, өйҙәргә яҡтылыҡ биргәс, Шүлкә халҡының күңеле күтәрелә, һуғыштан һуң күсеп киткәндәр ҡабат ҡайта башлай. Ситтән күсенеп килгәндәр ҙә була, ауыл ҙурая. 1962 йылда клуб, 1967 йылда магазин һалына, 1973 йылдан һигеҙ йыллыҡ мәктәп эшләй башлай. 1960 йылда артель Баймаҡ райпромкомбинатына ҡушыла, ә 1967 йылда Крепостной Йылайыр, Ишбирҙе, Йылым, Бөрйән-Йылға һәм Шүлкә ауылдары участка­ларға әйләнеп, Баймаҡ урман хужалығына инә. 26 йыл буйы эшләгән урман хужалығы ауыл халҡын эшле лә, ашлы ла итә. Йәш­тәр ауылда төпләнә, яңы йорттар һалына, балалар тыуа.
Үҙгәртеү еле шауҡымы төпкөлдә ятҡан Шүлкә ауылын да урап үтмәй: оҙаҡ барған ыҙғыштан һуң 1993 йылда Баймаҡ районы хакимиәте ҡарары менән Шүлкә ауылы үҙаллы ауыл хужалығы артеле итеп ҡалдырыла, аҙаҡ ул да ябыла.
Бөгөн унда ағас эшкәртеү йүнәлешендә үҙ эшен асҡан дүрт эшҡыуар бар: Дамулла Йәноҙаҡов, Юлдаш Раев, Азамат Сәғәҙә­тов, Илдар Ҡасҡынов. Ауылдағы бер сара ла уларҙың матди ярҙамһыҙ үтмәй, ҡышын урамдарҙы ҡарҙан, яҙын ауылды сүп-сар­ҙан таҙартыу өмәләрендә үҙ тракторҙары менән әүҙем ҡатнашалар. Ғөмүмән, төп­көлдә үҙ эшен асҡандар бар икән, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө. Шүлкәләр был яҡтан бәхетле, шөкөр.

Һыуыҡ булһа ла...

1994 йылда ауыл халҡын ҡыуандырып асылған социаль-мәҙәни объект мәктәпте, спорт залын, клубты һәм магазинды бер ҡыйыҡ аҫтына ала. Был эштәрҙең барыһы ла Шүлкә ауылында тыуып үҫкән күре­некле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназа­ровтың тырышлығы менән һалына. Үҙе лә был тантанала ҡатнашып, ауылдаштары алдында ҙур тулҡынланыу менән һөйләгән телмәрен шүлкәләр әле лә яҡшы хәтерләй. “Ата-бабаларымдың ере, ҡә­ҙерле ауылдаштарым булғанда мин бәхетлемен, – ти ул. – Һеҙ ҡуйған ҡанаттар мине оло юлға алып сыҡты, һеҙҙең фа­тихағыҙ менән сирек быуат самаһы дәүләт эшенең ауыр йөгөн тартып, намы­ҫыма тап төшөрмәнем. Минең еремдә иҫ кит­кес кешеләр йәшәй!”
Әлеге көндә Шүлкәлә 53 хужалыҡ иҫәпләнә, шуның 47-һендә донъя көтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр Зекериә Аҡназаровтың ярҙамы менән асылған мәктәп балалар һаны тулмау сәбәпле ябылған. Клуб, китапхана һәм фельдшер-акушер­лыҡ пункты урынлашҡан бинала әле ФАП-тың ғына ишектәре асыҡ. Йылытылмау сәбәпле, клуб эшләмәй, шулай ҙа ярты ставкаға клуб мөдире вазифаһы ҡалдырылған. 4 мең 500 китап тупланған фонды булған китапхананың ишегенә лә йоҙаҡ эленеүенә ауыл халҡы риза түгел. “Ҡыш көндәре килеп, матбуғат менән танышып, китаптар ала инек. Тот та яп инде, бер китап алыр өсөн хәҙер районға барырғамы?” – ти улар. Клуб мөдире Сәриә Кейекҡужина әйтеүенсә, ауыл халҡы дәртле, талантлы. Һыуыҡ булыуға ҡа­рамаҫтан, йыл һайын “Алтын көҙ”, Ололар байрамы, Яңы йыл кисәләре клубта үткәрелә.
– Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге электр йылытҡысы бирергә вәғәҙә итте. Әгәр ҙә бинаны йылытыу мөмкинлеге булһа, төрлө мәҙәни сараларҙы үткәрә башларбыҙ, тип уйлайбыҙ. Ауылда күберәк ололар йәшәүен иҫәпкә алғанда, төп көс улар инде. Ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эш алып барабыҙ, “Алтын ҡулдар” түңәрәге ойошторғанбыҙ, төрлө милли йолалары­быҙҙы йәш быуынға ҡалдырыу маҡсатында сәхнәләштерергә тырышабыҙ, – ти Сәриә Фидай ҡыҙы.

“Үҙебеҙҙең доктор ул!”

Шулай тип йөрөтә Гөлгөнә Мырҙаҡа­еваны ауылдаштары. Утыҙ биш йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған ауыл табибына кемдәр генә мөрәжәғәт итмәй?! Төнмө, көнмө, буранмы, ямғырмы – ул һәр саҡ эш өҫтөндә. Юғары категориялы фельдшер-акушер Гөлгөнә Сәхи ҡыҙының изге һөнәр һай­лауына һис тә үкенгәне юҡ, киреһенсә, кешеләр­гә ярҙам күрһәтә алыуы менән ғорурлана ул.
Әйткәндәй, геройымдың кенәгәһендә тик бер генә яҙыу бар. Сибай медицина училищеһын тамамлап, ҡулына диплом алған Буранбай ауылы ҡыҙын йүнәлтмә буйынса райондың иң төпкөл ауылына эшкә ебәрәләр. “Бер аҙ эшләрмен дә китермен”, – тип уйлаған ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашмай. Буласаҡ йәмәғәтен, ғүмерлек мөхәббәтен осратып, кейәүгә сыға. Ауылдың иң уңған егете Батыр Динислам улы менән сәстәрен сәскә бәй­ләгәс, йәштәр ошонда төпләнергә ҡарар итә. Ике балаға ғүмер биреп, бөгөн өс ейән-ейәнсәрен һөйөп ултыра бәхетле өләсәй менән олатай.
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ауыл иҫ киткес матур ерҙә урынлашҡан. Һәр йорт алдында тиерлек мәғрур ҡарағайҙар үҫә. Шунлыҡтан һауа таҙа, тын юлы ауы­рыуҙары менән сирләгәндәр бөтөнләй юҡ, тип тулыһынса әйтә алам. Күберәк ололар ҡан баҫымына зарлана, уны үлсәтеү һәм белеү маҡсатында мөрәжәғәт итә. Район үҙәгенән йыраҡ булғанлыҡтан, сирлеләр менән айырыуса ныҡ эшләргә тура килә. Беренсе Этҡол дауаханаһына йәки район үҙәгенә ауыр хәлдәгеләрҙе алып барабыҙ. Кемдер үҙ транспорты менән тәьмин итһә, бәғзе осраҡта “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен иремә үтәргә тура килә.
Гөлгөнә Мырҙаҡаева ауылдың һәр кешеһен яҡшы белә, кемдең ниндәй сире барлығы, ниндәй ярҙам талап ителгәне менән хәбәрҙар. Утыҙ өс оло кешенең һәр береһенең йортона барып, уларҙың хәле менән даими танышып тора, кәңәш­тәрен бирә, төрлө дарыуҙар ҡалдыра. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында район аптека селтәре менән килешеү төҙөлгән, кәрәкле дарыуҙар һатыуға рөхсәт алынған.

Мәсеттә...
йәшелсә үҫтерәләр


Ауылға иман һәм ҡот таратҡан мәсеткә 2004 йылда нигеҙ һалына. Ауыл халҡы һәм эшҡыуарҙар ярҙамында төҙөлгән иман йорто ике йылдан ишеген аса. Иң абруйлы кешеләрҙең береһе Юламан Раев мәсеткә имам-хатип итеп тәғәйен­ләнә. Шул ваҡыттан алып Юламан Лоҡман улы халыҡҡа дини тәрбиә бирә, иман нигеҙҙәрен өйрәтә. Әйткәндәй, ул бер нисә йыл рәттән районда “Йыл имам-хатибы” исеменә лайыҡ булған. Ауылдаштары уның хаҡында “Өлгөлө лә, өлгөр ҙә олатай!” ти. Шулай булмаһа, ауыл ста­ростаһы бурысын да оҙаҡ йылдар ла­йыҡлы атҡарыр инеме?!
Бынан бер нисә йыл элек Юламан олатай үҙ-үҙенә ҡул һалған егетте ауыл зыяратынан тышта ерләттереүгә өлгәшә. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа кү­ренә тигәндәй, ситтә етемһерәп ятҡан ҡәберҙе күреп халыҡ шомланыр һәм фәһем алыр, ти мулла. Ысынлап та, уйланырлыҡ, һиҫ­кәнерлек был ваҡиға. “Шунан бирле, Аллаға шөкөр, ундай хәлдең ҡабатланғаны юҡ”, – ти әле ул.
Мәсеттә дини йолалар даими үткәрелә, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына ситтә йәшәгән ауылдаштары ҡайтып, ҡорбан салыу ҙа матур йолаға әйләнә бара. Һуңғы йылдарҙа иман йортонда ауылда үткән барлыҡ саралар ойошторола тиһәк тә, дөрөҫ булыр, сөнки клубтың йылытылмауы сәбәпле, унда йыйылыу мөмкин түгел. Ауыл йыйылышымы, Ололар көнөн билдәләүме, райондан килгән вәкилдәр менән осрашыумы – һәр ваҡыт ауыл халҡы мәсеткә юл ала. Әйткәндәй, беҙ ҙә, шүлкәләрҙең был традицияһына тоғролоҡ һаҡлап, иң беренсе юлыбыҙҙы шунан башланыҡ.
Башҡа ауылдарҙағы иман йорттарынан айырмалы рәүештә, Юламан Раев етәк­селек иткән мәсеттең тирә-яғында күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр менән бер рәттән емеш-еләк, йәшелсә күпләп ултыртылған. Теплицала көҙ тантана итеүгә ҡарамаҫтан, ҡыяр әле булһа үҫә, еләктәр ҙә “мине өҙ” тигәндәй ҡыҙарышып ултыра. Дини байрамдар өсөн мәсет ихатаһында үҫкән йәшелсәнән төрлө салат эшләнә, уларҙы ауылдың уңған килендәре тоҙлай ҙа икән. Түбә балалар йорто эшләгән саҡта Юламан олатай үҙе үҫтергән емеш-еләкте, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәне уларға тап­шырған. “Һуңғы ваҡытта ҡартлыҡ үҙенекен итә, ҡул көсө ҡайта башланы”, – тип йылмая дин әһеле.
Ауылдың терәге, аҡыллы кәңәшсеһе, иман юлына әйҙәгән, әле булһа район етәкселәренә барып, гәзит редакцияларына шылтыратып, халҡының киләсәген ҡайғыртҡан Юламан Лоҡман улы кеүектәр барында төпкөлдә тормош һүнмәҫ тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Семәрле йорт хужалары

Һәр ауылда бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙар бар. Ғәҙәти күренеш был. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йәнкиҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуанысына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле. Ауыл­даштарының оло ихтирамына һәм хөр­мәтенә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе менән беҙгә лә аралашырға насип итте. Йорт ҡапҡаһында “Өлгөлө йорт” тигән яҙыуҙың булыуы ла бында килеүебеҙ юҡҡа түгел икәнлеген иҫбатлағандай. Таңһылыу менән Ишбулды Йәноҙаҡовтарҙың бергә йәшәүенә күптән түгел 35 йыл тулған. Бөгөн улар икеһе лә хаҡлы ялда, әммә буш ултырғандарын күрмәҫһең, ти ауылдаштары ла.
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ әйтеме лә. Йорт хужаһының ағас эшенә оҫталығы ҡапҡаны асып кергәс тә күҙгә ташлана. Семәрле тәҙрә ҡапҡастары, ҡапҡалағы төрлө биҙәктәрҙе ул үҙ ҡулы менән яһаған.
– Ағас эшенә һөйөү нәҫелдән киләлер, – ти Ишбулды Азамат улы. – Олатайым да, атайым да ауылда танылған балта оҫталары ине. Ғүмер буйы леспромхозда эшләп, ағас эше менән булыштылар. Элегерәк балта оҫталары халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланды: йорт күтәргәндәргә түбә һәм иҙән урҙалары, ишек, тәҙрә яҡтауҙары, рам өлгөләре, ҡап­ҡастар, ҡапҡа кәрәк ине. Хатта өлгөрмәй киткән ваҡыттар ҙа булды, хәҙер күптәр евро тәҙрә-ишектәргә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә ағас менән һирәк шөғөлләнәм. Һандыҡ эшләйем, заказдар ҡабул итәм. Күңел ҡушыуы буйынса йорт-ихатаны үҙемсә яңыртам, ағас менән булышыуҙан кинәнес алам.
Ишбулды Йәноҙаҡов үҙе лә оҙаҡ йылдар урман ҡараусы булып эшләй. Тәбиғәткә һөйөүе уны әле лә ташламаған. Йәй етһә, урмандан ҡайтып инмәй, емеш-еләк, бәшмәк йыя. Тыуған яғының һәр һуҡмағы таныш ир-уҙаманға тәбиғәттә булыу күңелгә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек һәм ҡәнәғәтлек килтерә, ти.
Таулыҡай ауылынан килен булып төшкән Таңһылыу апай ҙа ауылды күптән үҙ иткән. “Тыуған ерҙән килен булып төшкән ер артыҡ” тигәндәй, иренең һәр эшен ҡеүәтләп, уға бар яҡлап ярҙам итергә тырыша. Бигерәк тә баҡса үҫтерергә ярата, таҙалыҡты үҙ итә, аш-һыуға ла бик маһир. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, оло тормош юлына баҫтырғандар. Бөгөн ете ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай улар. Ҡура тултырып мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. “Ауылда ла имен, мул тормошта йәшәргә була, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк”, – ти Йәноҙаҡовтар.

Зәмһәр инәй донъяһы

“Минең еремдә иҫ киткес кешеләр йәшәй!”Һәр ауылдың үҙенсәлекле кешеләре була. Шүлкәлә Зәмһәр Йәноҙаҡова – ун балаға ғүмер биргән Герой-әсә. Ауылдың иң оло кешеһе тип иҫәпләнһә лә, инәйҙең әле лә төҫ ташламауы, иҫ киткес дәртле, йор һүҙле булыуы һоҡландырҙы. Хәләл ефете Әғзәм олатай вафат булғанға байтаҡ ғүмер үтһә лә, тыуған тупһаһын ташламай. Һуңғы бер-ике йылда ҡышты ҡалала йәшәгән балаларында сыға.
– Өс улым ауылда йәшәй, ҡалғандары Себер тарафтарында, Баймаҡта һәм Сибайҙа төпләнгән. Аллаға шөкөр, балаларым тәүфиҡ­лы, эшсән, кешелекле. Һәр береһе­нең үҙ донъяһы бар, балалар үҫтерәләр. Биш балам дин юлында, атайҙары иҫән булһа, уларҙың уңышына һөйөнөп ултырыр ине...
Яҙ башланһа, Зәмһәр инәй тыуған ауылына ҡайта. “Шүлкәнең ере уңдырышлы бит. Ана, картуф уңды быйыл. Йыл һайын баҡса тултырып сәсәбеҙ, балалар килеп тәрбиәләй, көҙөн мул уңыш алына. Йәй етһә, ейән-ейәнсәрҙәр килеп тула, уларҙың шат тауышынан урамға ла йәм ҡуна, шунан нисек тыуған йортҡа ҡайтмайһың инде?!

“Әхирәттәр” –
тормошта ла әхирәт


Ауылда “Әхирәттәр” ҡатын-ҡыҙ­ҙар клубынан башҡа бер сара ла үтмәй, хатта ағас япрағы ла һел­кенмәй тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Тап ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тырыш­лығы менән Шүлкә ауылында мә­ҙәни тормош ҡайнай. Ауыл мәҙә­ниәт йорто ҡарамағында эшләгән был клубҡа дәртле, хисле һәм сәмле апай-инәйҙәр берләшкән. Уның иң әүҙем ағзаһы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмзиә Кейекҡужина әйтеүенсә, халҡыбыҙ­ҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәштәргә еткерергә тырышалар. Эскелек тигән алама ғәҙәт­тәрҙең һәләкәткә илтеүен аңлаталар, “йәшел йылан” һатыусыларға ҡаршы даими рәүештә эш алып барыла.
Гәүһәр Усманова, Мәүлиҙә Фәйзуллина, Сәриә һәм Миңнур Кейекҡужиналар, Зөһрә Хәсәнова үҙ ваҡыттарын йәлләмәй ауыл­дың бөгөнгөһөнә йәм һәм ҡот өҫтәй, ки­ләсә­ген хәстәрләй. Әйҙәүсеһе булғанда, эйәреүсеһе табыла тигәндәй, уларҙың һәр башланғысын хуплап, ауылдаштары ла сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе ошо ауылға килен булып төшкән, ирҙәре менән матур донъя ҡорған, ишле балалар үҫтергән. Шүлкә килендәре бөгөн дә, ауылдың абруйлы ағинәйҙәре булараҡ, быуындар бәйләнешен лайыҡлы дауам итеп, йәш­тәргә өлгө күрһәтә икән, тимәк, уларҙың йәшәйеше – үҙе үк оло тәрбиә мәктәбе.

Әсәй – Баймаҡта,
атай – Шүлкәлә


Халыҡты борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел Шүлкәлә. Урман ҡосағында урын­лаш­ҡан ауыл элек-электән ағас көсө менән йәшәй. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙарға ағас эшкәртеү өсөн диләнкәләрҙең бү­лен­мәүе, уларҙың аукционда ситтән килгәндәргә бирелеүе хафаға һала, сөнки тап ошо йүнселдәрҙә әллә күпме кеше эшләй, төбәктең социаль инфраструк­ту­раһын булдырыуҙа уларҙың өлөшө ба­һалап бөткөһөҙ.
Ауылда мәҙәни сара үткәреү мөмкин­леге юҡ, сөнки клуб йылытылмай тигәйнем инде. Беренсе Этҡол – Шүлкә юлын реконструкциялау ҙа күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә. Автобустарҙың йө­рө­мәүенә шүлкәләр күнегеп тә бөткән, район үҙә­генә йомоштары төшһә, үҙ машиналарына ғына иҫәп тота. Ололарҙың әйтеүенсә, Беренсе Этҡол дауаханаһында терапевт штаты булдырылған, әммә унда эшләгән табип менән ауыл халҡы ҡәнә­ғәт түгел. Шунлыҡтан район дауаханаһына табип­тарға күренергә барһалар, шүлкәләрҙе ҡабул ит­мәйҙәр икән, “Ниңә үҙегеҙҙең те­рапевҡа күрен­мәйһегеҙ, шунда барығыҙ”, – тип ҡайтара ти улар. Ә ул йә урынында булмай, йә башҡа сәбәптән эшкә сыҡмай. Сирлегә бындай осраҡта ни эшләргә?
Ә бына айырыуса бүренең малды ҡырыуынан яфа сигеүе, малды тәләфләүе, хатта һуңғы ваҡытта йәшәгән урынға яҡын килеүе район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа тейештер, моғайын.
Бында йәнә бер проблемаға юлыҡтыҡ. Ошоға тиклем ирҙәр Себер тарафтарына эшкә китһә, Шүлкә ауылынан ҡатындар иһә балалары менән Баймаҡта йәшәргә мәжбүр. Ни өсөнмө? Урындағы мәктәп ябылғанлыҡтан, ул-ҡыҙҙарын уҡытыу маҡсатында әсә кеше улар менән район үҙәгенә китә. Аҙна аҙағында ғаилә ауылға ҡайта. “Күсмә тормош” уҡыу йылы тамам­ланғансы шулай дауам итә, был ваҡытта донъяны тик ирҙәр генә көтә. Хәйер, күп­тәренең Баймаҡта үҙ йорттары бар, ғаилә ҡуртымға фатир алмай, үҙҙәре төҙөгән өйҙә йәшәй.
Нисек кенә булмаһын, бай тарихҡа эйә боронғо башҡорт ауылдарының береһе Шүлкә халҡы ауырлыҡтарға баш эймәй иртәгәһе көн хәстәре менән йәшәй, үҙ проблемаларын үҙҙәре хәл итергә тырыша. Әммә бәләкәй ауылдарҙы беҙ яҙмыш ҡарамағында ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ, сөнки башҡорт халҡының киләсәге, милләт сәңгелдәге тап ошондай төбәктә тәрбиә­ләнә.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523