Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөнгөләре көйлө, киләсәктәре өмөтлө
Бөгөнгөләре көйлө, киләсәктәре өмөтлө “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында учалылар, дүртенсе йыл рәттән әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туп­ланы. Ошо арауыҡта 61 проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Улар араһында иң ҙурҙары – ҡалала төҙөлгән саңғы-роллер юлы, төҙөкләндерелгән мәҙәниәт һәм ял паркы, Учалы ауылында сүп-сар өсөн 47 ер аҫты контейнеры.
Ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек...

Программаға ярашлы, күп кенә башҡа ултыраҡтарҙа ла социаль һәм коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға ут үткәрелде, спорт һәм балалар майҙан­сыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объекттар төҙөклән­дерелде. Быйыл да райондан 19 заявка бирелеп, 11-е еңеп сыҡты.
Иманғол ауылы районда ҙурҙарҙан һанала, бында 349 йортта барлығы 1137 кеше йәшәй. Шуларҙың 188-е – пенсио­нер­ҙар, 638-е – хеҙмәткә яраҡлы йәштәге граждандар, 646-һы – балалар һәм 35 йәш­кә тиклемгеләр. Ауыл Учалы ҡала­һы­нан биш километр алыҫлыҡта урынлаш­ҡан. Халыҡтың байтағы шәхси хужалы­ғында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә.
Хеҙмәт йәшендәге иманғолдарҙың кү­беһе ҡала предприятиеларына һәм учреж­дениеларына йөрөп эшләй. Дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлек алып үҫешә. Бында шәхси төҙөлөш бик йылдам бара. Хатта ҡаланыҡылар ҙа ер участкалары алып, Иманғолда йорт һа­лырға тырыша. Яңы биҫтәлә ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек йыл һайын заманса матур тиҫтәләгән йорт ҡалҡып сыға. Йәшәр өсөн уңайлыҡтар бар: муниципаль район хаки­миәте ярҙамында бында һыу мәсьәләһе лә хәл ителгән, электр сел­тәре лә уҙғарылған, юлға ҡырсынташ та түшәлгән.


Йылы һөйәк һындырмай

– Был программала дүртенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ, шуларҙың өсәүһе уңышлы булды, еңеп сыҡтыҡ. Программа нигеҙендә биләмә составына ҡараған Ҡоҙаш ауылының сүплеге кәртәләнеп, ипкә килтерелде, Иманғолда арҙаҡлы ауылдаштар иҫтәлегенә музей ойошторолдо. Быйыл бар халыҡ менән йыйылып, кәңәшләшеп мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһын алмаштырырға ҡарар иттек.
Бина уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән, 90-сы йылдарҙан алып капиталь ремонт күргәне юҡ ине. Былтыр Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән уның түбәһе һәм икенсе ҡаттың тәҙрәләре алмаштырылды, район хакимиәте ­­аҡ­­са­һына ҡалған тәҙрәләр ҙә яңыртылды, әммә клубтың һыуыҡ булыуы эсте бошора ине. Проекттың хаҡы – бер миллион 200 мең һум, халыҡтан 120 мең һум йыйылды, бағыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, балалар баҡсаһын ремонтлау, юлдарҙы рәткә килтереү кеүек башҡа тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Ғөмүмән, кешеләрҙең башҡа йыл­дарҙағына ҡарағанда әүҙемлеге һиҙелә, ауылдың киләсәгенә битараф булмауҙары ҡыуандыра, – тине Иманғол ауылы хакимиәте башлығы Фәнил Бүләков.
Беҙ барғанда мәҙәниәт усағында эштәр тамамланыуға яҡынлаша ине. “Монолит” төҙөлөш йәмғиәте эшселәре йылытыу системаһын ғына түгел, ишектәрҙе лә алмаштырған, буяу эштәрен дә башҡарған. Бина эсе яңырып, күркәмләнеп ҡалған.
– Программа сиктәренән тыш, мәҙәниәт йортон газ селтәренә тоташтырыу эше тора, был маҡсатҡа район хакимиәте аҡса бүлде. Комбинат та үҙ өлөшөн индерҙе, икенсе ҡат ишектәрен һәм ултырғыстарҙы алмаштырыуға финанс ярҙамы йүнәлтте. “Урал таштары” йәмғиәтенә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Сметаға инмәй ҡалған эштәр өсөн сығымдарҙы улар күтәрәсәк. Күмәкләп ошо эштәрҙе лә оҙаҡҡа һуҙмай башҡарып сығырбыҙ тигән өмөттәбеҙ. Тиҙҙән ауылыбыҙҙа матур һәм уңайлы йәмәғәт урыны – мәҙәниәт йорто тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Юғиһә, һыуыҡ булғас, ситтән артистарҙы, театр тамашаларын да саҡырыу ҡатмарлы ине. Ҡалаға терәлеп тигәндәй йәшәһәк тә, баш тартып килделәр. Уңайлы шарттар булдырылғас, төрлө түңәрәк, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары эшен дә йәйелдереү еңелерәккә төшөр, – тип шатлығын йәшермәй Фәнил Нил улы.

Ҡартаймай,
ә “йәшәрә” генә


Бөгөнгөләре көйлө, киләсәктәре өмөтлөҺуңғы ваҡытта район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәштәрҙең ҡалаға күсеп китеүе, ошо сәбәпле мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының ябылыуы йәки филиал булып ҡалдырылыуы күҙәтелә. Ә Иманғолда, киреһенсә, юғарыла килтерелгән һандар буйынса ла ауылдың үҫеүен, “йәшәреүен” күҙалларға мөмкин. Ауылда өс төркөмдән торған балалар баҡсаһы бар, биләмәгә ҡараған Рәсүл, Ҡоҙаш ауылдарында уның филиалдары эшләп килә. Балалар баҡсаһына сират булмаһа ла, төркөмдәр һәр саҡ тулы, бөгөн бында ике йәштән алып алты йәшкә тиклемге 80 бала тәрбиәләнә. Бағыусылар, ата-әсәләр ярҙамында учреждениела даими ремонт, биләмәне төҙөкләндереү эштәре атҡарылып торһа ла, матди базаны, бигерәк тә иҫкерә башлаған йыһаздарҙы алмаштырыу проблемаһы киҫкен тора.
Ауылдаштары, Советтар Союзы Геройы Йәүҙәт Сөнәғәтуллин исемен йөрөткән Иманғол мәктәбе быйыл 50 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Ярты быуат арауығында белем усағы, 1062 уҡыусыға урта белем биреп, ҙур тормош юлына оҙатҡан. Төрлө йылдарҙа мәктәпте туғыҙ уҡыусы – алтын, 23-ө көмөш миҙалға тамамлаған. Бында күренекле кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре уҡып белем алған. Бөгөн улар илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләп йөрөй, ике тиҫтәнән ашыуы атҡаҙанған хеҙмәткәр һәм башҡа маҡ­таулы исемдәргә лайыҡ, абруйлы вазифаға тәғәйенләнгән.
Бөгөн Иманғол урта мәктәбендә, Рәсүл филиалы менән бергә, 207 бала белем ала. Шуныһы ҡыуаныслы: мәктәпкә килеүселәр һаны йылдан-йыл арта.
35 уҡытыусы балаларға сифатлы белем биреүҙә тырышып эшләй. Уҡыусылар район, республика кимәлендәге олимпиада­ларҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.
– Һуңғы йылдарҙа мәктәптең матди-техник базаһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” програм­маһына ярашлы 200 мең һумға бинаға һыу үткәрелде, канализация эшләнде. Быйыл муниципаль район хакимиәте ярҙамында спорт залы һәм технология кабинетына капиталь ремонт үткәрелде, был маҡсатҡа 700 мең һум аҡса бүленде. Дөйөм алғанда, балаларға тырышып белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – ти мәктәп директоры Миләүшә Астанова.
Эйе, йәш быуынға ҡарата айырым хәстәрлек тойола биләмәлә. Уға ҡараған дүрт ауылда ла район хакимиәте ярҙамында матур, уңайлы балалар майҙансыҡтары төҙөлгән. Сағыу төҫтәре менән әллә ҡайҙан күренеп, үҙҙәренә саҡырып тора улар.
Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бирелә бында. Биләмәгә ҡараған һәр ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә стелалар, ә Иманғолдоң үҙендә Герой ауылдаштары Йәүҙәт Сөнәғәтуллинға обелиск ҡуйылған. Иҫтәлекле урындарҙы, өмә уҙғарып, даими тәрбиәләп торалар. Әйткәндәй, Иманғол эргәһенән үткәндә, һәр саҡ шул иғтибарҙы тарта: башҡа күпселек ауылдарҙағы кеүек, биләмәлә сүп-сар туҙып ятмай, сүплек бөтә яҡлап кәртәләп алынған. Был да балаларҙы хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтеүҙең бер ыңғай өлгөһө.

Эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ

Биләмә составындағы дүрт ауылда ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙарҙы ҡабул итә, йорттарына барып дауалай, бигерәк тә бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға иғтибар ҙур. Күптән түгел үҙәк ҡала дауаханаһы һәм комбинат ярҙамы менән Иманғол ФАП-ында ремонт уҙғарылып, йылытыу системаһы яңыртылған, яңы иҙәндәр түшәлгән, процедура кабинеты төҙөклән­дерелгән.
– Халыҡ һаны күп булғас, эш күләме етерлек. Заман бәләһе инде, һәр урындағы кеүек үк, беҙҙә лә имен булмаған ғаиләләр бар. Сабыйҙарына прививка эшләргә кәрәклеген дә онота бит ҡайһы берәүҙәре, – тип борсолоуын белдерҙе сирек быуат мөдир булып эшләгән Рәмзиә Нәжмет­динова. – Ауыл Советы депутаттары, хакимиәт, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән бергәләп көрәшәбеҙ был афәткә ҡаршы.

Яҙ еткәнде көтмәйенсә

Ауыл эсендәге юлдарға ҡырсынташ түшәлеп, үҙәк урамдағы асфальт даими ремонтланып, юл билдәләре яңыртылып тора. Ә бына ҡала менән ауылды тоташтырған юлдың торошо иманғолдарҙы ныҡ борсой ине. Ниһайәт, район властарының һәм йәмәғәтселектең нисәмә йыл юллауы бушҡа булманы, ошо көндәрҙә тендерҙа еңеп, Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы 5,5 километр араға асфальт түшәү йөкләмәһен алды.
Эштәр быйылдан уҡ башланасаҡ, урыны-урыны менән элекке шоссе турайтыласаҡ, шуға ла электр, газ, элемтә селтәрҙәрен дә күсерергә кәрәк буласаҡ. “Яҙ еткәнде лә көтмәй, ғинуар айынан уҡ ҡырсынташ ташый башларға уйлайбыҙ, сөнки төп эш күләме 2018 йылға планлаштырылған, тағы бер йылдан юл сафҡа индереләсәк”, – тип белдерҙе предприятиеның баш инженеры Юлай Минһажев. Бик мәслихәт, был төҙөлөш Иманғол биләмәһе ауылдары өсөн генә кәрәк түгел, юл буйлап та шәхси торлаҡ төҙөлөшө киң йәйелдерелгән, байтаҡ кеше саң йотоп йәшәргә, соҡор-саҡыр юлдан йөрөргә мәжбүр ине.
Үрҙә яҙылғанса, ауылдың бөгөнгөһө көйлө, киләсәге өмөтлө икәнлегенә инанып ҡайттыҡ беҙ Иманғолдан. Бәлки, быға ултыраҡтың ҡалаға яҡын урынлашыуы ла сәбәпселер. Улай тиһәң, төпкөл ауылдарҙа ла һуңғы ваҡытта бихисап изге эштәр башҡарыла, халыҡ “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының асылына төшөнөп, унда йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнаша. Үҙ ҡулың менән эшләгән һәр нәмә ҡәҙерле була шул.

Римма СОЛТАНОВА.
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521