Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫтаханаларҙың да оҫтаханаһы
Оҫтаханаларҙың да оҫтаханаһы 1981 – 2002 йылдарҙағы хеҙмәт юлым “Баш­ҡортостан” гәзите редакцияһы менән бәйле. Байрам уңайынан ошо баҫмала эшләгән осорҙа алған һабаҡтарым, ҡайһы бер иҫтәлектәрем менән уртаҡлашмаҡсымын. Яҙмышыма рәхмәт: күңелемә, аң-зиһенемә журналист һөнәре ҡомары һалынғас, уны ошо һөнәрҙәгеләрҙең иң кәттәләре, иң маһирҙары эшләгән “оҫтаханала” ғәмәлгә ашырыу бәхетен насип итте. Ул заманда, ысынлап та, оҫтаханаларҙың да оҫтаханаһы ине “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы. Рәшит Солтангәрәев, Хәсән Назаров, Сабир Шәрипов, Ризуан Хажиев, Аҫылғужа Баһуманов, Ислам Мырҙабаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Риф Тойғонов, Ғәтиәт Үзбәков, Дәүләт Мәһәҙиев, Әниф Бикҡолов, Шәүкәт Бикҡолов, Рәүеф Насиров, Аҡмал Саптаров кеүек танылған журналистар менән эшләргә тура килде. Ҡәләм оҫталығы, журналист табыштары, үҙ һөнәренә мөкиббән булыуҙары менән һоҡландыра ине улар. Беҙҙе, йәштәрҙе лә, шуға өйрәттеләр.

Ғәтиәт, Әниф, Аҡмал ағайҙарҙың артыҡ талап­санлығы, бер аҙ “мыжыҡ” булыуҙары елеккә лә үтеп ҡуя ине. Яҙған мәҡәләләребеҙҙә бер өтөр генә етмәһә лә тәнҡит эләгә. Эшкә һуңлабыраҡ килеп инһәң, йә мәҡәләңде ваҡытында яҙып өлгөртмәһәң дә ҡыҙҙыралар. Йәш булғанбыҙ, был мыжыҡлыҡтың ниндәй шәп “шымартыу” ысулы булыуын да, журналист өсөн өтөр ҡуя белеүҙең, тәртип ҡалыптарына күнеүҙең дә мөһимлеген аңламағанбыҙ. Йылдар үткәс кенә иҫкә төшә: ҡалай кәрәк булған был мыжыҡлыҡ һәм... мөхәрри­ребеҙ Абдулла Исмәғилевтең “сыбыртҡыһы”.
Мөхәррир, тигәндән. Егерме йыл буйы “Баш­ҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир булып эшләгән Абдулла Ғиниәт улын мин һәр ваҡыт үҙемдең ос­та­зым тип иҫәпләнем. Йүгертте, тәнҡитләне, эш­ләтте – тәки әҙәм итте. Тыйнаҡһыҙ баланы ҡа­йыҙ­ламай булмай шул. Ә беҙ, яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған, әммә мин-минлектә берәүҙе лә еткермәгән йәштәр, ул саҡта редакцияға шуҡ бала рәүешендә килеп ингәйнек. Мине генә түгел, күптәрҙе журналист яһаны мөхәррирҙәрҙең мөхәррире булған Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев. Грамоталы яҙырға, бирелгән заданиены тиҙ үтәргә, журналислыҡ менән бергә, тәржемәсе, корректор кеүек йәнәш һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерергә, яуаплы­лыҡ, эҙләнеүсәнлек, теге йәки был мәсьәләне, ялыуҙарҙы, уҡыусылар хаттарын тикшергәндә алтын урталыҡта булыу кеүек мөһим сифаттарҙы үҙләштерергә тап ул ярҙам итте беҙгә. Ошо талаптарға күнмәгәндәрҙе, “мал сыҡмаҫтайҙарҙы” тотманы, сығарып ебәрҙе. Өлгөргән, һутлы емеш алыу өсөн ныҡышмал ғына түгел, аяуһыҙ ҙа булырға кәрәк шул.
Абдулла Ғиниәт улынан һуң икенсе бер мәшһүр баш мөхәррир менән эшләү бәхете тәтене. Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар заманына тура килде Мансур Әнүәр улы Әйүповтың “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килеүе. Уның идара итеү стиле бөтөнләй икенсе ине. Ул темалар, идеялар, фекерҙәр менән өйөп ташланы беҙҙе. Әрләмәне, шелтәләмәне, өгөтләмәне, маҡтай-маҡтай аңға баҫым яһаны. Быға тиклем бикле булған темаларға ишек асылды. Эҙләнергә, табырға тейеш инек. Идеялар, алымдар, принциптар үҙгәргән заман ине бит. “Журналист замандан бер аҙым алда барырға тейеш” тигән талап ҡуйҙы яңы мөхәрриребеҙ. Бер ҡалыпҡа өйрән­гән оло быуындың үҙгәрештәрҙе, яңылыҡ­тарҙы аяҡ терәп ҡабул итергә теләмәүенә шаһит булынды шул саҡта. Ә беҙгә яңы һулыш, үҙгәреш­тәр оҡшай ине. Шуға ла Мансур Әнүәр улының талаптарына күнергә тырыштыҡ. Ул биргән заданиены үтәмәү, баш мөхәррир эргәһенә ниндәйҙер идеяһыҙ, фекерһеҙ инеү оят була торғайны. Заман һынауын ғына түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмар­лылығын да, төңөлөүҙәр ҙә, фекерҙәр бәрелешен дә кисерергә тура килде. Иң мөһиме шул: “Совет Башҡортостаны” ул саҡта респуб­ликалағы иң ҡыҙыҡлы гәзиттәрҙең береһе булды.
Уҡыусыларыбыҙға быға саҡлы ябыҡ булған темалар “ишеген” астыҡ, авторҙар ағымына күмелдек. Шулай, үҙгәрештәр дауылынан редакциябыҙ “кара­бын” бик оҫта, лайыҡлы алып сыҡты Мансур Ән­үәр улы. Ул беҙҙе ваҡыты менән дыуамал, ваҡыты менән сабыр булырға, кәрәк икән, утҡа инер­гә, хәҡиҡәт тигән бөйөклөккә тоғро ҡалырға өйрәтте.
Мансур Әнүәр улынан һуң килгән мөхәрриребеҙ Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов беҙҙең ажғыр­лыҡты бер аҙ баҫып, теҙгендәрҙе тарта төштө. Аҡыллылыҡ, сабырлыҡ, башта барыһын да биз­мән­гә һалып үлсәп, шунан ғына һығымта яһауҙы талап итте. Журналист өсөн былары ла бик мөһим. Бөгөн, ана, ҡайһы бер Мәскәү баҫмалары сенсациялы мәғлүмәттәр артынан ҡыуып, уның хәҡиҡәткә тап киләме, юҡмы икәнен дә тикшереп тормаҫтан, аҡ ҡағыҙ битен теләһә ни менән тултыра. Их, Тәлғәт Ниғмәтулла улы һымаҡ мөхәррир кәрәк ине ундай ҡыҙыу баштарға!
Мөхәррирҙәрем генә түгел, хеҙмәттәштәрем дә төрлө булды. Кеше ҡылыҡтары, мөнәсәбәттәре гөлләмәһе бит ул коллектив. Гөлләмәне һәр сәскә үҙенсә биҙәгән кеүек, коллективыңдағы һәр кеше лә үҙ төҫөн, үҙ тамғаһын һала күңелгә. Егерме йылдан ашыу иңгә-иң терәшеп эшләгән коллективыма, һәр кеменә рәхмәт тойғоһо һаҡлайым. Улар миңә дуҫлыҡ, тоғролоҡ, сабырлыҡ, изгелек, матурлыҡ, талантлылыҡ, маһирлыҡ өлгөһөн күрһәтте.

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519