Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әй, бәндәм, бишегеңә ниңә хаяһыҙ һин?
Әй, бәндәм, бишегеңә ниңә хаяһыҙ һин?Кеше тигән заттың уй-ниәттәрен белеү ҙә, ғәмәлдәренең асылын аңлау ҙа беҙгә насип булмағандыр инде. Мәңгелек эҙләнеүҙәрендә уны тыйыу-туҡтатыу әмәлдәре юҡ, шуғалыр ул бер юлы сикһеҙ Йыһан киңлектәренә лә ынтыла, тереклектең бишеге тип йөрөтөлгән Ерҙең ете ҡат төпкөлөнә лә юл һала.


Инглиздәрҙең мәшһүр фәйләсүфе Фрэнсис Бэкон “Кеше империяһы” тип атаған донъя уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында туплаған белеменең емештәрен хәҙер тирә. Матбуғатты күҙәтеп барған һәр кемгә мәғлүмдер: йә тегендә, йә бында асыштар килеп сыға торҙо. Әҙәм балаһының зиһене атом ядроһына, Йыһанға, хатта быуындар күсәги­лешлеген аңлатҡан механизмға үтеп инә башланы. Фән, ғалимдар иғтибар үҙәгендә урын алды.
Тәбиғәт, ер, йыһан өҫтөнән еңеүҙәр тантанаһын уртаҡлашмағандарҙың тауышын ул саҡта ишетмәмешкә һалышҡайнылар. Ә бына 2000 йылдарҙа ғалимдарҙың лекцияларында һәм матбуғатта хәүефле заң яңғырай башланы: бысраныу арҡаһында планетабыҙ бер нисә быуындың ғүмере эсендә үк йәшәү өсөн яраҡһыҙ урынға әйләнәсәк. Ошоға тиклем исемдәре билдәле булмаған климатологтарҙың фекере хәбәрҙәр араһында төп урынға күсте. Ошо юҫыҡтан бәхәстәр ҡуйырған бер ваҡытта, тәбиғәт халыҡтар өҫтөнә береһенән-береһе уҫалыраҡ һынауҙар яуҙыра торҙо.
Кешелек бихисап быуаттар буйы тәбиғәтте үҙенә буйһондороу идеяһы менән дәртләнеп йәшәгән. Фәнни-техник эҙләнеүҙәрҙә, яңы ерҙәрҙе үҙләштереүҙә нәҡ ошо идея үҙәк урынды биләгән дә инде. Сеймал сығанаҡтары ашыҡ-бошоҡ, өҫтән генә эшкәртелә, хазинаның күп өлөшө ташлап ҡалдырыла һәм, үҙ сиратында, ул тәбиғәтте бысратыу сығанағына әүерелә. Әйткәндәй, килем алыу хаҡына тәбиғи мөхиткә хаяһыҙ үтеп инеү һаман да дауам итеп кенә ҡалмай, киреһенсә, ошо ҡырағайлыҡ процесы көсәйә бара. Тәбиғи мөхиткә зыян килтергән факторҙар араһында, шулай итеп, әҙәм балаһы төп урынды биләй.
Белем, техника, интеллект менән ҡоралланған кеше көндән-көн хәүефлерәк була бара. Уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында, мәҫәлән, ҡый үләндәренә, баҫыу ҡоротҡостарына ҡаршы ағыуҙар, төрлө минераль ашламалар, яңынан-яңы культуралар ҡулланыла башлағас, беҙҙә тәбиғәт көйһөҙлөктәрен еңәбеҙ, бынан ары һауа торошона ҡарап йәшәү бөттө, тигәнерәк һауаланыу ғәләмәте хайран көсәйеп китте. Ысынбарлыҡ иһә әсерәк булып сыҡты. Шаһит булыуыбыҙса, йыл миҙгелдәре лә шаҡтай буталды: йәйҙең йылыһын, ҡыштың зәһәрлеген, яҙҙың көләслеген, көҙҙөң алтын төҫөн онота ла башланыҡ. Мостай ағай ҙа, ошо хаҡта уйланыптыр инде: “…Ҡояштан китеп, етә алмай ергә, нурҙар аҙаша. Һаташа ҡоштар. Ҡайҙалыр йөрөп ҡоштар аҙаша”, – тип борсолоп, тиктомалға ғына яҙмағандыр. Тәбиғәт хәҙер көйһөҙләнмәй, юҡ, ул тиҫкәреләнә, үҙен аяныслы хәлгә ҡалдырған әҙәми заттарҙан үс ала. Әлхасил, кеше менән тәбиғәт араһындағы низағ ҡырҡыулана, өҙлөкһөҙ төҫ ала.
Ер йөҙө иркен, унда йәшәгән ҡәүемдәр бигүк күп булмаған әүәлге замандарҙа тәғәм наҡыҫ, тәбиғәт көйһөҙ урындарҙан халыҡтар яйлыраҡ бүтән тарафтарға күсенеп китә алған. Хәҙер ундай мөмкинлектәрҙән барыбыҙ ҙа мәхрүм, Хоҙай биргәнгә шөкөр ҡылып, тәбиғәттең аҡтыҡ зитына теймәй йәшәүҙән башҡа сара юҡ. Ҡоролоҡ, һыу баҫыуҙар, боҙ яуыуы (беҙҙең яҡта уны борсаҡ тиҙәр) мосолманды ла, христиан динен тотҡанды ла – һәммәбеҙҙе фән-белемдән тыш беҙ әлегә айышына төшөнөп тә етмәгән илаһи ҡәҙрәттең булыу ихтималына ишара яһай килә.
Шуны ла әйтәйек, кешелек Йыһанда ҡом бөртөгө дәүмәлле генә булған Ер шарында йәшәй. Ошо бөртөктәге кеше ғүмере лә – Ваҡыт мәңгелегендә күҙгә эленмәҫ, эҙ ҡалдырмаҫ бер осмот. Тәҡдир ҡушҡас, ошо Ер кеше өсөн иң ҡулайлы урындыр инде. Кешелектең бүтән тарафтарға сығып китергә әлегә форсаты юҡ. Тимәк, Мәүлә биргән өлөшкә хуш булырға, көнитмеш өйөбөҙҙө ҡәҙерләргә, уның тураһында хәстәрлек күрергә, сымырылыҡта тоторға кәрәк. Кешелектең тыуған йорто емерелмәһен, үртәлмәһен, һыу аҫтында ҡалмаһын, төрлө газ-фәлән менән ағыуланмаһын.
Ғалимдар һығымта яһағанса, ваҡыт ағышы ҡәҙимге генә барған хәлдә, Ер шары кешеләр өсөн кәм тигәндә тағы 50 миллион йыл төйәк булып хеҙмәт итәсәк әле. Әгәр кешелек цивилизацияһының аңлы тарихы бер нисә мең йыл менән генә иҫәпләнһә, 50 миллион (хатта биш миллион да!) йыл ғәмәлдә мәңгелек тигән һүҙ. Ҡояш энергияһы, биосфера һәм ерҙәге байлыҡтар, мәгәр уларҙы белеп файҙаланғанда, кешелеккә ғүмер баҡый хеҙмәт итәсәк, уның ғәйәт оло уй-ниәттәренең бойомға ашыуына булышасаҡ.
Һуңғы быуаттарҙа һәм өр-яңы тарихтың нисәмә тиҫтә йылдарында, кеше, үҫә барған ихтыяждарына баш була алмай һәм мул, уңайлы тормошта йәшәргә ынтылып, ерҙән һәм тирә-яҡ мөхиттән триллиондарса тонна төрлө мәғдән һәм мәғдән булмаған ҡаҙылмаларҙы, күҙ алдына килтерә лә алмаҫ күләмдәге төрлө сеймал, материалдарҙы һурып, шартлатып, йолҡоп алыр булып китте. Йөҙҙәрсә миллион гектар урман ҡырҡыла, үҫемлектәр донъяһындағы бихисап төр төрлө маҡсаттарҙа файҙаланыла һәм юғала, ҡырағай йәнлектәр ҡырыла. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ ерҙәр ауыл хужалығы әйләнешенә йәлеп ителә, миллиардтарса баш йорт хайуандары үҫтерелә, океандар, диңгеҙҙәр, йылға-күлдәрҙән тотолған йөҙҙәрсә миллион тонна балыҡ һәм бүтән йән эйәләрен ризыҡ итәбеҙ. Шуның һөҙөмтәһендә кешеләр триллиондарса тонна ҡалдыҡ хасил итә, улар ер-һыуҙы, һауаны бысрата. Бәғзе ғалимдарҙың мәғлүмәте буйынса, әгәр әҙәм ғәмәлдәре, үҙгәрмәйенсә, шул көйө дауам итһә, 2100 йылға Ерҙә кеше өсөн ярарлыҡ эсәр һыуҙың да, һулар һауаның да ҡалмауы ихтимал.
Әйткәндәй, тәбиғәт тарафынан бар ителгән матди байлыҡтар, башлыса кешегә тәғәм, кейем-һалым, торлаҡ төҙөү, сәфәр ҡылыу һ.б. өсөн сарыф ителә. Тәбиғәттән алына һәм етештерелә торған матди ҡиммәттәрҙең бик аҙы ғына кешене рухи, мәҙәни һәм эстетик йәһәттән байыҡтырыуға китә. Әҙәм балаһының уй-ғәмәлдәре файҙаланыу юлында тәбиғәт тарафынан бирелгән законлылыҡҡа таяна – уның белеме, һәләте, тере көллө йән эйәһенә хас булғанса, үҙенең матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә. Хатта хәҙерге заман кешеһенең интеллекты ла тәбиғәттең органик байлыҡтарын ашҡаҙан аша үткәреп һәм органик булмаған сығанаҡтарҙы елгә осороп, биосфераны емереүен һәм экологик тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыуын аңлау дәрәжәһендә түгел. Ә былар, ябайлаштырып әйткәндә, һәр кемдең үлемен тиҙләтеп яҡынайта һәм, ғөмүмән, тарих ахырының көткәндән алдараҡ килеү ҡурҡынысын тыуҙыра.
Дөйөмләштереп алғанда, тикшеренеүсе ғалимдар фаразлағанса, әгәр етештереү формалары, матди ҡиммәттәрҙе ҡулланыу күләме, көнитмеш рәүеше, аҙыҡ-түлеккә ихтыяж, һыу һәм һауаға ҡарата мөнәсәбәт, тирә-яҡ мөхиткә төкөрөп ҡарау хәҙергесә ҡалһа, өсөнсө мең йыллыҡтың башына Ер шарында кешелек цивилизацияһының юҡҡа сығыуы ла ихтимал. Кешеләрҙең ядро һуғышы ялҡынында түгел, бәлки Ерҙә йәшәү мөмкинлеге ҡалмауҙан юғалыуы – була торған хәл.
Мәҡәлә башында һеҙҙең автор, тәғәйен бер кемгә лә төбәмәйенсә генә, “Әй, бәндәм, бишегеңә ниңә хаяһыҙ һин?” тигән һорауҙы ҡуйыуын-ҡуйҙы ла ул, әммә ғәмәли хәлдәр уға яуап биреү урынына хәүефте көсәйтә генә бара. Заман “цивилизацияһы” (был һүҙҙе хәҙер тырнаҡ эсенә алырға мәжбүрбеҙ) Ерҙәге тормоштоң тәбиғи үҫешенә һәләкәтле йоғонто яһай. Берҙәм тәбиғи мөхит ҡабаттан терелә алмаҫтай ҡыйралды, ағыуланды. Ғалимдар тәҡрарлағанса, кешелек ошо быуат ярым эсендә тәбиғи байлыҡтарҙы бынан меңдәрсә йыл дауамында файҙаланылғандан байтаҡҡа күберәк тотонған. Ер шарындағы урмандар майҙаны ике тапҡырға кәмегән, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһындағы күп төрҙәр мәңгелеккә юғалтылған.
Фәҡәт ХХ быуатта ғына Ерҙәге биологик төрҙәр 20 процентҡа аҙайған. Озон ҡатламының йоҡарыуы, атмосферала “йылы” газдарҙың тупланыуы, хәтәр дауылдарҙың йыш күтәрелеүе көн иткән төйәгебеҙ – Ерҙең һәләкәткә яҡынайыуы тураһында һөйләй. Тормошто, кешелекте унан йолоп алып ҡалыу өсөн халыҡ, уның лидерҙары ни ҡылырға бурыслы? Был хәҙер үк билдәле булырға тейеш, сөнки ваҡыт көтмәй.
Кешелектең тәбиғәт менән мөнәсә­бәтенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе артабан да күтәрә торорбоҙ, тип ышанайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521