Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәм бар ерҙә ғәм көслө
Сәм бар ерҙә ғәм көслөБилдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта ауыл ерендә йәмәғәт ойошмаларының эше йәнләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең бер сығышында йәмәғәт берекмәләренә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген белдерҙе һәм уларға абруйлы кешеләрҙе йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. Бөгөн ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро, атайҙар мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары әүҙем эшләй. Улар барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, ә төйәккә йәм бирә, йән өрә, йәмғиәттең киләсәген, сәләмәтлеген ҡайғырта. Ҡайҙа ғына барһаң да, иң тәүҙә улар ҡаршы алып, ауылдың хәл-торошо менән таныштыра, урындағы халыҡ хаҡында бәйән итә. Был хәрәкәт Әбйәлил районында ла ныҡ үҫешкән. Улар башҡарған эштәре, ҡылған изге ғәмәлдәре, күрһәткән яҡшылыҡтары менән республикала танылыу тапҡан. Әбйәлилдәрҙең башланғыстарын башҡалар дауам итә, күп саралар республикабыҙҙың матур йолаһына әйләнде. Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза СӘҒӘҘИЕВА менән әңгәмәбеҙҙе ошо юҫыҡта ҡорҙоҡ.
– Линиза Камил ҡыҙы, ниндәй башлан­ғыстар тап Әбйәлил ерлеген­дә барлыҡҡа килде?
– Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе булған төбәк үҙенең сал далалары, көмөш йылға-күлдәре, күккә ашҡан мәғрур тауҙары, йәшел урмандары ғына түгел, эшһөйәр, дәртле, сәмле халҡы менән дә билдәле. Милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа, үҫтереүҙә райондаштарым ихлас ҡатнаша. Әбйәлил ерендә баш­ланғыс алған һәм бөгөн бөтә респуб­ликаға, хатта Рәсәй киңлектәренә таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына 50 йыл тулып үтте. Республикала уҙғарылған “Матур ауыл”, “Иң матур йорт”, “Айыҡ ауыл” конкурстарында ла яҡташтарыбыҙ бик ихлас ҡатнашты, һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәгә өлгәште. “Кейеҙ байрамы” тап беҙҙең ерлектә барлыҡҡа килде, Буранғол ауылында республикала берҙән-бер Кейеҙ йорто асылды.
– Һуңғы йылдарҙа районда рух бөтөнлөгөн, дөрөҫ йәшәү рәүешен пропагандалауға айырым иғтибар бирелә. Әбйәлил районы баш­ҡорт­тары ҡоролтайы ҡатын-ҡыҙҙар ойош­ма­һы менән берлектә былтыр бик үҙенсәлекле проектҡа – “Сәләмәт ауыл” конкурсына – нигеҙ һалды. Ошо хаҡта ентек­ләберәк һөйләһәгеҙ ине.
– Бынан бер нисә йыл элек яҡташ­тарыбыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, халыҡты айыҡлыҡ­ҡа өндәү буйынса әүҙем эш башлан­ғайны. Урындағы тормошто йәнләндереү, уға ниндәйҙер яңы һулыш биреү талап ителә ине. Ошо хаҡтағы уйымды район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамовҡа еткергәс, ул ниәтте ихлас хупланы. Конкурстың төп маҡсаты халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәү, спортҡа ылыҡтырыу, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү, ғаилә ҡиммәт­тәрен нығытыу ине. Шуны билдәләргә кәрәк: ҡоролтай ағзалары, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар, ағинәйҙәр, старосталар берҙәм эшләп, ауылдаштарының рухи-мәҙәни тормошон хәстәрләп, байтаҡ сара үткәрҙе. Район хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында иһә һигеҙ биләмәнең 11 ауы­лы халҡы ихлас ҡатнашты. Йыл дауамында барған ярышты йомғаҡлау сараһы ла бик тантаналы ойошторолдо. Гран-приҙы Күсем ауылы халҡы (етәкселәре – Зөлфирә Ҡарағужина) алды, уларға 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ: саранан ҡайтышлай күсемдәр ошо аҡсаға алты пар саңғы һатып алып, ярыш үткәреп тә өлгөрҙө.
Конкурс шарттарына ярашлы, ойоштороу комитеты ағзалары йыл дауамында һәр ауылдағы тыуым, үлем, шул иҫәптән суицид осраҡтары, никахтар, айырылышыуҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре төҙөгән административ протоколдар һанын, профилактик иҫәптә торған ғаиләләр менән эш барышын, диспансеризация үтеүҙе, районда уҙғарылған спорт сараларында ҡатнашыу, ГТО тапшырыу күрһәткестәрен, урындағы физкультура-һауыҡтырыу эшен яйға һалыуҙы даими күҙәтеп барҙы һәм һәр кварталға йомғаҡ яһаны.
– Был күренештәргә килгәндә, ауылдарға күберәк ниндәй осраҡтар хас?
– Ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып әйткәндә, мәҫәлән, Күсемдә алты бала донъяға килһә, бер үлем осрағы ла теркәлмәне. Ташбулат, Ишбулды, Йәлембәт ауылдарында ла күрһәткестәрҙең яҡшы булыуы ҡыуандырҙы. Яйҡар, Яңауыл, Күсем, Йәлембәт, Ишбулдыла суицид осраҡтары теркәлмәне, Яйҡарҙа бер ғаилә лә тарҡалманы. Рысҡужа, Иҫке Балапан, Яйҡар ауылдарында профилактик иҫәптә торған ата-әсәләр, Күсем һәм Йәлембәттә ундай балалар юҡ. Йәлембәт, Иҫке Балапан, Яңауыл һәм Рысҡужа ауылдарында тәртип боҙоуҙар иң аҙы.
Халыҡты диспансеризацияға йәлеп итеүҙә Яйҡар, Ишбулды, Күсем, Йәлем­бәт ауылдары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Гусев, Ишбулды, Йәлембәт, Перво­майскийҙа ГТО нормативтарын тапшы­рыуҙа балалар, ата-әсәләр, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡатнашты.
– Линиза Камил ҡыҙы, төп бүләк күсемдәргә эләкһә, башҡа ауылдар­ҙың эше нисек баһаланды?
– Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәк тә, конкурста ауыл халҡының шул тиклем дәррәү, берҙәм һәм әүҙем ҡатнашыуына үҙебеҙ хайран ҡалдыҡ. Был сара бик урынлы, кәрәкле булып сыҡты, рухи тормошобоҙға йәм өҫтәне, күптәрҙә дөрөҫ йәшәүгә ынтылыш тыуҙырҙы. Бөгөн сәләмәт тормош алып барыу модала икәнлегенә бигерәк тә йәштәр инанды – шуныһы айырыуса ҡыуандыра. Ә инде конкурста ҡатнашҡан ауылдарға кил­гәндә, уларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. “Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы практика” номинацияһында – ташбулаттар, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы үҫтереүҙә – йәлембәттәр, ғаилә институтын һаҡлау йәһәте­нән – яйҡарҙар, айыҡлыҡ мөһим­леген киң таратҡан өсөн – Иҫке Балапан халҡы, йәмғиәтте рухи-әхлаҡи яҡтан сәләмәт­ләндереүҙәге тырышлығына күрә – гусевтар, төҙөкләндереү буйынса хәлилдәр еңеү яуланы.
– Билдәле булыуынса, Сибай институтында Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролта­йы менән берлектә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла “Сәләмәт ауыл” конкурсын республикала танытыу һәм үткәреү ҡарары резолюцияға индерелде, һәм тап Әбйәлилдә башланғыс алған сара киләсәк­тә йәнә халыҡ араһында хуп­лау табыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.
– Рәхмәт! Тап шулай булырына ышаныс ҙур.
– Линиза Камил ҡыҙы, күп осраҡта ауылдағы барлыҡ эштәрҙе тик ҡа­тын-ҡыҙҙар ойошмаларына ғына йөкмәтеп ҡуйыу дөрөҫмө икән?
– Бер яҡтан дөрөҫ түгел кеүек. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең ойошма йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән, йәшәй һәм эшләй. Уның етәкселәре хеҙмәт хаҡы алмайынса дөйөм мәнфәғәт өсөн ваҡытын, көсөн йәлләмәй түгә. Әммә ауылда ниндәйҙер ҡырын эш килеп сыҡһа, ғаиләлә проблемалар тыуһа, ни өсөндөр беҙҙең етәкселәр тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙар советын эшләп еткермәүҙә ғәйепләй. Ауыл биләмәһе башлығы йәмәғәт ойошмаларына йөҙ бороп, улар менән кәңәшләшеп, мәсьәләләрҙе бергә хәл итә икән, бында, ысынлап та, проблемалар аҙ була. Хөкүмәтебеҙ тарафынан һуңғы йылдарҙа ғаилә институтын һаҡлау, тергеҙеү буйынса эш алып барыла икән, бәлки, уларҙың етәкселәренә бер аҙ булһа ла хаҡ түләү кәрәклеге хаҡында ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүҙең юлын эҙләргә кәрәктер.
– Әйткәндәй, һеҙҙең райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы башҡаларҙы­ҡынан күпкә бәхетлерәк, сөнки тер­кәү үткәнһегеҙ, айырым бүлмәгеҙ бар. Шулай уҡ район эсендә генә ҡайнап йәшәмәйһегеҙ, Өфөләге яҡ­таш ҡатын-ҡыҙҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйһегеҙ.
– Ысынлап та, баш ҡалалағыларҙың кәңәштәренә таянабыҙ, фекерҙәренә ҡолаҡ һалабыҙ. Әбйәлилдең һоҡланғыс ҡыҙҙары, ниндәй генә өлкәлә эшләү­ҙәренә ҡарамаҫтан, тыуған яғын онотмай, бәйләнеште өҙмәй. Азия Кусимова, Фирҙәүес Хисамитдинова, Зөһрә Фәй­зуллина, Гөлназ Ҡотоева, Сара Буранбаева, Римма Амангилдина һәм баш­ҡалар, төп эшенән тыш, район күләмендә үткән сараларҙа даими ҡатнашырға ваҡыт таба. Республикала тәүгеләрҙән булып беҙҙең башланғыс һәм район хакимиәте ярҙамы менән “Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары” тип аталған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Уның исем туйын Өфөлә шаулатып үткәреп ҡайттыҡ.
– Эштәрегеҙ бар яҡлап маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтер­мәй, ти халыҡ мәҡәле лә. Ауылдарҙа әүҙем эш алып барған, халыҡ менән бергә, берҙәм эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәренең бер нисәүһен атап үтһәгеҙ ине.
– Ҙур ҡәнәғәтлек менән. Шәрифә Иҙрисова, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Венера Мансурова, Светлана Истамғолова, Клара Заһитова, Дилә Ғәлимова улар. Ай һайын ултырыштар үткәрәләр, төрлө лекциялар менән сығыш яһайҙар, ағинәйҙәр һүҙенә ҡолаҡ һалып, йәш килендәргә ярҙам күрһәтәләр, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр менән даими бәйләнеш тоталар.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521