Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙенсәлекле команданы кире тергеҙергә кәрәк
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы миҙгел республиканың хоккей флагманы “Салауат Юлаев” командаһы өсөн уңышһыҙ тамамланды, ләкин был хәлдән артыҡ фажиғә яһарға кәрәкмәй.
Билдәле булыуынса, элек “Салауат Юлаев” командаһы башлыса үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәренән генә тора ине. Ситтән килеүселәр бер нисәү генә булғанға, юлаевсыларҙы үҙенсәлекле команда тип йөрөтә торғайнылар.
Юлаевсылар Рафаэль Ишмәтов етәкселегендә ил беренселегендә өс тапҡыр бронза миҙал яулауға өлгәште. Билдәле сәбәптәр арҡаһында команданан Игорь Кревчук, Александр Семак, Рауил Хәйҙәров Мәскәү командаларына күсте. Анатолий Емелиндың Тольяттиҙың “Лада”һына китеүе, Сергей Бушмелевтың Мәскәүҙең “Спартак” командаһынан ярҙамға ҡайтып, вафат булыуы һәм башҡа төп уйынсыларҙың ситтә булыуы ғына Рафаэль Ғәзиз улына тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауға ҡамасауланы.
Ул дәүерҙә “Салауат Юлаев” хоккей мәктәбе уңышлы эшләне. Көсөргәнешле уйын барышын хәл итерҙәй һөжүмселәр (бомбардир) була торғайны. Ундай уйынсыларҙың әҙ булыуы быйылғы миҙгелдә бигерәк тә ныҡ һиҙелде.
Һүҙ юҡ, башлыса Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм сит илдән саҡырылған хоккейсылар арҡаһында Сергей Михалев һәм Вячеслав Быков етәкселегендә ике тапҡыр Гагарин кубогын яулауға өлгәшелде. Тәүгеһендә урында тәрбиәләнгән бер нисә уйынсы булһа, икенсеһендә Николай Заварухин ғына ҡатнашты. Күп сығым сарыф ителеп, юғары үрҙәр яулау бурысы унан һуңғы миҙгелдәргә лә ҡуйылды.
Ут күрше Силәбенең “Трактор” командаһына бер ваҡытта ла, ҙур сығымдар тотоноп, ситтән уйынсылар йәлеп итеп, алтын миҙал яулау бурысы ҡуйылманы. Ә бит уларҙың хоккей мәктәбе Совет осоронда ла, хәҙер ҙә тотороҡло эшләй. Улар алмаш әҙерләү буйынса илдә иң көслөләрҙән һанала.
“Трактор” командаһының 70 йыллығына арналған тантанала сығыш яһап “Салауат Юлаев” хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сергей Ғимаев: “Урындағы хоккей мәктәбенең бөтә уйынсыларын йыйған хәлдә “Трактор”, һис шикһеҙ, Рәсәй чемпионы булыр ине”, – тине. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар.
Силәбе өлкәһе тәрбиәләнеүселәренең “Салауат Юлаев” командаһын аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙамы тос булды. Легендар Владимир Воробьев, Рафаэль Ишмәтов, Сергей Михалевты атау ҙа етә. Быйылғы миҙгелдә лә “Трактор” командаһы, “Салауат Юлаев” менән сағыштырғанда, байтаҡҡа кәм финанс менән ярайһы ғына уңышҡа өлгәште.
Ауылдарҙа эскелек көслө, тип саң ҡағабыҙ. Республиканың күп кенә ауылдарында спорт майҙансыҡтары, хоккей ҡаптары төҙөлә, ләкин уларында ла спорт йыһазы, квалификациялы белгестәр етешмәй. Һис юғында ҙур ауылдарҙа футбол-хоккей йүнәлешендә малайҙар менән күнекмәләр үткәрергә һәләтле белгестәргә эш хаҡы түләп, штат булдырыу үҙ һөҙөмтәһен бирер ине.
Күп сығымдар түгеп, уйынсылар һатып алыу менән мауыҡҡансы, Өфөлә спорт йүнәлешендәге мәктәп-интернат төҙөү вариантын ҡарау ҙа ҡамасауламаҫ. “Өфө” футбол командаһына алмаш әҙерләү мәсьәләһенең дә ҡырҡыу тороуын иҫәпкә алып, хоккей-футболға махсуслаштырыу урынлы булыр. Ауылдарҙан, бәләкәй ҡалаларҙан өмөтлө малайҙарҙы туплап, күнекмәләр үткәреү форсаты тыуыр ине. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла “йондоҙ” булып китмәҫ, ҙур спортҡа берәмектәр генә барып етәсәк. Ә күптәре артабан белем алып, әҙерлекле кадр булып тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ. Ундай кадрҙарға бигерәк тә ауыл ерҙәрендә мохтажлыҡ ҙур.
Ошондай мәктәп-интернат төҙөгән хәлдә, ҡаланың эсендә проектларға кәрәкмәй, ситтә экологик яҡтан таҙа тау-урманлы урынды һайлау зарур. Тәү шарт – тәрбиәләнеүселәргә физик әҙерлек өсөн уңайлылыҡ. Мәҫәлән, “Биатлон” спорт комплексының урыны йәтеш булыр ине. Мәктәп-интернатта күнегеүҙәрҙән тыш тәртип, туҡланыу, теүәл фәндәрҙе уҡытыу, телдәрҙе өйрәтеү юғары кимәлдә ҡуйылырға тейеш. Ул алмаш әҙерләүҙә “Салауат Юлаев” һәм “Өфө” футбол балалар-үҫмерҙәр мәктәбенә етди конкурент булыр ине.
Әлбиттә, күп яҡлы звенолар төҙөү өсөн командаға ситтән уйынсылар алыу кәрәк, ләкин һәр нәмәлә сама белеү шарт. Төп командаға алынмай ситкә китергә мәжбүр булған хоккейсыларҙың ҡайһы берҙәре юғалып ҡалманы. Матур уйын күрһәтәләр. Хатта ситтән “Салауат Юлаев”ҡа саҡырылған ҡайһы берәүҙәрҙе уҙҙырып та ебәргән осраҡтар булғылай. Миҫал өсөн көстәре ташып торған мәлдә команданан ситләтелгән Руслан Нуретдиновты, Дмитрий Макаровтарҙы билдәләп китеү ҙә етә.
“Салауат Юлаев” хоккей мәктәбенең тәрбиәләнеүселәренә төп командала урын табылмай, ситкә китергә мәжбүр булыуҙары мәктәп тренерҙарына дәртләнеп эшләү өсөн ниндәйҙер кимәлдә кире йоғонто яһай.
Ни эшләйһең, спортта ла гел генә еңеүҙәр булмай, еңелеү ҙә кисерергә тура килә. Сабырыраҡ булырға кәрәк, оло фажиғә яһарға ярамай. Хаталар өҫтөндә эшләп, һығымта яһап, алға барыу шарт. Шуны ла билдәләү фарыз: хоккей көслө спорт төрө һаналған төбәктәр ҙә алмаш әҙерләү өсөн етди эш алып бара.
Киләсәктә кәмендә өс-биш миҙгелгә, мотлаҡ миҙал алыу маҡсатын ҡуймай, ҡиммәт хаҡҡа ситтән уйынсылар алыуҙы сикләп, командала урындағы тәрбиәләнеүселәрҙең һанын арттырыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Миҙал өсөн көрәш алып бармаған хәлдә лә хоккей һөйөүселәр һаны кәмейәсәк. Был аҙым һөҙөмтәһендә элекке үҙенсәлекле “Салауат Юлаев” командаһын тергеҙеү башланыр ине.
Киләсәктә миҙгелдәр һис шикһеҙ буласаҡ. Яратҡан командабыҙҙың йондоҙло мәлдәре алда әле. Быйылғы миҙгелдә лә юлаевсылар сафында өс кенә урындағы тәрбиәләнеүсе уйнаны. Ут күршебеҙ Татарстандың “Аҡ барс” командаһында был һан өс тапҡырға күберәк. Ә Силәбенең “Трактор”ында команданың яртыһынан күберәген үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре тәшкил итә. Ниндәй генә хәлдә лә, нигеҙҙә, урындағы мөмкинлектәргә таянып, ныҡышмалы юлдан барырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521