Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер атыуҙа – ике ҡуян
Бер атыуҙа – ике ҡуянБашҡортостан Республикаһында Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының тәүге яртыһы үтеп бара. Был уңайҙан республика Хөкүмәте 2016 йылдың 27 декабрендә раҫланған планға һауа һәм һыу объекттарын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү буйынса 100-ҙән ашыу сараны индергән. Бынан тыш, республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары көсө менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йүнәлешендә таҙартыу ҡоролмалары эшләүҙә әһәмиәтле проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.
Закон кәрәк, закон!
Экология йылына аныҡ маҡсаттар ҡуйылды, һәм был йүнә­лештә киң күләмле эш йәйелдерелде. Әммә планлаштырылған саралар тулы күләмдә алып барыламы? Экология йылы тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре менән генә сикләнеп ҡалмаймы? Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары һәм ауыл биләмәләрендәге сүплек урындары тәртипкә килте­релгәнме? Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып, уларҙы эшкәртеүҙе ойоштороу ниндәй кимәлдә? Ошо көнүҙәк мәсьәләләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламент тыңлауҙарында ҡаралды.
Бер атыуҙа – ике ҡуянЭкология бизнесына тәбиғәтте ихлас яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртҡан кешеләр генә тотона алалыр, моғайын. Көнбайыш илдәрендә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү – зарури ғәмәл. Ә беҙҙә ул әле генә башланғыс ала. Тәбиғи, һәр яңы башланғыс ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар аша юл яра. Эшҡыуар-экологтар әлегә ҡәҙәр дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалып килде. Был өлкәлә лизинг йәки маҡсатлы кредиттарҙы субсидиялау ҡаралған, тик уларҙы алыу һирәктәр өлөшөнә төшә. Банктар был төр бизнестың түбән рентабелле һәм ышанысһыҙ булыуына һылтана. Эшҡыуар-экологтарға дәүләт үҙ мөнәсәбәтен тамырҙан үҙгәртергә тейеш. Улар тейешле финанс ярҙамы алһа, уны тулыһынса аҡлаясаҡ. Әлбиттә, был осраҡта экология өлкәһендә намыҫлы эшләгәндәр тураһында һүҙ бара. Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү тармағында эш майҙаны ифрат киң. Ҡалалар тирәһендә сүп өйөмдәре үҫкәндән-үҫә. Цивилизациялы илдәрҙәге кеүек, беҙҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү системаһына идара итеү әлегәсә яйға һалынмаған. Экологик эшҡыуарлыҡ тураһында закон булдырыу ҙа – өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Экологик именлек – кешелектең киләсәге. Уны ҡайғыртып, беҙ үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, тәбиғәтте хәүеф-хәтәрҙән һаҡлайбыҙ.
Иң төҙөк һәм матур ҡала
Былтыр 70 йыллығын билдәләгән Октябрьский ҡалаһының һуңғы осорҙа бер нисә тапҡыр “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” сифатында танылыуының төп нигеҙе – бында экологик хәлдең даими рәүештә яҡшырыуында. Нимәлә сағыла һуң был үҙенсәлек?
Ҡалала Экология йылына билдәләнгән саралар – экологик үҫеш буйынса быға тиклем ҡабул ителгән оҙайлы программаның дауамы, тип әйтергә мөмкин. Төп йүнәлештәренең береһе булып полигондарҙа йыйылған ҡаты сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе тәрәнәйтеү һанала. Мәҫәлән, һәр йыл ҡала округы биләмәләрендә 165 мең кубометр ҡаты ҡалдыҡ йыйыла, шуның 7,5 проценты эшкәртеү үтә.
“Ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса генераль схема”ға ярашлы, биләмәләр һигеҙ участкаға бүленгән, һәр береһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу маҡсатында 397 контейнер майҙансығы йыһазландырылған. Уларҙың 90 процентында плас­тик шешәләр һәм алюминий банкалар өсөн селтәрле махсус контейнерҙар бар. Бынан тыш, 110 контейнерға иҫәпләнгән 51 майҙансыҡ йыһазландырылған, эре ҡалдыҡтар өсөн 88 контейнер ҡуйылған.
Ҡалала экологик хәлде яҡшыртыуға ҙур өлөш индергән предприятиеларҙан “Грин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен дә билдәләргә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта предприятие ҡалдыҡ­тарҙың 29 (18 төрө – ҡурҡыныс һәм айырыуса зарарлы) төрөн йыйыу, эшкәртеү һәм утилләштереү менән шөғөлләнә. Ҡаланың эре биҫтәләрендә “Грин”дың алты пункты урынлашҡан, улар халыҡ өсөн уңайлы график буйынса эшләй. Үткән йылда бар­лығы 927 тонна макулатура, 621 тонна быяла ватығы, 47 тон­на полиэтилен һәм ҡауырһын эшләмәләре ҡалдыҡтары, 13 тон­на иҫке аккумулятор ҡабул ителеп, эшкәртеүселәргә оҙатылған.
Ғөмүмән, предприятиеның эшмәкәрлек даирәһе киң. Атап әйткәндә, бында сәнәғәт ҡалдыҡтарынан айырыуса зарарлы һаналған терегөмөшлө лампалар, төрлө термометрҙар, батарейкалар йыйыуҙы яйға һалдылар. Был йүнәлештә “Грин” ҡала хакимиәте менән берлектә эшләй. Мәҫәлән, үткән йылда торлаҡ йорттарҙың шәхси секторында терегөмөшлө иҫке лампалар йыйыу маҡсатында ете контейнер ҡуйылған. Республика Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән мөһим эшкә “Грин” да үҙ өлөшөн индерә.
Предприятие еңел автомобилдәрҙе утилләштереү програм­маһы буйынса ла киң эшмәкәрлек йәйелдергән. Уның директоры Антон Вайсброт, Экология йылында айырым төр ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙа республикала, ниһайәт, асыҡлыҡ керетерҙәр, тип тә өмөт­ләнә. Мәҫәлән, ғәмәлдән сыҡҡан автопокрышкаларҙы йы­йыу менән кем шөғөлләнергә тейеш? Ҡайһы ойошмалар уларҙы эшкәртеүгә ала? Әлегә был һорауҙар асыҡ ҡала. Һөҙөмтәлә бер кемгә лә кәрәге булмаған иҫке авторезина сүплектәргә сығарып яндырыла.
Антон Григорьевичты борсоған һорауҙар араһында йәш быуында экологик мәҙәниәтлелек тәрбиәләү мәсьәләһе лә бар. Әйткәндәй, “Грин” йәмғиәте был йүнәлештә бер ни ҡәҙәр тырыш­лыҡ һала. Анығыраҡ әйткәндә, ҡала мәктәптәрендә ойошторолған экология акцияларында әүҙем ҡатнашып, йәш быуын араһында был йүнәлештә аңлатыу эше алып бара.
Сүптән сүп тә ҡалмай
Бер атыуҙа – ике ҡуянПарламент тыңлауҙарына әҙерлек барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводының экология йүнәлешендәге эш тәжрибәһен өйрәнгәйне.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Экология йылына ярашлы Баш­ҡортостанда киң саралар планлаштырылған. Сараларға әҙерлек барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының Октябрьскийҙа төбәк-ара күсмә ултырышы булды. Уның эшендә парламент комитеты ағзалары менән берлектә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә бәйле ведомстволар вәкилдәре, Туймазы һәм Бәләбәй райондарының хакимиәт етәкселәре ҡатнашты.
Ҡоролтай комитеты күсмә ултырышының нефтселәр төбәге Октябрьскийҙа уҙғарылыуы шуның менән аңлатыла: ҡала республиканың иң төҙөк һәм экология мәсьәләләре эҙмә-эҙлекле хәл ителгән төбәктәр исемлегендә. Ул һуңғы өс йыл рәттән Рәсәйҙә иң таҙа ҡала булып та танылды.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойоштороу һәм эшкәртеү йүнәлешендәге эшмәкәрлектең аныҡ һөҙөмтәләргә килтереүен билдәләне. Мәҫәлән, көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең тулы циклы булдырылған. Күп ҡатлы йорттар ихаталарында пластик шешәләр йыйыу, уларҙы сортҡа айырыу маҡсатында махсус контейнерҙар урынлаштырылған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында “Грин” предприятиеһы тарафынан ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү, уларҙы сорттарға айырыу юғары кимәлдә алып барыла. Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты етәксеһе Рәшит Хәйруллин әйтеүенсә, көнкүреш ҡалдыҡтары тирәһендә урынлаштырылған тәртипте хәҙер тотош ҡала күләмендә ҡулланыу талап ителә.
– “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” федераль закон көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешенә ҙур үҙгәрештәр индерҙе, – тип билдәләне Рәшит Хөснулла улы. – Ҡалдыҡтарҙы йыйыу, күсереү, эшкәртеү, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса вәкәләттәр Рәсәй субъекттары ҡарамағына бирелде. Республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлекте ойоштороуҙы үҙ иңенә аласаҡ төбәк операторын асыҡлау һәм билдәләү – бөгөнгө көн талабы.
Әйтергә кәрәк, эшмәкәрлеген экология буйынса закондар талабына ярашлы ойоштороп, продукция сифаты буйынса республика, Рәсәй дәрәжәһендә генә түгел, донъя кимәлендә танылыу алған сәнәғәт предприятиелары Октябрьскийҙың үҙендә лә бар. “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводы – нәҡ бына шундай заманса предприятиеларҙың береһе. Цехтарҙа булып, завод эшмәкәрлеге менән танышҡанда, төбәк-ара кәңәшмәлә ҡатнашыусылар быны үҙ күҙҙәре менән күреп инанды.
Үҙенең сирек быуаттан артыҡ тарихында, эшмәкәрлеген ябай ғына хужалыҡ-көнкүреш тауарҙары етештереүҙән башлап, “Альтернатива” хәҙерге осорҙа пластмассанан халыҡ ҡулланыуы әйберҙәренең өс меңгә яҡын төрөн сығара. Уларҙың һәммәһе, күп һанлы экологик тикшереүҙәр үтеп, сифат сертификаты алған. Шуныһы үҙенсәлекле: экологик хәүефһеҙлек талаптарына ҙур иғтибар бирелгән Европа илдәрендә лә “Альтернатива” тауарҙары таныла бара. Уларҙың сифаты юғары, халыҡ-ара стандарттар буйынса ҡәтғи тикшереү үтеп, махсус сертификаттар менән 2015 йылда раҫлау алған.
Ғөмүмән, “Альтернатива” продукцияһы Рәсәй күләмендә киң билдәле. Пластмассанан халыҡ ҡулланыуы әйберҙәре, мәҫәлән, ил буйынса ике меңдән ашыу күмәртәләп һатыу базаһы аша тарала. Бынан тыш, БДБ илдәре менән хеҙмәттәшлек тә үҫә. “Альтернатива” маркаһы менән көнкүреш-хужалыҡ әйберҙәренә Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә алдынғы урындар бирелде, “Рәсәйҙең иң яҡшы тауары” исеменә лайыҡ булды.
Көнбайыш Европалағы кеүек заманса предприятие булараҡ, “Альтернатива” тулы күләмдәге ябыҡ етештереү циклына эйә, йәғни продукция сығарыуҙы ҡалдыҡһыҙ технологиялар буйынса алып бара. Бында етештереү ҡалдыҡтары юҡ, хатта сеймал килтерелгән полиэтилен ҡапсыҡтар ҙа, тәрән эшкәртеү үтеп, әҙер продукцияға әүерелә. Экологик талаптар йәһәтенән әлеге үҙенсәлек Экология йылында айырыуса әһәмиәткә эйә.
– Заводта продукция етештереү технологиялары тулыһынса тип әйтерлек “беренсел” пластик сеймалға ҡоролған, – ти етәксе Раил Фәхретдинов. – Ҡулланылған сеймал юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Был, үҙ сиратында, сығарылған продукцияның экологик таҙалығында ла сағылыш таба, йәғни беҙҙә етештерелгән пластмасса һауыт-һабаның сәләмәтлеккә бер ниндәй зыяны юҡ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡ, атап әйткәндә, өҫтәл-урындыҡтар, уйынсыҡтар ҙа ошо талаптарға яуап бирә.
Шул уҡ ваҡытта заводта тупланған заманса йыһаз һәм ҡорамалдар “икенсел” сеймал, йәғни көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡулланып эшләгәндә лә юғары сифатлы, экологик яҡтан хәүефһеҙ продукция етештереү мөмкинлеген бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, мәҫәлән, ҡулланылышта булған пластик шешәләрҙе эшкәртеп, заводтағы технологиялар уларҙан яңы төр, шул уҡ ваҡытта юғары сифатлы әйберҙәр сығарырға һәләтле. Был эште яйға һалыу өсөн көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйып, “икенсел” сеймал дәрәжәһенә еткереү генә талап ителә.
Был урында шуны ла билдәләп үтәйек: Раил Камил улы Фәхретдинов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты сифатында уның Сәнәғәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты ағзаһы ла булып тора, йәғни республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе ойоштороуға яуаплылыҡ тойоп ҡарай.
Әйтергә кәрәк, төбәктәрҙә пластик шешә ҡалдыҡтарын айырым йыйыу күптән яйға һалынһа ла, уларҙы тәрән эшкәртеүгә тотонорҙай предприятиелар бер нисәү генә иҫәпләнә. Был йүнәлештә “Альтернатива”ның етештереү ҡеүәттәре, әлбиттә, иң ҙуры. Бында, мәҫәлән, тәүлегенә 60-70 тонна пластмасса сеймалы эшкәртелә. Белгестәр әйтеүенсә, республиканың пластик шешәләр йыйыу пункттарында тупланған “икенсел” сеймалды тулыһынса эшкәртеү был предприятиеның ҡулынан килерлек.
Әйткәндәй, заводта булғанда депутаттарға, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренә был йүнәлештә аныҡ миҫал да күрһәтелде. Әлеге ваҡытта “Альтернатива”ла тәжрибә рәүешендә яңы төр продукция – ағас-полимер ҡатнашмаһы (АПК) сығарыу технологияһы үҙләштерелә. Төҙөлөш материалы сифатында ҡулланыласаҡ был продукцияның 70 проценты ағас ҡалдыҡтарынан (бысҡы сүбе) тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул төҙөлөш материалы булараҡ үҙенә ағастың һәм пластмассаның иң яҡшы сифаттарын туплаған. Уны ағас таҡта кеүек бысҡы менән киҫергә, уға шөрөп борорға, башҡа эш башҡарырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта пластмасса ла ҡушылғанлыҡтан, ағастан айырмалы булараҡ, дым-һыуға сыҙам, серемәй. Был материалдың ҡулланыу осоро – кәмендә 50 йыл. Әммә иң мөһиме – бындай сыҙамлы продукцияның нигеҙен көнкүреш ҡалдыҡтары тәшкил итә.
Ағас кеүек яйлы, пластмасса ише серемәй
Бер атыуҙа – ике ҡуянРәсәйҙә АПК етештереү 2010 йылда ғына яйға һалына, был эш менән тәүҙә ике предприятие шөғөлләнә башлай. Тәүге тәжрибә уңышлы килеп сыҡмай, сөнки яңы материалдарҙың сифат күрһәткестәре бик түбән була, ләкин Рәсәйҙең төҙөлөш индустрияһы яңы биҙәкләү элементтарына ҙур ҡытлыҡ кисереүе һөҙөмтәһендә ил хөкүмәте лә заманса материал етештергән предприятиелар булдырыуға этәргес бирә. Премьер-министр Дмитрий Медведевтың 2013 йылдың 30 октябрендәге ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә ағас-полимер ҡатнашмалары етештергән предприятиелар өсөн уңайлы иҡтисади-финанс шарттары тыуҙырыу маҡсатында 2020 йылға ҡәҙәр иҫәпләнгән программа төҙөлә. Һөҙөмтәлә һуңғы осорҙа ғына АПК сығарыуға махсуслашҡан 50-гә яҡын бәләкәй предприятие үҙ эшен асып ебәрә.
– Рәсәйҙең ағас-полимер композиттары баҙарын махсус өйрәндек, – ти “Альтернатива” заводының генераль директоры Раил Фәхретдинов. – Ҡеүәтле етештереүселәр араһында “Мульти-пласт”, “Техно-Полимер” кеүек АПК-ға ихтыяжды 11-14 процентҡа ҡәнәғәтләндерергә һәләтле предприятиелар бар, әлбиттә. Әммә был күләм генә аҙ, Рәсәйгә ағас-полимер материалдарын сит илдән керетеү дауам итә. Баҙарҙағы әлеге бушлыҡты ҡапларға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн беҙҙә техник ҡеүәттәр етерлек. Икенсенән, яңы төр продукция сығарыуға тотоноу предприятиела быға тиклем түбән дәрәжәлә файҙаланылған эске резервтарҙы хәрәкәткә килтереүгә лә юл аса. Өсөнсөнән, илдә иғлан ителгән Экология йылында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү йүнәлешендә Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә етди аҙым яһалыр тип көтәбеҙ. Атап әйткәндә, пластик ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырып йыйыу буйынса эш бөгөн үк йәйелдерелә. Икенсел сеймалды эшкәртеүгә алып, беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсенән, төбәктәрҙә экологик хәл яҡшырасаҡ. Икенсенән, икенсел сеймал ҡулланыу продукцияның үҙҡиммәте төшөүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ. Етештереү ҡалдыҡтарынан бысҡы сүбен ҡулланыу ҙа ошо уҡ маҡсатҡа хеҙмәт итә. Быныһы айырыуса мөһим, сөнки Рәсәйҙә сығарылған ағас-полимер ҡатнашмалар әлегә шаҡтай ҡиммәт. Ә беҙҙең төп маҡсат иһә – “Альтернатива” тәҡдим иткән түбән хаҡы менән Рәсәйҙең ағас-полимер ҡатнашмаһы баҙарында ныҡлы урын алыу. Беҙҙә бының өсөн ныҡлы ерлек тә, техник ҡеүәттәр ҙә бар.
Ағас-полимер ҡатнашмаһы етештереү линияһы предприя­тиеның икенсе майҙансығында ҡоролған. Шартлы рәүештә ул әлегә 12-се участка исемен йөрөтә. Бында әҙерлек эштәре үткән йылдың декабрендә башланды һәм ике ай тигәндә барлыҡ йыһаз-ҡоролмалар монтажланып һәм көйләнеп, быйыл ҡыш продукцияның тәжрибә үрнәктәре алынды. Әйтергә кәрәк, яңы төр продукцияны линияға ҡуйыу буйынса завод тарихында был – иң ҡыҫҡа ваҡыт арауығы.
Етәкселек билдәләүенсә, бында инде заводтың баш технологы Линар Ғәлиевтең хеҙмәт өлөшө ҙур. Ҡазан химия-технология институтын тамамлаған белгес “Альтернатива”ға 2010 йылда килә. Был – заводта техник ҡоралланыу тамырҙан яңыртылған осор. Алдынғы ҡарашлы, цехтарға техник яңылыҡтарҙы ҡыйыу керетеүҙән ҡурҡмаған инженер-технолог Ғәлиев үҙен шунда таныта. Инициативалы белгесте дәртләндереү маҡсатында баш технолог вазифаһына үрләтеү ҙә үҙен аҡлай. Яңы линияны эшкә ҡушыу осоронда Линар Риза улына Рәсәйҙе арҡылы-буй тигәндәй гиҙергә тура килә. Айырым предприятиеларҙа булып, тәжрибә туплай, технология серҙәренә төшөнә. Тынғыһыҙ технолог йыһаз-ҡоролмаларҙы ҡайтарып урынлаштырыуҙа ла туранан-тура ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, ағас-полимер ҡатнашмаһы линияһы – нәҡ бына уның ижад емеше.
– Әлеге ваҡытта АПК-ның алты төрөн сығарыуҙы үҙләштерҙек, – ти Линар Риза улы. – Профилдең өс төрө етештерелә. Ғөмүмән, әлеге материалдарҙың ҡулланыу даирәһе ғәйәт киң. Мәҫәлән, бурсаларҙы ҡойма рәшәткәләү өсөн дә файҙаланырға була. Уларҙы ултыртылған бағанаға шөрөптәр ярҙамында беркетеү мөмкинлеге бар. Бынан сығып, әйтергә теләгәнем шул: ағас-полимер ҡатнашмаһы, үҙен танытып, төҙөлөш баҙарында лайыҡлы урын аласаҡ әле.
Продукция етештереү яйға һалынған ике линияла технология процестары тулыһынса автоматлаштырылған. Бындағы ике операторға автомат-станоктарҙың эшенә күҙәтеү һәм әҙер продукцияны туплап барыу йөкмәтелгән.
Тауарҙы сауҙа селтәренә сығарыу буйынса ла эш тулы ҡеүәтенә бара. Атап әйткәндә, продукция үрнәктәре сифат күрһәткестәре буйынса тиҙ арала тикшерелеп, сертификаттар аласаҡ. Шуныһы үҙенсәлекле: икенсел сеймал ҡулланылһа ла, бының сифатҡа насар йоғонтоһо юҡ: “Альтернатива”ла етештерелгән халыҡ ҡулланыуы тауарҙары экологик яҡтан таҙа һәм көнкүрештә хәүефһеҙ булып ҡала.
“Альтернатива” етәкселегенең технологиялар ҡулланы­лы­шында алдан күҙаллау һәләтен дә билдәләргә кәрәк, әлбиттә. Хәҙер бер кемгә лә сер түгел: эшкәртеүгә ваҡытында тейешле иғтибар бирелмәү һөҙөмтәһендә илебеҙҙә, республикала көнкүреш ҡалдыҡтары күләме киҫкен артып, экологик хәүефһеҙлеккә янай башланы. Тирә-яҡ мөхит торошона айырыуса пластик шешәләр, башҡа полимер эшләнмәләр ҡалдыҡтары ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Был йәһәттән хәлдән сығыу юлы төҫмөрләнде кеүек.
Пластик әйбер ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойоштороп, уларҙы “икенсел” сеймал сифатында эшкәртеүгә йүнәлеш алынды. Ошо нигеҙҙә республикала яңы предприятиелар ҙа барлыҡҡа килде. Әммә шуныһы күҙгә ташлана: улар араһында, экологияны яҡшыртабыҙ тип, түбән дәрәжәләге технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә тәбиғәткә зыян килтереүселәр ҙә юҡ түгел.
Республикала көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше хәҙер аныҡ закондар менән көйләнә. Экология торошон яҡшыртыу маҡсатында ҡалдыҡтарҙан торған “икенсел” сеймалды эшкәртеүҙә хәүефһеҙ һәм заманса технологияларға эйә булған “Альтернатива” кеүек предприятиелар отошло.

Г. ӘМИНЕВА.

Бер атыуҙа – ике ҡуян
Раил Фәхретдинов 1961 йылда Туймазы ра­йонының Яңы Бишенде ауылында тыуа. 1978 йылда Үрге Бишенде урта мәктәбен, 1979 йылда – бик яҡшы билдәләргә Октябрьскийҙағы 30-сы техник училищены, 1983 йылда Өфө индус­триаль-педагогия техникумын тамамлай. Ете йыл дауамында Силәбенең 2-се һөнәрселек училищеһында һөнәргә өйрәтеү мастеры булып эшләй. Юғары белемле – 1990 йылда ситтән тороп Свердловск инженер-педагогия институтын тамамлай.
1990 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеге “Альтернатива” йәмғиәте менән бәйле. Бында предприятие етәксеһе вазифаһына тиклем һөнәри юл үтә.
Раил Фәхретдинов – Октябрьский эшҡыуарҙар сове­ты ағзаһы, Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы ағзаһы, “Эшлекле Рәсәй” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һауыт-һаба һәм көнкүреш тауарҙары етештереүселәренең тармаҡ-ара советы рәйесе. 2016 йылдан ул – республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
“Альтернатива” пластмасса әйберҙәр етеш­тереү заводы ошо исемдә 1988 йылда ойошторолған кооперативтан баш ала. Халыҡ ҡулланыуы тауар­ҙары өлкәһендә пластмасса әйберҙәр сығарыуға махсуслашып, етештереүҙе даими арттыра барып, Рәсәй күләмендә киң билдәле предприятиеға әүерелде, Рәсәй һәм БДБ илдәрендә ике меңгә яҡын күмәртәләп һатыу базаһы менән бәйләнештә тора. Хәҙер компания ҡулланыусыларға өс мең төрлө продукция тәҡдим итә, улар араһында йорт кәрәк-ярағы, дача-баҡса йыһаздары, балалар өсөн мебель, уйынсыҡ тупланмалары, хужалыҡ тауар­ҙарына өҫтөнлөк бирелә. Алдынғы технологияларға таянып, заманса дизайн менән сығарылған продукцияһы күптән бөтә донъяла танылыу алды, күп Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмә­ләрҙә ҡатнашып дан ҡаҙанды. “Башҡор­тостандың иң яҡшы тауары”, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурстарында “Альтернатива” даими рәүештә еңеүселәр сафында.


Автор: Г. ӘМИНЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521