Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабый күҙҙәре менән бағайыҡ
Сабый күҙҙәре менән бағайыҡРедакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең кескәй ул һәм ҡыҙҙарын иҫтәлеккә фотоға төшөрөү – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан үтәлеп килгән матур йола. Ошондай осрашыуҙарҙан һуң һәр саҡ Сыңғыҙ Айытматовтың “Тормошта бәхетле булыр өсөн аҡһаҡал аҡылы һәм сабый күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк” тигән фекеренең хаҡлығына инанабыҙ.
Дүрт йәшлек Әҙилә Әһлиуллина, ҡыҙғылт-һары милли күлдәге менән ҡара камзулын кейеп, барыһынан алдараҡ килеп етте. Ҡыҙыҡай күп йыр һәм шиғыр белә, художестволы гимнастика түңәрәгендә шөғөлләнә, китап уҡырға һәм пианинола уйнарға өйрәнә. Күп һөнәргә эйә Әҙилә үҙен ҙур апай тип хис итә, шуға күрә “һин әле бәләкәс” тигәнгә ныҡ үпкәләй.
Фатима Аҡъюловаға ла тиҙҙән дүрт йәш туласаҡ. “Буласаҡ рәссам” тип йөрөтә уны яҡын­дары, сөнки сәғәттәр буйы һүрәт төшө­рөргә, төҫтәрҙе ҡушып тәжрибәләр үткәрергә әүәҫ. Илгәҙәк ҡыҙсыҡ: “Атай, һин мине ни өсөн яратаһың?” – тип йыш һорарға һәм үҙен маҡтағанды тыңларға ярата.
Тиҫтере Сафия Балтабаева ла ижади ҡарашлы – пластилин, ҡом һәм конструкторҙан төрлө нәмәләр уйлап сығарырға оҫта.
Бер аҙҙан Шамил Хәйруллин күп итеп кәнфит тотоп килеп инде лә барыһын һыйларға тотондо. Ул көн дә балалар баҡсаһындағы дуҫтарына шулай күстәнәс тарата. Йомарт малай тағы әсәһен ҡыуандырырға ярата: тышҡа сыҡҡан һайын тубырсыҡ, матур таш йә бәпембә бүләк итә.
Дүрт йәшлек Нурсолтан Хәсәнов үҙенә һөнәр ҙә һайлап ҡуйған – палеонтолог булырға һәм динозавр һөйәген табырға теләй. “Сәлимә һеңлем “ағай” тип әйтергә өйрәнде”, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты малай. Уның йәштәше Эмир Таһиров машиналар менән ҡыҙыҡһына, тиҙерәк рулгә ултырғыһы килә. Апаһы Эльвина быйыл I класты тамамлаған. “Теш табибы булам да балаларҙы илатмайынса дауаларға өйрәнәм”, — тине ҡыҙыҡай.
Биш йәшлек Исламнур Дәүләтбәков бигерәк тиктормаҫ: велосипедта елдерергә, бейергә ярата, каратэ менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта яуаплы ағай булып ҡала белә – өс йәшлек ҡустыһы Искәндәргә күҙ-ҡолаҡ ул. Малайҙар янғын һүндереүсе булырға теләй.
Алты йәшлек Руслан Мосабиров уҡый белә инде. Шау-шыулы уйындар ярата, олатаһы төҙөп биргән майҙансыҡта күп ваҡытын уҙғара.
Ильяс Ҡолбахтин, Вилена Ғимаева һәм Дилә Нуретдинова яңыраҡ ҡына ошо бәлә­кәстәр кеүек шаярып йөрөй ине, ҡайһы арала үҫеп, етдиләнеп киткәндәр! Быйыл II класты тамамланы улар. Ильяс “бишле”гә генә өлгәшә, робототехника түңәрәгенә йөрөй. Дилә киләһе уҡыу йылында өс “дүртле”һен төҙәтеүҙе маҡсат итеп алған. Яҡындары сирләһә – табип, йорт ҡуяндары ауырыһа, ветеринар булырға теләй икән. Вилена – әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, бер йәшлек һеңлеһе Сабинаны матур итеп тәрбиәләшә, балалар табибы булғыһы килә.
Сәскәләй сағыу итеп кейенгән кескәйҙәр, фотоға төшөргә тип, һап-һары бәпембәләр түшәлгән паркка йүгерҙе. Шул саҡ респуб­ликабыҙҙа күптәргә таныш йәмәғәт эшмәкәре Альбина Исхаҡова (Кусимова) тап булды. “Тамыр” студияһы әҙерләгән фильмдарҙа өләсәй ролен башҡарған ағинәйҙе балалар шунда уҡ таныны һәм һырып алды.
Еңеү көнө уңайынан “Урал” галереяһында Альбина Хажим ҡыҙының “Мин яратам...” тигән күргәҙмәһе асылғайны, шунда яңы өлгөләр алып китеп бара икән. Үҙенсәлекле күргәҙмәлә оҫта теккән иллегә яҡын селтәр һәм һаҡал, ҡашмау, башҡа төр ҡул эштәре тупланған. Үҙе менән алған милли биҙәүес­тәрҙе балаларға күрһәтергә булғайны, ҡыҙҙар кемуҙарҙан кейеп тә алды.
Альбина Исхаҡова 1938 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында балалар йортонда тәрбиәләнгән, артабан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡыған. Уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы һаналған ул: саңғы, волейбол, еңел атлетиканан разрядтары бар, спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы булған. Өфө нефть инс­титутын (хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлағас, ире Фәнис Исхаҡов менән СССР-ҙың төрлө төбәктәрендә газ үткәргес трассаларында инженер булып эшләгән, ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Альбина Хажим ҡыҙы күңеле күптән талап иткән шөғөлгә тотонған – һаҡал, селтәр, ҡашмау кеүек милли башҡорт биҙәүестәрен яһай, йәштәргә уларҙы эшләргә өйрәтә, төрлө мәҙәни сараларҙа тағып йөрөргә һәм тергеҙергә саҡыра. Маһир булыуына ҡарамаҫтан, ағинәй әленән-әле төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, заманса алымдарҙы отоп алырға тырыша, ғөмүмән, тормошҡа балаларса ҡыҙыҡһынып ҡарауы менән һоҡландыра.
– Беҙҙең бала саҡ аяныслы йылдарға тура килде. Кис ятһам да, иртән торһам да, ил-йорт тыныс торһон, һуғыш булмаһын, балала­ры­быҙ имен үҫһен, тип теләйем. Күргәҙмәмде лә Ерҙә тыныслыҡ һәм бәхетле тормош өсөн туғанлыҡ хистәрен, ғаилә усағын һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға бағыш­ланым, – тине ағинәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519