Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғорурлығым — ауылдаштарым
Ғорурлығым — ауылдаштарымБынан мең йылдан ашыу элегерәк дәүерҙәрҙә, йәғни 921—923 йылдарҙа, Башҡортостандың көньяҡ далалары буйлап ҙур каруан үтә: Бағдад илселеге сәркәтибе сифатында ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм яҙыусыһы Ибн-Фаҙлан үҙенең күргән-кисергәндәрен, ниндәй халыҡтар менән осрашҡанын юлъяҙмаларына теркәп бара. Уның яҙыуҙарында ҡыйыу, яугир башҡорттар менән аралашыуы ла ентекле мәғлүмәттәр, хәҙер инде тарихи документ булып һаҡланып ҡалған.
Ҡыҙыҡлы тап килеүҙәр була. Нәҡ мең йыл үткәс, 1923 йылда башҡорт Зәки Вәли­ди Мешхед (Иран) мәсетенең китапхана­һында ҡулъяҙмалар араһынан Фаҙландың ошо хеҙмәтенә юлыға һәм уны башлап фәнни әйләнешкә индереп ебәрә. Ибн-Фаҙ­ландың яҙмаларын башҡорт һүҙе тарих биттәренә ингән иң боронғо шаһитнамәләр, үҙенсә документаль сығанаҡтарҙан тиергә мөмкин.
Әле лә Ырымбур өлкәһендәге далаларҙа Туҡ һәм Соран буйҙарында күп ауылдарҙа башҡорттар донъя көтә. Уларҙы Туҡсоран башҡорттары тип йөрөтәләр. Барлай баш­лаһаң, уларҙың бындағы йәшәүҙәре меңәр йылдарға барып тоташа. Башҡорт­остан Республикаһы ойошторолған заманда был башҡорт ауылдары Туҡсоран кантоны булып яңы дәүләт составына ингән.
Ә кем белә, бәлки, ошондағы милләт­тәштәребеҙ бынан мең йылдан ашыу заманда Ибн-Фаҙлан яҙып ҡалдырған, ғәрәп сәйәхәтсеһе менән ҡыйыу һөйләшкән баш­ҡорттарҙың беҙҙең көндәргә килеп тоташ­ҡан нәҫелдәрелер – беҙҙең алыҫ атай-олатайҙарыбыҙҙыр? Тыуған яҡтары­быҙ­ҙың тарихы тураһында һүҙ ҡуҙғалғанда мин бына ошолар хаҡында ла уйлайым.
Ғорурлығым — ауылдаштарымТуҡсоран башҡорттары Башҡортостан Республикаһын төҙөү өсөн көрәш юлында ныҡ ҡатнашҡан, яҡты эҙ ҡалдырған. Баш­ҡортостан дәүләтселегенә, тарихына, әҙә­биәтенә, мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән, үҙҙәре ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән Сәғит Мерәсев, Дауыт Юлтый, мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алып өлгөргән Мөхәм­мәтша Буранғолов, яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт әһелдәре Сәғит Агиш, Ғабдулла Амантай, рәссам Рәхим Ишбулатов, сәхнә оҫтаһы Сәхи Сәйетов, журналист Ҡасим Аҙнабаев һәм башҡа шәхестәр тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа был исемлеккә Сөләймән Муллабаев, Әмир Абдразаҡов, Хисмәт Юлдашев һәм башҡа­лар өҫтәлде. Был тема махсус тикшереүҙе көтә. Киләсәктә ундай ғилми хеҙмәт яҙылыр тип өмөтләнәйек.
Мин Соран буйындағы Ҡунаҡбай ауылында тыуғанмын. Ғабдулла Амантай ме­нән ауылдашмын, ырыуҙашмын. 1945 йылда атайым вафат булғас, әсәйемдең атаһы Латип ҡартатайым өйөбөҙҙө үҙенең янына Ғабдрафиҡ ауылына күсереп һалды. 1945 – 1953 йылдарҙа бала сағым ошо ауылда үтте, күп яҡтан ул тыуған төйәгемә әйләнде.
Тыуған яҡтарымда йышыраҡ булырға тырышам, йыл да ҡайтып әйләнәм. Быйыл туғандарым менән Ғабдрафиҡҡа 7 майҙа ҡайтып төштөк һәм Бөйөк Еңеү байрамына тап килдек.
Тыуған төйәгебеҙ булған был ауыл ун туғыҙынсы быуат баштарында ойошҡан һәм беҙҙең Ғабдрафиҡ ҡартатайыбыҙҙың исемен йөрөтә. Ауылдаштарым барыһын да ил менән бергә күргән. Колхоз ойошто­рол­ғанда ауылдың хәлле крәҫтиәндәрен кулак тип илдән ҡыуғандар. Беҙҙең олатайҙар ҙа был золомға саҡ-саҡ эләкмәй ҡалған: беҙҙе ғүмер буйы кулак тип кәмһетә торғайнылар. Әсәйем Рәҡиә Латип ҡыҙының әллә ҡайҙағы Архангель өлкәһендәге Котлагтан ҡасып ҡайтыуы – үҙе фажиғәле бер тарих.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бөтә илдеке һымаҡ Ғабдрафиҡ ауылының ир-егеттәре лә һуғышҡа киткән. Күптәре фронтта һәләк булған, ләкин уларҙы ауылдаштары онотмаған, батырлыҡтарын һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә алған.
1973 йылда Ғабдрафиҡ ауылынан һу­ғыш­ҡа китеп, фронттарҙа һәләк булған­дар иҫтәлегенә обелиск асылғайны. Шул ҡо­мартҡыға һуғышта ғүмерҙәре өҙөлгән ауылдаш ир-егеттәрҙең исемдәре яҙылғай­ны. Тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайт­ҡан фронтовиктар ҙа һәләк булғандар иҫтә­легенә ҡуйылған обелискты асыуҙағы моң­һоу тантанала ҡатнашҡайны һәм күмәкләп фотоға төшкәйне. Был һүрәттә ниндәй ир-егеттәр тормошҡа ҙур ышаныс менән ҡарап тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында, бәлки, ентекләберәк әйтеп үтеү кәрәктер.
Рәҡип Латип улы Вахитовтың һүрәте. Был офицер (беренсе рәттә, уңдан икенсе) һуғыштан таяҡҡа таянып ҡайтты һәм шунда уҡ һуғышҡа тиклемге һөнәренә – уҡытыу эшенә тотондо. Әсәйемдең бер туған ағаһы Рәҡип бабайым тыуған ауылы Ғабдрафиҡта ете йыллыҡ мәктәп астырыу өсөн янып йө­рөү­селәрҙән булды. Тырышҡандар маҡса­тына өлгәште: ауылда ете йыллыҡ мәктәп ысынлап та асылды, һәм уның тәүге директоры һуғыштан яраланып ҡайтҡан Рәҡип Латип улы Вахитов булды. Миңә ошо уҡыу йортон тик яҡшы билдәләр менән тамамларға һәм артабан Аҡбулаҡ педагогия училищеһына конкурсһыҙ инеү бәхете насип итте.
Был мәктәп тураһында өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: бөтә фәндәр ҙә бында тик башҡортса уҡытылды. Дәреслектәр Өфөнән даими килеп торҙо. Булған бит заманалар! Хәҙер бөтә фәндәрҙән дә башҡортса уҡы­тылған мәктәпте сит өлкәләрҙәге башҡорт ауылында ғына түгел, Башҡортостандың үҙендә лә табыуы мөмкин түгел! Тик баш­ҡортса ғына уҡыһалар ҙа, һабаҡташта­рымдың күбеһе артабан юғары уҡыу йорттарын тамамланы, хеҙмәт уңыштары менән илгә танылды.
Рәҡип Вахитов тураһында тағы ла шуны әйтке килә. Ул ғүмере буйы шиғырҙар яҙҙы. Ҡайһы берҙәре республика матбуғатында ла баҫылып сыҡты. Һуғышта күргән-кисергәндәрен ул үҙенсәлекле бәйет итеп ҡалдырҙы.
Ғорурлығым — ауылдаштарымҒөмүмән, беҙҙең ауыл мәктәбендә шиғыр яҙыусылар күп ине. Директорҙыҡы менән бергә беҙҙең, йәғни уҡыусыларҙың, шиғырҙары ла мәктәптең стена гәзитендә урын ала торғайны. Ысынлап та, ижади мөхиттә тәрбиәләнгәнбеҙ икән.
Офицер Рамаҙан Латип улы Вахитов яуҙан ҡайтҡандар араһында иң йәштәрҙән булғандыр. Һүрәттә ул иң һуңғы рәттә бер үҙе айырылып, һерәйеп тора. Һуғыштан ҡайтҡас, ул да педагог эшенә тотондо, беҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ ине. Рәҡип бабайымдың да, әсәйемдең дә бер туған ҡустылары Рамаҙан абзыйым заманында яңы мәктәп һалдырҙы, шунда директор ҙа булды. Фронтовик, педагог Вахитовтарҙың ғаиләләре ҙур ине, балалары барыһы ла уҡып, үҙҙәрен эштә тик яҡшы яҡтан күрһәт­те. Рәҡип бабайымдың улы Ришат Күмертау ҡалаһында яҡшы табип ҡына түгел, үҙен моңло йырсы итеп барлыҡ башҡорт донъяһына танытты.
1973 йылда обелиск асыу тантанаһынан һуң күмәкләп фотоға төшкән фронтовик­тарҙың һәр береһе хаҡында әллә күпме яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Матур йәшә­неләр, матур эшләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, арабыҙҙа уларҙың береһе лә юҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға бер генә көн ҡалғас, Ғабдрафиҡтың һуңғы фронтовигы Зөфәр ағай Айыуҡасов та вафат булып ҡуйҙы. Ауыл һуңғы яугирен һуңғы юлға оҙатты.
Фотола беренсе рәттә һулдан өсөнсө Вәли Байтимеровтың һүрәтен күрәбеҙ. Ул мин белгәндән төрлө ауылдарҙа колхоз рәйесе булды. Ир-егеттәр бөтәһе лә яуға киткәндә, ауылда ҡарт-ҡоро ла бала-саға ҡалғанда, колхоз эштәренә етәкселек итеү бик ҡыйын булғандыр, ләкин Вәли бабай һынатманы, иң ҡатмарлы саҡтарҙа ла эште ойоштора белде. Яңы обелискыға яугир Миңлеғәләм Агеевтың шиғри юлдары ла алынды. Ул – дөйөм икенсе рәттә уңдан бишенсе. Был ҙур баннерҙы 1973 йылғы фотонан Рәмил Ейәнбәтов эшләне. Уның фронтовик атаһы педагог Сөләймән Ейәнбәтов – өсөнсө рәттә уңдан беренсе.
2016 йылдың көҙөндә Рәфис Вахитов миңә кәңәшләшергә килде. Ул бик әсенеп һөйләне: 1973 йылда атайымдар фронтовиктар иҫтәлегенә обелиск ҡуйғайны. Байтаҡ йылдар был ҡомартҡы ауылыбыҙҙы биҙәп, уның ғорурлығы булып торҙо. Хәҙер ул ныҡ иҫкерҙе, нисек тә яңыртырға кәрәк. Инде иҫән ҡалған фронтовиктар ҙа ауылда ҡалманы. Уларҙың да исемдәрен был һәйкәлгә яҙып ҡуйырға ине.
Бөтә көсөн һалып, Рәфис Рәҡип улы ошо изге эшкә тотондо. Уға был эште йы­рып сығыуҙа “Полиэф” заводының матди ярҙамы таяныс булды. Байтаҡ йылдар ул был атаҡлы “Полиэф” заводында техник кадрҙар бүлеген етәкләне. Рәфискә обелискыны булдырыуҙа ауылдың уңған фермеры Альберт Абдуллин, уның улы Айрат ҙур матди ярҙам күрһәтте. Һәйкәлде ҡуйыуҙа ысын күңелдән ауылдаштарыбыҙ Рафаэль Хәлитов, Ильяс Ҡыуатов, Иҙрис Байтимеров, Иҙел Агеев, Әсләм Вахитов, Закир Бикембәтов, Илдар Агишев ҡатнаш­ты, сөнки бер кешегә был эштәрҙе еңеп сығыуы мөмкин түгел.
Һәм, ниһайәт, яу батырҙары иҫтәлегенә 8 майҙа обелиск асылды. Был тантаналы көндә һәйкәл янында хәҙрәттәрҙең доғала­ры ла, йыр-моң да яңғыраны, шиғри юлдар ҙа ҡабатланды. Сәскәләр һалынды. Ауыл кешеләре лә, ситтән ҡайтҡан хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны.
Беҙҙең тарихыбыҙҙы берәү ҙә ситтән килеп хәтеребеҙгә төшөрөп йөрөмәҫ. Ғорурлыҡ хисен бөгөнгө балаларға ололар тапшырырға, кисәгенең, хәҙергенең һәм ки­лә­сәктең бәйләнеше айырылғыһыҙ бу­лырға тейеш. Бөйөк Еңеү байрамын ҡар­шылағанда, мин ауылдаштарымдың тормошонда ошо бәйләнештең ныҡлы булыуын күреп ҡыуандым. Шиғырҙар уҡып, һүҙ әйтеп барыһын да оло ваҡиға менән ҡотланым. Шунда уҡылған бер шиғыр менән һүҙемде йомғаҡлайым.


Ауылымдың һуңғы яугире

Зөфәр Айыуҡасов ағай иҫтәлегенә

Яуҙан ҡайтып, ейәндәрҙе һөйөү
Иң ҙур бәхеттәргә тиң үҙе.
Бер генә көн барып етмәй ҡалдың
Етмешенә Бөйөк Еңеүҙең.

Яҙ нурына ҡойона, дымға туйына
Һин нисә ҡат һөргән баҫыуҙар.
Ағайҙарым,
Соран буйҙарында
Йәмле таңдар һеҙһеҙ атырҙар.

Өтмәҫ һине ҡабат ут-ялҡындар,
Һиҫкәндермәҫ туптар шаңҡыуы.
Оҙата ауылым һуңғы фронтовигын,
Ҡаҙыла һинең һуңғы окобың.

Һуңғы окобына инеп ятыр
Ауылымдың һуңғы яугире.
Баҫыуҙарҙа ләйсән ямғыр яуа,
Күҙ теймәһен, имен яуғыры!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521