Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ирҙәр үлә, башын һала, бөтмәҫ дандары ҡала...”
“Ирҙәр үлә, башын һала, бөтмәҫ дандары ҡала...”Мин һуғыштан һуң тыуғанмын, әммә ни өсөндөр ошо ҡанлы алышты бик ауыр кисерәм. Федоровка районының Юлдаш ауылының әзмәүерҙәй ирҙәрен бер көн килеп тейәп алып китһендәр әле! Күҙ алдына килтереүе ауыр хатта. Ә бит 55 яугирҙең 32-һе генә (ҡайһыһы аяҡһыҙ, ҡайһыһы ҡулһыҙ булһа ла) иҫән йөрөп ҡайтҡан, 23-ө һәләк булған йәки билдәһеҙ юғалған.
Юлдашбаевтарҙан Ғатаулла абзыйым (1906) яраланып, 1942 йылда ауылға ҡайтһа ла, оҙаҡ йәшәй алмай, беҙ белгәндә гүр эйәһе булғайны. Ғиниәтулла ағай (1908) фронттан ҡайтҡандан алып бөтә ғүмере буйы өшөп, ауыр эшкә ярамай йөрөнө. Мин уның бер ваҡытта ла еңел күлдәктә йөрөгәнен күрмәнем.
Әсәйем менән атайым – Гөлъямал Хөббөтдин ҡыҙы менән Хәмиҙулла Ғилман улы Юлдашбаевтар, әсәйемдең һеңлеһе Камила Сәйфетдин ҡыҙы Ишҡолова (1921) тыл геройҙары исемлегенә индерелгән. Улар үҙҙәренең СССР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә (1945 йыл, 6 июнь) “1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр хоҡуғына тиң булыуҙарын белмәйенсә яҡты донъянан китте.
Оло Сытырмандан Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәров тураһында күп яҙалар. Ҡыҙы Замира һәм ейәнсәре Илмира был йәһәттән бик ныҡ эшләй, еҙнәм (атай яғынан туған Гөлсирә апайымдың ире) хаҡындағы һәр мәғлүмәтте күҙ ҡараһылай һаҡлай. Ә бына Ғәтиәт еҙнәм тураһындағы мәғлүмәт ситтә ҡалды. Ул һуғышҡа киткәндә ҡыҙына дүрт йәш кенә була. Ике еҙнәнең исемдәре лә оҡшаш, атайҙарының да исемдәре тап килгән, әммә улар икеһе ике кеше. Икеһенең дә тыуған ауылдарында мәктәптәре ихатаһында бюст асылды, музейҙары ойошторолдо. Бында туғандарҙың, бигерәк тә бер туған һеңлем Мәүлиҙә Хәмиҙулла ҡыҙының тырышлығы ҙур булды.
Бөгөн Советтар Союзы Геройы Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡолов һәм уның берҙән-бер ҡыҙы Гөлсинә апайымдың яҙмышы тураһында иҫкә алғым килә. Ғәтиәт еҙнәм тураһында мәғлүмәт аҙ. “Герои Страны” сайтында, Советтар Союзы Геройҙарының ҡыҫҡаса биографик һүҙлегенең 1-се томында (М.: Воениз., 1987), “Славные сыны Башкирии” йыйынтығының 3-сө китабында (Уфа, 1968), “Лицом на запад” (Уфа, 1972) һәм “Подвиги их – бессмертны” (Уфа, 2000) йыйынтыҡтарында яҙып сыҡтылар-сығыуын, әммә уның биографияһында беҙ яҙғандан артығы юҡ. Фин һуғышы осоро бөтөнләй яҡтыртылмаған. Еҙнәмдең алтын миҙалының һәм башҡа наградаларының ҡайҙа икәне билдәһеҙ.
Ғәтиәт Абдулла улы 1916 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Федоровка районы) Яңы Яуыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыл мәктәптә уҡый, бик йәшләй ауыл хужалығы эштәрендә ҡатнаша. 1932 йылда тракторсылар мәктәбен бөтөрөп, 1935 – 1937 йылдарҙа Пугачев исемендәге совхозда тракторсы булып эшләй. Артабан, Бөрө автомеханиктар мәктәбен тамамлағандан һуң, совхозға механик булып ҡайта.
1937 йылда Федоровка районы военкоматынан Совет Армияһына алына һәм Харьков танк училищеһына уҡырға ебәрелә. Ике йылдан һуң үҙ теләге менән Фин һуғышына китә (ошо ваҡиғаның датаһын иҫәпкә алғанда, икенсе сығанаҡтарҙа 1944 йылда Харьковта уҡый тигәне дөрөҫкә тап килмәҫ, сөнки ул шунда уҡ һуғышҡа инә). 1940 йылда хәрби хеҙмәттән бушатыла һәм Бала Сытырман МТС-ында тракторсылар әҙерләү курсында уҡыта башлай. 1941 йылда партияға алына. 1942 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафында һуғышҡа инә.
4-се Украина фронтындағы 18-се армияның 1666-сы үҙйөрөшлө артиллерия полкында өлкән лейтенант артиллерия ҡоролмаһы (САУ) командиры була. Чехословакияны азат итеүҙә ҡаһар­манлыҡ күрһәтә: үҙенең экипажы менән 1944 йылдың 9 декабрендә беренсе­ләрҙән булып Требишов ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштағы Челевце ауылына бәреп инә, ә 10 декабрҙә дошман позицияһына һөжүм яһағанда уларҙың һигеҙ пулемет нөктәһен, миномет батаре­яһын юҡҡа сығара, утыҙлаған фашисты ҡыра. Ошо ҡанлы бәрелештә ҡаһарман офицер Ғәтиәт Ишҡолов батырҙарса һәләк була. Ул Чехо­слова­кияның Требишов ҡалаһынан көнбайыш­тағы Плехотице ауылында ерлән­гән.
Командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы өсөн Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡоловҡа үлгәндән һуң СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартта ҡул ҡуйылған Указы нигеҙендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Алтын Йондоҙ, Ленин ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. Награда ҡағыҙында былай тип яҙылған: “Во время наступательных действий полка 9 и 10 декабря в районе Чалока-Керестур старший лейтенант Ишкулов на своей установке обогнал сопровождаемую пехоту и первым из батареи ворвался в Чалока, увлекая за собой батарею и стрелковые подразделения. Под сильным заградительным артиллерийским и минометным огнем противника три раза тов. Ишкулов атаковал позиции противника. В этих боях его установкой было уничтожено шесть пулемётных точек, одно орудие, одна миномётная батарея, 30 солдат противника”. Ғәтиәт еҙнә, үҙе менән ул-был хәл була ҡалһа, ҡустыһына ғаиләһен ташламаҫҡа ҡуша, шунлыҡтан Камила апайым 1945 йылда һуғыштан ҡулын ҡалдырып ҡайтҡан Миңләхмәт Ғәлиәхмәт улы Ишҡоловҡа (1915) тормошҡа сыға һәм ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығына Федоровка районы хакимиәте апайыма өй һалып бирҙе, быны юллауҙа “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының көньяҡ райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Фәтхи ағай Комиссаров ҙур ярҙам күрһәтте. Ул беҙҙең нәҫелде бик яҡшы белә ине.
Беҙ Аҫылғужа менән өй туйында ҡатнаштыҡ. Шул ваҡытта Ғәтиәт еҙнәмдең ҡыҙы Гөлсинә апайым Плехотице мәктәбе уҡыусыларының саҡырыу ҡағыҙын миңә күрһәтте. “Әйҙә, икәүләп барайыҡ”, – тине. Минең Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән ваҡыт ине, шуға күрә баш тартырға тура килде. “Һин бармағас, мин нисек барам инде”, – тип кенә ҡуйҙы апайым. Йүләрлегемә әле булһа үкенәм. Ниндәйҙер хәтирәләргә шаһит булыр инем, хәҙер уларҙы ҡара үлән баҫты инде. Райондан оҙатып барыусы билдәләп, матди сығымдарҙы күтәрер саралар күрмәүҙәренә лә үпкәм ҙур.
Апайым оҙаҡ йылдар совхозда һауынсы булып эшләне. Быуындары шешеп, ярҙамһыҙ йөрөй алмай башланы. Һуғыш ветерандарына һәм уларҙың тол ҡатындарына яҡын-тирәләге ҡалаларҙа фатир йә йорт һалырға сертификат тарата башлағас, мин апайым исеменән Күмертау йәки Мәләүез ҡалаларында бер бүлмәле фатир биреүҙәрен һораным. Улар, ғәҙәттәгесә, хатымды Федоровка районына ебәргән. Шулай итеп, мөмкинлек булмағанға һылтанған яуап алғас, Мәскәүгә ил Президентына мөрәжәғәт иттем. Улар үтенесебеҙҙе Башҡортостан Хөкүмәтенә йүнәлтергә ҡушҡан. Бына шулай тупһанан-тупһаға йөрөгән үтенестәребеҙ ерҙә ятып ҡалды.
…Тышта яҙ ҡояштары ҡыҙҙыра, ә күңелдә ауыр хәтирә тынғылыҡ бирмәй. Донъялар үҙгәрҙе, мәрхүм геройҙарыбыҙҙың гүрҙәре Украинала тапалған һайын үҙәк өҙөлә. Көн тыуған һайын: “Хоҙайым, илемә тыныслыҡ бир!” – тип кенә теләргә ҡала. Үлгән артынан үлеп булмай, әммә беҙ, тере кешеләр, уларға түләп бөткөһөҙ бурыслы икәнебеҙҙе онотмаһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521