Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡлы факттар
Ҡыҙыҡлы факттарӨс миллиардлыҡ файҙа
Пенсия тупланмаларын депозит иҫәптәренә ваҡытлыса урынлаштырыу Рәсәйҙең Пенсия фондына былтыр 2,97 миллиард һумлыҡ файҙа килтергән. “Уртаса килемлелек 10,58 процент тәшкил итте, йәғни инфляция кимәленән икеләтә юғары булды”, – тине фондтың матбуғат хеҙмәте.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Пенсия фондының тупланмалар булдырыу өсөн күсерелгән страховка иғәнәләрен идарасы компанияларға һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына тапшырылғанға ҡәҙәр закон тарафынан рөхсәт ителгән активтарға ваҡытлыса тотонорға хоҡуғы бар. 2016 йылда фонд 17 депозит аукционы үткәргән, уларҙың һөҙөмтәһе булараҡ 38 депозит килешеүе төҙөлгән. Ошо маҡсаттағы аҡса әйләнеше күләме 300 миллиард һумдан ашҡан.
Рәсәйҙең Пенсия фонды биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле илебеҙҙә страховка пенсияһы 39 миллиондан күберәк кешегә түләнә.

“Уртаҡлашырға ашыҡмайыҡ”
“Рәсәй терәге” ойошмаһының тәҡдим итеүенсә, хеҙмәткәрҙәр ҡартайған көнөндә ниндәй аҡсаға йәшәйәсәге хаҡында нығыраҡ уйланырға һәм хәҙерҙән үк пенсия иғәнәләренең бер өлөшөн үҙаллы түләп барырға тейеш.


Мәғлүм булыуынса, әле эш биреүселәр Пенсия фондына хеҙмәт хаҡының 22 проценты күләмендә иғәнәләр күсерә. “Был аҡсаның күпмелер өлөшөн кешеләрҙең үҙҙәренән түләтергә кәрәк, шулай дөрөҫ буласаҡ. Юғиһә бөтөн яуаплылыҡ ойошмалар иңенә һалынған”, – ти “Рәсәй терәге” етәксеһе Александр Калинин. Уныңса, идеяны ил Президенты Владимир Путин талап иткән һалым реформаһына ярашлы ғәмәлгә ашырырға мөмкин.
Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин иһә быға ҡаршылығын белдерҙе.
— Граждандарҙың килеме былай ҙа кәмегән ваҡытта яңы бурыстар менән мауығыуҙың мәғәнәһе юҡ. Әгәр эш хаҡтары 7-8 процентҡа артып барһа, ризамын, – тине министр. – Шулай ҙа бөгөн был мәсьәләне хәл итеүҙең бүтән төрлө юлдарын эҙләргә була. Мәҫәлән, юғары эш хаҡы алыусыларҙы пенсия фондына иғәнәләрҙе ойошма менән уртаҡлашып түләргә мәжбүр итергә мөмкин.

Мөмкинлектәр – ҡул осонда
Рәсәйҙең Пенсия фондындағы шәхси иҫәбең хаҡында мәғлүмәттәр алыуҙы, эшләгән ойошмаң тарафынан страховка иғәнәләре нисек күсерелеүен тикшереүҙе, шулай уҡ ҡабул итеүгә яҙылыуҙы, кәрәкле документтарҙы юллауҙы еңеләйткән яңы мобиль ҡушымта барлыҡҡа килде. iOS, Android кеүек платформаларға көйләнгән был программа аша Рәсәй Пенсия фондының сайтында тәҡдим ителгән бик күп функцияларҙы бушлай файҙаланырға мөмкин.


Ҡушымтаға инеү өсөн дүрт урынлы һандан торған пин-кодты яҙырға кәрәк. Ул дәүләт хеҙмәттәре (www.gosuslugi.ru) порталында теркәлгән иҫәп яҙмаһы ярҙамында раҫлана. Артабан һәр саҡ ошо пин-код талап ителәсәк.
Мобиль ҡушымта хаҡлы ялдағыларға ғына түгел, башҡаларға ла файҙалы буласаҡ: уның аша тупланған пенсия балдары һәм хеҙмәт стажы; билдәләнгән пенсия һәм социаль түләүҙәр күләме; әсәлек капиталының дәүмәле; Рәсәйҙең Пенсия фондына ҡасан һәм ниндәй мәсьәлә буйынса нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүең хаҡында белергә мөмкин. Ҡайһы бер функцияларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлмәйенсә лә ҡулланырға була. Мәҫәлән, геолокация аша яҡында урынлашҡан Пенсия фонды бүлексәһен, күп функциялы үҙәкте таба, ҡабул итеүгә яҙыла алаһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521