Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡтың тын алышын тойоп эшләүгә бер ни етмәй”
“Халыҡтың тын алышын тойоп эшләүгә бер ни етмәй”Дәүләт етәкселеге власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу — иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тура эфирҙы йыш ҡуллана. Үткән аҙнаның кесе йомаһында ла республиканың төп телеканалы аша өс сәғәткә яҡын Башҡортостан һәм баш ҡала халҡы менән аралашты ул. Быйыл һорауҙар күп каналлы телефон, электрон хат, социаль селтәрҙәр аша, WhatsApp, Viber, Telegram мессенджерҙары буйынса ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡортостандың 23 районында күсмә телевизион майҙансыҡ эшләне, төбәктәрҙә йәшәгәндәр улар аша ла үҙ мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Халыҡ һорауҙарын тура эфир ваҡытында ла бирә алды. Барлығы 12 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде.

Хеҙмәт хаҡы

Тәүге һорау хеҙмәт хаҡы тураһында булды. Рәсәйҙә эш хаҡының уртаса күрһәткесе 35 меңдән ашыу, ә Башҡортостанда түбәнерәк — 26 500 һум тирәһе. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, республикала эш хаҡы яйлап артасаҡ.
”Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Хеҙмәт хаҡының үҫеше — документта ҡараласаҡ төп күрһәткестәрҙең береһе”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙҙәренсә, һуңғы 20-30 йылда республикала уртаса хеҙмәт хаҡы һәр ваҡыт илдәге күрһәткестән түбән булған. Был 40 процентҡа яҡын халыҡтың ауылда йәшәүе менән аңлатыла. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә — 15, Свердловск өлкәһендә — 14, Татарстанда 25 процент халыҡ ауыл ерендә көн күрә.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыл етерлек кимәлдә финансланмай, унда йәшәгәндәрҙең эш хаҡы ла түбән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн, тәү сиратта, ауыл хужалығында эш хаҡын арттырыу шарт. Ләкин ул күп осраҡта аҙыҡ-түлеккә, ауыл хужалығы продукцияһына ҡуйылған хаҡтарҙың тап килмәүенә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән башҡараһы бурыстар байтаҡ әле. Әлбиттә, 26 мең һум насар түгел. Әммә эшсе халыҡтың 60 процентының 20 меңдән дә кәмерәк эш хаҡына йәшәргә мәжбүр булыуын танырға кәрәк. Ә дөйөм алғанда, һуңғы бер-ике йылда халыҡтың эш хаҡы, килеме буйынса Волга буйы федераль округында ярайһы уҡ яҡшы позиция биләйбеҙ”, — тине Башҡортостан Башлығы.

Һаулыҡ һаҡлау

Башҡа йылдарҙағы кеүек, быйыл да тура эфир барышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Мәҫәлән, Дим биҫтәһенән Ольга Филиппова урындағы халыҡ өсөн яңы поликлиника асырға кәрәк тип иҫәпләй. Бындағы 47-се поликлиниканың бүлексәләре төрлө урында урынлашҡан, был иһә сирлеләргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Яңы медицина уч­реждениеһының проекты бар, ләкин барыһы ла объектты финанслауға бәйле. Ваҡыты еткәс, поликлиника мотлаҡ буласаҡ, республиканың 100 йыл­лығына ҡарата төҙөлгән 100 социаль әһәмиәтле объект иҫәбенә инеүе лә ихтимал, тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.
Бәләбәйҙән дә шылтыраттылар. Ҡалала бала табыу йорто ябылған, урындағы халыҡ ремонттың тиҙерәк тамамланыуын теләй. Рөстәм Зәки улы Бәләбәй ҡалаһындағы бала табыу йортонда төҙөкләндереү эштәренең киләһе йылда тамамланасағын әйтте. Әлегә был төбәктә әсәй булырға әҙерләнгәндәрҙе Октябрьский һәм Приют перинаталь үҙәктәрендәге белгестәр ҡабул итә.
Сираттағы һорау ЭКО-ға бәйле ине. Төбәктә тыуымды арттырыу зарур, беҙгә балалар кәрәк, киләсәктә мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә экстракорпораль аталандырыу процедураларын ғәмәлгә ашырыу өсөн квоталар күлә­мен кәметергә ниәтебеҙ юҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, быйыл ошо исемлеккә инмәгәненә борсолған ҡатын-ҡыҙҙың һора­уына яуап биреп. “Сиратта торғандар квота менән алдағы йылдарҙа файҙалана аласаҡ”, — тип ышандырҙы төбәк Башлығы.
Әйткәндәй, квоталарҙың иҫәбе йылдан-йыл арта, әгәр элек бындай процедураны түлһеҙлек менән интеккән 150-200 ҡатын ғына бушлай эшләтә алһа, быйыл мотлаҡ медицина страховкалау полисы иҫәбенә Башҡортостандан 1,5 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО процедураһын яһатасаҡ. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, сара республикала тыуымды арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 2,7 мең ҡатын-ҡыҙ ЭКО-ға сиратта тора.
— Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы заманса, юғары дәрәжәлә булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Тармаҡтағы күпселек көнүҙәк мәсьәләләр менән яҡындан танышмын. Белгестәргә, табипҡа регистратурала яҙылыу ауыр булыуын да, электрон сираттың тейешле кимәлдә ойошторолмағанын да яҡшы беләм. Барлыҡ мәсьәләләрҙе яйға һалырға тырышабыҙ һәм медицина учреждениеларына юғары талап ҡуябыҙ, — тине төбәк етәксеһе.

Ауыл хужалығы

Ә бына ауыл кешеһенең һорауҙары күберәк ер, эш урындары менән бәйле. Дыуандар төбәктә агросәнәғәт комплексы һалыныуын теләй, ә көйөргәҙеләрҙе субсидия мәсьәләһе борсой.
— Ауыл халҡының именлеге — беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә. Шуға күрә ярҙам күрһәтелде һәм күрһәтеләсәк. Әммә быйылдан башлап субсидияларҙы һалым буйынса бурыстары булмағандар ғына аласаҡ. Быға бәйле хәлде өйрәнгәс, төбәктә ауыл хужалығы предприятиеларының яртыһынан күбеһенең бурыстары булыуы асыҡланды. Әгәр ҙә предприятие һалым түләмәй икән, беҙ уға ярҙам итеүҙән баш тартырға мәжбүрбеҙ. Апрель башына тиклем күбеһе бурысын түләргә тырышҡан, әлбиттә, — тине Рөстәм Хәмитов кө­йөргәҙеләрҙең һорауы­на асыҡлыҡ индереп.
Әйткәндәй, быйыл республика аграрийҙарына федераль һәм республика бюджетынан өс-дүрт миллиард һум субсидия бүлеү күҙаллана. Шулай уҡ ташламалы шарттарҙа кредитлау ҙа ҡаралған.

Эшҡыуарлыҡ

Бөгөн иҡтисадтың 30 процентын бәләкәй эшҡыуарлыҡ тулыландыра. Рөстәм Хәмитов йүнселдәргә ҡамасаулаған кәртәләргә лә туҡталды. Мәҫәлән, Бөрйән районы эшҡыуар­ҙары эре компанияларҙың эшмәкәрлегенән ыҙа сигә. Райондағы урман май­ҙандарын “Башлеспром”, “Селена” предприятиелары ҡуртымға алған, тик улар ағасты эшкәрт­мәй, ә тамыры­нан һатыу менән мәшғүл. Һөҙөм­тәлә урын­дағы­лар өсөн ағас алыуға сират ҙур.
“Бөрйәндә урман хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр ғәйәт ҙур. Бында сират туғыҙ мең кешегә етте тиһәләр, был районда урмандың юғары сифаты тураһында һөйләй. Бөтәһенә лә Бөрйән ағасы кәрәк, әммә был мөмкин түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға күрә сиратта торғандар башҡа райондарға йүнәлтелә. Бүтән төрлө төҙөлөш материалдарын да эҙләйҙәр. Урман хужалығынан алынған килемдең райондан китеүе – көнүҙәк мәсьәлә. “Селена” – урманды ҡуртымға алған (шул иҫәптән – Бөрйәндә лә) компания. Һуңғы ваҡытта ул эшен яйға һалды, беҙҙең уға дәғүәбеҙ юҡ. “Башлеспром”ға килгәндә, һуңғы ваҡытта уның эше әллә ни алға бармай. Унда хеҙмәт хаҡы буйынса ла, һалым түләү йәһәтенән дә бурыс бар. Иң мөһиме — “Башлеспром” эшләгән ерҙә кешеләр иҡтисади тормошҡа йәлеп ителмәгән. Бөрйәндәргә мөрәжәғәт итеп, урманға ғына иҫәп тоторға ярамай, тип әйтмәксемен. Әйткәндәй, кисә генә коллегаларым менән һөйләшеү барышында ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса кооператив хәрәкәтенең үҫешә башлауын белдем. Мәҫәлән, “Башҡорт бал ҡорто” тигән бик матур атамалы коопера­тивтың барлыҡҡа килеүен ишетеү ҡыуаныслы булды. Ул ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе берләш­тереп, уларға үҙ продукцияларын һатыуға булыш­лыҡ итеүҙе, шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, хатта сифат ярашлы булһа, бал өсөн махсус һауыттар, ярлыҡтар менән тәьмин итеүҙе лә күҙ уңында тота. Беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Ауыл ерендә лә кооперативтар төҙөргә мөмкин”.

Матбуғат

Тура эфирҙа баҫма матбуғаттың бөгөнгө хәле лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
“Бөгөн матбуғат ауыр осор кисерә. Ҡасандыр гәзиттәрҙең тираждары 100, 120, 150 мең данаға етә ине. Бөгөн 15 мең тираж йыйыу ҙа — һирәк күренеш. Күләм ун тапҡырға кәмегән. Әлбиттә, гәзиттәргә ярҙам итергә кәрәк. Әле беҙ аҙ тәьмин ителгән халыҡты гәзит-журналдарға яҙҙырыу мәсьәләһе тураһында уйланабыҙ”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Һөйләшеү барышында Башҡортостандың үҫеш стратегияһындағы төп йүнәлештәр, иҡтисадты фәнни ҡаҙаныштар ярҙамында үҫтереү, халыҡ-ара сараларҙың әһәмиәте, республиканың 100 йыллығына әҙерлек кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Юл, ташҡын, торлаҡ темалары ла ситтә ҡалманы. Ғөмүмән, һорауҙар күп булды, уларҙың барыһын да эфирға биреп өлгөрөү мөмкин түгел ине. Әммә, Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, халыҡ тарафынан күтәрелгән проблемаларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
— Бөгөнгө көн­дә Башҡортос­таным менән, халҡыбыҙ менән ихлас ғорурланам. Күрһәткестәребеҙ ҙә ярайһы уҡ яҡшы ғына. Был маҡтаныу ҙа, һөҙөмтәләрҙе барларға теләү ҙә түгел, ә дәлил. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҙгәрештәр бар. Ғөмүмән, бөгөнгөләй осрашыуҙар минең өсөн бик мөһим. Бәлки, хатта йышыраҡ та осрашып торорға кәрәктер. Халыҡтың тын алышын тойоп эшләүгә бер ни етмәй, — тине Рөстәм Хәмитов.




“Быйыл Башҡортостанда онкология һәм кардиология диспансер­ҙарының яңы корпустары төҙөлә башлаясаҡ. Объекттарҙың дөйөм хаҡы — биш миллиард һумдан ашыу”.


“Хрущёвкалар” – өлгө­рөп еткән мәсьәлә. Уны хәл итеү ҡиммәткә төшә, ләкин яйлап уҙған быуаттың 50-се йылдар аҙа­ғында, 60-сы йылдар башында төҙөлгән биш ҡатлы йорттарҙы һүтә башларға мөмкин һәм кәрәк. Кешеләр лифттар, инвалидтар өсөн пандустар булған яҡшы, уңайлы, заманса торлаҡта йәшәргә лайыҡ”.


“Боҙ аренаһын һәм ике мең кеше һыйҙырышлы трибунаны үҙ эсенә алған “Төҙөүсе” стадионының тәүге сиратын 2018 йылдың аҙағында тапшырабыҙ – ул шорт-трек буйынса махсуслаштырылған стадион буласаҡ. Ә икенсе сиратты – бассейн һәм еңел атлетика залын — 2019-2020 йылдарҙа сафҡа индереү күҙаллана”.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
— Был сара – Башҡортостан Республикаһы Башлығының республикабыҙ халҡы менән аралашыуының традицион форматы. Граждандарҙың бер мөрәжәғәте лә республика етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов һәр бер һорауға ентекле һәм аныҡ итеп яуап бирҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла Башҡортостан Республикаһы Башлығының халыҡ менән тура бәйләнешен ҙур иғтибар менән тыңлағандыр һәм артабанғы эшмәкәрлектәре өсөн ныҡлы этәргес алғандыр, тип уйлайым. Сөнки ошо форматтағы быға тиклем үткәрелгән саралар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, мөрәжәғәттәрҙең ниндәйҙер бер өлөшө ҡануниәтте камиллаштырыу кәрәклеге, йә булмаһа ғәмәлдәге хоҡуҡи нормаларҙың етерлек кимәлдә нәтижәле булмауы хаҡында һөйләй. Шуға күрә граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр буйынса республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523