Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡануниәттә ниндәй яңылыҡтар бар?
Быйыл мартта федераль ҡануниәткә ярайһы уҡ күп үҙгәрештәр индерелде. Шуларҙың бер нисәүһе менән таныштырып үтмәксебеҙ. Араларында йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырырлыҡтары ла бар.
Яҡын йәшәгәс, һаҡларға бурыслыһың
Урманға яҡын йәшәгән граждандарға бурыс өҫтәлде: улар ағаслыҡта янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирәсәк.
Бынан тыш, ҡар тулыһынса иреп бөткәс, ике араны ҡоро ботаҡтарҙан, киҫкәләрҙән һәм яна торған башҡа материалдарҙан таҙартырға тейештәр. Йәки шәхси ерҙән урманды янғынға ҡаршы кәртә (киңлеге ярты метрҙан кәм түгел) менән айырып ҡуйырға мөмкин.
Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар һ.б. өсөн дә урманды һаҡлау буйынса йөкләмә артты. Уларҙан, мәҫәлән, ағаслыҡтың торошон фотоға, видеоға төшөрөп, ошо мәғлүмәтте отчетҡа беркетеү талап ителә башлаясаҡ. Әйтәйек, утын әҙерләгәндән һуң диләнкә нисек ҡалдырылған, таҙартылғанмы – барыһы ла күренергә тейеш. Был “Рәсәй Федерацияһының Урман кодексына һәм айырым ҡануни акттарына урман мөнәсәбәттәрен көйләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән үҙгәрештәр индереү тураһында” законда билдәләнгән. Документта ошо өлкәләге ҡануниәтте боҙоу осраҡтары өсөн штрафтың артыуы хаҡында ла әйтелә.
Бушлай алыу ваҡыты сикләнмәй
Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу мөҙҙәтһеҙгә әйләнде. Был турала “Рәсәй Федерацияһының ҡануни акттарындағы айырым положениеларҙың көсөн юғалтыуын таныу тураһында”ғы 14-се Федераль законда әйтелә.
Статистика күрһәтеүенсә, әле илдә фатирҙарҙың 78 проценты хосуси­лаштырылған. Мәғлүм булыуынса, был ғәмәл гражданға үҙ торлағы менән теләгәнсә эш итеү – һатыу, ҡуртымға биреү, мираҫҡа тапшырыу – мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ваҡытта хужа өсөн яңы сығым да барлыҡҡа килә: ул күсемһеҙ милке өсөн һалым түләп барасаҡ.
Сертификат булыуы мотлаҡ
30 марттан транспорт хәүефһеҙлегенең техник сараларын мотлаҡ сертификатлау ҡағиҙәләре индерелә. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең 969-сы ҡарарында танышырға мөмкин.
Мотлаҡ сертификатлау сигнализация, видеокүҙәтеү, аудио- һәм видеояҙма, мәғлүмәт алыу, тапшырыу, йыйыу, эшкәртеү системаларына ҡағыла. Был намыҫлы көнәркәшлекте арттырасаҡ, һөҙөмтәлә транспорт хәүефһеҙлегенең сифаты ла яҡшырасаҡ.
Туҡланыуы – бер, эсеүе – бүтән
Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә хеҙмәтләндергән эшҡыуарҙарға 31 марттан спиртлы эсемлек һатыу өсөн яңы лицензия булдырыла.
Шул уҡ ваҡытта алкоголле продукцияны мәғариф, медицина һәм спорт учреждениеларында ойошторолған туҡланыу нөктәләрендә тәҡдим итеү тыйыла. Был хаҡта 261-се Федераль законда әйтелә.
Өҫтәүенә 31 марттан спиртлы эсемлек һатылған урындарҙа контроль-касса техникаһы ҡулланыла башларға тейеш. Был һәр кемгә, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарға һәм ойошмаларға ла ҡағыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында танышырға мөмкин.
Дарыуханала серләшегеҙ
Дарыухана залында һатып алыу­сылар белгес менән “сит ҡолаҡтар”һыҙ һөйләшә, кәңәшләшә алһын өсөн айырым урын булырға тейеш. Яңы талап 1 марттан үҙ көсөнә инде.
Был яңылыҡҡа граждандарҙың күпләп ризаһыҙлыҡ белдереүе сәбәпсе. “Дарыу­хана ғәҙәти магазин түгел, ниндәй дарыу алыу – һәр кемдең шәхси эше. Сиратта, күмәк кешенең күҙ алдында, күптәр һатыусы менән асылып һөйләшә, кәңәшләшә алмай. Консультация айырым урында бирелергә тейеш”, – тип аңлата яңы ҡағиҙәне тармаҡ белгестәре.
Башҡалар алдында уңайһыҙлыҡ тыуҙырған проблемаларҙы тағы ла бер юл аша хәл итеү мөмкинлеге асыла: дарыуҙы ситтән тороп һатыу алымы тергеҙеләсәк. Мәғлүм булыуынса, бындай интернет-аптекаларҙың эшмәкәрлеге, ялған тауар таратыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, бер нисә йыл элек тыйылғайны. Хәҙер иһә һатыу ысулы икенсерәк: дарыухана сайтында заказ бирәһең дә аҙаҡ тауарҙы үҙең барып алаһың, йәки килешеү буйынса өйөңә килтерәсәктәр. Бындай юл, әлбиттә, тәү сиратта өлкәндәр, физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы. Шул уҡ ваҡытта башҡалар ҙа, Интернет аша ниндәй дарыуҙы ҡайҙан арзаныраҡҡа алыу мөмкин икәнлеген тикшереп, күпмелер аҡсаһын янында ҡалдырасаҡ.
Ошо һәм башҡа уңайлыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында дарыуҙарҙы Интернет аша һатыу ҡағиҙәләре әҙерләнгән. Рецепт буйынса бирелә торған препараттарҙы ла шундай юл менән таратыу күҙаллана. Айырым иҫәптә торған, спирт ҡушылған дарыуҙарға ғына сикләү индерелә. Заказды өйгә илтеүселәргә килгәндә, улар ябай курьер түгел, ә махсус белемле провизорҙар, фармацевтар буласаҡ. Тимәк, онлайн һатыу барышында ла ауырыуға белгестән консультация алырға мөмкин.
Был мәсьәлә әлегә йәмәғәтселек тарафынан өйрәнелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523