Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыҙамлы һәм теремек ҡарабаш турғайҙай...
Сыҙамлы һәм теремек ҡарабаш турғайҙай... Ишғәле Ширияздан улы Нурғәлиев 1938 йылдың 26 июлендә Ишембай районының Әптек ауылында яҡты донъяға килә, шулай ҙа документтарында “1939 йылдың 10 декабрендә тыуған” тип яҙылған. Уның олатаһы Нурғәле 1930 йылда алты егеү атын, алты һыйырын, яңыраҡ алған тимер һабанын, келәтен, 12 йөк игенен һәм бар булған ерен биреп колхозға ингәс, Ҡашалаҡ колхозына рәйес итеп тәғәйенләнгән һәм тиҫтә йылға яҡын шул вазифала эшләй. Бөтә булған мөлкәтен колхозға бирмәһә, шул йылда уҡ хөкөм ителер, большевизмдың хеҙмәт лагерҙарының береһенә ебәрелер йәки юҡ ителер ине...
Нурғәле олатайҙың өлкән улы Шәйәхмәт уңышлы эшләгән ике ҙур ауылды берләштергән колхоздың алдынғы бригадиры була. Ул 1936 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә һәм ударниктар съезында ҡатнаша, Сталинды трибунала күрә, шифаханала ял итә. Бригадир Мәскәүҙән ҡайтҡас, унан колхоз йыйылышында Мәскәүҙә нимәләр күреүе хаҡында һорайҙар. Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән, тигәндәй, һүҙгә маһир булмаған Шәйәхмәт: “Нимә һөйләйем икән, унда ҡайҙа ҡарама Сталиндың һүрәте ҡуйылған”, – тип яуап бирә. Шәйәхмәттең яуабын ишеткән НКВД вәкиле “Был Сталинды яратмай икән” тигән һығымта яһай, ләкин Мәскәүҙә булып ҡайтҡан алдынғы бригадирҙы хөкөмгә тарттырып, концлагерға ебәрергә баҙнат итмәй. Әммә вәкил тотҡондар йыйыу буйынса районға килгән планды үтәмәһә, ҡулға алыныусылар һанын тултырыу өсөн үҙен концлагерға ебәрерҙәр тип ҡурҡа һәм Шәйәхмәттең энеһен, балаларының өлкәненә ун йәш тә тулмаған дүрт бала атаһын – бер ғәйепһеҙ Шириязданды ҡулға ала.
Шулай итеп, Ишғәле ағайҙың атаһы 10 йылға хөкөм ителә. Ширияздан Куйбышев (Һамар) ҡалаһының Безымянная биҫтәһендәге хеҙмәт концлагерына тотҡонлоҡҡа ебәрелә. Нурғәле олатай үҙе лә яуапҡа тарттырыла, рәйеслегенән бушатыла. Мөлкәтһеҙ, эшһеҙ ҡалған һәм улдарының ярҙамынан мәхрүм ителгән, ҡарт тип тә әйтеп булмаған Нурғәле 1944 йылдың яҙында аслыҡтан мәрхүм була.
Һуғыш башланғас, тәүге төркөмгә эләккән алдынғы бригадир Шәйәхмәт һәм Хәсән улдары, дошман самолеттарының бомбаһы аҫтында ҡалып, фронтҡа барып етә алмайынса һәләк була. Өсөнсө улы Миңлеғәли фронтҡа барып етә, тик ғаиләһенә уның батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәре генә килә. Һуғыш алдынан ғына Әптек ауылында Нурғәле олатайҙың дүрт улының да өйө үсле әҙәм тарафынан яндырыла. Ейән-ейәнсәр­ҙәренең күбеһе балалар йорттарына оҙатыла. Ширияздандың өс балаһы иһә олатай-өләсәй ҡулында үҫә.
Нурғәле олатайҙың икенсе улы Ширияздан, концлагерҙа булғанлыҡтан, иҫән ҡала. Сталинград оборонаһы ваҡытында Куйбышев (Һамар) ҡалаһы тирәһендәге лагерҙағы тотҡондарҙы, Сталиндың ҡушыуы буйынса, һуғышҡа алалар. Ширияздан төрмәнән ауылына кис ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта ла, мунсала йәшәгән ғаиләһен табып, дүрт балаһын йоҡонан уятмайынса, иртән иртүк һуғышҡа китә.
Ул фронтта тәүге көндән башлап үҙе кеүек тотҡондар менән штрафбатта хеҙмәт итә. Унан ғаиләһенә бер фотокарточкаһы ғына килә. Фотола Ширияздандың иңбашында ике тотҡалы бысҡы, ә янындағы иҫке-моҫҡо кейемле, күңелһеҙ һәм асыулы ҡарашлы штрафниктарҙың ҡулында балта йәки багор була.
Ширияздан Курск дуғаһынан һуң ғына штрафник булыуҙан ҡотола һәм саперҙар взводында хеҙмәт итә. Саперҙар ҙа, тотҡондар шикелле, күперҙәр төҙөй, үҙебеҙҙең ғәскәрҙәргә йылғаларҙы кисергә ярҙам итә. Улар ҙа күперҙәрҙе күп осраҡта дошмандың артиллерия уты һәм самолет бомбалары аҫтында һала. Саперҙар менән күп йылғаларҙы кисеп, оҙон-оҙаҡ һуғыш юлдарын үткән саҡта Ширияздан да, бомба һәм снаряд шартлауҙары янында ҡалып, күп тапҡыр иҫәңгерәп, бомба соҡорҙарында аңын юғалтып ята, өс мәртәбә контузия һәм һаулығы өсөн хәүефле баш яраһы ала.
Днепрҙы кискәндән һуң, Ширияздан саперҙар взводы менән Карпат тауҙарында румын ғәскәрҙәрен ҡорал ташлатыуҙа, Югославияны, Белградты яулап алыуҙа ҡатнаша. Сапер Ширияздан Нурғәле улы Үмәрбаевҡа һуғыш аҙағында Леонид Брежнев үҙ ҡулы менән “Белградты алған өсөн” миҙалын тапшыра. Ул һуғышты Вена ҡалаһында тамамлай.
Һуғыштан һуң Ширияздан атаһының бар булған мөлкәте ингән колхозда бригадир булып эшләй. Беренсе төркөм инвалиды булырҙай, медицина ярҙамына мохтаж фронтовикты НКВД вәкиле, колхоздағы проблемаларға яуаплы кеше итеп, “ҡоротҡослоҡта” ғәйепләй. Больше­визм ялсылары, уны һуғышта әсирлеккә төшкән фашистарға хеҙмәт итеп, совет кешеләрен ҡырыуҙа ҡатнашҡан һат­лыҡйән-полицайҙар менән бер рәткә ҡуйып, тағы биш йылға төрмәгә оҙата. Сталиндың һәм большевиктар партия­һының мәнфәғәтен яҡлаған НКВД вәкилдәре, уйлап сығарылған ялаға нигеҙләнеп, эшсән халыҡ вәкилдәрен мәсхәрәләп, еңеүселәргә ҡарата бына ниндәй мөнәсәбәт күрһәткән... Улар “бөйөк юлбашсы” яҡты донъянан киткәнсе, ябай халыҡ араһынан да “дошмандар” эҙләп таба, яугир балаларынан, ейәндәренән үс алыуҙар ойоштора, язаға тарттыра. Бына ниндәй ауыр, аслыҡ, яланғаслыҡ заманында үтә буласаҡ директор, яҙыусы Ишғәле Нурғәлиев ағайҙың бала сағы, үҫмер йылдары. Ул “Фамилияңды олатайыңдың исеме менән “Нурғәлиев” тип яҙайыҡ” тип тәҡдим иткән изге күңелле тәүге уҡытыусыһы Хәнифә Төхбәтул­линаға рәхмәт уҡый.
Ишғәле ағай, аяҡ кейеме булмау сәбәпле, тыуған ауылының башланғыс мәктәбенә ҡыш һирәк йөрөй, әммә дүртенсе класты уңышлы тамамлай. Уға ун ике саҡрым алыҫлыҡтағы Сәлих ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыу ҙа еңел булмай, йыраҡ араны йәйәү атлап, арып-талып ҡайта, каникул ваҡыттарында ололарҙан ҡалышмай колхоздың ауыр эштәрен башҡара.
Этҡол урта мәктәбе хаҡында яҙыусы: “Мине кеше итте, донъяла изгелекле әҙәмдәрҙең күберәк булыуын раҫланы”, – тип хәтерләй. Тик һуңғы ярты йылда уҡыған өсөн 75 һум аҡса түләй алмай, шул сәбәпле аттестатын ваҡытында ҡулына бирмәйҙәр. Шулай итеп, Ишғәле ағайҙың вузға инеү хыялы тормошҡа ашмай, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй башлағас ҡына аттестатын ала, Өфөлә комсомол конференцияһында ҡатнаша. Ул саҡтағы ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, тарихи шәхес Зыя Нуриевтың телмәрен тыңлай, ҡайһы бер тезистары менән килешмәһә лә, әлеге көндә лә ихтирам менән хәтерләй.
Совет Армияһына алынғансы, Ишғәле ағай Нурғәлиев фамилияһында булып, бер нисә тапҡыр медкомиссия үтә, әммә хеҙмәткә уны ни сәбәплелер Үмәрбаев тип саҡыралар. Саҡырыу ҡағыҙы ошо фамилияға килә. Йәш һалдатҡа Төркмәнстандағы Амударъя йылғаһы буйындағы Чарджоу ҡалаһында полк мәктәбендә уҡырға насип була. (Әҙиптең 2010 йылда баҫылған “Ҡарабаш турғай” яҙмышнамәһе ошонда яҙыла). Унда уҡыған ваҡытта һалдаттың башына “Үмәрбаев” тигән фамилиянан ҡотолоу уйы килә. Уның был ҡарарын командиры штаб ҡарамағына сығара, хәрби билетына Нурғәлиев тигән фамилияны яҙып ҡуялар. Мары, Каахка ҡалаларында хеҙмәт иткәндә, уның тырышлығын күреп, тәүге йылда уҡ комсомол секретары, каптенармус (келәт мөдире) итеп ҡуялар. Ишғәле ағай ҙур хәрби частың аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы, ҡоралы һәм башҡа кәрәк-ярағы өсөн яуаплы була.
Ул тиҙ арала оператор һөнәрен үҙләштереп, юғары класлы белгес булыуға өлгәшә. Ул СССР сиген боҙған Америка летчигы Пауэрстың осошон яҡшы хәтерләй, сөнки шул мәлдә сәғәттәр буйы экран алдында ултыра.
Хәрби хеҙмәте тамамланыуға яҡынлашҡас, Ишғәле ағайҙы хәрби академияға ебәрергә булалар, тик “исем ҡағыҙы”ның булмауы, өҫтәүенә, ауыл Советынан алынған белешмәлә тыуған йылының дөрөҫ яҙылмауы сәбәпле, уға уҡырға насип булмай. Ул ил алдындағы хәрби бурысын үтәп, Стәрлетамаҡҡа ҡайта, Синтетик каучук заводына машинист булып эшкә керә, слесарь, бригадир була. Кистәрен Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалында уҡый. Төплө фекерле, тәжрибәле белгес булғас, ул тиҙ арала механик, өлкән мастер, өлкән инженер итеп үрләтелә. Әммә Ишғәле ағайҙың хәрби хеҙмәттә бирешмәгән һаулығы заводта документтар әҙерләүҙә “эшләргә ярамай” тигән мөһөргә эләгә. Буласаҡ яҙыусы, заводтағы яратып башҡарған вазифаһын ҡалдырып, эштән китергә мәжбүр була.
Артабан ул баш механик вазифаһында һөт комбинатын төҙөүҙе яйға һала, һөт сәнәғәте өлкәһендә яңы предприятие аса һәм уның директоры була.
1974 йылда Түбәнге Варта ҡалаһына барғас, монтаж идаралығында прораб, ПТО начальнигы, авиацияла айырым хеҙмәт күрһәтеү начальнигы, ҙур автобазала баш механик, “Минмонтажспецстрой” тресында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй. Уға ҡала түрәләре менән бәхәскә инергә лә тура килә. Шул сәбәпле белгес, “оҙон аҡса” эшләүҙән ваз кисеп, 1981 йылда Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Эшен ауыл хужалығы төҙөлөштәрендә дауам итә. Стәрлетамаҡ районында бер колхоз рәйесе менән яуаплылығы сикләнгән предприятие асып, байтаҡ эш башҡара.
Ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанс мәсьәләһенең ҡыйынлыҡ менән хәл ителеүен күреп, олоғайыу ҙа сәбәплелер, был эште лә ташлай, әммә һәр ерҙә яҙыусыға ҡыҙыҡлы образдар табыла, ижади офоҡтары киңәйә. Ул Ватаныбыҙҙың фажиғәләрен һүрәтләп мемуарҙар яҙа, үҫмер сағынан уҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба. Тәжрибәле, егәрле, эшкә йөк атындай егелгән Ишғәле ағай күптән яҙылған “Ҡарабаш турғай” тигән китабын “Ағиҙел” журналында һәм “Китап” нәшриәтендә баҫтырыуға өлгәшә, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләй, нәшриәттә ятҡан ҡулъяҙмаларының баҫылыуын көтә.
Билдәле булыуынса, оҙаҡҡа һуҙылған көрсөк сәбәпле, Стәрлетамаҡта ла яҙыусылар ойошмаһы бөтөрөлгәс, яҙыусы, сапер улы Ишғәле Нурғәлиевте Башҡортостан Яҙыусылар союзына алдылар, ә беҙ уны урындағы ойошманың яуаплы секретары итеп һайлап ҡуйҙыҡ. Тәжрибәле етәксе булараҡ, үҙенең бурысын лайыҡлы атҡара, шул уҡ ваҡытта яҙышыуҙан да туҡтамай. Уның уҡымлы, халыҡсан ҡәләм емештәренең республикабыҙ әҙәбиәтендә үҙ урыны бар, уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә.
“Йәшәү ул шундай матур, ауырлыҡтар, сирҙәр кешегә һынау өсөн бирелә”, – тип раҫлай, яҡшыға өмөтләнеп, алдыңа изге маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтә уның “Ҡарабаш турғай”ы, тормош сәхифәләре. Был яҙмышнамә халҡыбыҙҙың эшсән һәм уңған вәкилдәренең дөйөмләштерелгән аяныслы яҙмышын һүрәтләй. Яҙыусы башҡорт халҡын ҡарабаш турғайға оҡшатһа, мин Ишғәле ағайҙың үҙен дә шул иң сыҙамлы, теремек ҡошҡа оҡшатам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521