Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ситләшмә Үҙен демократик ил тип иғлан иткән Рәсәйҙә йәшәп, беҙгә сәйәсәттән артыҡ алыҫ тороу барыбер ҙә дөрөҫ түгелдер. Ике тамырҙан, “демо” менән “кратос”тан, яһалған ана шул инс­титутты артабан үҫтереү, яйға һалыу, ғәҙәти көндәлек күренешкә әйләндереү өсөн дә бик кәрәк был. “Халыҡ хакимлығы” тип тәржемәләнгән дөйөм эштә, тимәк, сәйәсәттә лә, ҡатнашыуҙың ябай, һис
тырышыу талап итмәгән, бушлай, сиратһыҙ бирелгән бер ысулы – тауыш биреүҙә ҡатнашыу икәнен беләбеҙ һәм быны файҙаланыу хәжәт. Юғиһә арабыҙҙа: “Нимәгә ул миңә? Дәүләт башҡа, мин бүтән. Сауҙам барһа, аҡса эшләһәм, еткән”, – тиеүселәр ҙә юҡ түгел.

Ситтән көлөмһөрәп ҡарау ҙа бар.
Закон күҙлегенән кешенең мәжбүри йөгө түгел был, ә хоҡуғы. Ҡайһы бер илдәрҙә мотлаҡ талап ителһә лә, бурысты үтәмәгәндәр яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, беҙҙә ул хәтлемгә өлгәшелмәгән. Вә ләкин, заманында йыш ҡабатланғанса, йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып бул­майҙыр. Исмаһам, үҙеңде ошо йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы, уға йоғонто яһай алырҙай ағзаһы итеп тойор өсөн. Мәғәнәне, һин тауыш бирмәһәң, ул тауышты һинең өсөн бирерҙәрендә генә лә эҙләү хаталыр. Дөрөҫө – хоҡуҡты файҙаланырға кәрәк­лектә. Ысынлап та, ниңә әле һин, замандашым, дәүләт, йәмәғәт эшенән ситтә ҡалырға тейешһең? Юғиһә Совет дәүе­рендә “йәмәғәт эшендә ҡатнашыу” тигән күренеш хайран үҙәктә булды, кешегә баһа бирелгәндә быға диҡҡәт ныҡ ҡылынды. Ойошмаларҙа аттестация үткәрелгәндә был әле лә ҡәләмгә, иғтибарға алыныусан.
Хоҡуҡ тигәндән, демократия ныҡ үҫешкән тип һаналған Көнбайышта, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында, туранан-тура һайлау мөмкинлеге юҡ табаһа. Тауыш биреү беҙҙәге ише бер көн эсендә генә башҡарылмай, бик ҡатмарлы һайлау системаһы уларҙа.
Һайлауҙар осоронда киң мәғлүмәт сараларының тәьҫире, баһаһы, көсө айырата артып киткәне билдәле. Уларҙың аңлатыу эшен алып барырға тейешлеге лә бар. Ошо хаҡта ғына һөйләй, күрһәтә, яҙа башлайҙармы? Ғәҙәттәгенән күберәк, эйе, ләкин быға түҙеп һәм хатта ыңғай ҡарарға кәрәктер. Донъяның башҡа илдәрендә лә шулай бит, АҠШ-та президент һайлау, әле генә әйтеүемсә, ана, ниндәй оҙаҡ арауыҡта бара. Ғөмүмән, ижтимағи-сәйәси күренештәргә, про­цестарға тыныс, аңлаулы мөнәсәбәттә булыу хаҡ, тимен, сөнки был – беҙҙең тормошобоҙ. Дәүләт булғас, уның ошо өлкәһе лә бар, ил уларһыҙ йәшәй алмай.
Баҙарҙа аҡса эшләгән баяғы замандашым “файҙа” һүҙен үҙәккә ҡуя. Өҫтән баҡҡанда, ғәҙәти аңлайышта, юҡ һымаҡ тойолһа ла, ҡараштарҙы тәрәнгәрәк ташлай барған һайын асығыраҡ төҫмөрләнә ул. Эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараған депутат ҙур эш башҡара ала бит, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ йүнәле­шендә лә. Һәр хәлдә, ҡануниәт мөмкин­лекте киң бирә. Был өлкәнең тауышы сәйәсәттә ниндәй кимәлдә генә ишетелһә лә, яуапһыҙ ҡалмауы бик ихтимал. Сәйәсәт бит – оҙон көй, һөҙөмтә тиҙ генә булмай, уны түбәндән башларға, ныҡыш дауам итергә кәрәк. Уның ҡарауы, уңыш килһә, ныҡлы, оҙаҡҡа була, сөнки дәүләт гарантияһы бар. Сәйәсәт көнкүрештән шуныһы менән дә айырыла. Депутатлыҡҡа ынтылмайынса, ябай һай­лаусы булһаң да, үҙеңдең сәйәси позицияңды бел­дерә ала­һың, әҙ түгел был. Уны ишетерҙәренә өмөт итә алыу ҙа – ҙур нәмә. Көндәлек тормошта фекерҙә­рең­де еткерер өсөн аҙым­дар­ҙы үҙең яһарға тейеш булһаң, был осраҡта кандидат йәки фирҡә һиңә табан еңел генә үҙе килә.
Һуңғы йылдарҙағы кампанияларҙа улар яғы­нан аҙымдар киңерәк тә яһалды, халыҡҡа яҡыныраҡ киленде – “Халыҡ бюджеты” ише проекттар булды. Дәүләт ҡаҙнаһын­дағы аҡсаны бүлеүҙе кешеләр­ҙең үҙе хәл итеүен демократияның ҙур ҡаҙанышы тип әйтергә булалыр. Граждандар менән осрашыуҙар, уларҙың тәҡдим, ялыуҙарын тыңлау, мөмкин булғанда, урында хәл итеү ҙә – бик ыңғай баһаларлыҡ эштәр.
Һайлау йәмғиәтте йәнләндереп тә ебәрә. Халыҡтың фирҡәләр, дәүләт хаким­лығы органдары эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡ­һыныуы арта: “Сәйәсәт менән шөғөллән­гәндәр илемдең киләсәген нисек итеп күрергә теләй икән?” Әлеге сәйәси көстәр араһында барыбер ҙә кон­курентлыҡ күренеше лә булмай ҡалмай. Ә бының баҙар мөнәсәбәттәрендә ни тиклем мөһим икәнлеген ҡабатлап тороу артыҡтыр, бер фирҡәлек дәүерен үттек инде.
Хәҙерге заман технологиялары, шул иҫәптән сәйәсәттә лә, бик ҡатмарлы комбинациялар эшләү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә тәү ҡарашҡа һайлауға бөтөн­ләй ҡыҫылышы юҡтай тойолған берәй ваҡиға йә күренеш тә, баҡтиһәң, уға бәйле икән. Әллә йәмғиәт шулай итергә тырыша ғынамы? Мәҫәлән, ил етәксеһенең ҡай­һылыр министрлыҡта ҙур түрәләрҙе алмаштырыуын белгестәр туранан-тура шуға бәйләүсән. Был да яҙыҡ түгелдер, донъяла бөтә нәмә ентекле әҙерлек талап итә. Ә һайлау инде – айырыуса. Айырыу­са, сөнки ниндәйҙер фирҡә тауыштарҙы күп йыйырға теләй икән, был йүнәлештә еңен дә, балағын да ныҡ һыҙғанып эшләргә тейеш. Шунһыҙ булмай, хәҙер инде Рәсәйҙә, шөкөр, буш вәғәҙәләргә ышанған кешеләр, араҡыны 4 һум 12 тин­гә һаттырам, тип күкрәк ҡаҡҡандар өсөн тауыш биреүселәр кәмене.
Бөгөн кешегә ғәмәли эш башҡарғандар, илде, милләтте уйлағандар, үҙенә матди байлыҡты ғына хәстәрләп йөрөмәгәндәр кәрәк. Ни генә тиелмәһен, кеше ниндәй генә юғары идеалдар менән йәшәмәһен, көнкүреш шарттары ла мөһим. Бейек маҡсатына ул етеш тормош көткәндә генә өлгәшә алалыр. Быны сәйәси фирҡәләр ҙә аңлап, әлбиттә, үҙенең һайлау про­г­раммаһына индерә. Был ижтимағи-сәйәси тормошҡа, бая әйтә биреүебеҙсә, сағыу­лыҡ өҫтәмәй ҡалмай. Айырыуса артыҡ популистлыҡҡа ынтылмағанда һәм проекттар эшкә ашырлыҡ булғанда.
Бәғзе замандашыбыҙға, бәлки, әлеге шау-шыу әллә ни оҡшамаһа ла, әҙерлек булһа һәйбәт, шунһыҙ сараның нисек тормошҡа ашырылғаны, дөрөҫөрәге, ашы­рылмағаны, билдәле бит. Фирҡәләрҙең тауышы бындай көндәрҙә һаман да асығыраҡ ишетелә барыуы ла яҡшылыр, ошолай программаларын, ғөмүмән, нимә теләгәндәрен, нимә вәғәҙәләгәндәрен белеүе еңелерәк.
Йәнә лә сәйәсәт менән көнкүреш араһы яҡыная бара. Хәҙер инде юғары мәсьә­ләләргә ҡыҙыҡһыныуын ҡасандыр уларҙан бик ситен торғандар ҙа белдерә, әйткән­дәй. Ҡыҙыҡһына, сөнки, бөтәһе булмаһа ла, ҡайһыларының тап уның үҙенә ҡағы­лышлы ла булыуы ихтимал. Быны граждандар йәмғиәте менән дәүләт араһының тейешле бер, дөрөҫ бер, самалы бер яҡынлыҡҡа табан атлауы тип баһалаһаҡ, хаҡ баһаларбыҙ. Ғәҙел йәмғиәттә дәүләт­тең халыҡ өсөн тырышыуы, ҡанундарҙың халыҡты хәстәрләп яҙылыуы, мәмләкәт менән идара итеүҙә халыҡтың ҡатнашыуы булырға тейеш.
Ижтимағи-сәйәси тип мәсьәләләрҙе нисектер сик эсенә алыу дөрөҫмө икән, тигән һорау ҙа тыуып ҡуя ҡайһы саҡ. Мәҫәлән, музей йәки китапхана өлкәләрен ижтимағи тип әйтә алмайбыҙмы? Алабыҙ­ҙыр. Хатта сәйәси тип тә. Тәү ҡарашҡа тап бөгөн мөһим тип тойолмаған йүнә­лештәр, күренештәр, үрелештәр килә­сәктән, ваҡыт киңлектәренән сығып ҡарағанда, һөҙөмтәләргә баҡҡанда, оло сәйәсәтте билдәләгән килеп сыға лабаһа.
Ә музейҙар һуң? Улар бит киләсәккә түгел, ә үткәндәргә төбәлгән? Ай-һай, уҙғандарға ғынамы? Шәхсән миңә, мәҫә­лән, атаҡлы яҙыусыларҙың йорт-музей­ҙарында булғанда һис тә улай тойолмай, киреһенсә, бөгөнгә һәм киләсәккә кеүек күренә. Сөнки уларҙа ҡапыл ижади мөхит солғап ала, әҙәбиәттең ниндәйҙер матди байлыҡтарҙан күпкә өҫтөн хазина икән­легенә баҫым яһала. Йорт-музейҙарҙың файҙаһы ана шундалыр ҙа. Йәғни үҙебеҙҙең хөрмәтле кеше­ләребеҙҙең иҫтәлеген һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, ә яңы быуынға илһам да өҫтәйбеҙ, уның ижад ҡомарын арттырабыҙ.
Һәр кемдең үҙ фекере, әлбиттә, үҙ күҙлеге. Һәм шулай булыуы хаҡ, мең мәртәбә дөрөҫ, юғиһә Ватаныбыҙ тарихында бөтәбеҙ бер төрлө уйлаған, эшләгән дәүерҙәр ҙә булды бит. Уй-эштәрҙең ҡайҙан төшөрөлгәнен дә онотмағанбыҙ. Ә бер заман икенсе сиккә һикерҙек. Ил тимәнек, үҙебеҙ генә тинек. Бөгөн килеп тейешле урталыҡҡа яҡынбыҙ кеүек. Кеше дәүләт яҙмышына битараф булмаған, дәүләттең кеше яҙмышын ҡайғыртҡан урталыҡҡа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521