Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер быуатлыҡ ил байрамы
Иртәгә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Был иҫтәлекле көн ил тарихында 1918 йылдан – Ҡыҙыл Армияның Германияның кайзер ғәскәрҙәрен еңеү көнөнән билдәләнә. 1946 йылдарҙа был байрам Совет армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флоты көнө тип атала, үҙгәртеп ҡороу осоронда Рәсәй армияһы көнө булараҡ билдәләнә, ә 1995 йылдың 13 мартында Б. Ельцин тарафынан раҫланған “Хәрби дан һәм Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары көнө тураһында”ғы Федераль законға ярашлы 23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнө тип иғлан ителә.
Байрам тураһында халыҡ ниндәй фекерҙә һәм кемде ҡотлаясаҡтар тигән һорау менән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Рауил ЗАРИПОВ, пенсионер:
– 23 февраль – тәү сиратта хәрби хеҙмәттәрен үтәгән һәм һуғышта булғандарҙың байрамы. Шуға ла элек-электән был көндө хеҙмәттәштәремде һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙы ҡотлайым. Мин Венгрияла хеҙмәт иттем. Хәтеремдә, Ҡыҙыл Армия көнөндә командирҙар алдынан парад менән үтеп, честь бирә торғайныҡ. Бөгөн иһә бер нисә элекке хеҙмәттәшемде, ҡустыларҙы, кейәүҙәрҙе тәбрикләйем. Ветерандар, беҙҙең яҡындарыбыҙ, хөрмәткә лайыҡ кешеләр. Байрамда ғына түгел, һәр көндә лә онотмаһаҡ ине уларҙы.
Динислам ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, водитель:
– Кемдәр Ватан алдындағы бурысын үтәгән һәм әлеге ваҡытта үтәй, шуларҙың байрамы ул 23 февраль. Ысынлап та, әрменән һуң был байрам нығыраҡ һиҙелә. Был көндә Һауа десанты ғәскәрендә бергә хеҙмәт иткән иптәштәремде, дуҫтарымды ҡотлайым. Үҙемде иһә коллегаларым тәбрик итә, өйҙә кәләшем менән бәләкәй ҡыҙым торт бешереп ҡаршы ала.
Шәһиҙә ЙӘҒӘФӘРОВА, ағинәй:
– Мин үҙем Бөрйән районының Исламбай ауылынан, иптәшем сығышы менән Байназар яғынан. Брәтәк ауылында ғаилә ҡороп, бабайым менән алты ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Алты улыбыҙ ҙа, шөкөр, башлы-күҙле. Барыһының да үҙ ғаиләләре бар, өсөшәр бала тәрбиәләйҙәр, ҡайһы береһе үҙҙәре олатай-өләсәй булды. Иптәшем әрмелә өс йыл хеҙмәт иткән. Улдарыбыҙҙың да барыһы ла ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәне, шөкөр. Беҙҙең өсөн ошо ҙур ғорурлыҡ инде, олоғайған көндә балаларҙың уңыштарына, уларҙың бәхеттәренә һөйөнөп йәшәйбеҙ. Байрам көндө бабайымды, улдарым һәм уларҙың әрме хеҙмәтендә булған улдарын – ейәндәремде ҡотлайым.
Нургөл ҒӘЛИНА, студент:
– Ватанды һаҡлаусылар көнө – ир-егеттәрҙең байрамы. Был көндө һәр ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта ир туғандарын һәм яҡын кешеһен, тормош иптәшен ҡотлайҙыр. Әммә беҙҙең байрам тип ир-егеттәрҙең егетлек һанап “байрам итеп” йөрөүҙәре матур күренеш түгел. Ватанды һаҡлаусылар көнө тип аталғас, көслө заттар иң беренсе илен һаҡлаусы, яҡындарын яҡлаусы, ҡайғыртыусы булырға, һәр эш өсөн яуаплы ҡарарға тейеш, минеңсә. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә шулай ҡабул ителгән, был көндө ғаиләбеҙ менән күркәм аш өҫтәленә йыйылабыҙ. Байрам көнөндә беҙгә өлгө, терәк булыр атайымды һәм ағайымдарҙы, уҡып та, эшләп тә йөрөгән яратҡан ҡустымды ҡотлайбыҙ.
Азамат, 5 йәш:
– 23 февраль көндө батырҙарҙы ҡотлайбыҙ. Кемдәр ул батырҙар? Минең атайым һымаҡ кешеләр. Көсһөҙҙәрҙе яҡлайҙар, бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙар. Мин дә атайым кеүек көслө булырға теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521