Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижади ҡаһарманлыҡ
Ижади ҡаһарманлыҡ Үҙенең рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлаған, өйрәнгән, артабан үҫтергән халыҡ ҡына киң ҡарашлы, юғары аҡылға эйә була ала, киләсәккә ышаныс менән баға, үҙ яҙмышы өсөн дә тыныс. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү – алдыбыҙҙа торған төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мөҡәддәс эште милләтебеҙҙең аҫыл заттары бойомға ашыра. Ошо өлкәлә арыу-талыу белмәй, тынғыһыҙ, илһамлы хеҙмәт иткән Ғиндулла Шәйәхмәтовтың эшмәкәрлеге һәммәбеҙгә лә үрнәк булып тора.
Танылған ғалим-лингвист, яҙыусы Ж. Кейек­баевтың Мемориаль-биографик музейын йәмәғәт башланғысында ойоштороу, күп яҡлы талантҡа эйә булған мәшһүр яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, меңдәрсә кешене рухи яҡтан байытыу, ғөмүмән, тыуған илгә, арҙаҡлы шәхестәренә, башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, рухиәтенә оло ихтирам һәм һөйөү тойғоларын, ғорурланыу хисен уятыу – былар барыһы ла Ғиндулла Ширияздан улының тырышлығы һөҙөмтәһе.
Күренекле тел ғалимы Жәлил Кейекбаевтың музейын булдырып, уны 40 йылға яҡын етәкләгән Ғиндулла Шәйәхмәтов – атаҡлы ғалимдың уҡыусыһы, Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда остазының лекцияларын тыңлау бәхетенә эйә була.
– БДУ-ла уҡыған саҡта, 1957 – 1961 йылдарҙа, университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры булып Жәлил Кейекбаев эшләне. Уның лекцияларын дүрт йыл буйы тыңлап уҡыным. Ул саҡта иҫке төрки яҙмаһы, ғәрәп яҙмаһы өйрәнелә ине. Ул Жәлил Кейекбаев ағайҙың башланғысы менән индерелгән, тип һөйләйҙәр ине. 1961 йылда уға филология фәндәре докторы тигән исем дә бирелде. Бөтә студенттар менән был ваҡиғаны ҙур шатлыҡ-ҡыуаныс итеп ҡабул иттек, – тип хәтерләй Ғиндулла ағай. – Ә ул 1942-1943 йылдарҙа Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булып эшләгән осорҙа V-VI кластарҙа немец теленән дәрестәрен дә тыңланым. Талантлы яҙыусы С. Агиш унда завуч булып эшләне. Уларға туған телде яратырға өйрәткәне өсөн оло рәхмәт.
Ғиндулла Ширияздан улының тынғыһыҙ ғилми-ижади эшмәкәрлеге педагогик хеҙмәте менән тығыҙ үрелеп барҙы. Уның 43 йыл ғүмере мәктәп, балалар тәрбиәләү менән бәйле. Ошо дәүерҙең 26 йылын ул үҙенең туған мәктәбендә эшләне, 14 йылында Йөҙимән, Имәндәш мәктәптәрендә, Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Ғиндулла Ширияздан улы – ҙур абруй ҡаҙанған остаз, халыҡ зиһененә, күңеленә аҡыл, сафлыҡ һәм матурлыҡ һалған ил аҡһаҡалы, ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы.
Мәшһүр ғалим, талантлы яҙыусы, яҡташыбыҙ Ж. Кейекбаев буяғас, уның эшенә тоғролоҡ һаҡлаған шәкерте исемен мәңгеләштереү эшенә ылыға ул. “Тел, үҙенең ҡулланыу даирәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы һанала” тигән һүҙҙәрен күҙ уңында тотоп, уҡытыусыһына йөрәгендә тәрән ихтирам тойғоһо һаҡлаған ир-уҙаман профессорҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген хазина итеп һаҡлау һәм халыҡҡа еткереү эшен янып башҡара.
Ғиндулла Ширияздан улының оҫта ойоштороу һәләте, тырышлығы менән Сәйетбаба урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге нигеҙендә Жәлил Кейекбаевтың музейы булдырыла һәм 1969 йылдың мартында мәктәпкә уның исеме бирелә. Бәләкәй генә кабинетта ойошторолған музейҙа үҙе яҙа, үҙе һыҙа, үҙе мәғлүмәт йыя дәртле уҡытыусы. 1974 йылда “Мәктәп музейы” тигән исем бирелеп, шул уҡ йылдың 17 февралендә ошо хаҡта танытма тапшырыла, 25 октябрендә иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйыла.
Тынғыһыҙ эҙәрмән республиканың төрлө ауылдарында булып, иҫтәлекле урындар менән таныша, мемориаль-биографик музейҙар менән бәйләнеш булдыра, Жәлил Кейекбаевтың эшмәкәрлеген тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында ғалимдар, яҙыусылар менән осраша.
1991 йылда Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Советы ҡарары менән күренекле ғалим һәм яҙыусының тыуған ауылында музей төҙөлә башлай. 1992 йылдың 25 октябрендә, Ж. Кейекбаевтың тыуған көнөндә, күренекле ғалим-төркиәтсенең мемориаль-биографик музейы тантаналы рәүештә асыла. Был оло эштәрҙе йәмәғәт башланғысында, күңел йомартлығы менән, яратып, бөтә ихтыяр көсөн биреп башҡара уҡытыусы-энтузиаст.
Музейға тупланған ҡомартҡылар, әҙәби-мәҙәни мираҫ булыуҙан тыш, рухи хазина ла булып тора. Әҙиптең ғилми хеҙмәттәре менән бергә әҙәби ижадына ҡараған күп мәғлүмәт һаҡлана. Бөртөкләп йыйылған яҙмаларҙың, фотоһүрәттәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ тарихы бар. Ғалимдың ғаиләһе менән осрашып, Өфөнән алып ҡайтҡан әйберҙәр музей өсөн иң ҡәҙерле экспонаттар һанала. Профессорҙың шәхси әйберҙәре, хаттары һәм ҡулъяҙмалары, рус, немец, татар, яҡут, ҡаҙаҡ, үзбәк, азербайжан, эстон һәм башҡа ғалимдарҙың иҫтәлектәре шулай уҡ төп экспонаттар булып тора. Музей әйберҙәренең ҡайһы берҙәрен Жәлил Кейекбаевтың тормош иптәше Нәфисә ханым, уның дуҫтары, ҡәләмдәштәре бүләк итеп тапшырһа, күбеһе Ғиндулла Ширияздан улы тарафынан тупланған. Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары ла оло ярҙам күрһәтә, мәҫәлән, Н. Мәҡсүтова, Ғ. Сәйетбатталов, М. Зәйнуллин, З. Ураҡсин, Ғ. Хөсәйенов, Ә. Вахитов, Ғ. Ҡунафин... Башҡа өлкә ғалимдары, яҙыусылары менән хатлашыу ҙа һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – Мәскәүҙән, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Мари-Элдан, Удмурт, Саха (Яҡут) республикаларынан яуаптар, экспонаттар килә. Был материалдарҙы эҙләп табыу һәм урынлаштырыу өсөн күпме ваҡыт, тырышлыҡ кәрәк!
Шуныһы раҫ: яратҡан эшенә тоғро булып ҡала остазыбыҙ, уға бөтә күңел йылыһын һала, ғүмерен арнай. Дүрт тиҫтә йыл эсендә музей ғалимдың тормошон, ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген сағылдырған яңынан-яңы экспонаттар менән тулылана бара, уларға урын да әҙәйә...
Ысынлап та, музейҙың фонды бик бай. Ул меңдән ашыу дана экспонатты үҙ эсенә ала. Төп фонды 450 әйберҙән, ә ғилми-ярҙамсы материалдар фонды 550-нән ашыу экспонаттан тора. Музейҙың үҙ эш концепцияһы булдырылған, тематик планы төҙөлгән. Бай йөкмәткеле фонд, үҙ сиратында, музей экспозицияларын тейешле кимәлдә төҙөүгә булышлыҡ итә, төрлө йөкмәткеле экскурсиялар һәм күргәҙмәләр ойошторорға ярҙам итә.
Бөгөн Жәлил Кейекбаев музейы – Башҡортостан Милли музейы филиалдарының береһе. Ул районда ғына түгел, бөтә республика, Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған. Ж. Кейекбаевтың ғилми мираҫын һаҡлаған өсөн музей диплом менән бүләкләнде, “Иң яҡшы әҙәби музей” номинацияһында наградланды. Музей асылған көндән башлап унда республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдәрсә кеше үҙенә рухи аҙыҡ, илһам сығанағы тапҡан.
Ғөмүмән, башҡорт халҡының мәшһүр улының тормошо, эшмәкәрлеге өлгөһөндә эш һөйөүсәнлек, әүҙем тормош, гражданлыҡ позицияһы, тыуған ергә, төйәккә, туған телгә ҡарата һөйөү хисе тәрбиәләү – Ғ. Шәйәхмәтов ойошторған музейҙың төп маҡсаттары. Бөгөн Жәлил Кейекбаевҡа арналған тарихи урында Ғиндулла Ширияздан улы үҙе лә хаҡлы урын алып тора.
Ғиндулла Шәйәхмәтовтың күп яҡлы эшмәкәрлегенең йәнә бер яғын – район һәм республика кимәлендә уның әүҙем йәмәғәтсе булыуын әйтеп китергә кәрәк: “Йондоҙ” колхозында пропагандист, оҫта лектор, район мәғариф идаралығы советы ағзаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, ауыл Советы депутаты, район, республика гәзит-журналдарының әүҙем хәбәрсеһе, тел мәсьәләләре буйынса республика фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыусы... Үҙе етәкләгән “Белем” йәмғиәтен “Аҡбейек” башҡорт мәҙәни үҙәгенә әйләндереп, был эште 2002 йылға тиклем алып бара.
Ғ. Шәйәхмәтовтың эшен хәрәкәт етәкселәре ғәҙел баһалай. 1995 йылда – I, 2002 йылда II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат була, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең 10 йыллығында ла (1999), 20 йыллығында ла (2009) ҡатнаша, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ғиндулла Ширияздан улының бөтә башҡарған эше “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары идеяларына тоғролоҡ менән һуғарыла.
“Әҙәп” һәм “әҙәбиәт”, “дин” һәм “мәҙәниәт” – тамырҙаш һүҙҙәр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, методист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм рухиәте нигеҙҙәрен һаҡлаған остазыбыҙ, иман, әхлаҡ, дин кеүек изге төшөнсәләрҙе кеше күңеленә һеңдергән аҡһаҡалыбыҙ изге ғәмәлдәрен бөгөн дә ҡалдырмай, башҡортом, милләтем тип йән атып йәшәй. “Мин ғүмерем буйы хәрәкәттә, һәр эшләгән эшемдән ләззәт табып йәшәйем. Йәш быуынға ла егәрле булырға кәрәк, эш кешене бөтөрмәй ул. Тағы шул – төшөнкөлөккә бирелергә, битараф булырға ярамай. Балаларҙы ла шул рухта тәрбиәләү мөһим. Тарихты, тормошто, үткәнде белергә кәрәк. Үткәнде белгән кеше генә рухлы була”, – тип өйрәтә Ғиндулла Ширияздан улы.
200-ҙән ашыу ғилми һәм ижади яҙмаһы, өс китабы сыҡҡан күренекле остазыбыҙҙың емешле хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, почетлы билдәләр, маҡтаулы исемдәр менән билдә­ләнде. Ул – “Почет Билдәһе” ордены кавалеры (1978), Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы эйәһе (1982), “Уҡытыусы-методист” (1983), Ж. Кейекбаев исемендәге премияның беренсе лауреаты (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры (2010).
“Үҙ эшенең хаҡлығына һәм кәрәклегенә ныҡ ышанған ғалим тайшанмай үҙ маҡсатына барҙы, еңеп сыҡты, аҙаҡ килеп дөйөм танылыу тапты. Уның исеме бик оҙаҡ замандар халыҡ хәтерендә һаҡланыр, күңеленең иң түрендә ҡалыр”, – тип яҙа Ғиндулла Ширияздан улы Жәлил Кейекбаев тураһында “Башҡорт теленә һәйкәл” китабында. Ә бит ошо уҡ юлдарҙы авторҙың үҙ булмышына, үҙ яҙмышына икеләнеүһеҙ төбәргә мөмкин.
Баҫалҡы, ипле, кешелекле, шул уҡ ваҡытта тынғыһыҙ, ныҡышмал, талапсан, киң ҡарашлы Ғиндулла Шәйәхмәтов бөгөн дә алғы сафта. Уның фиҙакәр эшмәкәрлеге – йәштәргә оло үрнәк, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, бирелгәнлек өлгөһө, ысын мәғәнәһендә ижади ҡаһарманлыҡ билдәһе. Остазыбыҙҙың оло хеҙмәте, илһамлы ижады уның шәкерттәре эшендә лә дауам итер, сәскән орлоҡтары изге шытымдар бирер...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 650

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 666

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 761

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 938

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 781

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 753

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 774

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 021

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 123

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 225

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 189

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 186