Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иҫеңдә тот Оҫталыҡ тәжрибәләр аша килә. Водитель дә юлда йөрөй-йөрөй шымара. Яңыраҡ ҡына рулгә ултырыусыларға төрлө кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу артыҡ түгел. Уларҙың бер нисә ябайын ғына иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыш мәлендә бигерәк тә машина­ның юлда тайыуы көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Был йәһәттән рулде еңел генә автомобиль тайып киткән яҡҡа әйләндереү фарыз. Әгәр алғы тәгәр­мәстәр әйҙәүсе икән – газды өҫтәргә, артҡылар әйҙәүсе осраҡта көстө кәме­тергә тура киләсәк. Машина юлына ҡайтҡас, тәгәрмәстәрҙе лә йәһәт кенә элекке торошона табан бороу шарт.
Әйткәндәй, машина тайған осраҡта бер ҡасан да тормозға баҫырға ярамай. Шулай уҡ боролоштарҙа ла был педаль менән һаҡ эш итергә ҡушыла.
Һыуыҡтар төштөмө, ҡуҙғалып китер алдынан автомобилде бер аҙ йылы­тырға тура килә. Белгестәр фекеренсә, мотор 30 градусҡа тиклем йылынһа ла ярай. Әммә был осраҡта тышҡы һыуыҡта урамда тороу ҙа, һалҡын салонда ултырыу ҙа сәләмәтлек өсөн зыянлы. Күптәр машина йылынғансы өйҙә көтөп ултырыуҙы хуп күрә. Уның ҡарауы, тәбиғәттең ҡаты шарттарында машинаның электр приборҙары сафтан сығыуы ихтимал. Ошо рәүешле янғын хәүефе янай. Шуның өсөн авто­мобилгә өйҙә ултырған саҡта ваҡыты-ваҡыты менән күҙ һалып алырға кәрәк.
Двигателде йылытыу бер, салон да һыуыҡ булырға тейеш түгел бит. Был эште тиҙ генә башҡарып сығыр өсөн ике төрлө ысул бар. Әгәр машина эсендә кеше ултырмаһа, мейесте “ябыҡ режимда” эшләтеү отошло. Был осраҡта тыштан һыуыҡ һауа инмәй, ә салондан килгән йылыһын тағы ла нығыраҡ йылыта. Әлеге вариант менән автомобилде “асыҡ режимға” ҡара­ғанда өс тапҡырға тиҙерәк йылытып була. Тик был осраҡта салонда кеше ултырһа, уның тынынан тәҙрәләр тиҙ генә парланасаҡ.
“Асыҡ режимда” йылытҡанда мейесте бөтә көсөнә эшләтергә кәрәкмәй, сөнки тыштан ингән һыуыҡ һауа тейе­шенсә кимәлдә йылынып өлгөрмәй һәм салонға тарала. Әйткәндәй, йылы һауаны аяҡтарға (салондың аҫҡы өлөшөнә) ҡаратып өрҙөрһәң, машина тиҙерәк йылына.
Ҡышҡы һыуыҡтарҙың яғыулыҡты күп ашағаны ла билдәле. Был йәһәттән уңайһыҙ хәлдә ҡалмаҫ өсөн авто­һәүәҫкәрҙәргә бензин кимәлен йыш күҙәтеп торорға кәрәк. Тик һәр саҡ тулы бак менән йөрөү тигәнде аңлатмай был, сөнки артыҡ ауырлыҡ автомобиль файҙаһына түгел. Шул уҡ ваҡытта яғыулыҡ бак төбөндә генә булһа, һыуыҡ бушлыҡта парҙар йыйыла һәм яғыулыҡ системаһы өсөн зарарлы.
Ҡыш көнө лә, йәйен дә юлда тәгәрмәстең боҙолоуы ихтимал. Шуға багажникта ятҡан запасы һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Ул тәгәрмәс янында кәрәкле асҡыс һәм шаҡбаҫар (домкрат) ятыуы ла мөһим. Ә инде уларға өҫтәп водитель бер-ике таҡта киҫәге йөрөтһә лә ҡамасауламай, сөнки ҡыш, мәҫәлән, домкрат ҡар-боҙҙан тайып китеүе ихтимал. Таҡта киҫәгенең домкрат ая­ғынан киңерәк булыуы тәбиғи. Әлбит­тә, автомобиль “ҡорһағына” ултырмаҫ өсөн башта запас, аҙаҡ һүтеп алынған тәгәрмәсте ҡуйып торорға мөмкин, тик был бит домкратты тайып китеүҙән ҡотҡармаясаҡ.
Йылы салонда ҡыш йоҡо баҫыусан. Был етди проблеманан ҡотолоу өсөн кофе тәҡдим итергә була, әммә һәр саҡ әлеге эсемлекте үҙең менән йөрөтмәйһең бит. Ғөмүмән, ҡаты йоҡо баҫҡан ваҡытта машинаны туҡтатып бит-ҡулды ҡар менән ышҡып алыуы файҙаға, тип белдерә тәжрибәле водителдәр. Бик тә булмаһа, ун-ун биш минут серем итеп алыу ҙа йоҡоно осора.
Юлда ниҙәр көткәнен алдан күреп булмай. Шуға ҡайһы бер хәл-ваҡи­ғаларға әҙерләнеп ҡуҙғалыу ҡамасау­ламай. Сәфәрҙәр хәйерле булһын!


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521