Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын урталыҡты табыуы, ай-һай, ҡыйын
Алтын урталыҡты табыуы, ай-һай, ҡыйын ОСАГО буйынса яңылыҡтар көн дә булмаһа ла, ай һайын табылып тора, ахыры. Хәйер, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре. Нисек кенә булмаһын, был системаның юҡлығынан барлығы мең артыҡ бит. Электрон полистар сығыуына өйрәнеп тә бөтмәнек, тағы бер үҙгәреш көтә: аварияға эләккән машиналарҙы оҙаҡламай теләгән автосервиста нығытырға ярамаясаҡ. Был эште страховка компаниялары тәҡдим иткән йүнәтеүселәр генә башҡарырға хоҡуҡлы буласаҡ. Закон ҡабул ителмәгән, әлегә ҡыҙыу бәхәстәр бара. Үҙгәрештәр хаҡында Дәүләт Думаһы депутаты Алексей ИЗОТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Алексей Николаевич, башта был яңылыҡтың сәбәбенә туҡталып үтһәк ине.
– Авариялар машинаның ватылыуына килтерә. Был йәһәттән ҡазаға тарыусыға аҡсалата компенсация ҡаралған, әммә уға ремонт өсөн сығымдарҙы ҡайтарыу, үкенескә ҡаршы, ҙур проблемаға әүерелә. Күп осраҡта түләүҙәр ремонт эштәренән күпкә аҙыраҡ булып сыға. Шуға хәҙер авария мәсьәләһен урынында автоюристар менән хәл итеү ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте. Хатта юл-транспорт ваҡиғаһы урындарында әлеге “илселәр” автоинспек­торҙарҙан алда уҡ килеп етә.
Әлбиттә, ҡағыҙ мәшәҡәтен бик үк өнәп йә иһә аңлап бөтмәгәндәр өсөн автоюристар менән эшләүе еңел. Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ һымаҡ. Хатта машиналарын йүнәтеп кенә ҡалмай, кеҫәһен ҡалы­найтыусылар ҙа табыла. Был тәңгәлдән мутлашыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тик бер рәхәттең бер ҡыйыны бар, тигәндәй, авария яһаусы водителгә артабан полис эшләтеү гүр ғазабына әйләнә. Йә бик ҡыйбатҡа төшә, йә юллауы ауырлаша. Уҙған йәй страховка компания­ларының ишек төбөндә сәғәт иртәнге биштән йыйылған сираттарҙы әле бер кем дә онотмағандыр. Бит автоюристарҙың күмәртәләп аварияға эләгеүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлай башлауы арҡаһында страховка компаниялары зыян күрә башланы. Аптыраған көндән водитель по­лисһыҙ рулгә ултыра, был йәһәттән юл­дағы хәлдәр автоинспекторҙан штраф алыу менән генә тамамланһа ярай ҙа. ОСАГО юлламаған килеш автоһәүәҫкәр аварияға эләкһә, хәл үҙе өсөн дә, ҡаза күреүсегә лә киҫкенләшә.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, автоһәүәҫ­кәрҙәрҙең хәлен нисек тә еңеләйтеү маҡсатында ремонт эштәрен страховкалаусы компаниялар тәҡдим иткән автосервистарҙа ғына башҡарыу буйынса үҙгәрештәр индерелеү ҡарала. Атап әйткәндә, аралашсыға эш ҡалмай һәм аҡса ла уның кеҫәһенә инмәй. Фекер алышыу, мәсьәләне төрлө яҡлап тикшереү инде ярты йыл самаһы бара.
– Фекер алышыу тигәндән, страхов­ка тәҡдим итеүселәр ниндәй ҡараш­та? Улар иңенә өҫтәмә мәшәҡәт ята бит.
– Фекерҙәр бер яҡлы ғына түгел. Мәҫәлән, полис биреүселәр страховканың хаҡын арттырып ҡына хәлде еңеләйтергә тәҡдим итте. Тик был осраҡта аҡса йәнә гонорар сүрәтендә автоюристар кеҫәһенә инеп ятасаҡ, ә ул түләүҙәр барыбер ҙә водителдәрҙән сығасаҡ. Әлбиттә, дәүләт компанияһы булдырырға мөмкин, был саҡта бюджетҡа 27 миллиард һум сарыф итергә тура киләсәк. Шуға натуралата түләүгә туҡталып ҡалдыҡ.
Бының менән генә тәнҡиттәр тамамланмай әле. Мәҫәлән, үҙгәрештәрҙә ремонт өсөн компания, машинаның ниндәй йәштә-торошта булыуына ҡарамаҫтан, яңы деталдәр һатып алырға тейеш буласаҡ. Был тағы зыян йәки автоһәүәҫкәр кеҫәһенә һуғасаҡ. Әлеге йәһәттән ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ҡуба. Әйткәндәй, ремонтҡа ярты йылға гарантия биреләсәк.
– Тәҡдимдәр башҡа тарафтан да етерлектер?
– Проектҡа ярашлы, 30 көн эсендә тамамланырға тейеш, эш башҡарылып бөтмәгән осраҡта компания пеня түләйә­сәк. Көнөнә ремонт хаҡының 0,1 процентын тәшкил итәсәк ул штраф. Әйткәндәй, автоһәүәҫкәрҙәр штраф проценттарын арттырыуҙы талап итә. Тик, мәҫәлән, автотранспорттары менән хеҙмәт күрһәтеү нигеҙендә аҡса эшләгән эшҡыуарҙар быға ҡаршы, сөнки әлеге осраҡта ла улар зыян күреүе ихтимал, йүнселдәр өсөн хатта ун көн дә сиктән ашыу. Лизинг, клиенттар алдындағы бурыс һәм башҡалар. Шуға уларға зыян ҡаплатыу аҡсалата ҡал­дырылыр.
– Аҡсалата компенсация был осраҡта ғына буламы?
– Әгәр ҙә ремонт хаҡы 400 мең һумдан ашыу булып китһә, шулай уҡ аҡсалата ҡаралған. Техник хеҙмәтләндереү Үҙәк банктың талаптарына яуап бирмәгән осраҡта ла ошо ысул ҡулланыу тәҡдим ителә.
Аҡсалата һөҙөмтәгә клиент Бөтә Рәсәй страховкалаусылар союзы янындағы “ауыр тормош ситуацияһы буйынса” комиссия ярҙамында ла өлгәшә ала. Был осраҡта бәләгә тарыусының сәләмәтлегенә зыян килеүе йәки үлеме менән бәйле, мәҫәлән.
Ремонт башҡара торған сервисты страховкалаусы компания тәҡдим итә, әммә ниндәй урында машинаһын йүнәтеүҙе хужа үҙе һайларға тейеш. Автосервистың 50 километр радиуста булыуы мотлаҡ. Ул был талапҡа яуап бирмәгәндә, йәнә аҡсалата компенсация хаҡында һүҙ ҡуҙғатыласаҡ.
– Система 1 мартта эшләй башларға тейеш, тигән фекер бар ине...
– Өҫтә әйтелгән тәҡдимдәрҙең һәммәһе лә үҙгәреш булып китер тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта яңынан-яңы тәҡдимдәр булып тора, ҡыҙыу бәхәс бар­ға­нын атап үттек инде. Башта, ысынлап та, 1 март тураһында һүҙ барҙы, әле 1 ап­релгә күсте, ҡалғаны законды ҡабул итеүҙән торасаҡ.
– Яңылыҡтарҙың ҡасан һәм нисек үҙ көсөнә инеүенә ҡарамаҫтан, ябай граждандар файҙаһына буласағына ышанырға ҡала. Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләп ҡалабыҙ.


Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523