Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүерҙәрҙе осраштырыусы
Дәүерҙәрҙе осраштырыусыКүптән эҙләгән әйберен тапҡан кешенең шатлығы һәр кемгә таныштыр ул. Бындайҙар тураһында, ғәҙәттә, “ауыҙы ҡолағына еткән”, “түбәһе күккә тейгән” тиҙәр. Тәү ҡараштан уҡ иҫкелеге күренеп торған өҫтәл лампаһын ике ҡуллап үтә һаҡсыл тотоп алған Альберт Хәрипов эш урынына шулай йылмайып килеп инде. Был минуттарҙа ул үткәндәр менән бөгөнгө араһында күпер һалған тылсым эйәһенә оҡшағайны. Яратҡан шөғөлөнән оло ҡәнәғәтлек алыуы ла ир-уҙамандың йөҙөндә ине...
Хаҡлы ялға сыҡҡан хәрбиҙәрҙең, күңеленә яҡын һөнәргә тотоноп, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла һиҙелерлек уңышҡа өлгәшеүе сер түгел. Булмыштарына һеңгән ныҡлы тәртип, маҡсатҡа ныҡышмалы ынтылыу – уларға хас сифат. Өс тиҫтә йыл ғүмерен Ватанды һаҡлауға арнаған Альберт Заһит улы ла – нәҡ шундайҙарҙың береһе. Әллә ни матди табыш килтермәгән эшкә егелгән милләттәшебеҙҙең хеҙмәт емеше, бер яҡтан, уның үҙендә оло ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсенән, илебеҙ һәм халҡыбыҙ үткәненә битараф булмағандарҙы ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.
Уның боронғо әйберҙәр кибетенән һәм зауыҡ менән йыһазландырылған музейынан көн оҙоно кеше өҙөлмәй. Ҡаланың төрлө уҡыу йорттары бында махсус экскурсиялар ойоштора, әүәҫ коллекционерҙар фекерҙәштәре менән осраша. Кемдер кәрәкле боронғо әйберен эҙләй, ҡулланыуҙан сыҡҡанды килтереүселәр ҙә бихисап, сөнки бында һаталар ҙа, һатып та алалар.
Нимә генә юҡ кибеттә: сал тарих төпкөлөндә ҡала барған дәүерҙәрҙә ата-бабаларыбыҙ, ә бынан бер нисә тиҫтә йыл элек кенә көндәлек тормош-көнкүрештә үҙебеҙ ҡулланған әйберҙәр тәртип менән кәштәләргә теҙеп ҡуйылған. Бөгөн кәрәкһеҙгә әйләнгән музыка ҡоралдары, әле яңы ғына тиерлек күптәребеҙ яратып тыңлаған грампластинкалар, уларҙы әйләндергән патефондар, һәр өйҙә булған радиоалғыстар бында килеүселәрҙе онотолмаҫ йәшлек йылдарына алып ҡайта. Совет осоронда оло бүләк һаналған күсмә Ҡыҙыл байраҡтар һәм вымпелдар, төрлө хеҙмәт өлкәһендәге юғары күрһәткестәр өсөн бирелгән маҡтау билдәләре, значоктар, билдәле шәхестәрҙең бюстары, бер нисә быуат элек әйләнештә булған иҫке аҡсалар, күмер менән ҡайнатылған төрлө ҙурлыҡтағы самауырҙар – барыһы ла тарих һаҡлай. Оло быуын вәкилдәре яратып уҡыған роман-гәзиттәрҙе, таушалып бөткән әҙәби китаптарҙы ла килеүселәр оло тулҡынланыу менән ҡулдарына ала.
Отставкалағы өлкән прапорщиктың ҡәҙерләп йыйған армия һәм флот атрибутикаһына ла һоҡланмау мөмкин түгел. Әйткәндәй, кибеттә хәрбиҙәргә һәм бөгөн башҡа хеҙмәт үтеүселәргә баштан-аяҡ кейенерлек форма өлгөләре лә тәҡдим итәләр.
– Барыһы ла күптәнге мауығыуымдан килә, – тип һөйләй Альберт Хәрипов. – Бала саҡта тимер аҡса йыя инем. Хәрби хеҙмәт йылдарында был шөғөл икенсе планда ҡала килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уға аңлы рәүештә һәм ныҡлап тотондом.
2011 йылда коллекционерҙар клубы ойоштороуҙы башлап ебәрә йүнсел замандашыбыҙ. Тәүҙәрәк башлыса нумизматтарҙан торған фекерҙәштәр төркөмөнә артабан башҡа төр әйбер йыйыусылар ҙа ылыға. Хәҙер улар аҙна һайын бик теләп Альберт Заһит улы йыһазландырған музейҙа йыйыла. Был ғына түгел, күңелдәренә яҡын шөғөл тапҡандар яҡын-тирәләге ҡалаларҙа, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ҡала көнөндә, башҡа байрамдарҙа коллекцио­нерҙар төрлө быуын вәкилдәрендә оло ҡыҙыҡһыныу уятҡан махсус күргәҙмә ойоштора. Бөтә был эштәрҙең башында, әлбиттә, геройыбыҙ тора.
Шиғри рухлы Альберт Хәрипов шәхси музейына “Беҙҙең бала саҡтың онотолған әйберҙәре” тигән исем биргән. Бында ла ул төрлө йәштәгеләрҙә онотолмаҫ иҫтәлектәрҙе яңыртырлыҡ әйберҙәр туплаған: бөгөн урта йәште үткәндәрҙең әлеге замандыҡынан һиҙелерлек айырылып торған бала саҡ уйынсыҡтары, башланғыс синыфтарҙа ултырып уҡыған парталары, мәктәп кәрәк-ярағы, ул осор дәреслектәре, пионерҙарҙың барабандары һәм борғолары... Милли батырыбыҙ Салауат һәйкәленең төрлө ҙурлыҡтағы күсермәләре, башҡорт ир һәм ҡатындарын һынландырған бәләкәй скульптуралар – ҡыҫҡаһы, бындағы һәр әйбер килеүселәрҙе сал тарихҡа алып инә...
Ошондай бай йөкмәткеле шәхси музейҙы булдырыусыға нисек “Афарин!” тип әйтмәйһең инде?! Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү мәсьәләләре көнүҙәккә әйләнгән бөгөнгө көндәрҙә уның эшмәкәрлеге оло маҡтауға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521