Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәртип намыҫҡа тоғролоҡтан башлана
Тәртип намыҫҡа тоғролоҡтан башлана Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Прокуратура көнө билдәләнде. Илебеҙҙә закондар үтәлешен күҙәтеүсе бындай дәүләт органының барлыҡҡа килеүенә инде – 295 йыл. Тарихы 1722 йылдың 12 ғинуарында батша Петр I указына ярашлы Сенатта генерал-прокурор посы булдырылыуы менән бәйле. Байрам иһә Рәсәйҙә 1996 йылдан бирле билдәләнә.
Башҡортостан прокуратураһы төрлө кимәлдәге 71 прокуратураны берләштерә. Улар араһында район-ара, ҡала, район әһәмиәтендәгеләр, шулай уҡ Өфөнөң ете районы буйынса һәм махсус бүлексәләр бар. Республикала прокуратура хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны меңгә яҡын.
Оло яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәттә эшләүселәр ҙә ҡайһы саҡта кәңәшкә мохтаж. Тап ошо маҡсатта Башҡортостанда Бөтә Рәсәй прокуратураһы ветерандары һәм пенсионерҙары йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе булдырылған. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына уның етәксеһе, Юстиция өлкән советнигы, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Рим СОЛТАНБӘКОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Рим Миңнулла улы, ойошмағыҙ башлыса ниндәй мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алған?
– Прокуратура ветерандарын һәм пенсионерҙарын берләштерәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, әлеге етди һөнәрҙе һайлаған кеше башкөллө эшкә сума, күп­тәр өсөн прокурор хеҙмәте тормо­шоноң төп мәғәнәһенә әүерелә. Был өлкәлә мәшғүл булған һәр кем законды нығытыуға, енәйәтселеккә ҡаршы кө­рәшкә ҙур өлөш индерә.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең тормошон­дағы иң сағыу ваҡиғалар, шәхес булып формалашыу осоро иң йәш, әүҙем саҡҡа – эшләй башлаған ваҡытҡа – тура килә. Ҙур тәжрибәле кешеләрҙе бер ойошмаға туплау дөрөҫ тип уйлайым, сөнки улар ошо йәштәр менән туранан-тура үҙенең тәжрибәһен уртаҡлаша ала, бынан тыш, оло йәшкә еткәндәрҙең дә төрлө йомоштары тыуа: хоҡуҡи ярҙам, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡаһы буйынса. Ул йүнәлештә лә бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып торабыҙ. Йәнә тыуған көндәр, байрамдар айҡанлы ҡотлау ҙа оло кеше тарафынан ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип ҡабул ителә. Ә иң мөһим йүнәлеш­тәребеҙҙең береһе – йәш кадрҙарҙы тәрбиәләүгә индергән өлөшөбөҙҙөр, тип уйлайым. Төрлө кәңәшмәләрҙә ҡат­нашабыҙ, сығыш яһайбыҙ. Ғөмүмән, прокуратура менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ойошма тәүләп 1993 йылда ойошто­ролғайны. Беренсе советтың рәйесе Әхмәт Ғирфанов булды. 2008 йылда дөйөм Рәсәй ойошмаһына ҡушылдыҡ. Башҡортостан төбәк бүлексәһенә 2011 йылдан бирле етәкселек итәм. Былтыр урындағы совет ағзаларының һанын арттырҙыҡ, хәҙер туғыҙ кеше улар. Был эшебеҙҙең даирәһен киңәйтеү маҡсатында эшләнде. Республикала, дөйөм алғанда, 400-гә яҡын ветеран һәм пенсионер хеҙмәт юлын прокуратураға арнаған. Улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырышабыҙ. Әлеге мәлдә прокуратурала эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемлеген төҙөп, улар тураһында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә башланыҡ. Артабан китап сығарырға ниәтләйбеҙ, сөнки маҡтап телгә алырлыҡ шәхестәребеҙ бихисап. Уларҙың фиҙакәрлеген киләһе быуынға беҙ еткермәһәк, кем еткерер?
– Хеҙмәт юлығыҙҙы прокуратураға бағышлағанһығыҙ. Республикала абруйығыҙ ҙур. Прокуратуралағы эшегеҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
– Мин – ябай ауыл малайы. Дәүләкән районының Исмәғил ауылында 1947 йылда донъяға килгәнмен. Башланғыс белемде Дәүләкәндә алдым, унан Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштерҙем. Стәрлетамаҡ районындағы колхоздарҙың береһендә эшләп тә өлгөрҙөм. Әммә Өфө мине үҙенә тартты. Артабан уҡырға теләк көслө ине. 1966 йылда Свердловск юридик институтының Өфө филиалы студенты булып киттем. 1970 йылда хеҙмәт юлымды Архангел районында тәфтишсе булып башланым. Унан Кушнаренко, Әлшәй райондарында эшләп алдым. 1978 йылда Үҙәк аппараттағы бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеккә күсерҙеләр. Өфөлә республика прокурату­раһында төрлө вазифаларҙа 1997 йылға тиклем эшләнем. Үҙемде башҡа өлкәлә һынап ҡарау теләге көслө ине, шуға ла, Салауат ҡалаһында прокурор вазифаһын тәҡдим иткәстәр, күп уйлап тормай, дәртләнеп эш башланым.
– Үҙемде һынап ҡарау өсөн, тинегеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсат хәтәр генә булғанын беләм.
– Бар уйым енәйәтселекте кәметеү ине. Биш йыл буйы әлеге вазифала эшләп, маҡсатыма өлгәштем, алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алдыҡ, тип әйтә алам. Ауыр енәйәттәр, бәлиғ булмағандар араһында ҡылынған закон боҙоуҙар, наркомандар, ойошҡан енәйәтсел төркөмдәр һаны кәмене.
– Илебеҙ өсөн ифрат ауыр булған 90-сы йылдарҙа шундай яуаплы урында эшләгәнһегеҙ. Енәйәтсел төркөмдәр тураһында һөйләгеҙ әле.
– Салауат – сәнәғәт етештереүе буйынса алға киткән ҡала. Бында бай, аҡсалы ойошмалар күп. Шуға енәйәтсел төркөмдәрҙең булыуына бер ҙә аптырарға түгел. Ул заманда бер нисә банда эш итте. Шуларҙың береһенең ике ағзаһы кеше үлтереп, шик аҫтына алынғас, төркөмдөң ойоштороусыһын да таптыҡ. Унлаған кеше ҡулға алынды. Дүртәүһе генә яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ҡыҙғаныс, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында эште ахырына еткерә алманыҡ...
– Иң ныҡ иҫтә ҡалған, детектив әҫәр яҙырлыҡ енәйәтте бәйән итһәгеҙ ине.
– 1977 йыл. Әлшәй районында эшләгән саҡ. Шунда Стәрлетамаҡтан килгән таксисты атып үлтерҙеләр. Милиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә енәйәтте бер аҙна эсендә астыҡ. Үлтереүсе ике егет таксистың машинаһын алып ҡасҡан булған, тик батҡаҡҡа сумғандар ҙа уны сығара алмай этләнгәндәр. Машина батҡан урында берәүһенең салбары ҡалған. Уның Дәүләкән ҡалаһы ательеларының береһендә тегелгәнен асыҡланыҡ, ошо билдә буйынса енәйәтселәрҙең эҙенә төштөк. Егеттәрҙең береһе, исем-шәрифен Иван Иванов тип алайыҡ, Дәүләкәндә бер апайында туҡтаған булған. Ә тағы бер апаһы Төркмәнстанда йәшәгән. Енәйәт ҡылғандан һуң Иван икенсеһенә ҡасҡан. Дружинниктар ярҙамында уны Иран сигендә тоттолар. Быға тиклем урлашып бер нисә тапҡыр эләккән булған икән. Әлеге енәйәте өсөн 15 йылға иркенән мәхрүм иттеләр.
Салауатта эшләгән йылдар. Нефть эшкәртеү предприятиеларының береһенән компьютер урлай башланылар. Уғрыны тиҙ арала енәйәт урынында ҡулға алдыҡ. Кем икәнен асыҡлағас, аптырауҙың сиге булманы – әлеге лә баяғы Иван Иванов! Тимәк, оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып сығыуы ла ул кешегә һабаҡ булмаған.
– Хеҙмәтегеҙҙә иң ҡамасаулағаны нимә булды?
– Башҡорт халҡына ғына хас холоҡ – ныҡышмаллыҡ, тиҫкәрелек. Саҡ ҡына йомшағыраҡ булһам, хеҙмәт юлым башҡасараҡ барыр ине. Миҫал килтереп китәйем. Бер урмансыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғаттым. Урлашҡан. Күп тә үтмәй, райком секретары шылтырата: “Эште туҡтат!” Туҡтатманым. Шул арҡала мине бер йылға армияға, төҙөлөш отрядына, оҙаттылар. Ғүмер буйы ошо холҡом ҡамасауланы. Шулай ҙа үкенмәйем, сөнки бер кем дә эшемдән етешһеҙлек таба, ғәйеп таға алмай. Гел генә белемемә һәм тәжрибәмә нигеҙләндем. Минең кеүек тиҫкәре кешеләр ул ваҡытта ла аҙ ине. Хәҙер иһә ундайҙарҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләргә кәрәк...
– Бәлиғ булмағандар бүлегендә эшләнем, тинегеҙ. Әле йәмғиәтебеҙҙе үҫмерҙәрҙең бер-бер артлы үҙенә ҡул һалыуы осраҡтары тетрәтә. Һеҙ эшләгән заманда үҫмерҙәр бындай аҙымға бара инеме? Суицид һымаҡ ҡот осмалы күренештәргә ҡарашығыҙ нисек?
– Эш тәжрибәмдә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең үҙенә ҡул һалыуы осраҡтары булманы, ундайҙы хәтерләмәйем. Архангелдә эшләгәндә бер-бер артлы өс егет ғүмерен ҡыйҙы, тик улар егерме йәш тирәһендә ине. Был хәл тотош республика өсөн оло фажиғә булды.
Хәҙер беҙ социаль ҡоролош үҙгәреш кисергән заманда йәшәйбеҙ. 90-сы йылдарҙа тәрбиә мәсьәләләрен мәғарифтан ситкә типтек. Мәктәптәр ундай эште алып барманы. Заманында мин был мәсьәләне күтәреп сыҡҡайным, ләкин закондар үҙгәртелмәне. Әле килеп ошоноң һөҙөмтәһен күрәбеҙ ҙә инде. Бынан тыш, телевидение каналдары, Интернет сайттары балаларыбыҙҙы ағыулай. Тәрбиәүи эште ғаилә иңенә генә һалыу дөрөҫ түгел ул. Бары ата-әсә генә балаға дөрөҫ йүнәлеш бирә алмай. Асыҡтан-асыҡ әйткәндә, илебеҙҙә имен булмаған ғаиләләр һаны артты. Уларҙың балаларын кем тәрбиәләргә тейеш? Был һорау нисәмә йыл асыҡ ҡала бит.
– Әле, илебеҙҙең үҫешенә иң ныҡ аяҡ салған күренештәрҙең береһе коррупция, тип ҡабатларға яраталар. Һеҙ иһә ошо күренешкә ҡаршы ғүмер буйы көрәшкәнһегеҙ. Ғөмүмән, коррупцияны еңеүҙең формулаһы бармы?
– Бында велосипед уйлап табып маташырға кәрәкмәй. Мәсьәләнең сиселеше ябай ғына һымаҡ, әммә...
Тәү сиратта дәүләт системаһында тәртип юҡ. Был өлкәлә эште көйләмәйенсә, алға китеш булмаясаҡ. Икенсе шарт – тәрбиә. Атанан күргән уҡ юнған, тиҙәрме әле?
Заманында юғары уҡыу йорттарында ришүәт алыу киң таралған ине. Етмешенсе, һикһәненсе, туҡһанынсы йылдарҙы күҙ уңында тотам. Шул мәлдә ошо өлкәлә ришүәтселекте бөтөрөү буйынса ябай, әммә һөҙөмтәле алым тәҡдим иткәйнем, тик әллә мәшәҡәте күп тип ҡурҡтылар, әллә башҡа сәбәптәнме, уны ҡулланманылар.
Һөйләшеүҙе беҙҙең ойошманан башлағайныҡ, шәхесемә төшөп киттек. Минең турала һүҙ ҡуйыртыу кәрәкмәҫ ине...
– Улай булғас, һуңғы һорау. Иленә хеҙмәт иткән кешенең тылы ныҡ булырға тейеш. Ул хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Атайым нигеҙендә, төп йортҡа терәтеп, яңыһын күтәрҙем. Әле эш тамамланмаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, шәжәрәбеҙҙе төҙөү менән мәшғүл булдым. Ҡатыным Рәсимә Ғәзизулла ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Айгөл менән Эльмира икеһе лә минең юлды һайланы, юрист һөнәрен үҙләштерҙе. Атай булараҡ бының менән ғорурланам. Ете ейән-ейәнсәребеҙ бар. Уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521