Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған төйәк кем ҡулында?
Тыуған төйәк кем ҡулында? Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан Барис Миңлебаевтың бар тормошо һәм хеҙмәт юлы тыуған төйәгенә бәйле. Мәктәптә туғыҙ йыл белем алғас, ул артабан белем эстәү өсөн Сибай педагогия колледжына юллана. Физкультура уҡытыусыһы һөнәре алып сыҡҡас, бер йыл Түбә урта мәктәбендә тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Аҙаҡ йәш уҡытыусыны Тыуған ил алдында изге бурысын үтәргә саҡыралар. Бала саҡтан спорт менән мауыҡҡан егеткә унда ла ауырға тура килмәй, һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтә. Армиянан һуң хеҙмәт юлын Юлыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып дауам итә.
Бынан алты йыл элек Барис үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарай, уға “Юлыҡ” агрофирмаһын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Йәш етәксе ең һыҙғанып яңы эшкә тотона. Тап шул осорҙа был бәләкәй предприятие банкротлыҡҡа дусар булған “Һаҡмар” колхозының Юлыҡ ауылындағы мал ҡураларын, малдарҙы һәм техникаһын һатып алыуға өлгәшә. 2011 йылда иһә агрофирма базаһында “Б.Ф. Миңлебаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторола.
Әйтергә кәрәк, фермер хужалығы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә малсылыҡ, үҫемлекселек, йылҡысылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, спорт аттарын үрсетеү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, район кимәлендә тотороҡло эшләгән предприятиелар иҫәбенә баҫа. Бындай һөҙөмтәгә Барис Фәйрүз улы эште оҫта ойоштора белеүе, заман менән бергә атлауы, заманса технологияларҙы ҡулланыуы арҡаһында өлгәшә лә инде. Юлыҡ кеүек төпкөл ауылда атап үтелгән тармаҡтар менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, айырыуса үҫемлекселек менән. Иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүҙә тейешле агротехник сараларҙы ҡулланыу, ер эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү арҡаһында бөгөн фермер хужалығы яҡшы уңыш алыуға өлгәшә, малсылыҡ тармағын йылдан-йыл мул аҙыҡ базаһы менән тәьмин итә. Предприятие 1000 гектарҙағы пай ерендә бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай, мал аҙығы культуралары үҫтерә, пайсылар менән дә ваҡытында иҫәпләшә. Иген культураларының гектар ҡеүәте, быйыл уртаса 20 центнер тәшкил иткән, был – районда яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалынған.
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ элекке “Һаҡмар” колхозының йәшелсә-емеш баҡсаһын тергеҙеү, унда төрлө йәшелсә үҫтереү өлкәһендә маҡсатлы эшләй. Быйыл ун гектарҙа сәселгән картуфтан мул уңыш йыйып алғандар. Яңы тармаҡты үҫтереү буйынса уй-ниәттәре күп Барис Фәйрүз улының.
Хужалыҡ иҡтисадында малсылыҡ тармағы ла мөһим урын биләй. Әле бында 150 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 70-е – һауын һыйыры. Әйтергә кәрәк, мал һаны йылдан-йыл арта, тейешле тәрбиә һөҙөмтәһендә уларҙың етештереүсәнлеге лә юғары. Киләсәктә етәкселек мал һанын арттырыуҙы төп маҡсат итеп алған.
“Б.Ф. Миңлебаев” йәмғиәте өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – йылҡысылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Хужалыҡта 100 баш йылҡы малы тоталар, шуның 40 башы – һауын бейәләре, 10 башы – спорт аттары. Ҡымыҙ етештереүҙән яҡшы табыш ала улар. Йәмғиәттең Фабрикат, Бәләкәс, Магнолия ҡушаматлы арғымаҡтары районда ғына түгел, Башҡортостан кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты биргәне юҡ. Ат спортын үҫтереү маҡсатында быйыл ике тоҡомло бейә һәм айғыр һатып алғандар, Ставрополь крайынан эшкә махсус тренер итеп Виталий Мизуновты саҡырғандар.
Фермер хужалығы йәнә бер табышлы шөғөлгә йөҙ борған – умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Әле 20 күс иҫәпләнә, киләсәктә улар һанын бермә-бер арттырыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн йүнсел 50 гектарҙа ҡарабойҙай сәскән, киләһе йыл ул 150 гектарға етәсәк.
Барис Фәйрүз улының тиҙ арала киң тармаҡлы хужалыҡты ойоштора алыуы һәм рентабелле үҫешкә өлгәшеүе маҡтауға лайыҡ. Үҫемлекселек, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, йәшелсәселек, умартасылыҡ йүнәлештәре менән берҙәй уңышлы шөғөлләнгән фермер был ҡаҙаныштарға үҙенең ныҡышмалылығы, ғаиләһенең, яҡындарының, бер туған ҡустыһы Барыйҙың ныҡлы ярҙамы арҡаһында өлгәшә. Ауылдарыбыҙҙың киләсәген тап ошондай өмөтлө йәштәр билдәләй ҙә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523