Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәйешкә йәм өҫтәп
Йәшәйешкә йәм өҫтәп
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында барған реформа шарттарындағы хеҙмәт күрһәтеү баҙарында лайыҡлы урынды булдыҡлы предприятиелар ғына яулай ала. “7-се торлаҡ-коммуналь бүлек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шундайҙар иҫәбендә. Ул Нефтекама ҡалаһына ҡараған Энергетик ауылын хеҙмәтләндерә. Ауыл тиһәк тә, бындағы шарттар һәм талаптар ҡалалағынан һис тә айырылмай.
Предприятиеға күп ҡатлы ун ете торлаҡ йортто техник хеҙмәтләндереү йөкмә­телгән. Улар ҡарамағында 52595,6 квадрат метр торлаҡ майҙаны иҫәпләнә. Предприятие йылылыҡ энергияһы, һыу менән тәьмин итә, ағынды һыуҙарҙы һәм көн­күреш ҡалдыҡтарын сығара, һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә, торлаҡ фондына һәм селтәрҙәргә капиталь ремонт үткәрә, ауылды төҙөкләндерә һәм йәшелләндерә. Әгәр һыу селтәр­ҙәренең оҙонлоғо 117,6 километр, квартал-ара яҡтыртыу селтәрҙәре – 59 километр һәм электр селтәрҙәренең шул тиклем үк булыуын иҫәпкә алғанда, эш майҙанын күҙаллап була. Ауылдың йәшәйеше өсөн кәрәкле был объекттар һәр саҡ төҙөк булһын һәм көйлө эшләһен өсөн селтәр­ҙәрҙе яңыртыуға ҙур сығым­дар һәм тырышлыҡ йүнәлтелә. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ғына алты йорттағы 383 фа­тирҙа һалҡын һәм йылы һыу торбалары яңыр­тылған. Ә 306 фатирҙы тәү башлап йылы һыу менән тәьмин иткәндәр. Ун туғыҙ мең квадрат метр майҙанда йорт түбәләре, байтаҡ йорттарҙа панель-ара йөйҙәр, 7355 квадрат метр майҙанда подъездар ремонтланған.
Уларҙың тырышлығы менән йәйҙәрен ауыл урамдары һәм майҙандар йәшел­леккә күмелә, шишмәләр төҙөкләндерелә. Үткән йыл Шишмә ауылына юлды төҙөкләндереп ҡуйғандар.
Коллектив халыҡҡа уңайлы йәшәү һәм ял шарттары тыуҙырыу өсөн теләһә ниндәй яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға әҙер. Әйтәйек, Ҡарман һыу һаҡлағысы ярында үҙәк ҡала пляжын төҙөкләндер­гәндәр. Үҙҙәре үк уны тәртиптә тота. Бындағы таҙалыҡ һәм уңайлыҡтар өсөн ял итеүселәр уларға рәхмәт әйтә.
Ике йыл элек ауылда йәмәғәтселек мунсаһын төҙөкләндереп, эшкә ҡушҡан­дар, уны даими хеҙмәтләндереп торалар. Йыйып әйткәндә, 55 кешенән торған коллектив ауылдың йәшәйешенә йән өрә. Ауыл халҡы өсөн лайыҡлы эш урындары булдырыу йәһәтенән дә предприятиеның социаль әһәмиәте юғары. Коллективта тырыш һөнәр эйәләре, үҙ эшенең оҫта­лары тупланған. Йәш белгестәргә белемен камиллаштырыу өсөн өҫтәмә һөнәр­ҙәр үҙләштерергә мөм­кин­лек бирелә. Йыл һайын ундан артыҡ хеҙмәткәр ошонан файҙалана.
Предприятие үҙе­нең социаль маҡ­саты менән айырылып тора. Йәштәргә ғаилә ҡорғанда, ба­ла тыуғанда, бала­һын яңғыҙ йәки инвалид бала тәрбиә­ләгәндәргә, хаҡлы ялдағыларға, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға һ.б. матди ярҙам күрһә­телә.
Предприятиеның матди-техник база­һы ныҡлы. Үҙҙәре­нең производство майҙаны бар. Техника паркы төрлө маркалы дүрт трактор, экскаватор, канал йыуҙырыу машинаһы, махсуслашты­рылған вакуумлы машина, “КамАЗ” һәм ике сүп-сар ташыу машинаһы, компрессор һәм башҡа төр техника менән тулы­ландырылған.
Уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырған хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә лә һәйбәт эш шарттары булдырыу алғы планға ҡуйыла. Бында тырыш, берҙәм коллектив туплан­ған. Ауылда үткәрелгән күп сараларҙы ойош­тороуҙа улар башлап йөрөй. Мәҫә­лән, һабантуй, Яңы йыл, ҡыш оҙатыу байрамдары өсөн уйын һәм күңел асыу майҙан­дарын әҙерләйҙәр һәм үҙҙәре лә уларҙа әүҙем ҡатнаша.
Коллективтың уңыштарын хаҡлы рә­үеш­тә директор Салауат Ғәбдрәхи­мовтың оҫта етәкселеге менән бәйләйҙәр. “Талапсан, принципиаль, уның янында тор­мошҡа битараф булыу мөмкин түгел”, – ти хеҙмәткәр­ҙәр үҙҙәренең етәксеһе хаҡында.
Салауат Хәмзә улы ҡырҡ йыллыҡ хеҙ­мәт стажының яртыһын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына бағышлаған. Фиҙакәр хеҙмәтен яҡташтары юғары баһалай. Ул Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь ми­нистр­лығының, Нефтекама ҡала хакимиә­тенең һәм Ҡарман ГРЭС-ы етәкселегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Күптән түгел Салауат Ғәбдрәхимовҡа хеҙмәттәге уңыштары өсөн Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлы­ғының Рәхмәт хаты тапшы­рылған.
Предприятиела етәксе үрнәгендә тырышып эшләгән хеҙмәт алдынғылары күп. А. Байрамғолова, Л. Шәйҙуллина, Г. Мулла­ху­жина, В. Селецкий, Д. Дәүләт­баев, Р. Шәм­сиәхмәтов, Р. Латипова, И. Рәхмәтуллин, Р. Вәлиев, Г. Шәмсет­динов, З. Вәзетдинов, А. Ғәлиханов кеүек һөнәр эйәләре – коллективтың ғорурлығы. Торлаҡ-коммуналь тармаҡта әйҙәүсе­ләрҙең береһе булып танылған предприятие коллективы ҙур маҡсаттар менән йәшәй.


Автор: Р. ӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 237

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 970

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 161

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 268

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 085

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 276

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 062

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 349

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 372

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 309

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 319

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 263