Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күркәм йорттары һоҡландыра
Күркәм йорттары һоҡландыра Төҙөүсе – элек-электән хөрмәтле һөнәр кешеһе. Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙ булған мәлдәрендә лә төҙөлөш индустрияһын күтәреү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар, күперҙәр, торлаҡ йорттар һалыу дауам итә. “Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә үҙ тарихында бихисап йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль объекттар төҙөп файҙаланыуға тапшырҙы. Эш күрһәткестәре, төҙөлөш мәсьәләләренә заманса ҡарашы менән айырылып торған ҡеүәтле предприятие күп тармаҡлы хужалыҡ комплексын хәтерләтә.
“Ремстройцентр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2005 йылдан алып төҙөлөш майҙанында үҙ урынын лайыҡлы биләй. Рафаил Исмәғилев етәкселегендәге коллектив, йылдан-йыл юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, төбәк иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Предприятие үҙен мөһим мәсьәләләрҙе хәл итерлек төҙөлөш ойошмаһы итеп танытты. Эш күләменең 60 процентын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы тәьмин итә.
Рафаил Исмәғилев Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы Ибраһим Мәғзүм улы ғүмер буйы колхоз идараһында бухгалтер булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ауылдың абруйлы кешеһе. Әсәһе Маһира Әхмәт ҡыҙы изге күңелле, ихтирамлы, кешеләргә ярҙамсыл булып хәтерҙә ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер мәрхүмә инде. Туғыҙ тиҫтәһен артмаҡлаған Ибраһим Мәғзүм улы бөгөн улының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.
Рафаил Ибраһим улы Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Учалы урман хужалығында эш башлай. Артабан тыуған ауылындағы Салауат исемендәге колхозда төҙөлөш эштәрен алып бара. Сибай ҡалаһына күскәс, ябай мастер вазифаһынан директор кимәленә үрләй.
– Ҡасандыр Учалы баҡыр-көкөрт комбинаты базаһында барлыҡҡа килгәйнек, – ти Рафаил Ибраһим улы. – Тәүҙә комбинаттың төрлө төҙөлөш нөктәләрендә эшләнек, артабан үҙебеҙ айырым йорттар, социаль объекттар төҙөй башланыҡ. Был дәүерҙә тиҫтәләгән йорттар, балалар баҡса­лары, мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Предприятиела заманса ҡоролмалар, техника тупланған. Үҙебеҙҙең автопарк бар. Барлыҡ автомобилдәргә ГЛОНАСС система­һы ҡуйылған. Ойошмабыҙҙың техник базаһы төрлө объекттар төҙөргә мөмкинлек бирә. Төҙөлөш эштәрен алып барыу фәҡәт аукцион һөҙөм­тәһенә бәйле. Шулай ҙа ҡул ҡаушы­рып ултырырға ваҡыт юҡ. Шунлыҡтан башҡа тармаҡтар буйынса ла эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙең ағас эшкәртеү цехы тулыһынса Учалы баҡыр-көкөрт комбинатының Сибай­ҙағы филиалын таҡта материалдары менән тәьмин итә. Был ойошма менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һуңғы ваҡытта авария хәлендәге йорттарҙан күсенеүселәр өсөн өйҙәр төҙөнөк. Художество мәктәбен файҙаланыуға тапшырҙыҡ.
“Ремстройцентр” йәмғиәтенең эшселәре үҙ урынында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Рафаил Ибраһим улы алдынғы хеҙмәткәрҙәрен маҡтап телгә алды: В. Ҡорманов, Д. Мырҙагилдин, В. Крюков, Х. Сыңғыҙов, Г. Фазлыева, Ю. Сәйетова, Ш. Рәхмәтуллина, Р. Дәүләтов. Улар барыһы ла тырыш хеҙмәте өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте тарафынан маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, яҡшы аңла­шыу­санлыҡ, коллективтағы берҙәмлек йәшәй бында. Шулай булмай ни, үҙ эшен яҡшы белгән һөнәр эйәләре тупланған уларҙа. Йәмғеһе 198 кеше эшләй. Ғөмүмән, Сибай ҡалаһының төҙөлөш индустрияһын “Ремстройцентр” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Шуға ла 2015 йылда ойошма “Ҡаланың иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн”, “2014 йылдағы ҙур күрһәткестәр өсөн” Сибай ҡала хакимиәтенең дипломы менән бүләкләнгән. Былар үҙҙәре генә лә “Ремстройцентр” ойошма­һының тырыш эшмәкәрлеген күрһәтә. Рафаил Исмәғилевтең 30 йылдан ашыу хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан лайыҡлы баһаланып, уға “Башҡорт­остандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Рафаил Ибраһим улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡала Советы депутаты булараҡ ҡала халҡының көнитмеше менән даими ҡыҙыҡһына. Мәҙәни, спорт сараларынан ситтә ҡалмай, даими бағыусы булараҡ та беләләр уны. Шәхси тормошонда ла бәхетле замандашыбыҙ. Ҡатыны Айгөл менән мөхәббәт емештәрен – ике улдарын үҫтерҙеләр. Өлкән улдары Динар Өфө дәүләт нефть техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, бөгөнгө көндә “Транснефть-Өфө” ойошмаһында уңышлы эшләп йөрөһә, кеселәре Рус­лан шул уҡ уҡыу йортонда яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Абруйлы һәм ҡеүәтле “Ремстройцентр” ойошмаһының алтын ҡуллы төҙөүселәре киләсәктә лә матур йорттар, күркәм биналар менән халыҡҡа шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына килтерһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521