Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡар яуып, тәүге һалҡындар башланып, йылға-күлдәр селтәр боҙ менән ҡапланыуға ауылдарҙа өмәләр башлана. Һуғым өмәләре. Борондан килгән йоланы тотоп, нәҫел-аралар, күршеләр алдан уҡ һөйләшеп, ҡайһы көндө кемгә барырға икәнлеген килешеп ҡуялар.
Мәшәҡәте күп шул ҡош-ҡорттоң. Үҫте­реүҙән бигерәк уларҙы һуйып, эш итеүе мәшәҡәтлерәк, ти ғәҙәттә хужабикәләр. Хәйер, әүәл-әүәлдән ҡаҙ өмәһенә ауылдың уңған, егәрле ҡыҙҙарын саҡырыр бул­ғандар, улар араһында үҙенә күрә ярыш ойошторғандар. Ә егеттәр тап ошондай байрамдарҙа кәләш күҙләгән…
Баҡраҡ ауылында йәшәгән Лилиә менән Ғайса Күскилдиндар ҙа ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Ишле булыуҙары өҫтөнә уңғанлыҡтары, йүнселлектәре менән Күскилдиндар ғаилә­һе күптәргә өлгө булырлыҡ. Ихата тултырып мал аҫраған уңғандарҙы күптәр беләлер. Тәрбиәгә өс бала алған патронат ғаилә булараҡ, район, республика кимә­лен­дәге төрлө конкурстарҙа еңеүсе лә булдылар.
Күскилдиндарҙың ихатаһы бәләкәйерәк крәҫтиән (фермер) хужалығынан ҡайтыш түгел. Тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, шул тиклем үк ат, һарыҡ-кәзәләр эркелешеп йөрөй. Ҡош-ҡорт тураһында әйтәһе лә түгел. Техниканың да ниндәйе генә юҡ. Тракторҙары, бесән сапҡыс-йыйғыстары, уны төргәкләүсе агрегаты...
Егәрленең ҡулы етәү, тип белмәй әйт­мәгәндәрҙер. Хужабикә бөтәһенә лә өлгө­рә. Төп эшен дә еренә еткереп башҡара. Баҡраҡтың һәүәҫкәр артистары, “Зәйлекүл” фольклор ансамбле Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә генә түгел, райондағы төрлө мәҙәни саралар уртаһында ҡайнай. Йортонда ла бөтә эше яйға һалынған, һыйыр­ҙарын, кәзәләрен һауып һөтөн эшкәртергә, ҡымыҙ бешергә лә, уларҙы үҙ клиенттарына һатып ебәрергә лә ваҡыт таба. Йыл һайын 50-ләп ҡаҙ бәпкәһе лә алып үҫтерәләр.
Беҙ килеп етеүгә өлгөр өмәселәр ҡаҙҙарҙың мамығын йолҡоп бөткәйнеләр инде.
– Бына икегеҙгә бирнәлек мендәрҙәр әҙер, тип әйтергә була. Апай кеше Гөл­назды иң тәүҙә кейәүгә оҙатырбыҙ инде, – тип шаяртып алды еңгәләрҙең береһе.
– Юҡ, иң тәүҙә Флорид ағайыма кәләш алырға кәрәк, быйыл ул колледжды бөтөп, диплом ала бит. Ә миңә уҡырға ла уҡырға әле, – тип яуапланы Гөлназ.
– Илнур менән беҙгә башта мәктәпте бөтөргә кәрәк, унан берәй һөнәр алырға. Шунан ғына кейәү тураһында уйларға була. Ә уға тиклем мендәрҙәр генә түгел, ҡаҙ мамығынан әллә күпме түшәк тә эшләр әле әсәйем.
Еңгәйҙәре менән уйынлы-ысынлы һөйләш­кән ҡыҙҙар ҙа эшкә етеҙ. Шул арала ҡаҙ йолҡҡан бүлмәне “ялт” иттереп таҙартып-йыуып та ҡуйҙылар. Алма аға­сынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит, ата-әсәһенең тәрбиәһе күренеп тора.
– Эшкә бигерәк шәп шул беҙҙең ҡыҙҙар ҙа, килендәр ҙә, ҡулдарына күҙ эйәрмәй, – тип өмәселәрҙе маҡтап бөтә алмай Лилиә­нең ут күршеһе Нурия апай. – Күңелле итеп йырлап та ебәрәләр, рәхәтләндереп көлдөрөп тә алалар. Улар янында күңелле тип бына мин дә йөрөйөм әле, ҡулымдан әллә ни эш килмәһә лә.
– Улай тимә әле һин, Нурия апай, бер ҙә һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлайым тип тор­маның, “һә” тигәнсе 46 ҡаҙҙың тәпәйен таҙартып, йыуып ҡуйҙың бит әле, – тип уның үҙен маҡтаны кемдер.
– Ҡара әле, һеҙҙең эште еңеләйтәм тип тирләп-бешеп ҡаҙҙарҙы “бешекләп” өлгөртөп торған мине маҡтаусы ла юҡ инде әллә, – тип көлә-көлә һүҙгә ҡушыла Зөлфиә.
– Ярай-ярай, бөтәгеҙ ҙә уңғанһығыҙ. Йолҡоусылар ҙа, әҙер ҡаҙҙарҙы өтөүсе Фаяз ағай ҙа, уларҙың эсен алыусылар ҙа маладис, шәп эшләнегеҙ, – тип уйын-көлкөлө бәхәскә нөктә ҡуйҙы хужа. – Эшегеҙҙең иң мәшәҡәтлеһе ҡалды бит әле, кискә тиклем өлгөрөрһөгөҙмө?
– Хәҙер бөтәбеҙ уны. Төпәреш шишмә­һенә барып ҡаҙҙарҙы сайҡарға ла өлгө­рәбеҙ. Яңы килеп еткән ҡунаҡтарҙы ла ҡушабыҙ эшкә, – тип сая еңгәләрҙең береһе беҙгә лә эш тапты. Наилгә еңел: “шалт та шолт” итеп фотоға төшөрөп кенә йөрөй, ә миңә өмәселәр менән бергә эсәк араларға, бысаҡ менән ҡаҙ ҡырырға ла тура килде.
Ҡаҙҙар ҡат-ҡат йыуылып бөткәс, бары­быҙ бергә Төпәреш шишмәһенә юлландыҡ. Саф шишмә һыуында сайҡап алғас, ҡаҙҙар тағы ла ағарып, ҙурайып киткәндәй тойолдо.
– Хужалар матур ҡараған ҡаҙҙы. Һәр береһе кәмендә 3,5-4 кило булыр. Ике табаҡ эс майы, шул тиклем уҡ эсәк араһы майы сыҡты, – тип өмәселәр Лилиә менән Ғайсаны ла маҡтап алды.
– Бер ялда балалар ҡайтҡас, тағы ла бер өмә яһап, ҡанат һыҙырырбыҙ инде, – тип һүҙгә ҡушыла хужабикәнең әсәһе Юлиә. – Аҙаҡтан киләһе йылда ла ҡаҙҙарыбыҙ эркелешеп йөрөһөн, үҙебеҙ иҫән-һау, донъялар имен-тыныс булһын, тағы ла ошолайтып өмәләр үткәрергә яҙһын, тип теләй-теләй урам буйлап ҡаурый һибергә сығырбыҙ…
Ә кис ағай-еңгәләр, ҡусты-килендәр ҡупшы итеп кейенешеп, һуғым ашына йыйылды. Күскилдиндар йорто йәнә уйын-көлкө, йыр-моңға күмелде…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523