Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыраҡ юл яҡындан башлана
Йыраҡ юл яҡындан башлана Һәр беребеҙ ялын үҙенсә ойоштора. Кемдер донъя буйлап сәфәр сығырға ярата, икенселәр ял йорттарына ашыға, баҡсаһында бикләнеп ятыусылар ҙа етерлек, ата-әсәһе янына ҡайтып, туған-тыумасаһы менән осрашып күңелен йыуатыусылар хаҡында әйтәһе лә түгел. Ульяновск ҡалаһына юл төштө. Бәй, тимәк, Волга буйы беҙҙе көтә. Форсаты сығып тора, ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән биләмәне тағы ҡасан барып күрәм әле. Таң ҡалырлыҡ бит – башҡорттар Волга йылғаһынан алып Тоболға тиклем йәйелгән күҙ күреме етмәҫлек ерҙәргә хужа булһынсы!
Нәҡ шул ваҡытта әрмелә ике йыл буйы һалдат һурпаһын бергә эскән, әле Беларусь Республикаһында йәшәгән Артем сәфәргә ҡуҙ өҫтәп ебәрҙе. Ул сит ил тип тормаған, ике уйламай йәшлек йылдарына ҡайтып әйләнергә йөрьәт иткән. Сәмләндерҙе бит, әй! Поезда, автобуста, пароходта йәки самолетта кем дә йөрөмәй-осмай. Эйе, ниндәй ҙә йәмәғәт транспортында түгел, ә шәхси автомобилемдә илебеҙҙең киңлектәрендә елдергем килде. Шул иғтибарға лайыҡ, был үҙемдең автомобилем менән беренсе ҙур сәйәхәт тип аңларға кәрәк.


Ниңә туған телегеҙҙә аралашмайһығыҙ?

“М-5” Урал федераль юлының ҡатмар­лы автомагистралдәр исемлегендә икән­леген белгәнгә күрә, тарҡаулыҡты шунда уҡ баштан “ҡыуып сығарҙым”. Ашыҡҡан түгел, бойорған етә, тигән мәҡәлде иҫтән сыға­рырға ярамай. Баҫыу батырҙарының ҡеүәтле техника ярҙамында шәкәр сөгөл­дөрөн ҡаҙыуына, заманса тракторҙарҙың ерҙе туңға һөрөүенә, нефть вышкала­рының бер туҡтауһыҙ ер майын һурҙы­рыуына, ел тирмәненең электр етеш­те­реүенә, шулай уҡ ауылдарҙың төҙөклөгөнә, ғөмүмән, алтын көҙгә һоҡланып килә торғас, ниһайәт, Башҡортостандың сиге аша үттек. “Сикте билдәләү – минең өсөн шартлы билдә, бер ниндәй ҙә кәртәләр булырға тейеш түгел. Юҡһа, быны ихтыярыма ҡаршы килеү тип аңлайым”, – тигәйне ҡасандыр иптәшем. Ысынлап та, ниндәйҙер сиктәрҙе телгә аламсы, Оло Башҡортостан буйлап “осабыҙ” ҙабаһа!
Хәҙер ҡайһылай рәхәт, күҙ бөтөрөп ваҡ яҙыулы карта өйрәнеп яфаланмайһың, на­вигаторҙы көйләп алғас, ул юл яҙлыҡ­тырмай дөрөҫ кенә маршрут күрһәтә. Интернеттан алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, Өфөнән Ульяновск ҡалаһына тиклем кәм тигәндә 600 километр. Республикабыҙҙың сиге аша сыҡтыҡ, тинем бит инде, эйе, 200 километр ара үтелде. Юлдың өстән бер өлөшө тигән һүҙ.
Быға хәтлем Октябрьский ҡалаһының аръяғын бер ҡасан да күрмәгәс, туғандаш ике республика өсөн дуҫлыҡ ролен үтәгән Ыҡ йылғаһын үткәс, йөрәккә нисектер яманһыу булып китте. Болоҡһоу шунан барлыҡҡа киләлер, элек таныш юлдарҙан ғына йөрөлдө лә бит, ә хәҙер бөтөнләй ят донъя менән танышыу башланды.
Үҙебеҙҙе сит мөхиттәге кеүек хис иттек, әммә Ватаныбыҙ эсендә булыуыбыҙ көс-ғәйрәт өҫтәне, ышанысты арттырҙы. Уның ҡарауы, әлдә яратҡан “Юлдаш” радиоһы бар әле, тип һөйөнөп килә торғас, уныһы ла бүтән йышлыҡтар менән алмашынды. Ярай, шулай уҡ дәүләт телендә йыр тыңлайбыҙ, яңылыҡтар менән танышабыҙ ҙа инде, тип күңелде йыуаттыҡ.
Татарстандың Баулы районы буйлап көнбайышҡа елдерәбеҙ. Ыҡ тигәндән, халыҡ һөйләгән ҡыҙыҡлы хәлдәр иҫкә төштө. Элек, 80 – 90-сы йылдарҙа, ма­газиндың ваҡытында асылып, ваҡытында ябылғанын онотмағанһы­ғыҙҙыр. Һуңланың икән, хатта күҙ йәштәрен түгеп тә уны ас­тыра алмауың көн кеүек асыҡ. Башҡорт­останда киске сәғәт 6-ла сауҙа нөктәләре ете йоҙаҡҡа бикләнде. “Иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын” тип көн итеүселәр ниҙер һатып алып өлгөрмәһә, бер ҙә аптырап торманы, күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип, күпер аша ғына йүгереп сығып, күршеләге магазинға барып теләгенә иреште. Шунан сығып, сәғәт айырмаһының файҙаһы юҡ тип әйтергә тел әйләнмәй.
Шул сәғәттең төрлөсә йөрөүе арҡа­һында килендәргә “ялҡау” мөһөрө лә һуғылған, ә улары иренен бүлтәйтеп үсегергә маташҡан. Таңғы алтыла көтөү киткәс... уларса иртәнге сәғәт дүрт була ла баһа һуң. Ә кем ундай ваҡытта тәмле йоҡоһон ҡалдырғыһы килһен, ти. Ҡайһы яҡтыҡы икәнен үҙегеҙ самалағыҙ. Төрлө мәрәкә хәлгә, унан бигерәк ваҡытты дөрөҫ самалау өсөн уңайы тура килгәндә сәғәт телдәрен артҡа күсерҙем, ә бына кәләшем Екатеринбург сәғәт поясына тоғро ҡалды.
Оҙон һәм бейек йөк машиналары күп кенә, береһен уҙыуға сираттағыһына килеп төртөләһең. Шул уҡ ваҡытта тыйыуҙы белдергән юл билдәләренең күплеге йәнгә тейҙе. Алға китеп шуны еткерәм: уның ҡарауы, трассала ике генә урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен тап иттек, башлыса бары­һын да видеокүҙәтеү һағалай. Сағыш­ты­рыу өсөн: Өфөнән Ейәнсура йәки Баймаҡ яҡтарына китеп барғанда Булгаковтан башлана “гаишник”тарҙың туҡтатыуы, ҡайтып еткәнсе бер биш-алты урында засадала боҫоп ултыра улар.
Заправкалар йыш урынлашҡан, мәҫә­лән, “92” маркалы бензиндың 1 литрын – 33, хатта 32 һумға алырға була. “Башнефть”те күреү шулай уҡ күңелгә яҡын, әммә был яҡтарҙа яғыулыҡ республи­кабыҙҙыҡына ҡарағанда 25 тингә ҡим­мәтерәк (“92” бензинының бер литры беҙҙә 34 һум 60 тин).
Әҙ генә барыуға “Ырымбур өлкәһе” тигән яҙыуҙы осраттыҡ. Хәтәр бит, өлкәнең бер башы Татарстанға барып тоташһа, икенсеһе Силәбе өлкәһенә йәбешкән, йылан шикелле ярты Башҡортостанды уратып алған. Ырымбурҙар егәрле икәнлек­тәрен бында ла күрһәтте – бер нисә урында – һәр ун километр һайын тиерлек бал йәрминкәһе ойошторғандар. Үҙебеҙҙекен күп ашайбыҙ, әйҙә, күршеләрҙекен ауыҙ итеп ҡарайыҡ тип, машинаны туҡталышҡа борҙом. Улар өсөн һәр юлаусы ҡәҙерле­лер, шәкәргә өйкөлөшкән себен ише шунда уҡ һырып алырҙар тигән фаразым юҡҡа сыҡты. “Иң тәмлеһе минеке”, – тип тә маҡ­танмайҙар. Бер нисә банканан тәм­ләгәндән һуң, йүкә балына төртөп күр­һәттем. Хаҡтары беҙҙәге шикелле, сама менән, бәлки, берәй йөҙ-ике йөҙ һумға ғына ҡыйбаттыр.
– Һатыламы һуң? – тим юрамал башҡортсалап “Тойота” маркалы машина эргәһендәге мыйыҡлы ағайға.
– А почему бы нет? – булды тапҡыр яуап.
Аптырарһың, саф башҡортса ләпел­дәйем, ә ул – русса. Иң мөһиме, мине тулыһынса аңлай. Ҡуҙғалыр алдынан ғына беҙҙең телдә “рәхмәт” әйтте.
– Ниңә үҙ телегеҙҙә һөйләшмәйһегеҙ?
– Так привык.
Был – өлкәнең Северное районы. Тәүҙә үҙен Федя тип таныштырған балсының ысын исеме Фәтхислам икән, Һарыҡташ районы башҡорто. Умартасылыҡ менән хәтһеҙ йылдар шөғөлләнә, ә тыумышы менән Күгәрсен районынан. Бына бит нисек? Кем уйлаған федераль юлда милләттәшемде осратырмын тип. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатыны йортонда һатыу итә, ә ул оло юл буйына сыҡҡан.

Мәләкәс бәләкәс
ҡала түгел

Беҙ йәнә юлда.
– Бер нимәне һиҙҙеңме? – тип өндәшәм хәләл ефетемә.
– Нимәне? – тип һорауға ҡаршы һорау бирә, йоҡомһорап килгән еренән күҙҙәрен көскә асып.
– Белорет юлындағы һымаҡ тау артылмайбыҙ йәки урман күренмәй.
– Ысынлап та, тигеҙлек бөтә ерҙә, тик посадка ғына.
Юлдың ике яғы буйлап саған, ҡайын, тирәк ултыртылған. Ырымбурҙар бер бөртөк ағасты күрһә, урман тиҙәр. Быны нимәгә тиңләрҙәр ине икән?
Һы, Һамар өлкәһенең тәбиғәте лә ошоға оҡшаш, бәлки, автомагистраль тигеҙ урындан һалынғандыр... Шундай бер тәртипкә күнгәнмен, юл сатында берәй юлаусыны күрһәм, мотлаҡ туҡтап ҡайҙа барыуын һорайым, ул кеше ҡул күтәрәме-юҡмы, уныһында эшем юҡ. Әле лә Мәскәү автомагистрален ҡалдырып, “Ульяновск” тип күрһәтелгән уҡ буйынса уңға боролдоҡ һәм урта йәштәрҙәге ағайҙы ултыртып алдыҡ, эргәһендәге туташ изгелектән баш тартты.
– Ҡайһы яҡтарға юл тоттоғоҙ? – тип һорайым был юлы руссалап.
– Мәләкәскә, – тине ул.
Димитровград ҡалаһының элек Мәләкәс тип аталыуын белә инек, ә бына халыҡтың һа­ман да уны боронғо исеме менән әйте­үенә ғәжәп иттек. Үҙен Вадим тип та­ныштырҙы, автомобилдең “102”-се төбәккә ҡарауын күргәстер, “Башҡортостан­дан­мы?” тип һораны, ә бер ҙә “Башкирия” тү­гел. Һамар ҡалаһында эшләп йөрөгәнен белдерҙе, ял һайын шулай эләгә-һарҡа йортона ҡайтып йөрөй икән. Әйткәндәй, атаһы Тольятти ҡалаһына эшкә килгән дә өйләнеп шунда тороп ҡалған. Сығышы менән Башҡортостандан, тик ул ғәзизенең ҡайһы райондан икәнен онотҡан. Бына ни өсөн республикабыҙҙы дөрөҫ итеп әйтә икән.
– Мәләкәс нимәне аңлата? – тип төпсөшәм.
– Мәләкәс йылғаһына бәйле был атама, – тине юлдашым. – Мелик, Мелей тигән кеше исемдәренән дә килеп сыҡҡан, тиҙәр. Мелика тип әйткәндәрен дә ишеткәнем бар. Нисек кенә булмаһын, бындағы халыҡтың күпселеге шулай ти.
Бына бит нисек? Ят кешене ултыртып алмаһам, былар тураһында белмәҫ тә инем. Ниңәлер ҡатын-ҡыҙ исеме Мәликә менән атағы килде ҡаланы. Яңғырауыҡлы ла, килешле лә.
Ҡала Куйбышев һыу һаҡлағысының һул ярында урынлашҡан, һыу һаҡлағысҡа Оло Черемшан (моғайын да, Оло Сәрмә­сәндер) йылғаһы ҡоя, 116 мең тирәһе кеше йәшәй. 1972 йылдан халыҡ-ара коммунистар һәм эшселәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы болғар коммунисы, антифашист Георгий Димитров хөрмәтенә әлеге исем бирелгән. Өлкәнең баш ҡалаһынан 85 километр алыҫлыҡта ята, шулай уҡ Һамар менән Тольятти ҡалалары ла әллә ни алыҫ урынлашмаған.
Димитровград социаль-иҡтисади хәле буйынса ауыр ҡалалар категорияһына индерелгән. Бында ла халыҡ эргә-тирәләге хәлле ҡалаларға йөрөп ғаиләһен ҡарай. Токарь Вадим, Мәләкәс тураһында ошо­ларҙы еткереп, тағы бер сәғәттән Сем­бер­ҙә буласаҡһығыҙ, тип хәйерле юл те­ләне лә ҡалаға етер алдынан төшөп ҡалды.
Ғәҙәттә, берәй ҙур йомош булмаһа, ҡала­ға инеп ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн уны урап үтеү яҡлымын. Ульяновск өлкә­һендә ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Димитровградҡа (1972 йылға хәтлем – Мәләкәс, русса ике “сс” менән яҙыла) етер алдынан күпме генә юл билдәһен эҙләп маташманым, транзит тигәне күҙгә салынманы. Әллә күрмәй уҙып киткәнмен инде. Замана техникаһы ла ҡала эсенә инергә бойорҙо. Шулай итеп, теләһәм-теләмәһәм дә, Димит­ровградтың киң урамдарынан үтергә тура килде. Иң кәрәкле генә урында навигатор һүнде. Быға тиклем уңға йәки һулға тип команда биргән “капитаныбыҙ” телдән яҙҙы. Ҡарайым: бәй, был бит “үлгән”. Уны туҡландырып маташманыҡ, төпкәрәк шылдырып һалдыҡ та “главный” тигән юл билдәһен генә ҡарап барҙыҡ.
Һуңынан билдәле булыуынса, Мәләкәс ҡалаһын урап үтеү мөмкин түгел икән, сәбәбе – ҡала ситенән юл һалып ыҙалама­ғандар. Кемдер, уның тирәләй күп заводтар урынлашҡан, юл төҙөй башлаһаң, күп сығымдар китер ине, ти, икенселәр рель­еф­тың ҡатмарлы булыуы менән аңлата.

Ленин тыуған бында

Димитровградты Мәләкәс тигән шикелле, йәштәрҙән айырмалы, өлкән быуын Ульяновск ҡалаһын һаман да Сембер тип йөрөтә. Һөйләүҙәренсә, Ульяновск ай үҫәһен көн үҫеп ҙурая башлағас, етәкселек Волга йылғаһының көнсығышында йорттар төҙөп өр-яңы биҫтә ҡалҡытыу тураһында күрһәтмә бирә. Тәүҙәрәк ҡала бер урында ыҡ­сым ғына урынлашҡандыр тип уйлағайным. Урамда адресты һорашһаң, һүҙ аҙағында мотлаҡ “фәлән-фәлән урам яңы ҡалала йәки иҫкеһендә урынлашҡан” тип өҫтәйәсәк изге йәнлеләр.
Рәсәй сәнәғәт предприятиелары ара­һында “Ульяновск автомобилдәр заводы” йәмғиәте айырым урынды биләй, хәйер, ҡаршылыҡтарҙы еңел үтергә яраҡлашҡан “УАЗик”ты кем белмәй? Завод табышлы эшләй, “УАЗик”тан тыш микроавтобус һәм еңел йөк машиналары етештерә. Шулай уҡ “Авиастар-СП” (“СП” тигән аббревиатура нимәгә кәрәктер) илебеҙҙә авиация техникаһы эшләү буйынса эре йәмғиәттәр иҫәбендә. Завод “Ил-76МД-90А” маркалы транспорт самолеты, “ТУ-204” пассажир һәм йөк самолетын етештереү буйынса махсуслашҡан, шулай уҡ “АН-124 Руслан” транспорт самолетын хеҙмәтләндерә.
Ҡалала бөйөк юлбашсыбыҙ Ленин тыуған, уның мемориаль йорт-музейынан халыҡ өҙөлмәй. Тағы ла бында Аксаков исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр китап­ханаһы, Карамзин йәмәғәт китапханаһы, Языковтар йортоноң әҙәбиәт музейы (Карсун районында уларҙың биләмәһе лә бар), Гончаровҡа, Карл Марксҡа, Сембер ҡала­һына нигеҙ һалыусы Богдан Хитровоға, хатта Обломовтың диванына һәйкәлдәр бар, башҡортостандар Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары менән маҡтанған шикелле уларҙың ғорурлығы – Аҡ һәм Ҡара күлдәр, Граждандар авиацияһы музейынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәй һәм башҡа иҫтәлекле урындар бихисап. Бер һүҙ менән әйткәндә, Ульяновск ҡапҡаһы аша үтеүселәргә күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалмаясаҡ.
Һеҙ Волга йылғаһы аша һалынған күперҙең Рәсәйҙә иң оҙоно икәнен белә­һегеҙме? Хатта Европала иң оҙондарҙың береһе һанала. Уны ульяновскиҙар көлөп “һаҡаллы төҙөлөш”кә тиңләй. Шулай булмай ни! Төҙөлөш алыҫ 1980 йылда баш­ланған... Һәм, ниһайәт, берәү әйтмешләй, илле алла, алтмыш мулла менән 2009 йылдың аҙағында уның беренсе сиратынан автомобилдәргә йөрөргә рөхсәт ителә. 30 йыл төҙөлһөнсө әле, иҫ-аҡылың китерлек! Уны икенсе төрлө Президент күпере лә тиҙәр. Ул икегә бүленгән Ульяновск ҡалаһын бер-береһе менән тоташтыра. Заманса күперҙең оҙонлоғо – 5 825 метр, ә уның бер осонан икенсеһенә тиклем 12 970 метр, яҫылығы – 25 метр. Элек иҫке күперҙә (уның да исеме бар – Император күпере, хатта шундай яҙыу эленгән, Азатлыҡ, Иҫке, Ульяновск, Сембер күпере лә тиҙәр) йыш ҡына тығындар хасил булһа, хәҙер водителдәр яңыһынан сәғәтенә 90 километр (шулай рөхсәт ителгән) тиҙлектә рәхәтләнеп елдерә. Шунда уҡ күптән түгел Өфөлә асылған Затон күперен иҫләнем.
Сембер ҡалаһы 1924 йылда Владимир Ильич Ленин хөрмәтенә Ульяновск тип аталған. Халыҡ быға ни тиклем ҡаршы тормаһын, берәүҙең дә фекере иҫәпкә алынмаған, тип әсенеп һөйләйҙәр. Хәҙер бында 600 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ә тарих төпкөлөнә китһәк, Мәскәү дәүләте­нең көнбайыш сиктәрен уҫал баҫҡын­сыларҙан һаҡлау маҡсатында 1648 йылда Синбирск ҡәлғәһе булараҡ барлыҡҡа килгән, башта ысынлап та, “н” хәрефе ме­нән әйтелгән, һуңынан, имеш “м” ҡо­лаҡ­ҡа ятышлы булғас, Сембер булып киткән.

Бер генә кеше
йәшәгән ауыл

Шәхсән үҙем ярҙарына һыймай аҡҡан һәм тәрән ятыулы һыу янында тыуып үҫмәгәс, ҙур йылға күрһәм, иҫем китә, унан айырыла алмай бер булам. Кәртә артынан ғына аҡҡан Үргендән һуң Оло Һүрәм менән Эйек, аҙағыраҡ Ағиҙелде осратҡас, ғәжәп иткәйнем. Был бит – Волга! Шунда уҡ Некрасовтың “На Волге” тигән фәһемле шиғыры, Репиндың “Бурлаки на Волге” исемле тетрәндергес картинаһы күҙ алдына баҫты.
Рәсәйҙең Европа өлөшөнән аҡҡан Волга Тверь өлкәһенең Осташков районы Волговерховье ауылында инеш ала. Валдай ҡалҡыулығындағы исемһеҙ һаҙлыҡтан кескәй генә шишмә ағып сыға ла түбәнгә ҡарай “йүгерә”. Мәрәкәләп һөйләүҙәренсә, артыҡ көсәнмәйенсә аяҡтарҙы тарбайтып баҫһаң, уң аяҡ – ярҙың көнбайышында, һулы көнсығышта ҡаласаҡ. Штанга күтәреүсене шунда баҫтырып ҡуйһаң, мәҫәлән...
Бигерәк тә бөгөн был ауылда һиллек хөкөм һөрә. Ни өсөн? Халыҡ уңайлы тормош эҙләп балалар баҡсаһы, мәктәбе, магази­ны, клубы булған ергә күсенгән. Ҡыш­ҡы­һын һыңар урамлы ауыл һүнеп ҡала, тиеү дөрөҫлөккә тап килеп тә бөтмәй – туристар һәм юлаусылар һирәк-һаяҡ күренгеләй, һунарсылар йәнлек аулап йөрөй, ә бына ҡара ергә аяҡ баҫыу менән бында тормош әҙме-күпме йәнләнә. Шулай уҡ төрлө байрамдар күңелле үтә, алма төшөрлөк тә урын ҡалмай. Һәр яҡтағыса, күптәр өйҙәрен дача урынына файҙалана. Батша заманынан ҡалған быуа, Ольгинский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, бер ҡаҙауһыҙ ҡалҡытылған Никольский сиркәүе һәм, әлбиттә, хозур тәбиғәт ҡартын да, йәшен дә магниттай үҙенә тарта. Шул да мәғлүм булһын: 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында бер генә кеше теркәлгән.
Волга Ер шарында – иң ҙурҙарҙан, ә Европала иң оҙон йылғаларҙан һанала. Оҙонлоғо – 3 530 километр, һыу бассейны – 1 360 мең квадрат километр. Ул океанға ҡоймауы менән бүтәндәрҙән айырыла, уның ҡарауы, Каспий диңгеҙен туйындыра. Ә Волганың үҙенә иһә 200-ләп йылға ҡушыла. Уның тирәләй Мәскәү, Әстрхан, Ярославль, Волгоград, Кострома, Иваново, Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау өлкәләре, Татарстан, Сыуашстан, Мари Иле, Ҡалмыҡстан республикалары, йәнә Тольятти ҡалаһы урынлашҡан.

“Ё” хәрефен ниңә
күккә сөймәҫкә!

Бер мәл ҡәләмдәшем менән, һис уйламағанда, ябай ғына нәмәнән ҡыҙыу бәхәс ҡупты.
– Компьютерҙа “ё” хәрефе юҡ та инде, – ти был миңә.
– Бар, бар, – тип еңмешләнәм һәм ноутбуктағы уң яҡта өҫтән икенсе клавиа­тураға төртөп кенә түгел, ә яҙып та күрһәтәм.
Рус алфавитында – етенсе, башҡорт әлифбаһында туғыҙынсы баҫҡыста торған “ё” хәрефенә һәйкәл тик Ульяновск ҡалаһында барлығын беләһегеҙме? Был ҡыҙыҡлы идея 1997 йылда барлыҡҡа килгән. Ульяновск ғалимдары “ё”-ның 200 йыллығына йыйылғанда уны мәңгеләште­реү тәңгәлендә уртаҡ фекергә килгән. Дүрт йылдан һуң һәйкәлдең проектына конкурс иғлан итеп ебәрәләр.
Билдәле булыуынса, һәүәҫкәрҙәр ҙә, оҫталар ҙа ижад емештәрен ауыҙ иттергән, ҡыҫҡаһы, “ё”-ны нисек кенә юғарыға күтәрмәгәндәр. Шулай итеп, конкурсанттар араһынан рәссам Александр Зимин бәй­гелә еңеү яулаған – уның эше иң ябайы һәм иң күркәме тип баһалана жюри ағзалары тарафынан. Шунан сығып, ябай­лыҡта бөйөклөк тип әйтмәй ҡара! Һәйкәл ысынлап та ҡаланың өлкә ғилми китапхана янындағы “Венец” бульварында 2005 йылда асылған. Бейеклеге – 2,05 метр, ауырлығы – 3 тоннанан артыҡ.
Һәйкәл алды йыйыштырылған булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте, халыҡ фотоға төшә, хәреф юлы буйлап бармаҡ йөрөтөп ҡарай шаян бала-саға. Бөкрәйеп тороуы ниндәйҙер мультфильм персонажына тартҡан кеүек, ике күҙе һаҙлап яна.
Ҡыҙыҡ, һәйкәл тиһәләр, иң беренсе Ағиҙел яры буйында ғорур һыбайлы Салауат Юлаев монументы күҙ алдына баҫа. Унан инде батырҙарға, күренекле ижад әһелдәренә ҡуйылғанын барлай башлай­һың. Өфөлә хатта урам һепереүсегә лә һәйкәл эшләгәндәр. Ә бында иһә ниндәй­ҙер хәрефкә хөрмәт күрһәтһендәрсе!

Көҙ менән ҡыш яғалашҡанда...

Дөйөм алғанда, Ульяновскиҙың күр­кәмлеге һәм төҙөклөгө хайран итте, иҫке ҡала – тығыҙ, ә яңыһы иркен урынлашҡан. Унлаған проспект һананым. Өфөлә Салауат Юлаев проспектына хәтлем берәү генә ине. Көҙгөһөн, ғәҙәттә, йылғалар ябыҡ кеше шикелле һайыға, ә Волга һаман да тулы ине. Әйткәндәй, кәләшем мәрәкә­ләүенсә, Ульяновск менән ике ҡиәфәттә танышыу бәхетенә өлгәштек. Мәҫәлән, ҡалаға аяҡ баҫҡанда һалҡын көҙ байрам итә ине, ағастарҙың япрағын ҡойған моң­һоу сағы, ялан-ҡырҙар етемһерәп ҡалған, парктағы түтәлдәрҙән сәскәләр алынғас, улар ҡарайып, үҙенсә төҫ биргәндәй тойола, юлда саң борҡоп ята. Йәкшәмбе иртән тороуыбыҙға тирә-яҡ ап-аҡ төҫкә мансылғайны. Ҡар һырынтыһы йорт тәҙрәләренә “ҡунаҡлаған”, ағас ботаҡтары эйешкән, ҡар көрәп алынмалы, ләкин икеһе лә бик күркәм. Юлдағылар юлда булһын тигән әйтемде хәтерләп, “тимер ат”ыбыҙҙың өҫтөнән ҡарҙы ҡаҡтыҡ та көнсығышҡа ҡарай һыпырттыҡ. Ҡайтыу яғына юл ҡыҫҡа була, тибеҙ. Дөрөҫ икән. Ҡыҫҡа тигәндән, Һамар өлкәһендәге Суходол ҡасабаһы аша тура юл бар (50 саҡрымға ҡыҫҡара), ләкин ул буталсыҡ ҡына түгел, өҫтәүенә насар ҙа икән. Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы, тиҙәрме әле? Шуны ла хәтерҙә тотам, атайым әйтмешләй, бер ҡасан да оло юлды, асфальтты ташлама. Ульяновск, Һамар тарафтарында үҙенсәлекле исемле ауыл-ҡасабаларҙы, ер-һыу атамаларын осраттыҡ. Сарҙаҡлы, Ҡыҙыл Яр, Мулловка, Ҡалмаюр, Енганаево, Борма, Малаевка, Сабаҡай, Ишеевка, Ҡамышлы, Байтуған, Кагала, Сулпан, Иҫке Усман һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Волга буйындағы сәфәр оҙаҡ онотолмаҫ кеүек. Сираттағыһында – Тобол яҡтарына сығыу инде, насип итһә, Кама менән Яйыҡты ла күрелер. Ульяновск, Һамар, Ырымбур өлкәләре аша үткәндә федераль трассаны иртә менән таҙартып ҡуйғандар, Татарстанда ла шулай ине, Башҡортостан тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тәбиғәт аҡ шәленә төрөнгәндә, етмәһә, һепертмә буранда тыуған өйөбөҙгә аяҡ баҫтыҡ. Сәйәхәттең уңышлы үтеүенә нисек шатланмаҫҡа!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521