Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Танышыу (Уйынлы-ысынлы)
Танышыу (Уйынлы-ысынлы) Нурислам ағай урамда йөрөп инде лә йәһәтерәк компьютерын ҡабыҙҙы. Бер кем дә өйҙә юҡта тиҙерәк асып ҡарарға кәрәк. Бәлки, берәй хәбәр барҙыр. О-һо, яҙғандар бит. Берәү генә лә түгел!
“Нурик, үҙеңде бер күреүҙән оҡшаттым. Һинең кеүектәр хәҙер һирәк. Ул ҡараш, төҫ-баш – барыһы ла бар. Әйҙә, таны­шайыҡ”. "Аҡыллы ҡарашың ме­нән әсир иттең. Күптән шундай етди кеше менән осрашырға хыяллана инем”. ”Беҙ һинең менән һәйбәт пар булыр инек. Бына тигән хужабикәмен. Ә һин ысын ир-егетһең...”
Бына ниндәй хаттар килгән! Тулҡын­ланыуҙан ағайыбыҙҙың маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Уның һымаҡты быға тиклем күргәне булмағас ни... Шунан берәм-берәм теге­ләр­ҙең фотоһүрәттәренә иғтибар итте. Барыһы ла сибәр бит әле. Бынау оҙон толомло, ҡара ҡаш­лы, ҡара күҙлеһе бигерәк яғым­лы. Ҡайҙа нимә яҙған икән? “Мин Сәриә булам. Фотоғыҙҙы күреп, бик оҡшаттым үҙегеҙҙе. Һеҙҙең менән аралашырға теләйем”, – тигән.
Уй әттәгенәһе, оҡшаттым ти­гән­ме шул? Миңә лә һин бик оҡшайһың да ул. Тик... Артабан ни эшләргә? Өйҙәгеләр белеп ҡалһа, харап бит. Анау Морат ҡәйнеше ҡотортмаһа, йөрөр ине әле тыныс ҡына. Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. “Апайҙың үлгә­ненә байтаҡ булып китте. Өйлән берәйһенә. Әле ни һин типһәң тимер өҙөрлөкһөң. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәргә уйлайһыңмы ни?”– тип өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ҡуйсәле, юҡты һөйләмә, – тип Нурислам ағай башта ҡырҡа ҡаршы килде. – Өйләнәйем тиһәң дә, ҡайҙан табаһың донъя көтөрҙәй арыу ғынаһын.
– Эй, аптырағанһың икән, хә­ҙер бит Интернет заманы. “Бәйләнештә” сайтына керәһең дә ҡарайһың. Унда ниндәйҙәре генә юҡ. Теләгәнеңде һайлап ал. Их, мин өйлән­гәндә шундай нәмәләр юҡ ине. Атай менән әсәй кемде һайланы, шуға тоттом да өйләндем.
– Һуң мин бит хәҙер йәш кеше түгел. Алтмыш йәштә ниндәй танышыу булһын ти?
– Бүстәк, еҙнә. Һинән өлкәне­рәктәр таныша әле. Йәшеңде бер 10–15 йәшкә кесерәйтеп яҙ ҙа йәшерәк сағыңдағы берәй фотоңды ҡуй. Төҫ-башҡа килгән­дә әле лә нисауаһың, ә матур һүҙҙәр һөйләргә һине генә ҡуш. Әйҙә, һуштарын ал. Мин шулай танышҡан кешеләрҙе беләм. Һәләк матур йәшәп ятыусылар бар.
Ошо һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына уйланып йөрөнө Нурислам. Шунан бер көндө хәл итте лә ҡуйҙы. Исемен ҡыҫҡартып “Нурик” тип алырға булды. “Эсмәгән, тартмаған 42 йәшлек ир-уҙаман күркәм холоҡло мосолман ҡатын-ҡыҙы менән танышырға теләй”, – тип яҙҙы ла туҡтап ҡалды. Ултыра биргәс, тағы ла әллә күпме матур сифаттарын өҫтәне. Шунан үҙенең яҙғанынан үҙе ҡәнәғәт йылмайып, фотоальбом араһы­нан йәш сағындағы һүрәтен эҙ­ләргә тотондо. Әллә күпмеһен алдына теҙеп һалды. Ҡайһыһын ҡуйырға белмәй оҙаҡ ҡына аҙап­ланды. Аҙаҡтан бөтөнләй кире уйлап, интернеттан ғына фото табып ҡуйырға булды.
Бына шулай башланды танышыу тарихы. Хәҙер ана бөтөнләй айырыла алмай ноутбугынан. Иртән торғас та балаларының – эшкә, ейәне менән ейәнсәренең уҡырға киткәнен саҡ көтөп ала. Сығып китеүҙәре була, серләшә лә башлайҙар. Ә унда береһе­нән-береһе ҡыҙығыраҡ хаттар яуа ғына. Баштараҡ бөтәһенә лә яуап яҙып маташты. Аҙаҡ барыбер шул Сәриә тигәненә туҡта­лырға булды. Күңеленә бигерәк ятты ла ҡуйҙы шул. Рәхәтләнеп аралаштылар. Бөтә тормошо үҙгәргәндәй булды Нурис­лам­дың. Быны өйҙәгеләр ҙә һиҙмәне түгел.
– Олатай, әллә ғашиҡ булдың­мы? Һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙең әле. Һыҙланам, тип шыңғырлай ҙа ултыра торғай­ның, хәҙер, ана, егеттәр һымаҡ осоп ҡына йөрөйһөң, – тип шаяртып алды бер көндө ейәнсәре.
– Үҙеңде бел әле. Һинең дә бит ҡулыңдан тиктомалға әйбер­ҙәрең төшөп ватыла йә ҡысҡы­рып йырлап ебәрәһең, ҡайһы ваҡыт әйткәнде лә ишетмәйһең. Шуға ҡарамаҫтан, мин һиңә бер ни тип тә бәйләнмәйем.
Гөлнурҙың битенә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыҙыллыҡ йүгер­ҙе. Оялды, ләкин олатаһына ҡаршы өндәшмәне, тиҙерәк үҙенең бүлмәһенә йүгерҙе.
“Шул тиклем һиҙеләме икән ни?” – тип Нурислам да ныҡ ҡына борсолдо. Сәриәнән йәш­лек дәрте урғылып торған иҫ китмәле матур хаттар килә шул. Суҡынмыш, башты тамам әйлән­дерҙе. Хыялдарға бирелеп донъяһын оноттора ла ҡуя.
Шулай байтаҡ ваҡыт аралаштылар. Сит­тән булһа ла бер-бе­ре­һенә ныҡлап өйрәнеп тә кит­теләр шикелле. Ә бер көндө уй­ла­мағанда ағайыбыҙ һөйгәнен осрашыуға саҡырҙы. “Искра” кинотеатры алдындағы ҡурай уйнап торған малай эргәһендә", – тине.
Был урынды Нурислам ярата. Ейәнсәре бәләкәй саҡта бергәләп йыш була торғай­нылар унда. Ленин майҙаны ла, цирк та яҡын. Цирк ҡарағандан һуң рәхәтләнеп ял итәләр ине. Хәҙер күптән ул яҡтарҙа булғаны юҡ. Ейәнсәренә лә 20 йәш бит инде. Ана, хәҙер университетта уҡып йөрөй.
Бәй... Ағай үҙенең уйынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы. Сәриә бөтөнләй икенсегә, йәғни фотолағы кешегә ғашиҡ та инде. Их, шунда алдаш­маһа ни булған? Былай ҙа уға: “Бигерәк йәш сырайлыһың”, – тип 60 йәште бер кем дә биргәне юҡ. Ысын йәшен генә ҡуйһасы. Оҡшатһа – оҡшатыр, оҡшатмаһа – юҡ. Уның ҡарауы, былай оятҡа ҡалмаҫ ине. Уф, нисек мин был турала уйла­мағанмын. Тамам башымды юғалтҡанмын икән дәһә. Юҡ, бер ҡайҙа ла бармайым.
Улай ҙа егеттәрсә түгел инде. Сәриә бит көтәсәк. Үҙе саҡырҙы, килешеп бөтмәйәсәк. Шулай берсә кейенеп-яһанып, берсә бармайым тип сисенеп ташлап, көҙгө алдында әллә күпме аҙапланғандан һуң билдәләнгән ваҡытҡа бер сәғәттән дә әҙерәк ҡалғас, такси саҡыртты. Ни булһа ла булыр, барырға, күрергә кәрәк.
Әһә, ул алданыраҡ өлгөрҙө. Һәйкәл эргә­һендә кеше күренмәй. Ҡатын-ҡыҙ көттөрөргә ярата инде ул, тип яҡындағы киоскыға гөлләмә алырға юлланды.
...Ҡулына сәскәләр тотҡан олатаһын күреп Гөлнур аптырап ҡалды. Нимә эшләп йөрөй икән ул бында? Кемде көтә? Уға ҡы­ҙыҡ булып китте. Шуға олатаһы­ның янына килмәй, ситтән генә күҙәтергә булды. Ул үҙе лә бөгөн яңы танышы менән ошонда осрашырға тейеш. Ҡыҙыҡ, ни өсөн ул нәҡ ошо урынды һай­ланы икән?! Был бит уларҙың олатаһы менән икеһенең ярат­ҡан урыны була торғайны.
Олатаһы арыны шикелле. Яй­лап баҫып яҡындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Ә ниңә осра­шыуға саҡырған егет һаман күренмәй? Былай тәүәккәл генә кешегә оҡшаған кеүек ине. Интернет аша танышҡайнылар. Йәш-елкенсәктең теләһә ниндәй буш һүҙенән ялҡып, олораҡ йәштәге, етдиерәк кеше менән аралашҡыһы килгәйне уның. Артыҡ йәш күренермен тип, үҙенең фотоһын ҡуйма­ғайны. Уның ҡарауы, бөгөн сюрприз буласаҡ. Тик тәүге орашыуға уҡ егеттең шулай һуңлап йөрөүен генә оҡшатманы Гөлнур. Улай тиһәң, донъяның ни эше юҡ? Йә берәй ерҙә тығында ултыралыр, тип ҡыҙ үҙен тынысландырырға тырышты. Олатайым янына барып, хәлен белешеп киләйем булмаһа, тип йәшенгән урынынан сыҡты.
– Кемдең олатаһы ултыра икән? – тигән тауышҡа тегеһе терт итеп ҡалды. Нимә тип әйтер­гә белмәй, баҙаны ла төштө. Исмаһам, башына берәй йүнле фекер килһәсе. Нимә тип алдарға һуң? Дөрөҫөн һөйләп ултырып булмай ҙа инде. Ә тегеһе үс иткәндәй: “Һөйлә инде. Аҙаҡ мин дә һиңә бер серемде асырмын", – тип тәтелдеген сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, ҡартайғанда тыртайған, тип минең кеүектәргә әйтәләр инде. Әллә кемдәрҙе тыңлап, Интернет аша бер ханым менән танышҡайныҡ.
– Шунан, шунан?
– Килдем, ә ул юҡ. Шул тиклем матур итеп хәбәрләшеп торҙоҡ. Әҙерәк кенә алдашырға тура килгәйне. Шуны һиҙен­гәндер, ахырыһы.
– Нимә тип, олатай?
– Йәшемде бер аҙ үҙгәртеп күрһәткәйнем.
– Нисә йәшкә?
– Байтаҡҡа. Моғайын, ул килгәндер ҙә, ситтән генә мине күреп, ҡайтып киткәндер. Бында башҡаса бер кем дә булманы юғиһә.
Ҡыҙ нимәлер һиҙенгәндәй итте.
– Ә исемеңде кем тип ҡуйғайның?
– Нурик.
– Уныҡы?
– Сәриә.
Гөлнурҙың аяҡ быуындары йомшарып, бер аҙ сайҡалып ҡуйҙы. Ярай әле, олатаһы бер нәмә лә һиҙмәне. “Ул килмәйәсәк, көтмә, олатай”, – тип кенә әйтә алды. Ә бына үҙенең серен ул бер ҡасан да, бер кемгә лә асмаясаҡ.
Бик ҡыҙыу төҫ алған танышыу ана шулай ҡапыл ғына тамамланды. Мөхәббәттә алдашыу килешмәй шул, Интернет аша танышыу ҙа, күрәһең, һәр ваҡыт уңышлы тамамланмай.


Автор: Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә