Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыйғаҙытамаҡ уланы, Бабич туғаны
Ҡыйғаҙытамаҡ уланы, Бабич туғаны Эй ғүмерҙең үтеүҙәре!.. Бына ҡасан ғына әле арабыҙҙа йылмайып-көлөп йөрөп ятҡан хәбәрсел, тиктормаҫ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхсән ағай Бабичевтың фани донъя­нан баҡыйлыҡ-ҡа күсеүенә лә ҡырҡ көн булды.
Әхсән Ҡараретдин улы Бабичев (1941 – 1953 йылдарҙағы фамилияһы – Бабич) хәҙерге Мишкә районының Ҡый­ға­ҙы­та­маҡ ауылында 1921 йылдың 21 ноябрендә донъяға килә. Атаһы Ҡараретдин, үҙе әйтмешләй, “атаҡлы башҡорттарҙан” була. “Ҡыйға­ҙытамаҡ ауылы ХIХ быуат уртаһында барлыҡҡа килә, – тип яҙҙы хөрмәтле Әхсән ағай Бабичев үҙенең “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” китабында. – Ата-бабаларыбыҙ – аҫа­ба башҡорттар, вотчинниктар – был ерҙәргә күсеп килгән. Хәҙерге Кушнаренко, Бөрө яғынан Мишкә районына – губер­натор рөхсәте менән! (Ырымбур губернаторы исеменә яҙыл­ған ғаризала Мөхәмә­тәйүп – олатайым Мәсәлимдең ата­һы­ның – имзаһы ла бар). Күсенеүселәр – Бабичтар төбәге Ҡаң­ны ырыуынан 11 ғаилә (29 ир, 24 ҡатын-ҡыҙ заты), бы­нан 150 йыл элек!..”
Әхсән Бабичев ун ике йәшенән Бөрөлә уҡый. 1939 йылда шундағы педагогия училищеһын тамамлай, уҡытыусы булып эшләй башлай. Ун һигеҙе лә тулмаҫтан Ҡыҙыл Армия сафы­на саҡырыла. Ете йыл хеҙмәт итә, һуғышта ҡатнаша. Ҡаты яралана, контузия ала. Госпиталдән һуң икенсе төркөм ин­ва­лиды Бөрө ҡалаһына ҡайта, мәктәптә эшләй. 1964 йылда Өфөгә күсеп ки­лә. Оҙон ғүмеренең 25 йылы педагогик эштә, 16 йылы Баш­ҡортостан өлкә профсоюздарының мәғариф бүлегендә хеҙмәт итеүҙә үтә. 1982 йылда ветеран хаҡлы ялға сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Мәскәү ҡалаһын оборона­лауҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы гвардия капитаны пенсияға сыҡҡас та тик ултырманы – йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡат­наш­ты, йәштәр менән күп осрашты, мәктәптәрҙә йыш сығыш яһаны. Әхсән ағайҙы, Мәскәү һаҡсыһы булараҡ, баш ҡаланың төрлө юбилейҙарға, байрам сараларына, Бородиноға өс-дүрт мәртәбә саҡырып, иҫтәлекле наградалар, бүләктәр биреп ҡайтарҙылар.
Әхсән Ҡараретдин улы, үҙе лә яҙыу-һыҙыуға һәләтле ке­ше булараҡ, республика матбуғатында хәтирәләре менән даими сығыш яһаны. Тарихи материалдарға, архив сығанаҡ­тарына таянып, 1977-1978 йылдарҙа ырыуҙашы, башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһен төҙөнө, “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” тигән тарихи-публицистик китап яҙҙы.
Быйыл ноябрҙә ветеран 95 йәшен билдәләргә тейеш ине. Ошо ҙур ваҡиғаға ул үҙен әхлаҡи яҡтан әҙерләне, алдына яҡын һәм алыҫ маҡсаттар ҡуйҙы: йәш быуынға йөрәк һүҙен матбуғат аша әйтеп ҡалырға һәм Өфөлә һалынып ятҡан собор мәсетенең төҙөлөп бөтөүен күрергә... Үкенескә ҡаршы, аяу белмәҫ әжәл уның һуңғы теләгенең тормошҡа ашыуын көтөп торманы. Ә тынғыһыҙ ветерандың йәш быуынға әйтер һүҙе “Ватандаш” журналының быйылғы 11-се һанында донъя күрҙе.
Шағир йөрәкле, тарихи тойғоло, ватансыл рухлы, бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың ырыуҙашы Әхсән Ҡараретдин улы Бабичевтың йәне йәннәттә булһын.


Автор: Ҡәҙим АРАЛБАЙ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә