Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал батыр эҙенән
Урал батыр эҙенән Билдәле булыуынса, “Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” программаһы тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанға һәм уның шифаханаларына, Рәсәй, Ҡырым буйынса 176 социаль тур һайлап алынған. Ошо нигеҙҙә 2016 йылдың 30 авгусынан ҡулланыусыларға сертификаттар тапшырыла башланы.
Программала республика биләмәһендә теркәлгән һәм йәшәгән кешеләр: хеҙмәт пенсияһын алыу хоҡуғына эйә 60 йәшкә еткән ир-ат һәм 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙ, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҡатнаша ала. Социаль турға сертификаттар алыу өсөн ғаризалар йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлы­ғының территориаль органдары тарафынан ҡабул ителә. Ҡулланыусылар исем­лектә күрһәтелгән туроператорҙарҙан туристик продуктты үҙаллы һайлау хоҡуғына эйә. Йыл аҙағына тиклем ошо программанан республикабыҙҙа өс меңгә яҡын пенсионер һәм инвалид файҙалана аласаҡ.
Яңыраҡ хаҡлы ялдағы бер таныш апай: “Оло йәшемдә Өфөгә килеп, тағы бер ҡыуандым. Сертификат менән шифаханала дауаланам, бына әле үҙебеҙҙең театрҙа “Йософ менән Зөләйха” спектаклен һоҡланып ҡараным. Шулай рәхәт­ләнеп ял итәбеҙ”, – тигәйне. “Ниндәй сертификат буйынса ул, төркөм менән ял итәһегеҙме?” – тип ҡыҙыҡһындым. “Социаль программа нигеҙендә үҙебеҙҙең “Урал батыр” туроператоры йөрөтә. Баш ҡала­быҙ тиҫтә йыл эсендә шул тиклем матурланған – Өфөнөң төрлө урындарында булдыҡ. Рәхмәт инде барыһына ла, беҙҙе оҙатып йөрөгән йәштәрҙән дә ҡәнәғәт ҡалдым”, – тип яуап бирҙе ул.
Дуҫтарымдан иһә Учалы районына ойошторолған турҙан һуң туғандарының ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтыуы тураһында ишеттем. Илебеҙҙә социаль туризмды үҫтереү буйынса ҡабул ителгән програм­маның үҙ йүнәлешендә уңышлы эшләүен халыҡ һүҙе иҫбатлай. Республика Хөкү­мәтенең һәм урындағы социаль орган­дарҙың башҡарған эше менән бер рәттән программа нигеҙендә булдырылған грант сиктәрендә үҙ эштәрен яуаплы алып барған туроператорҙарҙың сифатлы эшен дә билдәләргә кәрәк.
Социаль программа һәм сертификаттар буйынса һайланған туристик компания­ларҙың халыҡтың ялын ойоштороуы тураһында мәғлүмәт алыу өсөн бер нисә йыл уңышлы эшләп килгән “Урал батыр” милли туроператорының корпоратив заказдар буйынса менеджеры Гөлнара Нәжип ҡыҙы Күскилдинаға мөрәжәғәт иттек. Тығыҙ эш көнөндә бер аҙ ваҡытын бүлеп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыма ихлас яуап бирҙе әңгәмәсем.
– Һәр илдең үҙ еренең матурлығын күрһәтә алырлыҡ, ял итеүселәргә файҙалы һәм матур ял ойошторорлоҡ туроператоры һәм агентлыҡтары булырға тейеш. Улар урындағы халыҡты ғына түгел, илдең йөҙөн дә күрһәтергә бурыслы. Шуға ла беҙ беренсе сиратта эске туризмды үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем.
“Урал батыр” туроператоры ике йыл эшләү дәүерендә Башҡортостан буйынса ҡыҙыҡлы маршруттар, төрлө райондарҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәренә экскурсиялар, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр, республикала үткән күсмә сараларға иҫтә ҡалырлыҡ сәфәрҙәр ойошторған икән. Беҙ килгән туроператорҙың ғорурланып әйтерлек, һиммәтле яңғыраған “Урал батыр” тигән исемендә лә милли үҙенсәлек сағыла.
Ял итеүгә битараф булмағандарҙың фекерҙәрен иҫәпкә алып, туризмдың ниндәй төрөнә өҫтөнлөк биреүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Уйлап ҡараһаң, әүҙем тормошто үҙ итеүселәр өсөн спорт туризмы, теләктәре булғандар өсөн һауыҡтырыу туризмы, танып белеү (экскурсион) туризмы һәм башҡалар булыуы мөмкин...
– Төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ, – тип уй-фе­керҙәре менән уртаҡлашты Гөлнара Нәжип ҡыҙы. – Дөйөм алғанда этноту­ризмға өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки респуб­ликабыҙ райондарына сәйәхәт ил матур­лығын, милли брендтарҙы күрһәтеүҙән ғибәрәт. Беҙҙең туристик бренд Салауат, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ райондарының эске туризм йүнәлешендә эшләгән тур­операторҙарын, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын, “Сәйетбаба”, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәктәрен, “Талҡаҫ” дауаханаһын, Учалы районының “Өргөн” турбазаһын, тыуған яҡты өйрәнеү, туризм буйынса балалар һәм үҫмерҙәр үҙәген берләштерә. Төп туристик маршрут­тарыбыҙҙың береһе “Урал батырҙың алтын билбауы” тип атала. Ул “Урал батыр” эпосына бәйле иҫтә­лекле урындарҙы, бөгөн махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен, илебеҙҙең тарихи-мәҙәни үҙәктәрен үҙ эсенә ала. Яңы асылған маршруттарыбыҙ: “Кесе Яман­тауҙа ял көндәре”, “Табын иле”, “Башҡорт ауылы”, “Шүлгәнташ”, Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының һоҡландырғыс ерҙәренә ойошторолған мауыҡтырғыс сәйәхәттәр. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы буйынса турҙар һәм сит илдәргә лә юлламалар менән эш итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа социаль туризмды үҫтереү программаһы сиктәрендә ныҡлап эшләй башланыҡ.
Ошо урында күптәребеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыр социаль туризм программаһы һәм социаль турҙар тураһында һорайым әңгәмәсемдән. Башҡортостанда биш йыл тирәһе социаль туризм программаһы сиктәрендә хаҡлы ялдағыларға, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, квоталар бүленә, төрлө ял йорттарына, шифаханаларға юлламалар бирелә икән. Быйылдан ул социаль сертификаттар тапшырыу юлы менән тормошҡа ашырыла башлаған. Программаның ойоштороусылары, заказ биреүселәр – республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, ә туристик компаниялар заказды башҡарыусы ролен үтәй, сертификат алыусыларға үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Башҡортостанда лицензия һәм яҡлау алған “КРЕКС”, “Доплайн”, “Тәңре” һәм “Урал батыр” туристик компаниялары билдәләнгән йүнәлештәр буйынса хеҙмәт күрһәтә. “Урал батыр” милли туроператоры был программа буйынса икенсе йыл эшләй. Быйыл тендерҙа еңеп, мөмкин­лектәре сикләнгән төрлө категория граждандарының ялын ойоштороуҙы тормошҡа ашыралар. Шуныһы яҡшы, сертификат алған граждандар, милли тур­операторға мөрәжәғәт итеп, аҡса түк­мәйенсә тәҡдим ителгән бөтә уңайлыҡтарҙан файҙалана ала.
Быйыл “Урал батыр” туроператоры ике төркөм коляскала ултырғандарҙы, мөм­кинлектәре сикләнгән бәлиғ булмаған балаларҙы һәм күҙҙәре күрмәгән өлкән йәштәгеләрҙе ҡабул иткән. Ошо рәүешле, мәҫәлән, бер төркөм ял итеүселәр Өфө ҡалаһының “Йәйғор” шифаханаһына урынлаштырылған. Уларға төрлө экскурсиялар тәҡдим ителә. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Башҡортостандың Милли музейына, “Интеллектус” мауыҡ­тыр­ғыс фәндәр музейына, Өфө ботаника баҡсаһына ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр ойошторола. Өлкәндәрҙе иһә төрлө музейҙарға, баш ҡалалағы тарихи һәм иҫтәлекле урындарға, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәренә алып баралар.
“Өфөм – баш ҡалам” тип аталған экскурсия ял итеүселәргә ҡаланың үткәндәре һәм бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәт бирә, һоҡланғыс урындары менән таныштыра. Шуныһы яҡшы, ҡалаларҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн төрлө уңайлыҡтар бар, театрҙар, музейҙар һәм асыҡ майҙансыҡтарҙа ла пандустар булды­рылған. Ҡала буйлап ял итеүселәрҙе махсус автобустар йөрөтә. Бөгөнгәсә илебеҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ниндәйҙер айырым турҙар ойошторолмай ине. Был осраҡта халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотҡан һәм шул уҡ ваҡытта социаль туризмды үҫтереү өсөн көс һалған Хөкүмәттең ҙур эшен билдәләргә кәрәк. Быйыл “Урал батыр” туроператоры дәүләт грантын алғас, мөмкинлектәре сикләнгән­дәр өсөн төрлө турҙар ойоштора башлаған. Мәҫәлән, Учалы районына айырым билдәләнгән маршруттар буйынса тур асылған, ҡала һәм район буйлап сәйәхәттәр ойошторолған. Әүешкүлгә, Әүлиә шишмәһенә лә барған ял итеүселәр.
– Беләһегеҙме, мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, улар шундай уҡ әүҙем кешеләр, – тип һоҡлана уларға Гөлнара Нәжип ҡыҙы. – Тормоштоң матурлығын күрә белеүҙәренә иҫең китерлек. Ҡазан ҡалаһына ойошторолған сәфәрҙә лә ошоларға инанғайным. Уйлаһаң, беҙ бит тормошта сиктәрҙе үҙебеҙ ҡуябыҙ, ә йән-күңел теләге, йәшәү көсө булғанда, ниндәй генә ауыр хәлдә лә донъяны яратырға һәм матурлыҡҡа һоҡлана белергә мөмкин...
Әңгәмәсемдең ихлас күңелдән һөйләгән һүҙҙәре уйландырҙы. Үҙ заманыбыҙ зыялыһының “бәхетле булғың килһә, бул” тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ысынлап та, кесе йә оло йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, аҡса юҡлыҡҡа йә ауыр хәлеңә һылтанып ултырыуҙан фәтүә юҡ. Бөгөнгө көндөң имен, файҙалы үтеүе – үҙе ҙур бәхет, ошоно аңлап йәшәү, тәбиғәт һәм донъя матурлығын күрә белеү күпкә яҡшыраҡ.
Әңгәмәне артабан дауам итеп, социаль программа буйынса ял итеүселәрҙең ниндәй маршруттарҙы үҙ итеүе тураһында ла һораныҡ Гөлнара Нәжип ҡыҙынан. Ял итеүселәр Учалы һәм Бөрйән төбәктә­ренең хозур тәбиғәтен үҙ итә. Мәҫәлән, Учалы районында Йәнбирҙе менән Йәнбикә йылғалары ҡушылған ерҙә Урал батырҙың тыуған ерен билдәләр иҫтә­лекле таҡтаташ асылған. Сәйәхәт итеүселәрҙең һәр береһе рухи байлы­ғыбыҙ булыр эпосыбыҙҙың легендар урындарынан үтә, сәфәрҙә йөрөтөүселәрҙе тыңлап, матурлыҡты күреп һоҡлана, күңелдәренә ял ала.
“Алдағы айҙарҙа һәм киләһе йылда ҡайҙа ял итергә, сәфәр сығырға тәҡдим итер инегеҙ?” тигән һорауға ла Гөлнара Нәжип ҡыҙы Башҡортостандың йәмле райондарына сәйәхәт ҡылырға, республика шифаханаларына барырға кәңәш итте. Социаль программа буйынса сертификаттар тапшырыу ошо йылдың аҙағына тиклем ҡаралған. Ял итергә теләктәре булғандарға сит илдәргә лә юлламалар тәҡдим итәләр. Был хаҡта тулы мәғлүмәтте интернет селтәре аша “Урал батыр” милли туроператорының рәсми сайтына инеп алырға мөмкин. Тәбиғәт ысынлап һоҡланғыс беҙҙә, үҙебеҙҙең туристик мөмкинлектәрҙе барларға һәм социаль программаларҙа ҡатнашырға була. Ҡайһы бер осраҡта туроператорҙың ял итеүселәргә ташлама яһарға ла мөмкинлеге бар.
Әйткәндәй, 17 ноябрҙә Өфө ҡалаһының “ВДНХ-Экспо” үҙәгендә туристик-онлайн күргәҙмә ойошторола. Унда илебеҙҙең төрлө туроператорҙары, шифаханалары, тау саңғыһы курорттары үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итәсәк. Ял итергә теләүселәр өсөн республика профилак­торийҙарына юллама-бүләктәр алырға ла мөмкинлек буласаҡ.
Бөгөн эске туризм үҫеш юлында. Әлбиттә, дөйөм алғанда етешһеҙлектәр ҙә бар, әммә улар йылдан-йыл шымартыла. Киләсәктә берҙәм бронь һалыу системаһын булдырыу тураһында ла уйлайҙар. Шулай уҡ Яңы йылға Ҡыш бабайҙың резиденцияһын ойоштороу ҙа республикабыҙ туристик компаниялары әүҙемлеге менән хәл ителәсәк.
Оло йәштәгеләр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр сертификат менән юллама­ларҙың 50 процентын ғына үҙҙәре түләй, был ял итеүселәр өсөн бик отошло. Был социаль программа әлегә бары беҙҙең илдә генә тормошҡа ашырыла. Бының өсөн ғариза менән урындағы хакимиәттең социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ял итеүселәр өсөн эшләгән туропе­раторҙар үҙ сиратында сифатлы хеҙмәт күрһәтергә тырышыр, тип ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521