Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер
Булыр илдең балаһы  бер-береһенә батыр тиер Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында яҡындан белгән һайын уларҙың рух ныҡлығына, милләт тип яныуҙарына һоҡланып ҡуяһың. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙың ташландыҡҡа әйләнә барыуы һәр төбәктә күҙәтелһә лә, тыуған нигеҙен ҡоротмай, уны һаҡларға тырышҡан кешеләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Яҡташыбыҙ талантлы балет артисы, хореограф һәм педагог Гүзәл Усманова-Гобе 2005 йылдан алып Швейцарияла йәшәй. Ул Женева ҡалаһында “SWISS-URAL” яҡташтар ассоциацияһына нигеҙ һала һәм “Нуриев кеүек бейейбеҙ” бейеү мәктәбендә балаларға дәрестәр бирә. Гәзит уҡыусыларына уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.



– Гүзәл, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле.
– Мин Өфөлә тыуып, Стәрлетамаҡта буй еткерҙем. Ошонда тәүге һөнәри белем алдым, мәҙәниәт техникумын уңышлы тамамланым. Бейеүгә һөйөүем бәләкәйҙән килә, шуға ла һөнәр һайлағанда ошо йүнәлештән китерем көн кеүек асыҡ ине. Бейеү донъяһына юл асҡан уҡытыусы­ларым – Стәрлетамаҡтан Сафиуллиндар ғаиләһе. Әнисә Фәрүәз ҡыҙы – биш йәшемдән, ә Рәлиф Хафиз улы техникумда бейеү серҙәренә өйрәтте. Артабан Ҡазанда күп илдәрҙә һөнәри оҫталыҡ дәрестәре биргән Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыева етәкселегендә шөғөлләнеү бәхете яҙҙы.
Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт акаде­мияһын тамамлағандан һуң Башҡортостан филармонияһында эшләнем, артабан “Нур” татар драма театрында балетмейстер булдым. Уңыш яулаған яңы проекттарға үҙемдең өлөшөмдө индереү теләген тормош­ҡа ашырыу ниәтендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына уҡырға индем.
– Ә Швейцарияға нисек барып сыҡтығыҙ?
– Эшләү дәүеремдә төрлө фестивал­дәрҙә ҡатнаштыҡ. Бер рәттән артистарҙың, ансамблдәрҙең сит илдәргә гастролдәрен ойоштора башланым. Шундай сәфәр­ҙәрҙең береһендә буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым. Ул – музыкант, Женеваның Ҙур театр оркестрында контрабас һәм виолончелдә уйнай. Уҡыуымды тамамлағас өйләнештек, мин уның янына күстем.
– Сит илгә өйрәнеп китеүе ауыр булдымы?
– Әлбиттә, еңелдән түгел ине. Үҙ те­леңдә аралашыуҙы, милли йолаларҙы, мәҙәниәтте юҡһындым. Бигерәк тә 8 Март­тағы ҡотлауҙарҙы, Ҡыш бабайлы һәм Ҡарһылыулы Яңы йылды һағындым. Ғаилә бәхете хаҡына ҡырҡа үҙгәреш алған яҙмышыңды ҡабул итәһең инде. Иремдең дә, үҙемдең дә сәнғәт кешеләре булы­уыбыҙ ярҙам итте. Иң тәүҙә яҡташтарымды эҙләргә тотондом. Беренсе көндән үк үҙемдең башҡорт икәнемде йәшермәнем. Һәр ерҙә үҙем менән: “Мин – башҡорт, милли бейеүҙәрҙе башҡарам”, – тип таныштырҙым. Яңғыҙ бейеү програм­маһынан торған концерттар ойошторҙом. Ошоларҙан һуң ”Мин дә Башҡортостандан” тип килеп таныша башланылар. Яҡташтарымдың сит ерҙә лә һынатмауына ҡыуанам. Беҙ күп түгелбеҙ, әммә көслө, тәрбиәле, ихтирамлы белгестәрбеҙ. Берҙәмлектә – көс, тигән бит ата-бабаларыбыҙ ҙа.
– Ҡайһы бер ерҙә ситтән килгән­дәр­ҙе үҙ итеп бармайҙар. Ә һеҙ Швейцарияла үҙ урынығыҙҙы тап­ҡан­һығыҙ...
– Интернет аша Цюрихта “Матрешка” рус теле һәм мәҙәниәте мәктәбе барлығын белдем. Иң тәүге хеҙмәтемде – Женевала ошо мәктәптең филиалын асыу тәҡдимемде хуплағастар, мин унда дәрестәр бирә башланым. Мәктәпкә килгәндә, тәүҙә таныштарым үҙҙәренең балаларын килтерҙе. Бында төрлө милләт вәкилдәре йәшәүен иҫәпкә алып, классиканы ғына түгел, ә Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың бейеүҙәрен өйрәтергә тырышам. Хәҙер инде үҙемдең бейеү коллективым бар. Фестивалдәрҙә ҡатна­шабыҙ. “Нуриев кеүек бейейбеҙ” исемле бейеү мәктәбенә нигеҙ һал­дым. Уның программаһы бай, һәм һөҙөмтәләр ҙә күренә.
Беҙҙе ҡалала ойошторолған һәр төрлө сараларға, халыҡ-ара конкурстарға саҡыралар. Францияла уҙған “Аркаданс” бәйгеһендә беҙҙең башҡорт бейеүе өсөнсө урынды яуланы – француздар өсөн ысын асыш булдыҡ. Тап ошо бейеүҙәр ярҙа­мында Швейцария халҡы Баш­ҡортостан менән ҡыҙыҡһына, республика хаҡында мәғлүмәт туплай. Әлеге мәлдә урындағы халыҡ та, рустар ҙа балаларын бейеүгә ихлас йөрөтә.
Беренсе тапҡыр һабантуй байрамын ойошторҙом. Ул хәҙер матур йолаға әйләнде. Шулай уҡ Яңы йылдың атрибуты булған шыршы байрамына ла үҙем башланғыс һалдым. Был байрам ваҡы­тында Женеваның төрлө урында­рын­да халыҡ күңел асыу сараларының бер нисә төрө ҡушыла. XVIII-XIX быуаттағы бейеүҙәрҙе тергеҙеү маҡсатында бал үткәреүемде рус ассоциациялары ла күтәреп алды.
– Ғөмүмән, ситтә йәшәһәгеҙ ҙә, күңелегеҙ менән беҙҙең кеше булып ҡалғанһығыҙ...
– Әлбиттә! Рәсәй кешеһе, башҡорт ҡыҙы булыуым менән һәр саҡ ғорурланам. Тыуған яғыма ҡайтыу минең өсөн оло байрамға тиң. Сит илдә йәшәһәм дә, күңелем менән Башҡортостандамын. Үҙем эшләп киткәнгә күрә, бындағы артистарға ҡарашты беләм. Коллегаларымдың тормошон үҙгәртергә, уларҙың эш шарттарын яҡшыртырға теләр инем. Яҡташтар ассоциацияһы етәксеһе булараҡ, мине даими рәүештә ҙур сараларға саҡыралар. Ике тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булдым. Париж ҡалаһына Башҡортостандың ЮНЕСКО-ла үткән презентацияһына барҙым. Ғөмүмән, республикаға ҡағылышлы ваҡиғаларҙан артта ҡалмаҫҡа, Ватаныма һәр саҡ файҙалы кеше булып ҡалырға тырышам.
– Башҡортостанды “икенсе Швейцария” тип йөрөтөүҙәре дөрөҫлөккә тап киләме?
– Ундағы Альп тауҙары, ысынлап та, Башҡортостанды хәтерләтә, тик беҙҙәгенән айырмалы рәүештә, түбәһендә мәңге иремәҫ боҙҙар ята. Тәбиғәте иҫ китмәле матур. Шулай ҙа бер кем дә Швейцарияны Башҡортостанға тиңләмәй, сөнки, әйтеүемсә, беҙҙең республика хаҡында белмәйҙәр. Ә Урал тауҙары күптәргә таныш. Шуға ла мин “SWISS-URAL” исемле яҡташтар йәмғиәте ойоштороп ебәрҙем. Бында беҙ йыйылышып туған башҡорт, татар телдәрендә аралашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙе хәл итәбеҙ. Милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләп, табын ҡорабыҙ.
– Гүзәл Мәҡсүт ҡыҙы, сит илдә оҙаҡ ҡына йәшәгәс, ике илде сағыштыра алаһығыҙ инде...
– Башҡорттар кеүек, Швейцария халҡы ла ябай, ихлас һәм ҡунаҡсыл. Улар – бик тәртипле халыҡ. Тап ошо һыҙат илгә туристарҙы йәлеп итә лә. Бәләкәй генә дәүләт. Мәҙәниәткә етди ҡарайҙар. Ниндәйҙер сара үткәрергә уйлайһың икән, ике йыл алдан планға индереп ҡуйыуҙы талап итәләр. Йыш ҡына фольклор фестивалдәре үткәрелә. Тик уларҙа Башҡортостандан ғына түгел, хатта Рәсәйҙән бер кемдең дә ҡатнашҡаны юҡ.
Урындағы халыҡ яңылыҡтарҙы Интернет аша ала. Европалар сәйәхәткә йөрөргә, төрлө илдәрҙе күреп, ундағы мөхит, йәшәү рәүеше менән танышырға ярата. Һәр ҡайһыһының өйөндә, ғәҙәттә, ошо сәйәхәттән алып ҡайтҡан күргәҙмәһе урын алған. Шулай уҡ экзотик байрамдар, сит милләттәрҙең йыр-бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа бар. Шулай ҙа Европа туристары бары тик яҡшы хеҙмәтләндереү булған урындарға өҫтөнлөк бирә.
Швейцариялағы “Ҡунаҡхана сервисы мәктәбе”ндә белем алыр өсөн Ер шарының төрлө төбәктәренән киләләр. Уҡыу йорттарында белем биреү кимәле бик юғары. Швейцарияла һәр кешегә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарайҙар. Унда берҙәмлек көслө, профсоюздар яҡшы эшләй. Берәй хеҙмәткәрҙе эштән сығарһалар йә уға тейешле эш хаҡы түләнмәһә, коллективы был хәлгә битараф ҡалмаясаҡ. Шунда уҡ йыйылыш үткәрелә, бөтә органдарға ризаһыҙлыҡ белдереү ебәрелә һәм билдәләгән шарттарҙы үтәүҙе талап итәләр, сөнки бөгөн хеҙмәттәшенә килгән бәләнең икенсе юлы уға ла ҡағылыуы ихтималын яҡшы аңлайҙар.
Швейцарияла һәр кем үҙенең киләсәге өсөн тыныс. Ҡатын-ҡыҙ бер ниндәй хафаһыҙ декрет ялына китә ала, ул дүрт ай ғына дауам итә. Артабан сабыйын тәжрибәле педагогтар тәрбиәһенә тапшыра. Балаларға бында ихтирамлы, яуап­лы ҡараш. Бөтә нәмә уйланылған, яйға һалынған, кешегә уңайлыҡтар булдырыу өсөн яраҡлаштырылған. Теләһә ҡайһы йәштә бушлай юғары белем алырға мөмкин. Психологик ярҙам хеҙмәте үҫешкән. Бәләгә тарыған һәр кем ярҙамға өмөт итә ала.
– Тыуған яҡҡа ҡарата юҡһыныуы­ғыҙҙы нисек баҫаһығыҙ?
– Башҡортостанға йылына ике тапҡыр ҡайтам, йәйге каникулды балалар менән тыуған яғымда үткәрәм. Туғандар, дуҫтар менән заман технологиялары ярҙамында бәйләнеш тотам. Женевала күп осраҡта французса аралашырға тура килһә, Башҡортостанда туған телемдә һөйләшеп туя алмайым. Бала сағым Архангел районында үтте, һәр йәй Тирәклелә өләсәйемдә йәшәнем. Уның нигеҙен һаҡлап, ауылда әсәйемә йорт һалдыҡ. Әлеге мәлдә бөтә ғаиләбеҙ менән ошонда йыйылабыҙ.
– Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ менән дә таныштырһағыҙ...
– Әсәйем Таңсулпан Ҡасим ҡыҙы сығышы менән Тирәкле ауылыныҡы, бик абруйлы балалар табибы. Әлеге мәлдә хаҡлы ялда булһа ла, ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй, “Йәнгүзәл” фольклор төркөмөнөң әүҙем ағзаһы. Һеңлем Зәлиә Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. Һәләтле рәссам. Тормош иптәшем Даниэль менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Оло улыбыҙ Морат-Даниэлгә – 14, ҡыҙыбыҙ Лилиә-Йәсминәгә – 10, кесе Эммануэль-Дмитрийға 3 йәш. Бейеүҙән тыш, балаларыбыҙҙың үҙ шөғөлдәре бар. Моратыбыҙ – теннис, Лилиә ат спорты менән шөғөлләнә, ул был төр буйынса Швейцарияла иң йәш чемпион һанала.
Ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә барыһы ла бейергә ярата. Бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Ғәйниямал өләсәйем дә заманында һәүәҫкәр бейеүсе булған.
– Ял көндәрегеҙҙе нисек үткәрә­һегеҙ?
– Айырып әйтерлек йолаларыбыҙ юҡ. Үҙебеҙсә Яңы йылды, 8 Мартты билдә­ләйбеҙ, ғаиләм менән Башҡортостанға ҡайтып, ошо йортобоҙҙа ял итәбеҙ, милли аш-һыу, айырыуса туҡмаслы аш әҙерләп ашарға яратабыҙ.
Февралдә тауҙан шыуыу өсөн махсус бер аҙна ял бирелә. Ошо ваҡытта бөтә Швейцария халҡы саңғыға баҫа. Ил кимәлендәге был йоланан беҙҙең ғаилә лә ситтә ҡалмай.
– Мауыҡтырғыс әңгәмә өсөн рәхмәт, Гүзәл Мәҡсүт ҡыҙы. Күңелегеҙ менән тыуған илегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙға һоҡланабыҙ.
Булыр илдең балаһы бер-береһенә – батыр, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә бахыр тиер, тигәндәй, юҡ, бахыр түгел, батыр ҙа, матур ҙа, дәртле лә, сәмле лә, ғәмле лә, рухлы ла әле сит ерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ. Иң мөһиме – күңелдәрендә башҡорт рухы һүнмәгән, уның ялҡынында яныусылар бар, балҡытыусылары етерлек.

Рәғиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519