Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәлә әҙәм башынан йөрөй...
Йәшәргә... Нисек булһа ла аяуһыҙ тормош төртөп ҡолатҡан ерҙә ятып ҡалмаҫҡа, хатта аяҡһыҙ итеп һалғанында ла алға барырға...


Йәшел үлән өҫтөнән беленер-беленмәҫ кенә ыуыҙ ҡанлы эҙ һуҙылды... Һәм бер аяҡлы кеше, нисек иҫенә килгәндер, ерҙә айырым ятҡан икенсе аяғын һөйрәп, йә алға һелтәп, көсһөҙләнгән ҡулдары менән йән көсөнә алға табан шыуышты. Күпме барғандыр, ҡайҙа барғандыр, ни тип ҡысҡырғандыр, әммә аҙаҡҡа табан ул бөтөнләй бер ни иҫләмәй, ә инде ике көндән аңына килгәндә реанимацияла ятҡан була...
2013 йыл. “Бәйләнештә” социаль селтәре аша бер хат алдым. Нижегородка ҡасабаһының тимер юлы аша үткәндә иҫе китеп ҡолап, бер аяғын тауар поезынан өҙҙөргән Венер Ишбаевтан ине ул. Ҡаланың 22-се дауаханаһына хәлен белешергә барғанда, ҡазаға ҡалған минуттан уҡ яҡты донъялыҡ өсөн бер үҙе алышҡан урта йәштәрҙәге был ағайҙың көслө ихтыярлы булыуына инандым.
Өфөнөң фанера-плитә комбинатының төнгө сменаһынан эштән сығыуына ҡарамаҫтан, кәйефе күтәренке була Венер ағайҙың. Тиҙҙән йәйге ялы ла етә бит әле. Шуға күрә тура күл буйына китә. Эҫе ҡояш аҫтында йөрөгәндән һуң ҡайтырға сыға, тик тимер юл аша үткәндә иҫһеҙ йығыла. Ни сәбәптәндер, поезд үтер алдынан юлды тикшермәгән хеҙмәткәрҙәр ғәйебе менәнме, типһә тимер өҙөрлөк йәш кеше мәңгелеккә тән генә түгел, йән йәрәхәте лә ала. Ике хирургик операция һәм “йәшәге килмәй” тигән депрессияны кисерергә тура килә уға. Ә бит бер тапҡыр иҫенә килгәндә үҙе лә иҫләмәгән ниндәйҙер көс менән аяғына ҡайышы ярҙамында жгут һалған һәм, бар көсөн йыйып, йөҙ метрҙай алға шыуышҡан Венер ағайҙың башҡа сараһы булмаған. Аллаһ Тәғәлә һәр кешегә үҙе күтәрә алырлыҡ һынау ебәрә, тиҙәр. Тимәк, был бәндәһенең дә ошо ауырлыҡты лайыҡлы күтәреп сығыуын белмәгән, тиһегеҙме?.. Эйе, башта еңел булмағандыр уға. Һыҙланыуҙар... Әрнеүҙәр... Әммә ирмен тигән ир-егетте һынауҙар тағы ла көслөрәк итә.
Ҡатыны һәм ике ҡыҙының күҙҙәренә нисек ҡарар аҙаҡ, әгәр бөгөн бирешә ҡалһа? Шулай итеп, бөтә әрнеүҙәрен баҫа ла инде ул. Ә бит балаларының, яңы үҫә генә башлап, тормошҡа кеше булараҡ асыла торған ғына саҡтары. Өлкән ҡыҙы Айгүзәл БДПУ колледжының китапхана эштәре бүлегендә уҡый. Уға арҡаланыр кеше кәрәк. Кескәй Айгөл өсөнсө йыл “Сулпылар” телетапшырыуын алып бара, өҫтәүенә бына инде нисә йыл “Президент шыршыһы”ның да алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы. “Тамыр”ҙың бер концерты ла унһыҙ үтмәй.
“Фирүзәнән муйынсаҡ” фильмындағы бәләкәй Гөлсөмдө лә һоҡланып ҡарай бөгөн башҡорт киноһын һөйөүселәр. Ошолай, шәхес булараҡ үҫешәм, бейектәргә үрләйем, тип талпынышып торған балаларҙы ни йөрәгең етеп яҙмыш ҡосағына ташлайһың?! Яҙмышына күнә Венер ағай, әммә еңелмәй, яҙмышын ыңғай хәл итерлек адвокаттар юллай. Һәм, ниһайәт, ғәҙеллек еңә, III төркөм инвалидлығын алған Ишбаевҡа ғүмеренең ахырынаса әхлаҡи һәм физик зыян өсөн түләнергә тейеш була. Шуға нигеҙләнеп ипотека кредиты ла алына. Хәйер, ғаризаһы ҡазаға тарырҙан алда уҡ яҙылған була.
Әммә беҙҙең тормош көрәштән генә тора тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Был юлы ла Венер ағайҙы ҡаршылыҡтар көтә, дауахананан һуң элекке эш урынына кире ҡабул итмәй йөҙәтһәләр, ай һайын түләнә торған пенсияны ла ғаилә бына инде ярты йыллап күргәне юҡ. Беҙҙең йәмғиәттә ҡайһы бер сәйер күренештәр ҙә осрап ҡуя: бер тапҡыр ҡабул ителгән ҡарарҙан тыш, тағы ла ай һайын барып, иҫтәренә төшөрөп, инәлеп торорға кәрәк ябай халыҡҡа.
...Баймаҡ районының Йылым ауылында Тәнзилә менән Фирғәт Ишбаевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Венер. Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә алғандан һуң, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килә. Гуманитар профиль буйынса уҡырға теләк белдергән үҫмерҙе медицина профиле буйынса йүнәлтәләр, шуға күрә бер йылдан кире ҡайтып, күрше ауылда урта мәктәпте тамамларға тура килә уға. Артабан яҙмышын БДУ-ның география факультеты менән бәйләргә ҡарар итә, әммә ул йылдарҙағы уҡытыу системаһының сәйерлектәре касафатынан йәнә ауылға ҡайтып, бер йыллап леспромхозда эшләй, артабан инде Башҡорт кооператив техникумында белем алған егет Баймаҡ райпоһына эшкә ҡайта. Унда бер нисә йыл ойоштороусы-тауар белгесе булып эшләгәндән һуң, Аҡморон сельпоһына күсә. Шунда осрата ла инде ул тормош иптәшен.
Бөгөн ике ҡыҙ үҫтереп, матур итеп донъя көткән хужабикә Нәсилә апай, ул ваҡытта аграр университетты тамамлап, шул уҡ ойошмала зоотехник булып эшләгән. Өйләнешкәс, Өфөгә йәшәргә күсергә ниәт ҡоралар.
Тәүҙә ғаилә башлығы үҙе генә килә баш ҡаланы яуларға. Унда ла документтары теүәл булмау сәбәпле, һатыусылыҡҡа эшкә төшә алмай һәм хеҙмәт юлын Өфөнөң фанера-плитә комбинатында башлай. Тиҙҙән ғаиләһен дә эргәһенә күсереп ала. Ҡатыны менән икәүләп шул комбинатта тир түгәләр.
Башта Венер ағай станокта эшләһә, артабан ҙурыраҡ разряд менән шымартыусы булып китә...
Хәҙерге замандың эмоциональ йәһәттән тотороҡһоҙ ҡайһы бер ир-аттары кеүек юҡтан да сәбәп табып, башын эскегә һалмай Венер ағай. Айыҡ аҡыл менән сәләмәт тормошта ғүмер итеүҙе бурысы һанай. Бөгөн ул ауыр саҡта эргәһендә булған ғаиләһенә, атай-әсәйенә, дауаханала уны ҡарашҡан бер туған һеңле-ҡустыһына һәм юридик ярҙам күрһәткән адвокат Азамат Ишкининға сикһеҙ рәхмәтле.
Бынан бер нисә йыл элек фажиғәгә тарыуы тураһында хат яҙған геройымдың Кеше тигән исемде бик юғары тотоуын күрҙем мин. Ошо күргәндәренә йомғаҡ яһағандай, әңгәмәмде тамамлап, “Һеҙ бәхетлеһегеҙме?” тигән ябай һорау бирҙем. Миңә был юҫыҡта Венер ағайҙың йөҙөнә сыҡҡан бәхет нурҙарын күреү мотлаҡ ине. Ә ул ысынлап шулай булды ла. Һәр ваҡыт ипле генә йылмайып ҡараған йөҙө тағы ла яҡтыра төшөп: “Әлбиттә! – тине. – Эргәмдәге кешеләр, туғандарым менән, ауыр саҡта мине ҡалдырып китмәгән ҡатыным һәм ике ҡыҙым менән бәхетлемен!”
Ә был донъяла ошо иң мөһиме түгелме?! Ниндәй генә шарттарҙа йәшәмә, әҙәм башына төшкән ниндәй генә яҙмышты күрмә, маңлайыңа яҙылғандан риза, бәхетле була белеүең оло хөрмәткә лайыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523