Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер күрке – иген, ир күрке – ғилем
Ер күрке – иген, ир күрке – ғилем Мазһар Насибулла улы менән ҡасан танышыуымды хәҙер тотоп ҡына әйтә лә алмайым.
Ә инде күрә-күрешә йөрөүемә, рухыбыҙҙың яҡынайыуына, шөкөр, байтаҡ
ғүмер үтте. Ғилемлелегебеҙ төрлө кимәлдә булһа ла, вазифалар ҙа, исем-шәрифтәр ҙә бер-береһенә күңеле тартылған кешеләрҙе алыҫлаштыра алмай икән. Өҫтәүенә, бәхеткә күрәлер, торған урындарыбыҙ ҙа яҡынлашты – Өфө ҡалаһының уртаһындағы ыҡсым ғына урамдың ҡара-ҡаршы йорттарында йәшәү насип итте.

Иҫәнбаев, ысындан да, килеш-килбә­те менән Мостай Кәрим әйткән ата арыҫ­лан­ды хәтерләтә. Мазһар ағай көн дә иртәнсәк ғәҙәтләнгән юлынан эшенә китә. Ошо мәлдә йыш ҡына осрашҡас, бер һорай ҡуйҙым: “Ниңә өйҙә генә ул­тырып яҙышмайһығыҙ һуң, ә? Портфель күтәреп, алыҫҡа йөрөп ятҡансы?” Ағайым, ҡарт имән йәшенә етһә лә, ауыл кешеләренә хас оялсанлығынан ҡотола алманы инде. Әлеге ипле генә һорауҙан да уңайһыҙ­лан­ғандай итте, мөләйем йөҙөнә ал­һыулыҡ йүгерҙе. “Ғәжәп итәһегеҙҙер, ләкин мин өйҙә яҙыу-һыҙыу менән булыша алмайым. Ғәҙәтләнмәгәнмен”, – тип яуапланы ғалим һәм: “Беләһегеҙ­ме, мин шөғөл­лән­гән фән логик фекер­ләүҙе, хатта ҡәт­ғилекте хуп күрә, ә эш урыны кешене һәр йәһәттән йыйнаҡландыра”, – тип тә өҫтәне.
Баяғы һымаҡ бер ҡатлы һорауҙар менән Мазһар Насибулла улын бүтән­сә бимазаламаным. Ағай һалмаҡ ҡына баҫып эшенә киткән бер үк мәлдә үҙем дә яҙыу өҫтәле артында булам. Тәҙрә аръяғында ығы-зығылы тормош. Ике­беҙ ҙә ул тормош­тоң әсе һурпаһын да татыған, ҡәҙер-хөр­мәт шәрбәтенән дә ауыҙ иткән. Әлбиттә, ғәмәли тормошо­боҙ­ҙо төпсөрләп өйрәнеү­се ҙур ғалим минең төшөмә лә инеп сыҡ­маҫтай ни­мә­ләрҙе белә­лер. Белгәндәре, билдәле бер тәртип­кә килтерелеп, логика ебенә теҙелеп, дәлилдәр менән нигеҙлә­неп, ғилми хеҙмәт рәүешен алалыр. Бының ифрат ауыр, бөтмөрлөк талап итеүсе хеҙ­мәт икәнлеген аңлайым да ул, әммә Маз­һар ағайҙың зиһен аппаратына инеп, унда ҡай­наусы уй-фекерҙәр ме­нән таныша алыу форсаты ғына юҡ. Шу­ға күрә бөгөн үҙен төрлө һорауҙар менән “яфалап” алырға тәүәккәллек иттем.
– Мазһар Насибулла улы, һүҙ башын­да уҡ әсәй-атайығыҙ, тыуған яғығыҙ ту­ра­һын­да һорашыу тәбиғи булыр ине, әлбит­тә. Һөйләшеү тамамлана килә, шу­лай ҙа, уларға бер-ике кәлимә менән булһа ла әйлә­неп ҡайтырбыҙ, хәҙер, ту­ранан-тура һеҙҙең ғилми, ижтимағи эш­мәкәрлегегеҙ хаҡында һорашайым әле.
– Бар ғүмерең фәнгә арналғас, әллә ҡай­ҙарға таралып йөрөп булмай инде. Ғилми эшкә тотоноуым 1963 йылдың 5 июлендә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлауыма бәйле.
Мине ошонда Хәлил Ян улы Тахаев етәк­селегендәге тематик төркөмгә эшкә алдылар. Ғалимдар “Урта Волга иҡтисади районында химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре” тигән тема буйынса тикшеренеүҙәр алып бара ине. Мәсьәлә тотош илдә, Волга буйы өлкәләрендә һәм республикаларында химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү зарурлығынан сығып күтәрелгән икән. Ул саҡ Урта Волга төбәге Башҡортостанды, Татарстанды һәм Һамар өлкәһен берләш­тергән совнархозды тәшкил итә ине.
1963 – 1969 йылдарҙа миңә Урта Волга иҡтисади төбәгендә һәм, ғөмүмән, Волга буйы иҡтисади районында химия һәм нефть химияһы комплекстарын булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә һәм әҙерләүҙә ҡатнашырға тура килде. Хәйер, әйтеүе генә анһат, сөнки һәр йүнә­леште нигеҙләргә, урындағы форсаттарҙы барларға, уларҙы мөмкин ҡәҙәр һөҙөмтәле файҙаланыу юлдарын билдәләргә кәрәк. Унан һуң, булдырылған ҡеүәттәр урындағы хужалыҡ тармаҡтарының үҫеүенә йоғонто яһарға тейеш. Быны ла дәлилләү фарыз.
– Кандидатлыҡ диссертацияғыҙ ҙа ошо мәсьәләләрҙе күтәргән, шикелле?
– Эйе. Уның темаһы “Төбәктәрҙәге сә­нә­ғәт тармаҡтарында етештереү комплекстарын булдырыу һәм уларҙы үҫтереү проб­лемалары” тип атала. Диссертацияны СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге иҡтисад институтында 1970 йылда уңыш­лы яҡланым.
– Ғилми эшмәкәрлек артабан нисек дауам итте?
– 1968 йылда тематик төркөмдө “Төбәк­тәрҙең иҡтисади проблемалары” тип атал­ған секторға әйләндерҙеләр ҙә Башҡортос­тан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәре тигән төп мәсьәлә менән берләштерҙеләр. Миңә иһә, бер нисә хеҙмәткәр менән бергәләп, республика сәнәғәтен үҫтереү проблемаларын тикшереү бурысы йөкмәтелде. Бурыс ҙур, көстәр иһә аҙ. Шулай ҙа тырыштыҡ. 1973 йылда сектор мөдире итеп тәғәйенләне­ләр. Секторға 1969 – 1980 йылдарҙа Баш­ҡортостан Республикаһында урындағы етештереү комплекстарын булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен, Башҡортостан территориаль-производство комплексын камиллаштырыу проблемаларын, Башҡорт АССР-ының 1976 – 1990 йылдарҙа иҡтиса­ди һәм социаль үҫешен нигеҙләү кеүек ҙур эштәр тапшырылды һәм беҙ уларҙы уңышлы башҡарып сыға алдыҡ.
1981 – 1990 йылдарҙа мин етәкләгән сектор Башҡортостанда 2000 йылдар осоронда етештереү комплекстарын үҫтереү йүнәлештәрен нигеҙләү, Башҡорт АССР-ының етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү һәм урынлаштырыу һыҙмаһын эшләү, төбәктәр иҡтисады һәм төбәк-ара иҡтисади бәйлә­нештәр сәйәсәтен һәм алымдарын яйлау буйынса ҙур-ҙур ғилми тикшеренеүҙәр алып барҙы һәм, ғәмәли тәҡдимдәр эшләп, етәксе органдарға тапшырҙы.
– Ифрат ҡатмарлы һәм ябай гәзит уҡыу­сы айышына ҡапылда ғына тө­шөн­мәҫ­тәй мәсьәләләр менән шөғөл­ләнәһегеҙ икән. Эшегеҙ артабан да шул йүнәлештә дауам иттеме?
– Һөнәрең шул булғас, ни ҡылаһың. Ул ғына ла түгел, 1990 – 2000 йылдарҙа ми­ңә баҙар шарттарына күсеү осоронда Баш­ҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫе­шен тәьмин итеүҙең фәнни нигеҙҙәре, Баш­ҡортостанда иҡтисади реформалар­ҙың барлыҡҡа килеү мәсьәләләре, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү осоронда төбәктәр­ҙең социаль-иҡтисади үҫеүен тәьмин итеү сәйәсәте һ.б. проблемаларҙы нигеҙләргә тура килде.
2001 – 2010 йылдарҙа ҙур-ҙур биш прог­рамма әҙерләүҙә ҡатнаштым. Улар рес­публиканың етәксе органдарына тапшырылды һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Артабан Башҡортостандың Урал аръяғы райондарының 2011 – 2015 йылдарға иҡ­ти­сади үҫеш программаһы ғәмәлгә ашырылды, 2011 йылда ошондай уҡ эш төньяҡ-көнсығыш райондарына ҡағылышлы баш­ҡарылды. 2010 – 2014 йылдарҙа, Баш­ҡорт­остан миҫалында, республикаларҙың һәм өлкәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтеү һәм һөҙөмтәле итеү механизмдары нигеҙләнде, тәҡдимдәр әҙерләнде. Ә инде уҙған йылдан бирле төбәктәр иҡтисадының тармаҡ һәм урындағы структураларын яңы шарттарҙа камиллаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәм.
– Ошондай тикшеренеүҙәр, фәнни һы­ғымталар теория рәүешендә генә ҡалмай­мы? Уларҙың ғәмәли һөҙөмтә­ле­леге тураһында нимә әйтергә мөмкин?
– Ғәмәли маҡсатҡа барып еткәнсе байтаҡ юл үтергә тура килә. Эш шунда, республика төбәктәренең социаль һәм иҡтисади йәһәттән кимәле һәм үҫеш темпы буйынса шаҡтай айырылыуы мәғлүм. Тикшеренеүҙәргә таянып, “Башҡортостан төбәктәренең социаль-иҡтисади кимәле һәм ошо йәһәттән проблемалар” тип аталған ҙур ғына ғилми доклад әҙерләнде. Ул иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге етәксеһе Мәхмүт Исхаҡ улы Тоҡомбәтов менән Дәүләт план комитеты рәйесе Валерий Михайлович Пастушенкоға тапшырылды. Улар кәңәшләшкән дә, иҡтисадсы­ларҙы йыйып, мин күп көс һалған докладты тикшереүҙе ойошторорға булған. Көтөл­мәгән хәл булды был, ләкин сигенергә урын юҡ. 1971 йылдың ноябрендә доклад менән сығыш яһаным. Ҙур зал халыҡ менән шығырым тулы.
Сығышымда, Башҡортостан төбәктәре социаль-иҡтисади кимәле йәһәтенән бер-береһенән ныҡ айырыла, республиканың иҡтисади һәм социаль потенциалы башлыса уның үҙәк, көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә тупланған, был төбәктәр йылдам үҫешә, республика­ның капиталь төҙөлөшкә йүнәлтелгән аҡсаһы ғәмәлдә ошо төбәктәрҙә тотонола, шул уҡ ваҡытта башҡорт ҡәүеме йәшәгән Урал аръяғы, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәренә тейешенсә иғтибар бирелмәй, сәнәғәт ҡеүәттәре төҙөлмәй, ауыл хужа­лығы продукттарын эшкәртеүсе предприятиелар юҡ, был төбәктәрҙең социаль хәле бик мөшкөл, эш урындары аҙ, халыҡ күпләп Себергә һәм сит өлкәләргә китергә мәжбүр, тинем. Шуныһы, бындай фекерҙәр бер кем тарафынан да асыҡтан-асыҡ әйтелмәгәйне. Аҙағыраҡ миңә Башҡортос­тан Республикаһын иҡтисади төбәктәргә бүлеү бурысын йөкмәттеләр. Был етди эш булды: беҙ, һәр ҡала һәм районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеш кимәлен һәм ошоға бәйле мәсьәләләрҙе өс йыл эсендә ныҡлап өйрәнеп, ҡуйылған маҡсат­ты атҡарҙыҡ. Һөҙөмтәлә социаль-иҡтисади кимәле, тәбиғи-экоиҡтисади потенциалы, хеҙмәт һәм етештереү мөмкинлектәрен һәм башҡа яҡтарҙы иҫәпкә алып, Баш­ҡортостанда ун социаль-иҡтисади төбәк билдәләнек. Аҙағыраҡ ундай төбәктәр алтау ҡалды һәм ошолай бүлгеләү Ми­нистрҙар Советының ҡарары менән нығы­тылды. Был мәсьәләләр буйынса күп яҡлы эштәр артабанғы йылдарҙа ла алып барылды. Ләкин шуныһы, тикшеренеүҙәр үт­кә­релә, программалар төҙөлә, әммә улар төр­лө сәбәптәр менән йә бойомға ашы­рыл­май, йә өлөшләтә генә үтәлә. Фән менән тормоштоң ғүмер баҡый бер төптән егелеп эшләй алмауына асыҡ миҫал инде былар.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади яҡтан артта ҡалған Урал аръяғы, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрен үҫтереү мәсьә­ләләренең өсөнсө этабы егерме йыл­дан һуң, 2010 йылда, Рөстәм Зәки улы Хәмитов республика Президенты булып килгәс, башланды. Уның Указын үтәй барып, ҙур ғына комиссия төҙөлдө. Төрлө хужалыҡ тармаҡтары етәкселәре, белгес­тәр, ғилми хеҙмәткәрҙәр менән бергә миңә лә ошо комиссияла эшләргә насип булды. Күләмле ике программа әҙерләнде һәм ҡабул ителде, ләкин илдәге иҡтисади көр­сөк уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға форсат бирмәй.
– Һеҙ тикшеренеүҙәрегеҙ, программалар, иҡтисад тураһында сиселеп һөйләргә әҙерһегеҙҙер, әлбиттә. Яратып башҡарған эшеңдең асылын бүтәндәр­гә лә еткерергә теләү – тәбиғи хәл, әм­мә һәммә эштәрҙе лә бер ултырып һөй­ләшеүгә һыйҙырыу мөмкин түгел. Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенлән­гән гәзиттең үҙенсәлеген дә иҫәпкә алыр­ға тура килә. Фән, иҡтисад мәсьәләләре үҙенсәлекле тема бит инде. Шулай ҙа бер һорауҙы бирмәй ҡала алмайым. Юғарыла әйтелгән юҫыҡта тикше­ре­неү­ҙәр, һығымталар Башҡортостан менән генә сикләнмәйҙер бит?
– Ғилми тикшеренеүҙәремдең теоретик һәм методологик нигеҙҙәре, ғәмәли тәҡ­дим­дәрем дүрт йөҙгә яҡын фәнни хеҙмә­темдә, монографияларҙа, мәҡәләләрҙә сағылыш тапты. Ғилми хеҙмәттәрем Ҡа­ҙағстан, Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһе, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Саха (Яҡут), Коми республика­лары ғалимдары тарафынан файҙаланыла.
Мәскәү университетының ғилми журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләм Америка Ҡушма Штаттары, Чикаго универси­тетының “Рецензии и переводы” журналында ла донъя күрҙе. Германияла “Баш­ҡорт­ос­тандың иҡтисади төбәктәре: үҫеш проблемалары” тип аталған китабым сыҡ­ты (2015 й.). Англияла бөтөн донъяға сыға­рылған “Сократ уҡыуҙары” йыйынты­ғында мәҡәләм баҫылды. Словакияның Братислава университеты сығарған йы­йын­тыҡта өс мәҡәләм донъя күрҙе. Һанай китһәң, байтаҡ ҡына икән. “Башҡорт АССР-ының территориаль-производство комплексы” исемле монографиям 1977 йылда СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән бил­дәләнде. Был Бөтөн Союз ғилми хеҙмәттәр конкурсында еңеү ине.
“Кеҫәһендә һуҡыр тин аҡсаһы ла бул­маған иҡтисадсы бүтәндәргә шундай кәңәштәр бирә икән, уларҙы тотҡан хәлдә һин дә бер тинһеҙ ҡалаһың”, тигән шаяртыу бар. Был ысындан да мәрәкә өсөн генә әйтелгән. Иҡтисад – ифрат етди өлкә ул. Уның үҫеш закондарын өйрәнеүселәр ҙә шулай уҡ етди халыҡ. Миңә республикала эшләгән байтаҡ күренекле ғалимдар менән танышыу бәхете тейҙе. Хәҙер, әлбиттә, иҡтисад фәненә килгән докторҙар ҙа күбәйҙе. Шулар нисбәтендә илдең иҡтисады ла яҡшырһа икән…
***
Мазһар Насибулла улы, хеҙмәтенә кү­рә, шөһрәт атының алтын ялын хаҡлы рәүеш­тә һыйпаған кеше. Ул Баш­ҡортостан фән­дәр академияһы ағзаһы, профессор, Рәсәй һәм Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған фән эшмә­кәре. Ғалим Салауат Юлаев орденына һәм башҡа юғары наградаларға ла­йыҡ булған. Һикһән йәшен олуғ ағайыбыҙ эш өҫтәле янында, көсөргәнешле хеҙ­мәт менән ҡаршылай. Хәйер, беҙҙең быуын кеше­ләре эшенә нөктә ҡуйып, тынысланып иркен тын алырға һис тә өйрәнә алманы ин­де. Тормошобоҙҙоң, бәлки, мәғәнәһе лә шундалыр.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519