Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 19 — 25 мартҡа йондоҙнамә
19 — 25 мартҡа йондоҙнамәБыл аҙнала кәйефегеҙ күтәренке булыр. Шулай уҡ яңы көс-дәрт менән эшкә тотонорһоғоҙ. Һәр эшегеҙ уңышлы булыр. Тик был башығыҙҙы әйләндермәһен. Марс, Хирон, Айҙың торошо үҙ-ара бәйләнештәргә ҙур йоғонто яһай. Шуға күрә эштә лә, өйҙә лә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ғөмүмән, был осор төрлө хәл-ваҡиғаларға бай булмаҡсы, уларға алдан әҙер булыу хәйерлерәк. Аҙнаның беренсе яртыһы шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерәсәк. Икенсе яртыһы һүлпәнерәк үтер. Быға тиклем тормошҡа ашмаған уй-маҡсаттарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ. Был эш һеҙгә уңыш һәм аҡса килтермәксе.
Дүшәмбе хәйләкәр һәм ҡомһоҙ кешеләрҙе урап үтегеҙ. Һеҙҙе ҡара уй-ниәттәрендә файҙаланмаҡсылар. Шишәмбе – эштә лә, шәхси тормошта ла ҡатмарлыҡтар тыуҙырған көн. Шаршамбы барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр. Кесе йома мөһим эштәрегеҙҙе төштән һуң башҡарығыҙ. Йома – бар яҡтан да уңайлы көн, тик көндәлек мәсьәләләрҙе ҡапылдан ғына хәл итмәгеҙ.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).
Сығымдарҙы барлау менән шөғөлләнерһегеҙ. Йорт һәм ғаилә өсөн ҙур әйберҙәр һатып алыу менән булырһығыҙ. Ҡатын-ҡыҙға кейем-һалым һатып алырға кәңәш итәм. Ә ир-егеттәр күптән эҙләгән техник әйбер алып ҡыуаныр. Эшегеҙҙә тәртип булдырығыҙ, шунда уңыш йылмайыр.

БУҒА (21.04 — 21.05).
Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекерегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Ял көндәрендә ҡайҙалыр белем камиллаштырырға тәҡдим итерҙәр, бынан баш тартығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06)
Уй-фекерҙәрегеҙҙе тыймағыҙ. Нимә уйлайһығыҙ, шуны оялмайынса әйтегеҙ. Бер ҡайҙа ла ҡабаланмағыҙ. Ашығып ашҡа бешеүегеҙ бар.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).
Ҡатмарлы аҙна көтә. Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар бәкәлгә һуғасаҡ. Түҙемле булығыҙ. Дуҫтарығыҙ ярҙам ҡулы һуҙыр, шуға улар менән аралашыуҙан ҡасмағыҙ.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).
Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. ижади конкурста еңеүегеҙ, яңы эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Юғары вазифа биләүселәр һеҙгә иғтибар итер.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).
Сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы мәл. Эшегеҙҙә йәки уҡыған ерегеҙҙә алыҫ командировка тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ. Ял көндәрендә электр йыһаздары менән һаҡ булығыҙ.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).
Тормошоғоҙҙа булған мөһим үҙгәрештәр мәле үткән, хәл итәһе мәсьәләләр тормошҡа ашырылған. Уңыш һеҙгә йылмая. Шуға әлеге мәлдең һиллегенә ҡыуанып йәшәгеҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).
Үткән аҙнала булдыра алмаған эштәрҙе атҡарығыҙ. Яңы проект йә эш тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ. Ул артабанғы тормошоғоҙҙа мөһим роль уйнар.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).
Етәкселек менән арағыҙҙы көйләгеҙ. Шулай уҡ һаулыҡҡа иғтибар бүлергә кәрәк. Аҙыҡ-түлек һайлағанда иғтибарлыраҡ булығыҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).
Алыҫ юлға сығырға тәҡдим итерҙәр. Баш тарта күрмәгеҙ. Эшегеҙҙе баһаларҙар. Балаларығыҙ уңышы менән ҡыуандырыр.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).
Аҙна уңышлы булмаҡсы. Күңелегеҙҙе ҡырған ваҡ-төйәк ваҡиғаларға әһәмиәт бирмәгеҙ. Улар тиҙ онотолор.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).
Үҙаллылыҡ күрһәтегеҙ, күпселек эште үҙегеҙ башҡарығыҙ. Кемдеңдер арҡаһына ышыҡланыу килешмәҫ. Тотонорға торған ҙур проектты кисектереп тороғоҙ. Уҡыу һәм документтар юллау өсөн уңайлы мәл. Ял көндәрендә магазинға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ, аҡсағыҙҙы урлатыуығыҙ мөмкин.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521