Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүжәнең яҙмышы кем ҡулында?
Бүжәнең яҙмышы кем ҡулында?Бөгөн Ғүмәр ауылы халҡын борсоған мәсьәлә бик күп. Тыуған яғыбыҙҙың ғорурлығы булған һәм ауылыбыҙҙың боронғо исемен һаҡлаған Бүжә тауы эргәләп аҡҡан, Ағиҙел йылғаһына ҡойғанға тиклем ун ауылды һыу менән тәьмин иткән Егән йылғаһы, тау аҫтынан урғылып сыҡҡан саф һыулы Ҡаран шишмәһе хәүеф аҫтында.
Тауыбыҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел, ә ошо төбәк халҡын йәшәтеүсе һыу сығанаҡтарын байытыусы ла.
Йылдан-йыл һайыға барған Егән йылғаһы ер аҫтына инеп юғалһа, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән халыҡтың тормошо нисек булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ишембай асфальт-бетон эшкәртеү заводы, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ошо Бүжә тауы ташынан асфальт етештереү өсөн карьер асырға уйлай. Ауыл халҡына бер ниндәй ҙә аңлатыу эше алып барылманы. Бер төркөм завод эшсеһе һәм урман хужалығы белгестәре килеп төшкәс, йәше-ҡарты хафаға төштө. Өҫтәүенә “Ашҡаҙар” гәзитенең 18 февралдәге һанында Ғүмәр тауҙарының аукционға ҡуйыласағы тураһында мәҡәләне уҡығас, барыбыҙ ҙа аптырашта ҡалдыҡ.
Ошо хәлдән сығыу юлы бармы? Кемдән ярҙам һорарға тип баш вата ауылдаштарыбыҙ.
Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! Һеҙгә үҙебеҙҙе борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итеүебеҙ юҡҡа түгел. Милли матбуғат баҫмаһында “Халыҡ тауышы” рубрикаһын булдырған, ер-һыуыбыҙҙы, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡлауға лайыҡлы өлөшөн индергән гәзиттең райондаштарыбыҙ араһында абруйы ҙур, ғәҙеллегенә ышаныс көслө. Ғүмәрҙәрҙең дә үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмаһағыҙ ине. Тәбиғәтте һаҡлау — үҙ-үҙеңде яҡлау, тигән һүҙ бит ул.
Миңлеғәле ҒАЙСИН.
Ишембай районы,
Ғүмәр ауылы.


Бүжәнең яҙмышы кем ҡулында?Аңлатма.
Хат авторы М. Ғайсиндың һорауына төплө, тулы яуап алыу ниәте менән Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса федераль агентлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Рәсих ХӘМИТОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Ишембай районының Ғүмәр ауылы эргәһендәге эзбизташ ҡатламы ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта, көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә урынлашҡан. Майҙаны — 3,03 км2. Ғүмәр, Алмалы, Васильевка, Подгорный, Егән, Әрмет-Рәхим ауылдары халҡының хатында телгә алынған Бүжә тауы тәҡдим ителгән лицензияланған участка майҙанына инмәй. Кәрәк була ҡалғанда, был майҙанды ауылдан һәм тауҙан көньяҡ йүнәлешкә күсереү күҙҙә тотола.
2005 — 2008 йылдарҙа дәүләт заказы буйынса федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә үткәрелгән эҙләү-баһалау эштәре һөҙөмтәһендә Урал алды майҙаны сиктәрендә Башҡортостандың химия сәнәғәтен һәм төҙөлөш индустрияһын тәьмин итеү өсөн дефицит һәм юғары ликвидлы металл булмаған ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләү һәм баһалау ойошторолдо, цемент етештереү өсөн яраҡлы Ғүмәр эзбизташ ҡатламы табылды.
Эзбизташтың химик составы “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм уны Башҡортостандың химия сәнәғәте ихтыяждары өсөн файҙаланыу мөмкинлеге лә бар. Күҙаллауҙар буйынса, эзбизташ ресурсы — 171 миллион тонна.
Ғүмәр участкаһы айырыуса ныҡ һаҡланған федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт биләмәләренән ситтә ята һәм ул 286-сы һан менән 2012 йылда файҙаланыуға тәҡдим ителгән Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге ер аҫты байлыҡтары участкаларының алдан фараз яһау исемлегенә индерелгән. Уны файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр: ҡатламды геологик яҡтан өйрәнеү (эҙләү һәм баһалау), разведкалау һәм сығарыу.
Әгәр ҙә Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ 2012 йылда республика биләмәһендә эш башлауға тәҡдим ителгән участкалар исемлеген раҫлаһа, һис шикһеҙ, Ғүмәр эзбизташ ҡатламынан файҙаланыу хоҡуғы һәм шарттары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре, Рәсәй Федерацияһының “Ер аҫты байлыҡтары тураһында”ғы Законына ярашлы, Башҡортостандың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән килешеп эшләнәсәк. Ятҡылыҡ файҙаланыуға тапшырылған хәлдә ошо биләмәлә йәшәүсе халыҡтың социаль-иҡтисади һәм экология мәнфәғәттәре мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш.
Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса идаралыҡтың һәм федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә дәүләт заказы буйынса геологик-разведкалау эштәрен башҡарған ойошмаларҙың “Башкиравтодор” предприятиеһы эшмәкәрлегенә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Ғөмүмән, урындағы үҙидара органдары үҙ эшмәкәрлеген үрҙә әйтелгән барлыҡ һорауҙарҙы көйләүсе Рәсәй Федерацияһының “Ер аҫты байлыҡтары тураһында”ғы Законына ярашлы ойошторорға, халыҡҡа аңлайышлы яуап бирергә бурыслы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521