Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Май сүлмәге тышынан билдәле
Май сүлмәге  тышынан билдәлеАвтомобиль һатып алғанда уның двигателен нисек тикшереп ҡарарға? Бының өсөн моторҙы тоҡандырмайынса уның тышҡы күренеше буйынса ла фекер тупларға мөмкин.

Шыйыҡлыҡ эҙҙәре

Һатырға ҡуйылған машинаның двигателен йыуып-таҙартып әҙерләргә кәрәкме? Был турала бәхәстәр күп. Тәжрибәле автосле­сарҙар әйтеүенсә, йыуылған мотор – май ағып сығыуын йәшерергә маташыу. Болт һәм гайкаларҙың башын ентекләп ҡарағыҙ, уларҙа май эҙен тулыһынса бөтөрөү ҡыйын.
Ҡатламалары герметик булған двигателдең клапан ҡапҡас­та­ры, май фильтры, картер, терһәкле вал шкивы, тапшырыуҙар ҡумтаһы өҫтөндә май күренергә тейеш түгел. Уның эҙҙәре бар икән, тимәк, хужаһы двигателдең артыҡ ҡыҙыуына юл ҡуйған, һөҙөмтәлә сальниктар һәм резина тығыҙ­лағыстар һығылмалылығын юғалтҡан. Ҡыҫҡаһы, был “таҙа” моторлы машинаны бер аҙ йөрөтә башлауға унан күпләп май ағып сығыуы бәләгә әүереләсәк. Тиҙҙән двигателдең үҙен дә алмашты­рырға тура килмәгәйе... Был саҡта автомобилде һатып алыуҙың да мәғәнәһе ҡалмайҙыр.
Поршендәр төркөмөнөң туҙыуы ла май ағып сығыуға сәбәп була. Тимәк, картерҙағы май яныу камераһына үтеп инә, яғыулыҡҡа ҡушыла. Һөҙөмтәлә моторҙың эштән сығыу ваҡыты ла тиҙ килеп етәсәк.

Майлау системаһының торошо

Май кимәлен күрһәткән таяҡ­саны сығарып ҡарағыҙ. Кимәлдең юғары сиге “max” менән “min” тамғалары араһында булырға тейеш. Майҙың тоноҡ булыуы ҡур­ҡыныс түгел: ул ышҡылыусы металдың туҙанын да үҙенә йыя бит. Ә бына майҙың ҡап-ҡара төҫкә инеүе моторҙың ныҡ туҙған икәнлегенә ишаралай.
Май ҡойоу ҡапҡасын асып, уның эске яғына күҙ һалығыҙ: пас­та кеүек яғылған ҡуйы май моторҙың ныҡ ҡыҙырға ғәҙәтлә­неүен йәки ярамаған май һалы­ныуын раҫлай. Ошо ҡапҡас аша фонарь менән яҡтыртып, газ бүлгеләү механизмының детал­дәрен ҡарарға тырышығыҙ, байтаҡ туҙған моторҙа уларҙы күреү мөмкин дә булмаясаҡ : улар ҡара-һоро йәки ҡара төҫ менән ҡап­ланған булырҙар, ә төҙөк дви­гателдә алтынһыу төҫ аласаҡтар.
Үтә күренмәле май уны һатыуға әҙерлек алдынан ғына алмаштырыуҙарын күрһәтә. Какао төҫөндә булһа, тимәк, картерға һыуытыусы шыйыҡлыҡ эләгә тигән һүҙ, был осраҡта инде двигателде артабан ҡарап тормаһағыҙ ҙа була – автомобилде алыуҙан баш тартырға ла мөмкин.

Һыуытыу системаһы

Радиаторҙы ентекләп ҡара­ғанда уның ҡойоу муйынсығында тутыҡ бармы-юҡмы икәнлегенә иғтибар итегеҙ. Һыуытыу сис­темаһының шыйыҡсаһы өсөн киңәйтелеү һауыты тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Һыуытыу шыйыҡсаһының төҫө теләһә ниндәй була ала (ул антифриз йәки тосолдың маркаһына бәйле), ләкин төп шарт – уның өҫтөндә май таптары йөҙөп йөрөмәҫкә, ә үҙе үтә күренмәле булырға тейеш. Хатта уның тоноғораҡ күренеүе лә шик уятырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521