Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ер еләккәйҙәре беште инде...”
“Ер еләккәйҙәре беште инде...” Тынсыу ҡаланан ҡасып, иркенлектә йәшәгегеҙ киләме? Өфөнән Иҙиәтуллиндар ғаиләһе тап шулай иткән дә: өйләнешкәс тә Нуримандың Нимесләр ауылына килеп төйәкләнгәндәр. Һоҡланғыс тәбиғәттә кинәнеп, саф һауа һулап йәшәүҙе генә маҡсат итеп ҡуймаған улар. Йәйгә – йәм, моңһоу көҙгә сағыулыҡ өҫтәп, еләк үҫтерәләр. Былтыр эш башлаған йәштәрҙең янынан кеше өҙөлмәй. Оло юлдан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр ҙә тап улар эргәһендә туҡтап, һыуһынын ҡандырып китә. Эргәлә – ылыҫ еҫе бөрккән ҡарағайҙар, һыу инергә саҡырған түңәрәк күл, яҡты йөҙлө, ихлас һүҙле йүнселдәр... Ә устарҙа – ҡып-ҡыҙыл, һутлы еләк!
– Йәштәрҙең күбеһе ҡала тормошон үҙ итә. Хатта ауылдыҡылар ҙа, тыуған ерен ҡалдырып, ҙурыраҡ ергә ынтылыусан. Ә һеҙ тап киреһен эшләгәнһегеҙ. Нилектән? – тип ҡыҙыҡ­һындыҡ.
“Ер еләккәйҙәре беште инде...”– Ауылда эш бар! – тип яуапланы йәштәр бер тауыштан. – Өҫтәүенә, бәләкәйҙән каникулдарҙы олатай-өлә­сәйҙәр янында үткәргән­лектәндер, бындағы тормошто, тәбиғәт ҡосағын ныҡ яратабыҙ. Шуға ла өйләне­шер алдынан уҡ ауылда йәшәргә һүҙ ҡуйыштыҡ. Иң ҙур маҡсатыбыҙ башҡалар­ҙыҡына һис тә оҡшамаған, табыш бирерлек, кешеләргә кәрәкле эш менән шөғөл­ләнеү ине. Беҙҙеңсә, ул – еләк үҫтереү.
Рида менән Андрей ошо ауылдағы туғандары Элина һәм Рәсүл Фазыловтарҙың да күңелендә дәрт тоҡан­дырып ебәргән дә йәштәр дүртәүләп эш башлаған. Бер гектарлыҡ ер алып, унда еләктең “мармелада”, “клери” тигән сорттарын сәсеп ҡарағандар. “Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була” тиһәләр ҙә, йәштәрҙең ихлас хеҙмәте татлы, һутлы емеше менән һөйөндөргән. Һөҙөмтәнән ҡәнәғәт ҡалған йүнселдәр яңы эш башлаған фермер­ҙарға ярҙам маҡса­тында булдырылған федераль программала ҡатна­шырға йөрьәт иткән һәм бер миллион ярым һумлыҡ грант яулауға өлгәшкән.
– Был аҡсаға тағы ла бер гектар ер алдыҡ, – ти крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рида Иҙиәтуллина. – Еләк үҫтереү менән шө­ғөлләнгән башҡа йүнсел­дәрҙең тәжрибәһен, Интернет мәғлүмәттәрен өйрәнеү һөҙөмтәһендә әлеге сорттар­ға яңылары өҫтәлде. Кеше еләктең ниндәйен ярата? Эйе, татлыһын, һутлыһын. Тап шундай сорттарға өҫ­төнлөк бирҙек тә. Өҫтәүенә һыуыҡҡа сыҙамлыларҙы һайлайбыҙ.
Алдан алған “мармелада”, мәҫәлән, июндән ноябргә ҡәҙәр ике тапҡыр уңыш бирергә тейеш. Былтыр, ергә яраҡлашҡан мәлендә, бер мәртәбә генә еләкләнһә, быйыл ике рәт һөйөндөрөр тип көтәләр. Тупраҡтың кисло­талылығын дөрөҫ тәьмин итеү, органик-минераль ашламалар менән туҡландырыу мөһим. Ерҙә дымлылыҡ тейешле кимәлдә булмаһа, еләктең тәме шунда уҡ юғала. Ғөмүмән, һис тә еңел түгел был эш. Әммә табышлы. Һәйбәт сортлыларҙан гектарына уртаса 15 тонна продукция алырға мөмкин икән.
Йүнселдәр еләкте төбөнә пленка йәйеп үҫтерә. Был алым емеште сереүҙән һаҡлай, шулай уҡ ҡый үлән­дәре мәсьәләһен комплекслы хәл итеү өсөн отошло. Рәттәр араһына бысҡы вағы, юныс­ҡы һалыу ерҙәге дымлы­лыҡты тота. Өҫтәүенә баҫыу тәрбиәлерәк, матурыраҡ күренә улай.
– Еләк алырға килгәндәр бихисап, – тип һөйөнә йүнселдәр. – Ойошма-предприятиелар заказ бирә, айырым кешеләр үҙҙәре баҫыуға инеп, йыйып ала. Үҙәк баҙарға тапшырған сағыбыҙ ҙа булды. Барыһы ла ҡыуа­нып ҡабул итә. Кешеләргә ошондай матурлыҡты күр­һәтә, уларҙы татлы еләк менән һыйлай алыуыбыҙҙан күңелебеҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Ҡайһы берҙә ауыл малайҙары баҫыуға ситтән генә инеп, урлашыусан. Әйҙә, рәхәтләнһендәр!
Хужалыҡ етәксеһе ошо көндәрҙә Шаран районында үткән фермерҙар кәңәш­мәһендә ҡатнашып ҡайтҡан. “15 гектарҙа еләк үҫтергән йүнселдең эш тәжрибәһе менән таныштыҡ, – ти ул. – Үҙем өсөн байтаҡ мәғлүмәт тупланым. Башта – яңынан-яңы идеялар!”









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523