Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайһыҙ яҙмыш иркәләмәһә лә...
Атайһыҙ яҙмыш иркәләмәһә лә...“Үлемһеҙ полк’’тары, йыр-моңдары менән күңел төбөндәге һағышлы хәтирәләрҙе яңыртҡан етмеш беренсе Еңеү көнө лә тарихҡа уҙҙы. Уның артынан 75 йыл элек яҙмыштарҙы пыран-заран килтергән, өмөт-хыялдарҙы селпәрәмә иткән, “ҡара ҡағыҙ”ҙары, әсе күҙ йәштәре менән тамғаланған 22 июнь тыуҙы. Һуғыш осоро балаларына хас болоҡһоу уйҙар, ауыр кисерештәр күңелдә.
Ҡорҙаштарымдың — һуғыш осоро балаларының, бигерәк тә атайһыҙ үҫкәндәрҙең, хәле таныш миңә... Әммә һүҙем ул хаҡта түгел.



Әсәйемдең, туған-тыумасамдың хәл-әхүәлен күреп-белеп китеү ниәте менән ауылға ҡайтҡан сағым. Сәй табынында аты-юлы юҡ Ивановка кешеһенән сәләм килгәне хаҡында һүҙ булды. Сәләменең мәғәнәһе: Әхмәтхан Мәмбәтовтың балалары иҫән-һаумы икән, үҙем иҫән саҡта атайҙарының Бикбау һыртындағы үҙ ҡулы менән йыйып өйгән таш ҡорамын күрһәтеп ҡалырға ине. Ағайҙар менән кәңәш-төңәш итештек тә барып ҡайтырға булдыҡ Бикбау яҡтарына. Әсәй ҙә фатихаһын бирҙе ниәтебеҙгә.
Атайһыҙ яҙмыш иркәләмәһә лә...Ивановкалағы ағайҙы күрергә яҙмаған: беҙ барғанда, ул йомошо менән Аҡъярға киткәйне. Изге күңелле ағайҙы тап итә алмаһаҡ та, юлды һорашып, үҙебеҙ Бикбауға юлландыҡ.
Ошо урында бер аҙ үткәнгә күҙ һалып китеү кәрәктер. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында шәхси хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу эше беҙҙең районда бик әүҙем бара. Хатта 1931 йылда райондың ошо йүнәлештәге уңыштары партия Өлкә комитетының һәм Халыҡ комиссарҙары советының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән билдәләнә.
Ошо йылдарҙа ойошторолған ике колхоздың тарихында атайыбыҙ Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтовтың да исеме бар (“Хайбуллинский район. История и современность”. 2011 г. стр. 44, 156.)
Ул 30-сы йылдар башында Мәмбәт ауыл Советы биләмәләрендә ойошторолған “Киң туғай” колхозының беренсе рәйесе булһа, 1936 йылдың февраленән 1938 йылға тиклем “Йәш быуын” колхозына (Бикбау ауылы) етәкселек итә. Туғандарҙың, замандаштарының, әсәйебеҙҙең хәтерләүҙәренә ҡарағанда, атайыбыҙ заманы өсөн ярайһы белемле, оҫта ойоштороусы, талапсан, ғәҙел етәксе булған. Буталсыҡ заманда, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында яңы ғына ҙур ауырлыҡтар менән ойошторолған хужалыҡтарға етәкселек итеү, әлбиттә, атайҙан тәүәккәллек тә, ҡатылыҡ та, сыҙамлыҡ та талап иткәндер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның “Киң туғай” (Мәмбәт) колхозына етәкселек итеү осоро хаҡында миндә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Шул заманды хәтерләгән кешеләр ҙә инде ҡалмаған. Ә бына “Йәш быуын” (Бикбау) колхозында эшләгән осоронан байтаҡ мәғлүмәт һаҡланған. Әсәйемдең, Гөлнур апайымдың, башҡа туғандарҙың Бикбауҙағы бәхетле көнитмеше хаҡында йыш ҡына һағынып һөйләгәндәре хәтерҙә. Атайымдың миндәге шәхси архивында уның ауыл хужалығы алдынғылары слётында ҡатнашҡанын дәлилләгән мандат, шифаханаға юллама биреүҙе хәстәрләгән рәсми мөрәжәғәт ҡағыҙы, кузовына күсмә Ҡыҙыл байраҡ эленгән “полуторка” янында төшкән фотоһүрәт һ.б. һаҡлана. Колхоз рәйесе йыл йомғаҡтары буйынса һунар мылтығы менән бүләкләнә. Былар барыһы ла ул етәкләгән “Йәш быуын” колхозының хәүефле замандың ҡатмарлы шарттарында алдынғылар рәтендә булғаны хаҡында һөйләй.
Үҙең ҡатнашмаған, үҙең белеп тә бөтмәгән хәл-ваҡиғалар хаҡында фекер йөрөтөү еңелдән түгел. Бында мин беҙҙең ғаиләнең 1938 йылда Бикбауҙан Мәмбәткә күсеп ҡайтыу сәбәптәрен дә күҙ уңында тотам.
Уйҙарым ябай булмаған хәтер йомғағын тағата. Беҙҙең ғаиләнең Бикбау осоро — бәхетле мәл – ни бары ике йыл тирәһе генә. Үҙемсә хисаплап ҡарайым: Гөлнур апайым — алты-һигеҙ йәш, өлкән ағайым өс-биш йәш тирәһендә булған, ә 1938 йылдың сентябрендә тыуасаҡ Рәфхәт ағайым әле әсәм ҡарынында йөрөй. Мин планда ла юҡ.
30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында донъяға, илебеҙгә хәүеф янаған ваҡиғалар ҡуйыра: Европала фашизм баш ҡалҡыта, үҙебеҙҙең илдә ҡот осҡос репрессиялар... Ошо шарттарҙа гел ситтә, күсенеп, төрлө тынғыһыҙ эштәрҙә йөрөгән атай ғаиләһенең, балаларының киләсәген хәстәрләп, тыуған ауылында нигеҙ ҡороп төпләнергә хәл итә. 1938 йылдың урталарында, Бикбауҙа үҙҙәре ваҡытлыса торған йортто һатып алып, Мәмбәткә күсерә. Артабан шул нигеҙҙә шатлыҡтары, ҡайғы-хәсрәттәре, башҡа донъя мәшәҡәттәре менән тормош ҡайнай. Ошонда татыу ғаиләлә тағы ике малай: 1938 йылдың сентябрендә Рәфхәт ағайым, 1941 йылдың сентябрь айында мин тыуғанбыҙ.
Ә ноябрҙә атайыбыҙ һуғышҡа алына. Еңеп ҡайтырбыҙ, тип китһә лә, ғаиләһен ҡара ҡайғыға һалып, балаларын атайһыҙ, әсәйебеҙҙе тол ҡалдырып, 1942 йылдың 5 декабрендә Сталинград янындағы ҡаты бәрелештә батырҙарса һәләк була.
Атайһыҙ яҙмыш беҙҙе иркәләмәһә лә, мәрхәмәтле булды. Әсәйебеҙ балаларын аяҡҡа баҫтырғас, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәп, йөҙгә етеп баҡыйлыҡҡа күсте. Уны бөтә ауыл хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты. Балалары — дүртебеҙ ҙә, шөкөр, хеҙмәт бурыстарыбыҙҙы намыҫлы атҡарып, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Барыбыҙҙың да пенсияға сығыуын күреү иң ҙур хыялы ине әсәйебеҙҙең.
Бер мәл икебеҙ генә хәтирәләргә бирелеп ултырғанда әсәй атайымдың район, ауыл Советы, колхоз кимәлендә төрлө яуаплы эштә эшләгәнен, ғәҙел, аҡыллы етәксе булғанын ғорурланып, кинәнеп һөйләгәйне. Шунда: “Бына һин дә атайыңа оҡшағанһың, ҙур урындарҙа эшләп йөрөйһөң”, — тип яҙмышым менән ҡәнәғәт икәнлеген аңғартҡайны. “Апайың, ағайыңдар атайҙарын күреп, иркәләнеп, йөҙөн, тауышын хәтерләп ҡалды, ә һин, балам, “атай” тигән һүҙҙе бер генә тапҡыр ҙа әйтә алмай үҫтең. Хоҙайға шөкөр, балаларың атайлы үҫте”.
Ярай, хәтер ебенең теге, баштағы осона кире ҡайтайыҡ та Бикбау яҡтарына юлыбыҙҙы дауам итәйек. Һаҡмар буйҙарының матурлығына һоҡланып та, уйланып та бара торғас, килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында хозур тәбиғәт ҡосағында ҡасандыр етеш хужалыҡ, күркәм ауыл гөрләп торған ерҙә беҙҙе емерек мәсет, буш өй нигеҙҙәре, ҡороған баҡса урындары ғына ҡаршыланы. Ошонда беҙ, кемебеҙ һигеҙенсе тиҫтәне, кемебеҙ етенсеһен тултырған сал сәсле ағалы-ҡустылы өс бер туған, атайҙарының эҙен эҙләп, ул һулаған һауаны һулап, ул йөрөгән юлдарҙа йөрөп ятабыҙ. Кемебеҙ ниҙәр кисергәндер, ә мин әле үҙем донъяға тыумаған сағымдағы ғаиләбеҙҙең ошондағы бөтөн, бәхетле көнитмешен күҙ алдына баҫтырырға тырышам. Күңелдә — һағыш.
Ҡасандыр бында тормош ҡайнаған. Тәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнағандыр, мөрйәләрҙән һауаларға төтөн күтәрелгәндер, бала-саға тауышы яңғырап торғандыр. Ана, сирәмдә ауыл малайҙары, араларында ҙурыраҡтары ла бар, ҡайҙандыр хасил булған велосипедта йөрөргә маташып ҡарай. Береһе лә йөрөй белмәй был ят нәмәкәйҙә. Ана, правлениенан колхоз рәйесе (ул беҙҙең атай) килеп сығып, тупһанан малайҙарҙың зыҡ ҡубып велосипедҡа атланырға тырышҡанын ҡарап йылмайып торҙо ла тегеләрҙең эргәһенә килеп: “Малайҙар, анау ауыл осондағы киндерлеккә барығыҙ, унда тиреҫ борҡоп ята, йомшаҡ, йығылһағыҙ ҙа, имгәнмәҫһегеҙ”, — тине лә, яҡында торған егеүле тырантасына ултырып, туғай яғына китеп барҙы.
Был күренешкә шаһит булған Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова атайыма йөҙ йыл тулған йылда (2006) уның тураһында ете битлек хәтирәләрен яҙып ебәргәйне миңә.
Хәтергә төшөрәйем: Бикбауға килеүебеҙҙең төп сәбәбе атайыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән йыйып туплаған таш өйөмөн табыу ине. Тау һырттарынан, убаларҙан атай эҙен эҙләйбеҙ, бар-тирәне айҡап-байҡап сыҡҡанбыҙҙыр — тапмайбыҙ.
Көн эҫе, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, күгәүендәр ҙә беҙҙе ят итте, ахыры, аямайҙар. Инде юлыбыҙ уңманы шикелле тип, Әсхәт ағайым менән машина торған яҡҡа ыңғайлай башлағайныҡ, әллә ҡайҙағы алыҫ бер түбәнән Рәфхәт ағайымдың “Бында-а, тапты-ы-ым! Килеге-е-еҙ!” тигән ҡыуаныслы тауышы ишетелде. Беҙ шул яҡҡа йүгерә-атлай ыңғайланыҡ. Барып еткәндә Рәфхәт ағайым таш өйөмө тирәләй арлы-бирле йөрөп ята, тулҡынланғаны күренеп тора: әле бер ташты ала, әле икенсеһен тотоп ҡарай. Таштар, әйтерһең, атайыбыҙ ҡулдары йылыһын, күҙ нурын һаҡлағандай.
Ил өҫтөнә төшкән ғәрәсәт тә, Бикбау яҙмышына яҙған ҡыйралыш та, күрәһең, атайыбыҙҙан ҡалған таш ҡомартҡыны ла аямаған. Таштар етемһерәп, шул урында таралышып ята. Беҙ, Әхмәтхандың уландары, һағыш ҡатыш эске тулҡынланыу менән һәр ташты, ипле генә атайыбыҙ ҡулына ҡағылғандай, һаҡ ҡына урындарына өйәбеҙ. Теге ваҡытта ҡайҙандыр ҡайтышлай атын туҡтатып, яҡын-тирәләге таштарҙы йүгереп йөрөп йыйғанын, ошо тау түбәһенә, юлға яҡын урында өйөп ҡуйғанын, аҙаҡ, эшен тамамлағас, ҡәнәғәт булып ҡарап торғанын күҙ алдына килтерергә тырышҡан булам.
Ете тиҫтә йыллап ваҡыт үткәс, уландары килеп, туҙып ятҡан таштарын яңынан ҡәҙерләп йыйып, тәртипкә килтерер, һуңынан янына баҫып фотоға төшөрҙәр тип атайыбыҙ уйламағандыр ҙа, әлбиттә. Бына бит яҙмыштың бер мөғжизәһе!
Эшебеҙҙән үтә лә ҡәнәғәт булып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Артта Бикбау — атайыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыны һаҡлаған изге төйәк. Тағы етемһерәп ҡалды, йәнде әрнетеп.
Мәмбәткә юлыбыҙ ҡыҫҡараҡ тойолдо. Ни тиһәң дә, хатта сығын ат та ҡайтыу яғына йылдамыраҡ, дәртлерәк юрта, тиҙәр бит. Алда атайыбыҙҙан ҡалған донъя, унда әсәйебеҙ көтә ине беҙҙе.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521