Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы
Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы БДУ-лағы башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире профессор Жәлил Кейекбаев Марат Зәйнуллинды һәм мине бер үк ваҡытта эшкә алды. Икебеҙ ҙә фән кандидаты түгел әле, ә уҡытырға кәрәк. Доцент, профессорҙар менән бергә эшләп йөрөү бик ҡыйын. Күгәрсендәр араһына килеп эләккән сәпсектәрҙәй тоябыҙ үҙебеҙҙе. Беҙ – филологтар (телсе, әҙәбиәтсе). Ошо ауырлыҡ та ҡурҡыта.

Телгә булған мөхәббәт гөлләмәң әҙәбиәт эстетикаһы менән сәскә атырға тейеш. Әҙәбиәтте һөйһәң, телде лә иркәләй бел. Остаз Жәлил Кейекбаев шулай ти бит. Ул – телсе. “Туғандар һәм таныштар” тигән роман да яҙҙы. Әҙәби әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнеше тураһында ла етди фекерҙәр әйтте. Уны беҙҙән дә талап итте.
Тотондоҡ эшкә. Күңел дәрте, йөрәк дарманы менән. Әйткәндәй, бал ҡорттарына хас тырышлыҡ, Лал Бахадур Шастри эшмәкәрлеге, Әйүп пәйғәмбәр сабырлығы ярҙам иткән­дер беҙгә – кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлап, профессор булдыҡ та ҡуйҙыҡ бер ваҡыт. Марат Вәли улы менән дуҫлыҡ илаһилығым ауыр хеҙмәт шәүкәт­лелеге нигеҙендә нығыны. Бай, матур, гүзәл, нәфис тәбиғәтле, башҡорт далаһылай киң күңелле, асыҡ йөҙлө, кешелекле остазыбыҙ профессор һәм яҙыусы Ж. Кейекбаевҡа ифрат рәхмәтлебеҙ!
Прометей ныҡлығы бар ине Марат Зәйнуллиндың йөрәк көҙгөһөндә. Бер үк ваҡытта кафедра мөдире, факультет деканы (башҡорт, татар, урыҫ бүлектәре), докторлыҡ һәм кандидатлык диссертациялары яҡлау советы рәйесе дилбегәләрен дә ныҡ тотто бит ул. Һуңғыһы Мәскәү ғәли йәнәп­тәре (Юғары аттестация комиссияһы) ғиззәтлелегендә ойошторолдо. Рәсәй филологтары доктор­лыҡты, канди­датлыҡты яҡланы. Бының өсөн күп милләттәр телен, уларҙың әҙәбиәтен дә, әйткәндәй, биш бармағың кеүек белергә кәрәк ине. Кафедра мөдире, декан булып эшләүҙә генә түгел, был ауыр хеҙмәттә лә үҙенең ысын баһа­дир икәнлеген күрһәтте ғалимыбыҙ. Рәсәй Федерацияһында иң ғәҙел, намыҫлы, тәғлимәтле Яҡлау советы беҙҙә икәнлеген күрһәтә белдек. Марат Вәли улының етәкселек таланты бөтә илдә ҡанат ҡаҡты. БДУ-ның күренекле фән кәштәһенә күтәреле­үе шуның менән дә бәйле.
“Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы” тинем мин был күренеште. Вуз уҡытыусы­һының аң-аҡылы яҡшы, эстәлекле, фәнни яҡтан тотанаҡлы лекция уҡыу менән дә бәйле. Фәнни тәрәнлекте аңлау еңел түгел. Ғәрәп ғалимы Әл-Ғөмәри (XIV быуат) фәндә ул тиклем аңламаҫлыҡ буталсыҡтар булмауы, уны наҙан ғалимдар ауырлаштырыуы тураһында әйткәйне. Ауырлыҡты асыҡлау өсөн ваҡыт-ваҡыт күп телдәр хазинаһына мөрәжәғәт итеү ҙә мотлаҡ. “Грамматика – телдең атаһы, этимология – телдең әсәһе” тигәйне телсе һәм әҙәбиәтсе Ҡәйүм Насыри. Телдең атаһы булған грамматика фәне буйынса уҡыны лекцияларын Марат Ғәли йәнәптәре.
Бер ваҡыт уның лекцияһына инеү форсаты тейҙе. Исем ҡылымдың лексик, морфологик, синтаксик үҙенсә­леген ул урыҫ, инглиз, татар, үзбәк, ҡырғыҙ, уйғыр телдәре менән сағыш­тырып аңлатты. Шуның менән баш­ҡорт теленең оҙайлы, бай тарихлы, киләсәге ҙур, өмөтлө икәнле­ген асыҡ­ланы. Уҡытыусының аң-аҡыл илаһи­лығы был. Грамматик категорияларҙы аңлатыу өсөн тәҡ­дим иткән һөйләм­дәрендә һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо ла бар ине. Уларҙың һәр береһендә тел тәрбиәһе, хеҙмәт тәрбиәһе, эстетик тәрбиә, педагогик тәрбиә шәһәҙәт­ләнә. Шәһәҙәтлелектә – хис-тойғо рухы үҙе бер гөлләмә.
Филология факультетында асыҡ дәрестәр үткәреү ғәҙәткә керҙе. Марат Вәли улы өлгө-үрнәк лекцияны башта үҙе үткәреп күрһәтә. Фәндәге аң, уҡытыусылары аҡыл, тәрән белем, күңел хисе, йөрәк тойғоһо, баллы тел ярҙам итә уға шәфәғәтле лекция уҡыу өсөн. Башҡаларҙың дәресендә үҙе лә йыш була. Яҡшы лекция уҡыу – студент аңына хәйерхаҡ биреү. Йөҙ яҡшы лекция уҡып, береһе генә яман булһа ла, осорға торған ҡоштоң ҡанаты ҡайырылғандай, уҡытыусының рух ныҡлығы ҡаҡшай. Студент – уҫал халыҡ.
Фән менән ныҡ шөғөлләнде Марат Вәли улы. Башҡорт ҡылымда­рындағы модаллекте тикшергән хеҙ­мәте генә лә башҡа төрки телле фән әһелдәре өсөн өлгө итеп күр­һәтерлек. Остазы профессор Ж. Ке­йекбаевҡа оҡшап, әҙәби әҫәрҙәр­ҙең тел-стиль үҙенсә­леген тикшереү менән дә шөғөлләнде ул. Шулай икәнлекте М. Кәрим поэзияһындағы эстетик серлелекте асыҡлап яҙған хеҙмәте лә аңлатып тора. Грамматикала – аң-аҡыл. Стилистикала – хис-тойғо. Аң-аҡыл, хис-тойғо рухы туғанлаша бында. Белинский әйткәнсә, стилистика – телдең иң юғары шүрлеге. Ҡәләмдәшем, фекерҙәшем, арҡаҙашым Марат Зәйнуллиндың ғүмере шул шүрлеккә менеп барғанда өҙөлдө.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусы­һының эш ғәмәле өс алтын һүҙ менән шәфәғәтләнә: фән, лекция, кешелеклелек. Фән тураһында әйтелде инде. Әл-Ғөмәри фекере А. Герцен аңы менән дә нығытыла. “Трудных наук нет, есть только трудные изложения”, – ти ул. Халыҡтың эстетик зауығы һаман үҫә, фекер йөрөтөү офоҡтары киңәйә бара. Академик М. Зәйнул­линдың ғилми хеҙмәттәре вузға ла, мәктәпкә лә, халыҡҡа ла аң-аҡыл бүләк итә. “Бикәр эш битһеҙ була” тигәндәй, әллә ниндәй ҡатмарлы, аңлайыш­һыҙ, буталсыҡ ҡағиҙәләр төҙөү өсөн ваҡыт әрәм итмәне Марат Вәли улы. “Һүҙ – сәскә, мәҡәл – букет”, ти азербайжан халҡы. Лекция уҡығанда һәр һүҙҙе сәскә итә белә ине Марат Вәли улы. Шуларҙан фекер гөллә­мәһе туҡыла. Университет ректоры Ш. Чанбарисов бер йыйылышта Марат Зәйнуллиндың лекцияһы барлыҡ вуз уҡытыусылары өсөн өлгө-үрнәк булып тороуы хаҡында әйткәйне.
Кешелеклелек мәсьәләһе Баш-Ата Әҙәм, Баш-Ана Һауа заманынан бирле килә. “Величайшая твердость и есть величайшее милосердие”, – ти Г. Лонг­фелло. Марат Вәли улындағы аҡыл тәрәнлеге кешеләр­ҙәге хис-тойғо рухы менән дә бәйле ине. Кешелеклелек сифаты йәмәғәт эше баш­ҡарғанда ла күркәмләнә. “Искренность отношений, правда в общении – вот дружба”, – ти А. Суворов. Был сифаттар ҙа бар ине академик Зәйнуллинда. Бер һөйләш­кәндә һанап китһәк, ун төрлө йәмәғәт эше башҡара икән ул. Һанап ҡараһаҡ, минеке лә унау икән. Япон халҡы әйтмешләй: “Атты юл һынай, кеше холҡон ваҡыт һынай”.
Ваҡыт бик уҫал. Кешене ауырлыҡ михнәте менән иҙергә ярата. Еңдең – арт яғыңа тибә. Еңде Марат Вәли улы Зәйнуллин. 80 йәшен гөрләтеп үткәрҙек. Йәнә эшләйәсәген әйтте. Фән менән шөғөлләнеү тойғоһо, уңған саптарҙай, һаман ярһый икән әле. Уның етәкселегендә аспиранттар кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа. Был – академиктың халыҡ, ил, Ватан өсөн, йәшәү илаһилығы. Бер һүҙ менән генә әйтһәк – кешелеклелек! Ҙур бәхетте ауыр хеҙмәттән таба белде ул. Урыны ожмахта булһын. Әйткәнем фәреш­тәнең “амин” тигән сағына тура килһен.

Суфиян ПОВАРИСОВ,
БДУ профессоры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 906

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 870

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 038

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 173

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 997

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 962

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 979

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 247

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 161

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 277

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 269

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 231