Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡтың килеүе – үҙенән, кәйефе – хужанан
Ҡунаҡтың килеүе – үҙенән, кәйефе – хужанан Тышҡы һәм эске туризмдың бөгөнгөһө, ғөмүмән, был тармаҡтың үҙенсәлектәре һәм үҫеш кимәле хаҡында һуңғы йылдарҙа айырыуса күп яҙалар, йыш һөйләйҙәр. Кемдәр ниндәй генә идеялар тәҡдим итмәй – ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс бизнес-проекттар, йөкмәткеле һәм ылыҡтырғыс маршруттар, барлыҡ уңайлыҡтары булған туристик һәм курорт базаларын төҙөү планы... Ҡыҫҡаһы, ерлек бар. Тәбиғәт шарттары, тауҙар, ҡаялар, йылғалар, күлдәр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Юҡҡа ғына беҙҙең яҡтарҙы Швейцария менән тиңләмәйҙәр. Тик ни өсөн һуң төбәгебеҙҙә әлеге шул Швейцариялағы ише бюджеттың 15 процентын тап туризм тармағынан алынған табыш тәьмин итмәй? Йә булмаһа, ни өсөн беҙҙә Ҡара диңгеҙ буйындағы ише турис­тар ағымы күҙәтелмәй? Унда – сервис, тиер ҡайһы берәүҙәр. Унда йылы, мул һыу, тиер икенселәр. Әммә диңгеҙ буйында ғына ял итеп була тимәгән бит әле. Ҡыҫҡаһы, был тармаҡ тураһында эш бүлмәһендә, компьютер артында ғына ултырып фекер йөрөтөп (үҫтереү тураһында әйтеп тораһы ла түгел) булмағанын аңлап, үҙебеҙ ҙә “турист сәкмәнен кейеп ҡарарға” булдыҡ. Маршрутыбыҙ – Ишембай районының Маҡар ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы.
Ауылға төш элгәре килеп еттек. Өфөнән яҡынса өс сәғәтлек юл. Шарла­уыҡ­тың ҡайһы яҡта урынлаш­ҡанын билдәләгән юл күр­һәткес күренмәй. Ял осоронда был яҡтарға йөҙлә­гән туристың килеүен иҫәп­кә алғанда, ауыл янын­дағы тәбиғәт ҡомартҡы­ларын һынландырып, улар­ҙың схемаһын һыҙып, мәғлү­мәти баннер эшләп ҡуй­ғанда һәйбәт булмаҫ инеме икән? Ярай әле Маҡар ауыл Советының хакимиәт башлығы Илнур Мөхйәнов яныбыҙҙа. Уның “тимер ат”ында ­­шар­ла­уыҡҡа ел­дерәбеҙ. Ауылдан сығыу менән асфальт юлды ҡыр­сынташ алмаштырҙы. Элемтә лә өҙөлдө. Цивили­зацияһыҙ донъя ҡыҙыҡ та, мауыҡ­тырғыс та...
Ғөмүмән, был яҡтарҙа тәбиғәт иҫ киткес матур. Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Кә­лимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе, Ҡыҙҙар ташы үҙе генә ни тора. Уйлап ҡараһаң, әллә күпме туристик маршруттар ойош­торорға, турбазалар төҙөр­гә мөмкин. Әммә был яҡ­тар­ҙа, Маҡарҙан яҡынса өс саҡрым алыҫлыҡта урын­лашҡан “Кук-караук” турис­тик базаһынан башҡа, бер махсус ял урыны ла юҡ. Тимәк, халыҡ килә, күрә һәм... бөттө. Ә ниңә ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалмаҫҡа? Йыл әйләнәһенә булмаһа, яҙғы, йәйге осор­ҙа ғына ла әллә күпме аҡса эшләп ҡалырға мөмкин түгелме ни? Нисек тиһе­геҙме? Әйтә­йек, шул уҡ йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ һатып ҡына ла. Экологик таҙа ризыҡтан бер ҡала кешеһе лә баш тартмаҫ ине, моғайын. Ҡы­ҙыҡ өсөн һынап ҡарайыҡ. Мәҫәлән, май байрамдары осоронда Ҡуҡрауыҡ шарла­уығын күрергә тип көн һайын ауыл уртаһынан йөҙләгән машина үткән, тиҙәр. Әгәр һинән шулар­ҙың унауһы ғына туҡтап, берәр банка ҡаймаҡ (120 һум), литр ярымышар һөт (70 һум), ун дана йомортҡа (60 һум) һатып алһа ла, көнөнә 2500 һум килеп сыға. Икмәген, ҡоротон да тәҡдим итергә мөмкин. Өҫтәүенә, шарлауыҡ эргә­һендә ҡапҡылап алыр урын булмауын иҫәпкә алһаң... Хатта һыу тәҡдим итеүсе лә күренмәй бит бында.
– Ҡайҙалыр туристарҙы йәлеп итә алмайҙар, ә бында улар үҙҙәре ағыла. Ниңә мөмкинлектән файҙалан­маҫҡа? Маҡарҙы бына тигән туристик брендҡа әйләндерергә мөмкин дә баһа! Талҡаҫтан, Красноусолдан, Мораҙымдан бер ҙә ҡайтыш булмаҫ ине ул, – тибеҙ Илнур Мөхйә­новҡа.
– Туризмда “инвест-привлекательность” тигән төшөнсә бар. Тәү ҡара­маҡҡа ябай кеүек кенә тойолһа ла, асылы күпкә тәрәндәрәк. Күптәр уны тәбиғәт шарттары менән генә сикләй. Әммә был төптө дөрөҫ түгел. Инвестиция ҡеүәһе артһын өсөн тәбиғи ресурстар ғына етмәй, етәкселәр ҙә, эшҡы­уарҙар ҙа, иң мөһиме, урындағы халыҡ та эшләр­гә тейеш был йүнәлештә. Беҙгә килгәндә, ауыл халҡы туризмдың мөмкинлек­тәрен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә аңлап бөтмәй. Ғөмү­мән, халыҡ әүҙем рәүештә малдарын көтөүгә ҡыуа башламай (урам буйлап мал ирекле йөрөгәндә ниндәй инвестиция йәлеп итеү тураһында һүҙ алып барырға мөмкин), төҙөклән­дереү эштәренә дәррәү тотонмай тороп, туризм төбә­генә әйләнеү тураһында һүҙ йөрөтөүе иртәрәк. Әлбиттә, маҡсаттарыбыҙ бар, һәм улар бик күп. Әйтәйек, быйылдан веломаршрут асырға иҫәп тота­быҙ. Тәбиғәттән файҙала­ныу һәм экология министр­лығы менән берлектә велоуҙыш ойошторорға ла ниәт ҡорҙоҡ. Киләсәктә туристарҙы һыбай йөрө­төргә лә уйлайбыҙ. Әле ауылдағы берәй урында йәрминкә-баҙар булдырыу идеяһы ҡарала. Бында һәр кеше тәғәйен бер ваҡытта үҙенең йорт-хужалығында етештерелгән ризыҡтарҙы сығарып һата аласаҡ.
– Ҡайһылай яҡшы булыр ине ул! Юҡһа, бөгөн әллә нисәмә магазинға инеп, һөт-ҡаймаҡ һорап сыҡтыҡ – булманы. Тәғә­йен урынын һәм ваҡытын билдәләһәгеҙ, килгән-кит­кән кеше ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнен белеп торор ине.
– Шуға тырыштырабыҙ ҙа инде. Туристар килде лә ҡайтты түгел бит. Уларҙан халыҡҡа ла нин­дәйҙер файҙа ҡалырға тейеш. Ғөмүмән, ауыл ерендә эшләйем тигәндәргә шөғөл бар инде ул. Бында туризм тармағын ғына күҙ уңында тотмайым. Әйтәйек, быйыл 500 хужалыҡ иҫәпләнгән ауылда мал көтөүсеһе таба алманыҡ. Сиратлап көтөргә булдыҡ. Был да бит – проблема. Унан һуң төҙөк­ләндереү эштәренә йәлеп итерҙәй эшселәр табыуы ла ҡыйын. Алты мең һум­лыҡ хеҙмәт хаҡына берәү ҙә эшләргә риза түгел. Өйҙә тик ятһаң, уныһы ла юҡ бит әле! Туризмды үҫтереү кеүек ҙур-ҙур бурыстар тураһында фекер алыш­ҡанда бындай сағыш­ты­рыуҙар урынһыҙҙыр, бәлки. Әммә мәсьәләне хәл итеү тап ошондай сетерекле проблемаларҙы яйға һа­лыуҙан башлана ла инде. Башта билдәләп үтеүемсә, әгәр урам тулы көтөүһеҙ мал йөрөй, кәртә-ҡуралар емерелеп бөтөп бара икән, ниндәй турист килһен беҙҙең яҡтарға? Сөнки бөгөн бер тәбиғи матурлыҡ менән генә туристарҙы йәлеп итеүе ауыр. Барыһы ла бит уңайлы шарттарҙы ярата.
– Нимәнән башларға һуң был эште?
– Беҙҙең ауыл ысынлап та бик матур һәм уңайлы урында. Стәрлетамаҡ, Ишем­бай, Салауат ҡала­ларынан күп тигәндә бер сәғәтлек юл. Ҡыҫҡаһы, күрһәтерлек тәбиғәтебеҙ бар, юл насар түгел, беҙгә ана шул хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтерергә кәрәк. Туристик маршруттар ойош­тороу, тауға үрмәләү­селәрҙе йәлеп итеү – ҡулдан килерлек эштәр. Хатта умартасылыҡ буйынса маршрут ойошторғанда ла, ҡайһылай һәйбәт булыр ине! Әммә был осраҡта эшҡыуарҙарҙың да хәлен аңларға кәрәк. Күптәр административ кәртәләрҙән ялҡып бөткән, документтар йыйыуҙан биҙеп тора. Был да бит – үҙенә күрә проблема. Ғөмүмән, туризмды үҫтереү туристарҙың булыу-булмауына ғына бәйле түгел. Бында тотош сылбыр камил эшләргә тейеш.
Был яҡтарға килгәс, Ҡуҡрауыҡ шарлауығынан тыш Кәлимосҡан ҡаяһын, Салауат Юлаев мәмер­йәһен, “Кук-караук” туристик базаһын да күрмәй китмә­нек. Әйтеп кенә аңлата алмаҫлыҡ саф һауа, хо­зурлыҡ һәм тынлыҡ. База­ның ниндәйҙер ҡала кеше­һенеке булыуы, эшселәр­ҙең дә әллә нисәмә саҡ­рымда ятҡан Ишембай, Стәрле ҡалаларынан, яҡын-тирәләге ауылдарҙан йы­йыл­ғанлығы ғына күңелде төшөрҙө.
– Ҡайҙа һуң ауыл хал­ҡы? – Илнур Илдар улына был һорауҙы ла бирмәй булдыра алманыҡ.
– Оҙон аҡса эҙләп, Себер китәләр, Мәскәү, Питер юлдарын тапайҙар... Бында эшкә урынлашҡандары оҙаҡҡа сыҙай алманы. Әле бына туристик базаға ашнаҡсы таба алмайҙар...
...Ауылда әлеге лә баяғы һөт-ҡаймаҡ һорап сират­тағы магазинға туҡтағанда бер ағай килеп иҫәнләште. Ҡайҙан, ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе ишет­кәс: “Эйе, беҙҙең яҡтар Швейцариянан шәберәк ул!” – тип маһайып алды. Әммә ағай был сит илдә туристар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылғанын, урындағы халыҡтың башлыса ошо кәсеп иҫәбенә көн күреүен беләме икән? Швейцария бюджетының 15 проценты туризм тар­мағынан алынған табышҡа тура килә тигәйнек. Ә беҙҙә был һан әлегә хыялда ғына. Ни өсөн улай тиһегеҙме? Сөнки сит илдә һәр клиент өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара. Турист улар өсөн алтын йомортҡа һал­ған тауыҡҡа бәрәбәр. Һәм был дөрөҫ тә. Улар белә: әгәр һин бөгөн клиенттың күңелен күрәһең икән, иртәгә ул ғаиләһен, дуҫын, күршеһен алып киләсәк... Ә беҙҙә нисек? Туристар ҙа килә, ял итер өсөн урындар ҙа күп, маҡтанып, ғо­рур­ланып һөйләрлек ҡо­март­ҡыларыбыҙ ҙа бихисап... Ә сервис юҡ. Беҙ хеҙ­мәтләндерә белмәйбеҙ. Ғө­мүмән, туризм мәҙәниә­тенә өйрәнмәгән­беҙ. Иң ҡыҙ­ғанысы – урындағы халыҡ үҙҙәренә ни тиклем файҙа килерен аңлап бөтмәй.
Ауылда ике-өс сәғәт ти­рә­һе булдыҡ. Әммә бер ер­ҙә лә һөт-ҡаймаҡ тәҡдим ит­кән, картуф һатып ултыр­ған, икмәк, ҡоротон алып сыҡ­ҡан кешене осрат­ма­ныҡ. Осратһаҡ, һис шиклә­неп тор­май, алыр инек бит инде...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521