Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА. Ауырымаған кешегә рәхәт. Ул бәхетле. Донъяһы теүәл... Ә бына сирләп ҡара. Шунда уҡ тормошоңдоң ҡояшы һүнә

Ғәҙәттә, пациенттар ыҙа сигә. Ауыртынып бар шул дауаханаға, һыу буйы сират тор, башын күтәрмәй алдындағы ҡағыҙҙарын тултырған табипҡа зарыңды һөйлә, унан бер ҡосаҡ төрлө тикше­релеүҙәргә йүнәлтмә һәм дарыуҙарға рецепт тотоп сығып кит. Ҡайтып түшәктә аунайыммы тиһәң, йәнә поликлиникаға ҡабул итеүгә барырға ваҡыт етә. Бер танышым әсенеп тә, көлөп тә һөйлә­гәйне: “Дүрт көн сирләү осоронда өс көнөн ауылдан автобуста үҙәк район дауаханаһына белгестәргә күренергә, бөтөнләй башҡа ауылдағы амбу­ла­торияға анализдар бирергә йөрөп үткәрҙем дә барыһына ҡул һелтәп ҡабат эшкә сыҡтым...”
Ярай ҙа дауа тиҙ генә килешһә. Ҡайһы берҙә дөрөҫ диагноз ҡуйҙыра алмайынса ла байтаҡ ваҡыт сарыф итәһең – бар ағзаларыңды тикшертеп бөтәһең, рентген да, УЗИ тикшереүе лә үтәһең, анализдар ҙа бирәһең. Табип хатаһы ла – мөһим мәсьәлә. Ҡыҫҡаһы, ауырыуға тарыма, тарыһаң – арыма.
Ошондай төрлө кәртәләрҙе үтеү кәрәклегенән арыған кешеләр башҡа юлдарҙы һайлай. Халыҡтың дүрттән бер өлөшө үҙаллы дауалана. Интернеттан, телевидениенан, ваҡытлы матбуғаттан ишеткән-күргән-уҡыған­дарына, таныш-белештәренең кәңәшенә таянып. Кемдер халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә. Билдәле, ҡайһы бер осраҡтарҙа ул заман медицинаһын алмаштыра алмай. Һөҙөмтәлә сирҙе аҙҙырмай дауалау ваҡыты уҙып китеүе бар.
Ошо сәбәпле икенсе хәүефле йүнәлеш сәскә ата. Рәсәй традицион һәм халыҡ медицинаһы белгестәре ассоциацияһы президенты Владимир Егоров әйтеүенсә, былтыр илебеҙҙә халыҡ табиптары һәм им-томсолары хеҙмәтенә ихтыяж 20 процентҡа артҡан. Йән башына тура килгән экстрасенстар буйынса Рәсәй былай ҙа Ер йөҙөндә беренсе урында тора. Ни өсөнмө? Беҙҙә табиптарҙың ҡағыҙ эшенән бушап дауалау менән шөғөлләнергә ваҡыты юҡ тиерлек. Ә күрәҙәсе-имселәргә эләгеүе еңел, тиҙ. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, былтыр һорау алыныусыларҙың 30 проценты сираттың оҙонлоғо йәки белгестең булмауы арҡаһында табипҡа күренә алмаған, йәнә 30 проценты медицина хеҙмәткәрҙәренең тупаҫ мөғәмәләһенә зарланған, тағы 30 проценты уларҙың һөнәри наҙанлығын билдәләгән. Артабан был кешеләр йә үҙ алдына дауалана, йә халыҡ табибына бара ла инде...
Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер табиптар үҙҙәре лә пациенттарҙан зыян күрә, уларға зарлана икән. Күрәһең, ваҡыт – аҡса, тигәнде улар ҙа аңлай башлаған. Ҡабул итеүгә электрон рәүештә алдан яҙылып та табипҡа килмәгән кешеләр тураһында бара һүҙ. “Тере сират”ты бөтөрөп, яңыса эшләүгә күскәйне дауалау учреждениелары. Баҡһаң, был ысулдың кире яҡтары ла бар. Ауырыу Интернет йә инфомат аша кәрәкле белгескә күренергә яҙыла ла бармай ҙа ҡуя. Йәки ҡайһы берәүҙәр бер табипҡа аҙнаның бөтә көндәренә лә урын ала ла аҙаҡ үҙенә иң ҡулайлыһын һайлап бара. Компьютерҙа был ваҡыт биләнгән тип билдәләнә, бүтән берәү яҙыла алмай. Ысынында иһә ул – “үле йән”. Йәғни иҫәпкә бар, һанға юҡ. Ундайҙар 20 процент тәшкил итә икән. Мәҫәлән, Мәскәүҙә өс ай эсендә 21 миллион тапҡыр табипҡа яҙылғандар. Шуның дүрт миллион осрағында билдәләнгән ваҡытҡа килмәгәндәр. Пенза өлкәһендә лә хәл ҡырҡыу.
– Пациент ҡабул итеүгә килмәгәс, поликлиника уның өсөн тейешле финанс аҡсаһын алмай. Тимәк, зыян күрә. Баш табиптан күрһәткес талап итәләр. Шунан алдап отчет биреүҙәр башлана. Закон буйынса беҙҙә кеше үҙенең һаулығы өсөн хоҡуҡи ҙа, административ та яуаплылыҡ тоймай. Быны һаулыҡ һаҡлау системаһы эшләй. Пациент иһә эсергә, тартырға, диспансеризация үтмәҫкә мөмкин. Етмәһә, табипҡа ҡабул итеүгә барыуға ла етди ҡарамай, ошолай башҡаларға хеҙмәт күрһәтергә ҡамасаулай, – ти Пензанан табип Сергей Дегтярь.
Берәүҙең дә зыянға эшләгеһе килмәй. Һөҙөмтәлә был эшкә яуапһыҙ ҡараған кешеләргә штраф һалырға йәки икенсе юлы түләүле хеҙмәттән файҙаланырға мәжбүр итергә, йә иһә уларға электрон сиратҡа яҙылыуҙы тыйырға тигән тәҡдимдәр яңғырай башлаған. Бында, әлбиттә, сетерекле мәлдәр ҙә етерлек. Мәҫәлән, пациент ҡабул итеүгә үҙен насар тойоуы йәки ғаилә хәле сәбәпле килмәй... Килеп тә, кәңәшмәлә ултырған белгесте көтөргә теләмәй ҡайтып киткәндәр була... Бәғзе өлкән йәштәге кеше байтаҡҡа алдан яҙылып, көнө килеп еткәс, быны онотоп ҡуйырға ла мөмкин... Һәр хәлдә мәсьәләне хәл иткәндә “ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ” принцибы отошло булыр, моғайын.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521