Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Урман бурыЭлек беҙҙең ауыл тирәһендәге урман ҡуйы була торғайны. Ҡуйы булғас, төрлө йәнлек тә күп ине. 1975 йылғы ҡоролоҡта ҡурсаулыҡ биләмәһендәге көслө янғындарҙан ҡасыпмы икән (ул осорҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә йәй буйы бер нисә йөҙ гектарҙа урман янды), беҙҙең бәләкәй генә ауыл тирәһендә айыуҙар күбәйә башланы. Хатта бер айыуҙы ауыл эсендә тип әйтерлек, Үҙән йылғаһы янындағы ҡарағайға ҡамап мендереп, атып алдылар.
1977 йылдың көҙө. Беҙ күрше ауылда интернатта ятып уҡый инек. Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында айыуҙар йөрөй, тип ишеттек. Бер шәмбелә ауылға ҡайтҡас, ысынлап та, урамда айыу эҙҙәре күрҙек. Төн етеү менән бер айыу килә икән. Ирҙәр мылтыҡ тотоп төн һайын ҡарауыллай, тик “аҡыллы” йәнлек оҫта ғына ҡаҙ йәки һарыҡ урлауын белә.
Кис етте. Ирҙәр төнгө дежурға сыға башланы. Беҙ, балалар, “ҡыҙыҡ” көтһәк тә, төнгө 12-ләрҙә йоҡлай башлайбыҙ. Ә әсәйем менән апайым бәләкәй өйҙә һөйләшеп ултырған. Ҡаҙҙар өй алдындағы баҡсала, тәҙрәнән ҡараһаң, күренә, кәзә-һарыҡ, һыйырҙар — һарайҙа. Атай кәртә аръяғындағы кәбән төбөндә — ҡарауылда. Төнгө сәғәт бер тирәһендә урам яҡтағы ҡапҡаны шаҡыған һымаҡ тауыш сыҡҡан. Әсәйем апайыма: “Әллә берәйһе ҡапҡаны аса алмай тора инде, сығып әйләнәйем, тастағы һыуҙы ла түгергә кәрәк”, — тип, фонарь тотоп, тышҡа сыға. Тасындағы һыуын түгеп, ҡапҡаны фонарь менән яҡтырта. Шул ваҡыт ҡапҡа ҡайырылып, ҡолап китә һәм уның урынында аяҡ өҫтө баҫҡан айыу күренә. Әсәй ҡулындағы тасын айыу яғына ташлай ҙа, “айыу-у!” тип ҡысҡырып, өйгә инеп бикләнә. Тауышҡа кәбән төбөндә йоҡлап ултырған атай йүгереп килеп, ҡараңғыла тоҫмаллап атып ебәрә, ләкин тайыш табан табанын ялтыратҡан була.
Атайҙы һуңынан милицияға саҡыртып бер булдылар: атҡан пуляһы урамдың ҡаршы яғында йәшәгән Закирйән ағайҙың өйөнөң тәҙрә яҡтауынан биш сантиметр аҫтараҡ бүрәнәгә инеп киткән икән. Айыуҙы ике аҙнанан ашыу төн һайын ҡарауыллай торғас, ауыл эргәһендәге емтеккә килгәнендә атып алалар.
Ф. ҠАҺАРМАНОВ.
Бөрйән районы,
Яңы Ҡыпсаҡ ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521